Ауыл яҙмышы нисек?

Былтыр йыл һуңында республика Башлығы ауылдар яҙмышы, бөлә барған ауылдарҙы тергеҙеү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Нисек тормошҡа ашырып була ошо бик үк еңел булмаған проектты?

Ауыл яҙмышы нисек?, image #1

Тәлғәт ШАҺМАНОВ, Күмертау ҡалаһы: Журналист һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы булараҡ, республиканың төрлө төбәгендә булырға тура килә. Шунан сығып, бәләкәй һәм төпкөл ауылдарҙа юл проблемаһының киҫкен булыуына күп тапҡыр шаһитлыҡ ҡылғаным булды. Шуға ла, бәләкәй ауылдарҙы тергеҙеүҙе, иң беренсе, муниципалитеттарға ҡараусы юл мәсьәләһен хәл итеүҙән башлау дөрөҫ булыр ине, тим. Юлдар - иҡтисади йәһәттән дә, социаль яҡтан да мөһим стратегик тармаҡ ул. Йәшәйеште тәьмин итеүсе иң мөһим өлкәгә айырым мөнәсәбәт булырға тейеш.

Бәләкәй ауылдарҙа мәктәп, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы һәм кибет бер бинала булып, бер ҡаҙанлыҡтан йылытылыуы уңайлы һәм һөҙөмтәле булыр ине. Тораҡ пунктта ошо социаль әһәмиәтле объекттарҙың булыуы бик тә мөһим. Оло йәштәгеләр өсөн медпункт нисек кәрәк булһа, йәш ғаиләләргә мотлаҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, мәктәп, клуб булыуы мөһим. Ҡулайлаштырыуға бәйле һуңғы йылдарҙа уларҙың күбеһенең эшмәкәрлеге туҡтатылды. Билдәле инде, һөҙөмтәлә уларҙа эшләп йөрөгән белгестәр ҡыҫҡартылды, эшһеҙ ҡалды.

Йыш ҡына район үҙәгенән ситтәрәк урынлашҡан йәки төпкөл ауылдарға заманса технологиялар барып етмәү күренеше борсой. Шуға күрә интернет үткәреү ҙә тәү маҡсаттарҙың береһе булырға тейеш. Мәктәп менән балалар баҡсаларын шәхси итеп асырға һәм унда уҡытыу-тәрбиә эштәрен тулыһынса туған телдә алып барырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Сөнки хәҙерге уҡыу пландары республикаға исем биреүсе милләт балаларының был йәһәттән ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмай.

Бәләкәй ауылдар иҡтисадына килгәндә, улар эргә-тирәләге ҙур ауылдар менән тығыҙ бәйле булырға тейеш. Аҙыҡ-түлек эшкәртеүсе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Уларҙың, башлыса, башҡорт брендтарына бәйле булыуы мөһим. Һәр бер районда, район үҙәктәрендә, ҡалаларҙа республикала етештерелгән сифатлы, тейешле талаптарға яуап биргән аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеүсе кибеттәр, магазиндар, сауҙа үҙәктәрен күпләп асыу зарур. Ул ваҡытта аҡса сит ҡулдарға китмәйәсәк. Бына шулай күрәм бәләкәй йәки бөтөп барған башҡорт ауылдарын үҫтереү проектын.

Ринат ШӘЙБӘКОВ, Белорет районы Йөйәк ауылы: Республика Башлығының бәләкәй һәм бөтөп барған ауылдарҙың яҙмышына битараф булмауын күреп, әлбиттә, күптәр ҡыуанғандыр. Ҡыуанырлығы ла бар шул. Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында эш сәфәре ваҡытында Радий Фәрит улы хатта бөлөп барған тораҡ пункттарҙы тергеҙеүҙәге өҫтөнлөклө юлдарҙы ла билдәләп үтте. Урғаҙа миҫалында, иң беренсе, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, йәғни квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итеү, медпункт, ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү кеүек социаль әһәмиәтле объекттарҙың эшен яйға һалыу зарурлығын билдәләне.

Эйе, ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләһә, мәктәп, магазин булһа, халыҡ ситкә китеү яғын ҡайырмаҫ ине. Ошо өс мөһим социаль объекттарға мәҙәни-ял үҙәген индерергә мөмкин. Бөгөнгө заманда шулай уҡ интернет бик кәрәкле йүнәлеш. Быйылғы пандемия осоронда ул айырыуса үҙенең актуаллеген раҫланы. Бөлөп барған тораҡ пункттарҙы күтәреү өсөн беҙҙең республикала әҙер проекттар бар. Уларға мин "Ауыл врачы", "Ауыл ипотекаһы", "Ауыл тренеры" кеүек фәҡәт ауыл еренә тәғәйенләнгән программаларҙы индерер инем. Ғөмүмән, Хөкүмәтебеҙ ауылдарға йөҙ менән боролмай, ауылда йәшәргә теләүселәр өсөн шарттар булдырмай тороп, ауылдар яҙмышын ыңғай хәл итеп булмаясаҡ, тип иҫәпләйем.

Мәҫәлән, беҙҙең Белорет районында Ҡолмас ауылын тергеҙеү ошоғаса күптәр өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял ғына булды. Күптән түгел ауылға күрше райондан электр линияһы һуҙылып, электр уты үткәрелде. Шулай итеп, ГОЭЛРО планының 100 йыллығына Рәсәй тулыһынса электрлаштырылып та бөттө, тип әйтәйемме... "Социализм плюс бөтә илде электрлаштырыу" тамамланһа, коммунизм буласаҡ, тип хыялландыҡ бит заманында... Ҡолмас - сағыштырмаса йәш ауыл. Уға нигеҙ 1921 йылда ғына һалынған. Егерме беренсе йылғы аслыҡтан һуң Собханғолдан, икенсе төрлө уны Урман Рәүәт тип тә йөрөттөләр, дүрт кеше, шул иҫәптән минең олатай ҙа Ҡолмас яланына килеп тары сәскән. Ул йылды тары ныҡ уңған. Шуға ла кешеләр был урынды оҡшатып, землянкалар эшләп, ҡышты шунда сығалар. Яҙын яйлап йорттар һалалар, халыҡ күсеп килә. Заманында унда етмешләп йорт бар ине. 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышына 40-ҡа яҡын кеше китә был ауылдан, шуның 13-өнә генә тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу насип була. Өфө-Белорет трассаһынан йыраҡ түгел урынлашҡан был тораҡ пункт ҡасандыр гөрләп торған, үҙ белем, мәҙәниәт усағы, магазины, урман сәнәғәте хужалығы һәм башҡа ойошмалары булған ауыл ине. Ул ойошмалар ағастың "һөҙлөгөн һөҙөп бөткәс", икенсе ергә күсеп китте, халыҡ эшһеҙ ҡалды. Һөҙөмтәлә үткән быуаттың 60-70-се йылдарында Ҡолмас киләсәкһеҙ, йәғни перспективаһыҙ ауылдар иҫәбен тулыландырҙы, тиҙ арала уның эшкә һәләтле йәштәге халҡы Архангел, Белорет райондарының башҡа урман ҡырҡыу ойошмаларына күсте, Магнитогорск, Силәбе тарафтарына юлланды. Шулай уҡ Стәрлетамаҡҡа күсеп, ундағы барактарҙан мөйөш алып, күпләп шунда йәшәнеләр. Ауылда ҡарттар ғына ҡалды. Өләсәйем, уның күршеһе, тағы Байтулла бабай һәм Ғәйникамал әбей ауылдың иң һуңғы йәшәүселәре булды. Зифа апайым Стәрлетамаҡтан өләсәйем янына ҡайтып, ул вафат булғас та ауылда тороп ҡалды, әле лә шунда йәшәй. Ауылды бер нисә тапҡыр тергеҙергә маташтылар. Һуңғы йылдарҙа өләсәйем Бибисараның нәҫелдәре Абдуллиндар был эшкә ныҡлап тотондо. Әле юл буйында ике кафе эшләй. Уларҙы ауылды тергеҙеү хыялы менән янған Зәлиә Ғәлийәнова (Абдуллина), ағаһы Заһир Абдуллин асты. Был заманса тамаҡ ялғау урындары Өфө - Инйәр трассаһында Елмерҙәк тауына етмәҫ борон урынлашҡан. Юлда йөрөүселәргә бейек тауға менер алдынан туҡтап ял итеп алыр өсөн бик уңайлы. Тимур һәм Илдар тигән егеттәр ҡортсолоҡ эшенә тотондо, бер юлы малсылыҡ менән дә шөғөлләнергә иҫәптәре. Был ауылда әлегә мәктәп тә, медпункт та юҡ, әлбиттә. Шулай ҙа ауылға ҡайтып йәшәргә теләгәндәр байтаҡ булыуы билдәле.

Айгөл ҠЫҘРАСОВА, Күгәрсен районы: Бөлөп барған ауылдарҙы тергеҙеүҙе, иң беренсе, ауыл хужалығын тергеҙеүҙән башларға кәрәк, тип уйлайым. Тап ошо тармаҡ ауыл иҡтисадының нигеҙен тәшкил итә. Онотмаһағыҙ, ауылдарҙың гөрләп йәшәгән мәле, күпләп балалар тыуыуы нәҡ колхоз-совхоздарҙың тулы көскә эшләгән ваҡытына тура килә бит. Социаль учреждениелар ҙа кәрәк, әммә улар менән генә ауылды һаҡлап ҡалып булмай. Иң беренсе, халыҡты эш менән тәьмин итергә кәрәк, тип уйлайым. Ана бит, аҡса эшләйем, ғаиләмде ҡарайым, фатир алайым, йорт һалайым, баламды уҡытайым тигән кеше ер сигенә булһа ла эшкә китә.

Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, элекке колхоздар булмаҫ инде хәҙер, әммә әлеге фермер хужалыҡтары, кооперативтар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттары, ҙур булмаған ойошмалар асырға мөмкин. Был йәһәттән фермерлыҡты, шәхси эшеңде асыуға, үҫтереүгә бәйле төрлө программаларға эләгеү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.

Ауылдарҙа әле лә хужалыҡ эшен белгәндәр бар. Үҙебеҙ етештергәнде үҙебеҙ һатырға, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте рекламаларға өйрәнһәк, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, сөнки беҙҙә элек-электән сауҙа итеү үҫешмәне. Дөрөҫөрәге, һатыу-һатыулашыу ярамаған эш һаналды. Был беҙҙең шул тиклем ҡаныбыҙға һеңгән, әле лә үҙебеҙ етештергәнгә, үҫтергәнгә хаҡ һорай белмәйбеҙ. Әммә баҙар иҡтисады шарттарында был шөғөлгә, йәғни һатыу эшенә ихтирам менән ҡарарға өйрәнергә күптән ваҡыт беҙгә.

Төрлө райондарҙа "киләсәкһеҙ" мөһөрө һуғылып, юҡҡа сыҡҡан тыуған ауылын тергеҙеү менән янған шәхестәр хаҡында ишетеп, күреп торабыҙ. Был - бик ҡыуаныслы. Кемдер ауылына иман ҡайтһын тип, мәсет төҙөтә, икенсеһе юл һалдыра, өсөнсөһө башҡа социаль әһәмиәтле учреждениеларҙы төҙөкләндерергә бағыусы ярҙамын күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа республикала халыҡ байрамы төҫөн ала барған "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдары ла тораҡ пункттарҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә, тип уйлайым. "Урындағы башланғыстарҙы хуплау" республика программаһында ҡатнашып та тораҡ пункттарҙы үҫтереү маҡсатында мөһим эш башҡарырға була. Бында Хөкүмәт ярҙамы менән бергә ауыл халҡының үҙенең әүҙемлеге һәм, әлбиттә, башлап йөрөүсеһе, белемле, тырыш ойоштороусыһы кәрәк.

Мин йәшәгән тораҡ пункт тыуған ауылымдан йыраҡ түгел. Тормошҡа сыҡҡас та ошонда төпләндек. Утар тип аталһа ла, заманында ҡатнаш халыҡ йәшәгән ҙур ғына ауыл ине ул. Эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең күбеһе сусҡа фермаһында эшләне. Колхоз бөтөп, ферма тарҡалғас, урыҫтарҙың йәшерәктәре бөтәһе лә тиерлек ҡалаға күсте, ә ололары күптән вафат инде. Бөгөн Черниговский утарында, халыҡ уны был исем менән түгел, ә Торай тип йөрөтә, башлыса башҡорттар ғына йәшәй. Был күренеш тағы бер тапҡыр башҡорт халҡының ер кешеһе булыуын иҫбатлай. Бер ниндәй социаль объект ҡалмаһа ла, бер кем дә күтәрелеп сығып китмәне. Һәүетемсә генә йәшелсә-емеш үҫтереп, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрап йәшәүен дауам итә. Үткән йыл ауылыбыҙ аша асфальт юл үтте. Был да беҙгә шатлыҡ өҫтәне. Балаларҙы күрше Теләүембәт ауылы мәктәбенә автобус йөрөтә, медпунктҡа ла шунда йөрөйбөҙ, магазинға ла... Коронавирус таралыу хәүефенә бәйле балалар дистанцияла уҡырға күскәс, иң төп мәсьәлә интернеттың юҡлығы булды. Үҙебеҙ түләп, интернет үткәрергә тура килде. Ауылдарҙы тергеҙеү, үҫтереү еңел эш түгел. Алдан уйланылған программалар, проекттарһыҙ мөмкин дә түгел һымаҡ. Шулай ҙа иң мөһиме - ауылда йәшәргә ҡалырға теләгәндәрҙең булыуы. Ә улар, шөкөр, бар әле...

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

51 views·1 share