Айнытҡыстар кәрәкме?
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары айнытҡыстар системаһын тергеҙеү тураһында тейешле закон ҡабул итте. Был ғәмәл кәрәк инеме һәм был айнытҡыстар бөгөн ниндәйерәк булырға тейеш?
Фәтхулла ИБРАҺИМОВ, хеҙмәт ветераны: Был һорауға ҡапылда "юҡ" йә "эйе" тип бер төрлө генә яуап биреүе ҡыйын, әлбиттә. Бер яҡтан, ул кәрәк тә кеүек, сөнки ошо хаҡтағы закон проектында әйтелеүенсә, был учреждениелар кеше именлеген һаҡлау кеүек гуманлы маҡсатты күҙҙә тота. Эсеп, һәр төрлө бәлә-ҡазаға осрап, туҡмалыу, таланыу осраҡтары, йә булмаһа өйөнә ҡайтып етә алмай, аяҡ-ҡул бармаҡтарын туңдырып, хатта үҙҙәре туңып үлгән кешеләр ҙә бик күп. Ошо йәһәттән улар эш үтмәҫ элек, ваҡытында әлеге айнытҡыстарға барып эләгә ҡалһа, бәхеттәре лә бит, тик уларҙың барыһын да эҙләп-аулап йөрөүселәр юҡ, үҙәк урамдан ғына елдереүсе патруль йә башҡа төрлө хеҙмәттәрҙең күҙенә салынмай, аулаҡ урында йә йорттар араһында ятып ҡалыусылар ҙа буласаҡ. Уларҙы кем ҡотҡарыр?
Икенсе яҡтан ҡараһаң, айнытҡыстар асыла торҙо, ябыла торҙо, ә бына бөгөн, заманалар бермә-бер ҡатмарлашҡан осорҙа, көн тәртибендә иң тәүҙә әҙәм ғүмерҙәрен яман сирҙән ҡотҡарып ҡалыу бурысы торғанда, финанс ҡыйынлыҡтар мәлендә асылһа ла, оҙаҡ эшләрме һуң улар? Был учреждениелар өсөн ҡаҙна аҡсаһы бүленеүе икеле, тимәк, улар шәхси ҡулдарҙа буласаҡмы? Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ мәлендә айнытҡысҡа эләккән клиенттарҙың түләү мөмкинлектәре һорау тыуҙырмаймы икән? Дөрөҫ, аҡсаһы булмағандарҙы мәжбүри эштәргә йәлеп итеү мәсьәләһе лә ҡарала, буғай, тик бынан айнытҡыстар ниндәй килем аласаҡ һуң? Тап ана шул килем килтермәгәнлектән, ҡала муниципалитетынан финанс ярҙам булмау сәбәпле, бынан 12 йылдар самаһы элек Өфөлә асылған яңы типтағы айнытҡыс күп тә эшләмәй, ябылып та ҡуйғайны. Тарих ҡабатланмаҫ тип кем ышандыра ала?
Сәмәрә ШАФИҒУЛЛИНА, йорт хужабикәһе, Белорет районы: Айнытҡыстар, ғәҙәттә, ҡала һәм район үҙәктәрендә эшләй, ә эскелек осраҡтарының ҡап яртыһы (ә бәлки, күберәге) ауыл ерҙәрендә теркәлә. Ауыл - ҡала түгел, ҡырын тейәп алған ауыл кешеһе, һәр хәлдә, ауа-түнә булһа ла өйөнә ҡайтып етә лә алыр, ләкин ҡыш көндәре туңып ятыусылар ҙа йыш осрай. Бының менән мин ауылдарҙа ла айнытҡыс кәрәк, тип әйтергә йыйынмайым, был мәғәнәһеҙ һүҙ булыр ине. Тик шулай ҙа мине ауыл эскеселәре ҡылығы бик борсой. Уйлап ҡараһаң, ауыл эскеселәре проблемаһы менән шөғөлләнгән бер кем дә юҡ. Шул арҡала күпме бәлә-ҡаза тыуып тора, күпме ғаилә ҡыйырһытылып, күпме ҡатындар туҡмалып көн күрә. Эскесе бында үҙен бик тә иркен тота: үҙе баш, үҙе түш, сөнки бындай ҡылыҡтары өсөн бер ниндәй яза ла юҡ уға. Әлегесә, эскән килеш берәй ҡаты енәйәт ҡылып, хөкөмгә дусар ителмәһә генә, әлбиттә. Ундай фажиғәләр ҙә йыш була ауылдарҙа - район үҙәгенән полиция килеп, алып китәләр.
Ә бына даими рәүештә ҡыйырһытылып, өйҙән ҡасып сығып китеп, икенсе ошондай осраҡҡа тиклем йәнен ҡулына алып йәшәгән ғаиләләрҙе кем яҡлар? Ауылда полиция юҡ, тиҙ ярҙам йә булмаһа янғын һағы юҡ, ауыл хакимиәтенең дә бер ниндәй ярҙамы юҡ. "Айыҡ ауыл" конкурстары үткәргән, шунда ҡатнашҡан булабыҙ, ләкин уларҙың да күбеһе күҙ буяу өсөн генә, тип уйлайым мин. Дөрөҫ, был осорҙа күп файҙалы эштәр башҡарыла ауылда. Айыҡлыҡ өсөн, ә эскелеккә ҡаршы түгел, сөнки был яман ғәҙәт һәр ауылда ла бар, тик уның менән ныҡлап ҡына шөғөлләнеүсе юҡ. Ауыл эскесеһен кем айнытыр?..
Ришат АБДУЛЛИН, ташсы, Өфө ҡалаһы: Беҙҙең һөнәр еңелдән түгел: торлаҡ йорттар, хужалыҡ объекттары - ҙур-ҙур биналар төҙөйбөҙ. Ҡышҡы селләлә, ыжғыр буранда, йәйге эҫелә лә беҙ төҙөлөш участкаһында. Һыуыҡ йә ямғырҙан ҡурҡып, боҫоп ултырып булмай: беҙҙең эште кемдер килеп эшләмәйәсәк бит. Ауыр эш үҙәккә үтә, айырыуса ҡышҡы айҙар ҡыйынға тура килә. Шуға күрә, сер түгел, эштән һуң йыш ҡына "йылынып алыу" ғәҙәте йәшәп килә. Сәбәптәре лә табылып тора: кемдеңдер балаһы тыуған, кемдеңдер юбилейы, кемдер кәләш алған... Бындай "мероприятие"ға ҡайһы саҡ хатта уҫал ғына бригадирыбыҙ ҙа ҡушылып китә, тик шулай ҙа саманы онотмаҫҡа өгөтләп, тыйып ҡына тора егеттәрҙе. Иҫән-имен генә таралышабыҙ шулай өйҙәребеҙгә, тик табыла барыбер арала бер-икәү. Шундай тотанаҡһыҙҙарҙың береһе үткән йәй ҡаты ғына типкеләнеүҙән имгәнеп, дауаханала ятып сыҡты. Эштән һуң рүмкәләп ҡойоп бирә торған ергә инеп, буйтым булып сыҡҡас, эңерҙә ҡайтып барғанында быға ике егет бәйләнеп, телефонын, ҡалған ғына аҡсаһын тартып алып, үҙен һыу эскеһеҙ типкеләп киткәндәр. Ике аҙналай дауаханала ятып сыҡты. Был күңелһеҙ ваҡиға тураһында һөйләүемдең сәбәбе шул: бына ошондай осраҡтар булмаһын өсөн бик кәрәк ул айнытҡыстар. Тик миңә уларҙың эскелектең эҙемтәһе буйынса ғына эш итеүҙәре оҡшамай. Миңә ҡалһа, ғәфү үтенәм, эскеселәрҙең күберәк булыуы уларға файҙаға ғыналыр һымаҡ тойолоп китә, сөнки улар ана шул эскелеккә килтереүсе сәбәптәр буйынса эшләмәй. Был уларҙың бурысына ла инмәй, күрәһең.
Ошоға ҡағылышлы яңыраҡ интернеттан бер мәҡәлә уҡығайным. Мәскәүҙәге Наркология институты директоры Олег Зыков тигән автор, мәҫәлән, беҙгә бөгөн айнытҡыстар кәрәкмәй, тип белдерә. Уның фекеренсә, эскән кеше менән махсус белеме һәм әҙерлеге булған хеҙмәткәрҙәр, мәҫәлән, наркологтар шөғөлләнергә һәм квалификациялы ярҙам күрһәтергә тейеш. Айнытҡыстар урынына ҡала һәм район үҙәктәрендәге наркология бүлектәренең эшмәкәрлек өлкәһен киңәйтергә һәм үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Хроник эскеселәрҙе ошонда уҡ стационарға һалып, дауалап сығарыу мөмкинлеге лә булырға тейеш, тип яҙа О.Зыков. Мин был табиптың фекере менән килешәм. Эскесене бер төн ҡундырып сығарыуҙан уға бер файҙа ла юҡ, киреһенсә, зыян ғына: бының өсөн түләргә кәрәк буласаҡ. Айнытҡыстарҙы күберәк кешенең кеҫә яғы ҡыҙыҡһындыра, ә уның алама ғәҙәте барыбер үҙе менән ҡала. Ә бына наркологтар, ысынлап та, кемдәргәлер ярҙам итер ине, моғайын. Һәр хәлдә, әлеге табип-нарколог әйтмешләй, дауалау учреждениеһы булараҡ, наркологияла эскән кешегә шунда уҡ система ҡуйыла һәм уның организмы зарарлы алкоголь ағыуынан таҙартыла башлаясаҡ, йөрәк, бауыр-бөйөр эшмәкәрлеге контролгә алынасаҡ.
Рәсәйҙә ошондай йүнәлештә эшләгән махсуслаштырылған учреждениелар бар икән. Мәҫәлән, беҙгә күрше генә Татарстан республикаһының Әлмәт ҡалаһында. "Медицина детоксикациялау үҙәге" тип атала икән ул. Шул уҡ эскән, лаяҡыл иҫерек әҙәмдәрҙе был үҙәккә полиция йә булмаһа тиҙ ярҙам хеҙмәте килтерә һәм табиптар ҡулына тапшыра. Агрессив пациенттар хәүефенән табиптарҙы ҡурсалаусы һаҡ хеҙмәте эшләй. Әлеге ваҡытта был төбәктә иҫеректәргә айығырға һәм һауығырға ярҙам итеүсе тиҫтәгә яҡын ана шундай медицина үҙәге бар икән. Улар өсөн 110 койка-урын бүленгән, шулай уҡ йөҙгә яҡын персонал эшләй. Минеңсә, беҙҙә лә эште ошо йүнәлештә ойоштороп булыр ине, моғайын. Кешегә ысынлап та файҙаһы тейерлек итеп. Тик бер төн ҡунып, ни өсөндөр, етмәһә, кеҫәләрҙе "йоҡартып" сығырлыҡ булмаһын ине...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
