НИ ӨСӨН БЮДЖЕТ ӨЛКӘҺЕНӘ ЭШКӘ БАРМАЙҘАР?
Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?
Әлиә ХАЗИЕВА, лаборант: Эйе, йәш белгестәр юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң үҙ һөнәрҙәре буйынса эшкә бармай. Педагогик белем алғандар колл-үҙәктәргә эшкә урынлаша, йә булмаһа, курьер булып эшләп йөрөй. Йәш табиптар шәхси клиникаларҙы һайлай. Инженерҙар IT өлкәһенә күсә.
Мәҫәлән, табип һөнәренә эйә булыу өсөн 5-8 йыл уҡырға, атай-әсәйҙең арыу ғына аҡсаһын исраф итергә кәрәк. Уҡып бөткәс, йәш белгес хеҙмәт баҙарындағы хәлде күрә: ябай курьерҙың эш хаҡы уныҡынан күпкә юғарыраҡ икән дә! Был нимә? Табип эшен һәм исемен кәмһетеүме?
Унан һуң, юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес, эш эҙләп, төрлө ойошмаларға әңгәмәләргә йөрөй. Ә уларҙа тик тәжрибәле белгестәрҙе генә эшкә ҡабул итеүҙәре тураһында белдерәләр. Бер ерҙә лә эш табып булмағанда, йәштәргә нисек тәжрибә тупларға һуң?
Хәҙер ошондай йәш белгестәрҙең күбеһе официант, йөк тейәүсе, курьер, маникюр оҫтаһы һ.б. эш һайлай, сөнки тотороҡһоҙлоҡ дәүерендә пенсияға һәм карьера үҫешенә ышаныу - хәүефле берҡатлылыҡ. Аҡса кәрәк булғанда курьер булып эшкә сығыу күпкә еңелерәк, сөнки тиндәргә риза булып, өҫтәмәгә өмөт итеү, ысынлап та, хәүефле хәлгә килтерергә мөмкин. Курьер, мәҫәлән, ҡасан теләй, шунда эшкә сыға, күпме теләй, шунса эшләй, кәрәге тейһә, ял итә. Маникюр оҫтаһы заказдарҙы үҙенә уңайлы ваҡытта ғына ала һәм эше лә шунда уҡ түләнә. Хатта уҡытыусылар ҙа репетиторлыҡҡа китә, сөнки унда эш хаҡы мәктәптәргә ҡарағанда юғарыраҡ. Ғөмүмән, мәктәптәрҙә уҡытыусыларҙың эш хаҡы бик түбән, йәғни иң затлы һөнәрҙәрҙең береһе иң рәхмәтһеҙгә әүерелгән.
Замана йәштәрен бына шулай үҙ һөнәре буйынса эшләмәүҙә лә, башҡа осраҡтарҙа ла тәнҡитләйҙәр инде ул. Әммә бөгөнгө мөхитте, шарттарҙы замана йәштәре тыуҙырмаған да инде. Туҡ һәм етеш йәшәргә теләү ҡасан ғәйепкә әйләнде ул? Йәштәрҙе өлкән быуындан ялҡауыраҡ тип иҫәпләү - хаталы фекер. Инженер, уҡытыусы, табип кеүек маҡтаулы һөнәрҙәрҙең абруйлы һәм килемле булыуҙан туҡтауы - бына ысын проблема!
Байрам РӘЖӘПОВ, таксист. Был - ҡатмарлы мәсьәлә. Әгәр был һорау буйынса минең фекеремде белгегеҙ килһә, йәштәр интернетҡа ныҡ бәйләнгән, шунлыҡтан тейешле хеҙмәт тәрбиәһе лә алмаған, тип әйтер инем. Шуға ла уларҙа маҡсатыңа тоғролоҡ, атай-әсәй алдында, белем биргән уҡытыусыларың алдында яуаплылыҡ тигән нимә лә юҡ. Улар бәләкәйҙән үк телефон, смартфон, компьютерға бәйле булып, интернетһыҙ йәшәй алмайҙар кеүек, ә унда кәрәкмәгән мәғлүмәт тә бик күп. Шул арҡала теләһә ниндәй ҡыйғалама менән баш ҡатырып үҫәләр. Һәм былар барыһы ла тәрбиәнең нигеҙен ҡаҡшата. Әлбиттә, интернетта, дөрөҫ ҡуллана белһәң, файҙалы мәғлүмәттәр ҙә бар, әммә, минеңсә, интернет барыбер балаларҙың, йәштәрҙең тәрбиәһенә кире йоғонто яһай.
Элек, минең белеүемсә, балаларҙы бәләкәйҙән үк хеҙмәткә һәм эш һөйөүсәнлеккә өйрәткәндәр, һәм был уларҙың тәрбиәһенә ыңғай йоғонто яһаған. Хеҙмәт бит әйберҙәрҙең ҡәҙерен белергә, кеше хеҙмәтенә ихтирам менән ҡарарға, үҙеңдә яуаплылыҡ тәрбиәләргә ярҙам итә. Өлкән быуын ата-әсәләре лә балаларын яратҡан (үҙ балаңды нисек яратмайһың инде), әммә улар дөрөҫ тәрбиә тураһында ла белгән һәм онотмаған. Тәрбиә бит кеше ғүмерендә төп ролде уйнай! Уны нисек өйрәтеүҙәренә ҡарап, киләсәктә маҡсаттарҙың йүнәлеше лә билдәләнә. Шулай итеп, тәү сиратта "йомшаҡ" тәрбиә һәм интернет, эшләргә өйрәнмәгән, сәғәттәр буйы телефон һәм компьютер артында ултырған ялҡау йәштәрҙе тыуҙыра. Әлбиттә, бындай кеше ниндәй генә юғары уҡыу йортон тамамламаһын, барыбер еңелерәк эш эҙләйәсәк һәм йылдар буйы уҡырға, өйрәнергә, тәжрибә тупларға кәрәкмәгән эштәрҙе генә таныясаҡ.
Илсаф ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ, студент: Заманалар былай ҙа ауыр, һалымдар, коммуналь хеҙмәт, электр өсөн түләргә кәрәк, ә уларҙың хаҡы артҡандан-арта бара. Мәҫәлән, табиптарҙы алабыҙ икән, улар кеше ғүмере өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкләгән, ә эш хаҡы шул яуаплылыҡты аҡлаймы? Әлбиттә, юҡ. Бына атайым ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында эшләп йөрөй, эш хаҡы саҡ-саҡ 35 мең тәшкил итә. Мыҫҡыллы әкиәт донъяһында йәшәгән кеүекбеҙ. Әлбиттә, кемгә оҡшай, шул эш хаҡына ла ҡарамай эшләй, ләкин күптәр яратҡан эште ташлап, вахтаға сығып китергә мәжбүр була, йә ана шул сауҙа тирәләрендәге ҡара эште һайлай. Әллә ни ҙур һәләт һәм белем талап итмәгән официант хеҙмәте, мәҫәлән, 50 меңдән ашыу табыш килтерә, унан тыш, сәйлек ҡалдырыуҙары ла ихтимал әле. Ошо миҫалдар менән генә лә бөтә бәхәстәрҙе туҡтатырға мөмкин.
Шулай итеп, бюджет өлкәһендә кадрҙар ҡытлығы осраҡлы хәл түгел, ә күп йылдар дауамында уҡытыусы, табип, инженер һөнәрҙәренең абруйы төшөүенең һөҙөмтәһе. Бюджет өлкәһендә эш хаҡы коммерциялағынан ике-өс тапҡырға түбән булғанда, йәштәр аҡсаны һайлаясаҡ. Әлбиттә, дәүләт төрлө ярҙам программалары менән был хәлде төҙәтергә тырыша, әммә уларҙы тағы ла һөҙөмтәлерәк дауам итергә кәрәк. Әле ҡабул ителгән программалар - ярымсаралар. Әгәр хәл үҙгәрмәһә, 5-10 йылдан уҡытырға ла, дауаларға ла кеше ҡалмаҫҡа мөмкин.
Рәзил ШӘМСЕТДИНОВ яҙып алды.
