Яңы йыл башланып торғанда былтырғы йылдың яҡшы ваҡиғаларын да телгә алып, киләсәккә өмөттәр, уй-ниәттәребеҙ менән уртаҡлашып алайыҡ әле…
Гөлназ АЗАТОВА, эшҡыуар, "2020 йыл ҡатын-ҡыҙ директоры", Сибай ҡалаһы: Мин Сибай ҡалаһында буҙа етештереү эше менән шөғөлләнәм. Был хаҡта республика гәзиттәрендә, радио һәм телевидениенан да мәғлүмәттәр, тапшырыуҙар күп булды, шуға күрә "Киске Өфө" уҡыусылары ла был хаҡта беләлер тигән өмөттән, эште ойоштороу этаптары, ваҡытында булған ҡыйынлыҡтар һәм проблемалар хаҡында тәфсирләп һөйләп тормайым. Эш башлаған һәр кемде лә бындай ауырлыҡтар урап үтмәйҙер, иң мөһиме - үҙ хыялыңа хыянат итмәйенсә, һайлаған юлыңда ныҡышмалылыҡ менән алға барыу кәрәк. Шөкөр, күп көс һәм нервылар талап иткән ул ваҡыттар барыбер артта ҡала. Әлеге көндә беҙ буҙа цехы ойоштороуға өлгәштек, уның ҡеүәте - аҙнаһына 700 литр шифалы эсемлек. Беҙҙең буҙа хәҙер үҙебеҙҙең Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районында ғына түгел, баш ҡалабыҙ Өфөнөң 70-ләп магазинында ла һатыла. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ, ул беҙҙең эш менән ҡыҙыҡһыныуын белдереп, хуплап ебәреүе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға ярҙамға килергә әҙер тороуы менән яңы уңыштарға рухландыра.
2020 йыл минең өсөн шуныһы менән иҫтәлекле булды: "Беҙҙең бренд" V аҙыҡ-түлек йәрминкәһендә "Иң яҡшы ризыҡ" конкурсында буҙабыҙҙы II дәрәжә диплом менән бүләкләнеләр, ә бына яңыраҡ ҡына "2020 йыл ҡатын-ҡыҙ директоры" республика конкурсында "Милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү" номинацияһында еңеүсе булдым. Әлбиттә, эш башлаған саҡта мин бындай наградалар хаҡында уйламай ҙа инем, тик үҙемдең күңелем ятҡан эш менән шөғөлләнергә теләнем генә. Хәҙер аңлайым: ошо маҡсатыңа тоғролоҡ барыбер ниндәйҙер һөҙөмтәләр бирмәй ҡалмай һәм уның киң йәмәғәтселек тарафынан танылыу алыуы, хупланыуы киләһе уңыштарыңа нигеҙ һала.
Шуға ла мин һәр кемгә киләсәктә күңеленә ятҡан эш менән шөғөлләнергә яҙһын ине, тип теләйем, сөнки был кешене еңеүгә илтеүсе бик көслө мотивация. Үҙ эшеңде асырға тигән теләк бар икән, уға ҡурҡмайынса ҡыйыу тотонорға кәрәк. Минең девиз - "Теләгең бар икән - тот та эшлә!", ҡалғаны яйлап үҙе һиңә килер.
Был донъяла бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ, шуға ла үҙеңдең нимәгә торошло икәнеңде һынап ҡарау, ғаиләңде, яҡындарыңды лайыҡлы тормош шарттары менән тәьмин итеү, кешеләргә, йәмғиәткә үҙеңде кәрәкле итеп тойоуҙан да изгерәк маҡсат юҡтыр. Киләсәккә ниәттәр шул уҡ: файҙалы, шифалы эсемлек - буҙа етештереүҙе яңы, заманса технологик шарттарҙа дауам итеү һәм етештереү күләмен арттырыу. Әйткәндәй, бөгөнгө пандемия осоронда буҙаның сиргә ҡаршы шифаһы ла баһалап бөткөһөҙ: айырыуса дарыуҙар ҡулланырға тура килһә, эсәк-ашҡаҙан һәм бауыр эшмәкәрлеген көйләү, организмды таҙартыу өсөн буҙанан да шәп дауа юҡ. Яңы йылда байрам өҫтәлебеҙҙә лә спиртлы эсемлектәр урынына үҙебеҙҙең буҙа, ҡымыҙ кеүек милли ризыҡтарыбыҙға өҫтөнлөк бирәйек.
Азат СУФИЯНОВ, Башкиравтодор акционерҙар йәмғиәтенең Хәйбулла юл төҙөү-ремонт идаралығы начальнигы: 2020 йыл ауыр һәм ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, республикабыҙ етәкселеге райондарҙы ярҙамынан ташламай. Мәҫәлән үткән йылдың декабрь уртаһында, Баймаҡҡа эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров урындағы Юл-төҙөү-ремонтлау идаралығында булдылар һәм Урал аръяғы райондарының юл хужалыҡтарына тантаналы рәүештә ҙур бүләктәр - өр-яңы һәм заманса ҡеүәтле юл техникаһы төрҙәре тапшырҙылар. Баймаҡ һәм Хәйбулла юл идаралыҡтары, мәҫәлән, һәр береһе 3-әр берәмек техника: грейдерҙар, КАМАЗ үҙ бушатҡыс автомобилдәре, төрлө механизмдар менән йыһазландырылған махсус тракторҙар алды. Был, әлбиттә, юлсылар өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды. Бөтәһенә лә яҡшы билдәле, Урал аръяғы райондарында, айырыуса беҙҙең Хәйбулла яҡтарында, ҡыш, ғәҙәттә, ауыр килә, йыш ҡына ҡар-буран да баҫып китә. Ваҡытында шул арҡала фажиғәле хәлдәр ҙә булғыланы. Юлдарҙы таҙартып, тейешле тәртиптә тотоу һәм юл-хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тап әлеге кеүек ҡеүәтле техникаға бик мохтаж инек беҙ. Хәҙер бындай машиналар менән бер ниндәй ҡыш та ҡурҡыныс булмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.
2020 йылда, пандемия сиренә ҡарамаҫтан, беҙ төп эш күрһәткестәребеҙ буйынса пландарыбыҙҙы уңышлы ғына бойомға ашырыуға өлгәштек. Сирҙе лә еңеп сығырбыҙ, Алла бирһә, тип өмөтләнәм. 2021 йылға эш күләмен ике тапҡырға арттырырға беҙҙең иҫәп. Юлдарыбыҙҙы ҡараулы, яҡшы тәртиптә тотоу - көндәлек бурысыбыҙ икәнлекте яҡшы аңлайбыҙ. Әйткәндәй, район эсендәге 573 км юлды хеҙмәтләндерә беҙҙең идаралыҡ. Коллектив ҙур һәм татыу, үҙ эшен яҡшы белгән һөнәрмәндәрҙән тупланған. Эш хаҡы тотороҡло, эшселәребеҙгә хатта премия бирергә лә форсат тыуып ҡуя. Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулдарҙа: нисек эшләйбеҙ - шулай йәшәйбеҙ, тигәнсә. Киләсәктә лә һынатмабыҙ. Район халҡы беҙ һалған һәм хеҙмәтләндергән тигеҙ, таҡыр, заманса юлдарҙан хәүеф-хәтәрһеҙ йөрөй алһын, юлдары уң булһын!
Заһит ҒҮМӘРОВ, Баймаҡ район хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитет директоры: Пандемия хәүефенә ҡарамаҫтан, Баймаҡ район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты 2020 йылда уңышлы ғына эш алып барҙы, тип иҫәпләйем. Йәштәр комитеты 16 йүнәлеш буйынса эшләй. Улар һәр белгескә бүлеп бирелгән. Ошо йүнәлештәр араһында йәштәргә эш урындары табыу мәсьәләләре лә бар. Былтыр беҙ ошо йүнәлешкә ҙур иғтибар бүлдек. Шулай уҡ йәштәрҙе үҙебеҙҙең районға эшкә ҡайтарыу буйынса #Һине өйҙә көтәләр (Тебя ждут дома!) проекты булдырып, уның сиктәрендә төрлө саралар үткәрҙек. Белеүебеҙсә, был бик көнүҙәк тема бөгөн. Йыл башында уҡ #Өйҙә исемле муниципаль форумын үткәрҙек. Унда беҙ Башҡортостандан ситтә уҡыусы яҡташтарыбыҙҙы район хакимиәте етәкселеге менән осраштырҙыҡ. Форумдың төп маҡсаты - райондаштарыбыҙҙы тыуған яҡтарына эшкә ҡайтыуға йәлеп итеү.
Республикабыҙҙа, илебеҙҙә барған пандемия беҙҙе дистанцион форматта эшләргә өйрәтте. Икенсе ҙур форумыбыҙҙы онлайн рәүештә үткәрергә мәжбүр булдыҡ. Ләкин онлайн булыуҙың да үҙенең яҡшы яҡтары бар. Беҙгә сит илдә йәшәүсе яҡташтар ҙа ҡушыла алды.
Былтыр йәштәр комитеты ҡарамағында рәсми рәүештә "Изгеләр утрауы" тигән ирекмәндәр үҙәге булдырҙыҡ. Уҡыусылар, йәштәр, хатта оло йәштәгеләр ҙә беҙгә әүҙем ҡушылды. Төрлө акциялар, экологик субботниктар үткәрелде, оло йәштәгеләргә, мохтаж булыусыларға ярҙам ителде. Ирекмәндәрҙең ниндәй ҡиммәтле көс, кәрәкле, ҡәҙерле кешеләр икәнен үткән йыл ныҡлап иҫбатланы. Пандемия башланғас та ирекмәндәребеҙ мохтаждарға эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙҙы. Шунда уҡ беҙ "Ковид19" ирекмәндәр штабы ойоштороп ебәрҙек, унда төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре иҫәбенән 148 ирекмән эшләй. Беҙҙең маҡсат бер - еңел булмаған осорҙа район халҡына ярҙам итеү, был ҡурҡыныс ауырыуҙы бергәләп еңеү. Ошо йүнәлештәге эштәребеҙ өсөн беҙҙең йәштәр комитетынан Нурзилә Аҙнағолова менән мин Рәсәй Президенты Владимир Путиндан "Беҙ бергә" миҙалын һәм Маҡтау ҡағыҙы алып ҡыуандыҡ. Был беҙҙең генә түгел, ә бөтә штабтың тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе. Һәм тағы. "Изге эштәр муниципалитеты" республика конкурсында ҡатнаштыҡ, шулай уҡ Рәсәй Президенты гранттарынан да ситтә тороп ҡалманыҡ. Дистанцион форматты дауам итеп, "Талантлы Баймаҡ йәштәре" проектын башлап ебәреү ҙә кәрәкле йүнәлеш булып сыҡты, тип иҫәпләйбеҙ. Социаль селтәрҙә күптәргә өлгө булырлыҡ, билдәле йәш таланттарыбыҙҙы тура эфирға саҡырып осрашыу үткәрәбеҙ. Бер осрашыуҙа 350-нән ашыу кеше ҡатнаша. Быйылғы йыл өмәләрен яңыраҡ ҡына ҙур сара менән тамамланыҡ. Баймаҡ ҡалаһы үҙәгендәге Таналыҡ йылғаһын таҙартыу буйынса "Таҙа Таналыҡ" акцияһы иғлан иттек. Экологик өмәлә тыуған яғына битараф булмаған ысын патриоттар ҡатнашты. Халыҡтың берҙәм булыуы ҡыуандырҙы.
2020 йыл еңел булманы, ләкин ул беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. 2021 йылды күп һынауҙар үтеп, сынығып ҡаршылайбыҙ. Проекттарҙы дауам итәсәкбеҙ. Бөтәһен дә 2021 йыл менән ҡотлайым. Үткән йылдың ауырлыҡтарынан һабаҡ алып, яңы йылға яңы маҡсаттар менән баҫайыҡ.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
