Телефон, интернет аша ла алдашыуҙар йышайҙы. Бындай осраҡтарҙа үҙегеҙҙе нисек тоторға беләһегеҙме?

Телефон, интернет аша ла алдашыуҙар йышайҙы. Бындай осраҡтарҙа үҙегеҙҙе нисек тоторға беләһегеҙме?, image #1

Ғәлиә ҒӘНДӘЛИПОВА, хеҙмәткәр: Бик йәш тә, өлкән дә кеше түгелмен, тап тормош тәжрибәһе туплап, ул-был ваҡиғалар менән таныш, хәбәрҙар була торған мәлем дә бит, шундай йәшемдә лә хатта мине лә бер нисә тапҡыр төп башына ултырта яҙҙылар. Шул телефон, интернет аша, йә булмаһа өйгә килеп кеше алдап йөрөүселәр хаҡында һүҙем. Бер көн шулай ҙур, яңы карауат һатып алғас, иҫкеһен (ә ул барыбер өр-яңы, яҡшы торошта булғас, ташлауы йәл, тип) Авито иғландар сайтына белдереү элдем. Бер көн дә үтмәне, Нефтекаманан тип бер ир-егет шылтырата: иртәгә транспорт табып барып алам, бөгөн түләп ҡуяйым, картағыҙҙың номерын әйтегеҙ, ти был. Мин ни, һатып алыусы булғанға ҡыуанысымдан уны-быны уйлап тормаҫтан, тот та номерҙы әйт тегегә. Телефонды һүндереүем булды, "келт" итеп ошолай алданып һемәйгән кешеләр иҫкә төштө. Етмәһә, минең һөйләшеүҙе белеп ҡалған өйҙәгеләрем битәрләй башланы: картаңдағы аҡсаң менән хушлаш, былай булғас, тип. Ҡот китте. Тиҙ генә Һаҡлыҡ банкының ҡыҙыу бәйләнешенә шылтырата һалып, картамды яптырырға тура килде. Иртәгәһенә банктың үҙенә барып, яңы карта эшләтеп алдым инде. Шул хәлдән һуң хәҙер телефон, ватсап бәйләнештәр аша бер ниндәй артыҡ мәғлүмәт бирмәйем, таныш түгел телефон һандары һәм кешеләр менән һөйләшеп бармайым. Өйҙәгеләремде лә иҫкәртеп кенә торам. Ә шулай ҙа, ишектән ҡыуһаң, тәҙрәнән инә, тигәндәй, барыбер шул әрһеҙҙәр ауына эләгергә генә торабаҙ шул. Беҙ эштә саҡта шулай бер көн әсәйем өйгә газ хеҙмәте кешеләрен индереп, 6 мең аҡса түләп сығарған. Дөрөҫ, улар үҙҙәренең эшен эшләгән: газ хисаплау приборы иҫкергәйне, шуны яңыға алыштырып ҡуйғандар, тик үҙҙәренең "Горгаз" хужалығынан түгел, ә шәхси компаниянан икәнлектәрен әйтмәгәндәр, сөнки улар, асыҡланыуынса, хаҡты ике тапҡырға ҡиммәт түләтә булып сыҡты. Етмәһә, шундай әрһеҙҙәр. Әсәйем әйтеүенсә, ул ишек ҡыңғырауына яуап бирмәгәс, ишек дөмбәҫләй башлағандар, шуға өлкән кеше ҡурҡышынан ишек асырға мәжбүр булған: улай ныҡышҡас, янғын сыҡҡандыр, тип уйлаған. Ярай әле, приборҙы алмаштырған да сығып киткән улар - улым лекциянан ҡайтҡан, юғиһә, кем белә уларҙың уйындағын. Күпме кешене иҫәңгерәтеп, фатирын талап сығалар бит! Әсәйем дә хәҙер бер кемгә лә ишек асмаҫ булды. Таныш түгел кеше килһә йә телефондан шылтыратһа, ул тиҙ генә беҙгә был хаҡта хәбәр итә һәм быны ишетеп торған саҡырылмаған бәйләнсек "ҡунаҡтар"ҙан елдәр иҫә. Ғәҙәттә, әллә ниндәй христиан-православный текстар яҙылған буклет-листовкалар таратып йөрөүсе яулыҡлы, оҙон күлдәкле ҡатын-ҡыҙ эйәләште бер заман беҙҙең подъезда. Танауҙары дөрөҫ һиҙә: беҙҙең йортта өлкән йәштәгеләр күп йәшәй. Кеше эшкә китеп бөткәс, пенсионерҙарҙың ышанысына өмөт бағлап, ишек һайын ҡыңғырауға баҫып, астырып, юҡ-бар хәбәр менән албырғатып йөрөй икән былар. Торлаҡ советының подъезд буйынса өлкән яуаплыһы уҫал бер ҡатын ине, әрләп сығарған шулай бер көн тегеләрҙе. Шунан бирле улар беҙгә килгәне юҡ. Бының менән нимә әйтергә теләйем: бер йортта, подъезда йәшәүселәр шундай-бындай хәлдәргә иғтибарлыраҡ булһын, бер-береһен хәстәрләһен, шикле әҙәмдәргә әлегесә отпор бирә белһен ине. Шул саҡ алдаҡсылар һәм енәйәтселәр йортоғоҙға яҡын юламаҫ.

Илдар ӘХМӘТШИН, "Билайн" элемтә салоны менеджеры: Кеше алдауҙар быға тиклем дә бар ине, ләкин коронавирус пандемияһы башланғас, бындай хәлдәр уғата әүҙемләшеп китте. Муттар йәмғиәттәге теге йәки был үҙгәрештәргә бик һиҙгерҙәр һәм үҙ шөғөлдәрен шул йүнәлешкә бик тиҙ бороп ебәрә алалар. Уларҙы кеше яҙмышы ла, ауырыуҙарҙың хәле лә борсомай, фәҡәт үҙҙәренең кеҫә яғын ғына ҡайғырталар. Мәҫәлән, һуңғы осор вирусҡа ҡаршы саралар, йәғни һауа таҙартҡыс приборҙар, фильтрлы битлектәр, респираторҙар һәм хатта сиргә йоғонтоһо билдәһеҙ булған дарыу препараттарын ҡиммәт хаҡҡа тәҡдим итеп йөрөүҙәр башланды. Үкенескә, уны һатып алырға йөрьәт итеүселәре лә табылып тора, әйтәгүр. Белеүемсә, вирустан шәхси һаҡланыу саралары өсөн аҡсаны алдан түләп һемәйеүселәр ҙә байтаҡ икән. Бергә эшләгән егеттең ковид-госпиталдән дауаланып сыҡҡан әсәһенә, мәҫәлән, пандемиянан күргән зыян өсөн дәүләт ярҙамы - компенсация түләү һылтауы менән социаль яҡлау органы исеменән уның шәхси мәғлүмәттәрен һорап шылтыратҡандар. Ярай әле, был хаҡта дуҫым белеп ҡалған һәм әсәһен ваҡытында иҫкәртеп өлгөргән. Икенсе бер таныштарға тест эшләйбеҙ, пневмониянан прививка яһайбыҙ, дезинфекция үткәрәбеҙ, тип өйҙәренә килеп йөрөгәндәр хатта. Әлбиттә, бындай саҡта таныш түгел бер кемде лә өйгә индерергә ярамағанын өй хужалары яҡшы белгән һәм полицияға хәбәр итеү менән янап, ҡыуып ебәргәндәр. Әҙәм ышанмаҫтай тағы бер хәлде һөйләп аптыраттылар. Тик ысын булғанмылыр ул, әллә кешеләрҙе шулай ҡурҡытып иҫкәртеү ысулы ғына булдымы - билдәһеҙ. Хәтерләһәгеҙ, пандемияның тәүге осорҙарында битлектәргә ҡытлыҡ булды. Шундай саҡта яңғыҙ йәшәгән кешенең ишеген астырып, битлектәр, респираторҙар тәҡдим итеп йөрөгәндәр, тик ул әйберҙәр кешене иҫтән яҙҙыра торған химик матдә менән эшкәртелгән булған, имеш. Битлекте кейеп, үлсәп ҡарарға тәҡдим итеп, иҫтән яҙып йығылған пенсионерҙың фатирына үтеп инеп, ҡиммәтле әйберҙәрен урлап сыҡҡандар тип һөйләгәйнеләр. Булыуы бик ихтимал. Йәшерен-батырыны юҡ, өлкәндәрҙе алдауҙар хаҡында үткән йәй ветерандар менән осрашыуында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ныҡ ҡына иҫкәртеп китеүҙе кәрәк тапҡайны. Ҡыҫҡаһы, телефондан ят һәм шикле шылтыратыуҙар, смс-хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа, ә кәрәкле кешегеҙгә, яҡындарығыҙға үҙегеҙ шылтыратып, хәлдең айышына төшөнөргә тейешлекте хәҙер күптәр аңлағандыр инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, телефон аша эш итергә оҫтарған мошенниктар ҡат-ҡат шылтыратып та, абоненттың яуап биргәнен дә көтмәй, трубканы ташлап ҡуялар. Кемдер ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, әлеге номерға ҡайтарып шылтыратыуы ихтимал һәм шул уйланмаған аҙымы менән алдаҡсыларҙың базаһына килеп тә эләгә, сөнки улар тарафынан бындай ҡыҫҡа "дозвон"дар теге йәки был номерҙың ғәмәлдә булыу-булмауын асыҡлау маҡсатында автоматлаштырылған системанан алып барыла. Шуға күрә, ундай сигналдарға яуап бирмәҫкә, йә трубканы алған хәлдә лә үҙеңә башлап бер нәмә лә өндәшмәҫкә кәрәк, шул саҡ һеҙҙең номер "тере" абонент булараҡ, әлеге базаға инмәй ҡалыуы ла бар. Ә инде өндәшә ҡалһағыҙ, банкка шылтыратыу өсөн биометрик идентификация рәүешендә тауышығыҙҙы яҙҙырып алыуҙары бар. Ә инде үҙегеҙ клиенты булып торған банктың шылтыратыуына яуап бирә алмауығыҙ өсөн көйөнмәгеҙ: банк, һәр хәлдә, шылтыратыу менән генә сикләнмәй, ә мөрәжәғәтен дөрөҫләп, һеҙгә смс-хәбәр ҙә ебәрәсәк. Һеҙҙең банк картағыҙ буйынса шикле йәнләнеүҙәрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаясаҡ, һеҙҙән яуап алмаған хәлдә лә бындай осраҡта иҫәбегеҙҙе хәүеф-хәтәрҙән ҡурсып, "бикләп" тә ҡуя ала.

Азамат АЙЫТҠОЛОВ, банк хеҙмәткәре: Һуңғы ваҡыт енәйәтселәр яңы схема ҡуллана башланы. Банк клиенттары был хаҡта хәбәрҙар булырға тейеш, тип уйлайым. Әгәр һеҙҙең телефонға шылтыратып, үҙҙәрен "прокуратура вәкилдәре" тип таныштыралар икән, тимәк, һеҙ тап ана шундай алдаҡсыға тап булғанһығыҙ, тип уйларға һәм шикләнергә урын бар. Быйыл "прокуратура"нан ана шундай алдаҡ шылтыратыуҙар һаны ике тапҡырға артты. Алдашыу юлы менән кеше аҡсаһын кеҫәгә һалыу өсөн ниндәй генә хәйлә ҡормай енәйәтселәр! Ә бит оҫталыҡтарын камиллаштырыуҙы арттыра ғына баралар, уларҙың айышына төшөнөп өлгөр генә. Әлеге "прокуратура" кешеләре туранан-тура банк хеҙмәткәрҙәрен дә йонсота башланы: йәнәһе, теге йәки был хеҙмәткәрҙең мутлыҡтары асылыу сәбәпле, уға ҡарата тикшереү эштәре бара. Шунлыҡтан, мошенниктар банк клиенттарына ла әлеге хеҙмәткәрҙең мутлығын тикшереп ҡарар өсөн билдәле бер иҫәпкә күпмелер күләмдә аҡса күсерергә тәҡдим итеп шылтырата башлай. Йәнәһе, был банктың намыҫлы эшләйме-юҡмы икәнен тикшереү өсөн кәрәк. Ошондай әкиәткә ышаныусылар кире ҡайтарып алыу шарты менән әлеге иҫәпкә аҡса күсерә һәм алдана. Банк клиенттарына бындай һөжүм хаҡында йыл башынан алып 3 миллионға яҡын ялыу теркәлгән, был былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Теге йәки был клиенттың "Онлайн Һаҡлыҡ Банкы" ҡушымтаһын боҙоп инеп, мошенниктар уның иҫәбенән байтаҡ ҡына аҡса сәлдерәләр. Банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте тарафынан ана шундай 80 осраҡ теркәлгән дә инде. Банк клиенттарын алдауҙың тағы бер төрө - банктың "хәүефһеҙлек хеҙмәте" исеменән шылтыратыуҙар. Яңыраҡ ҡына шулай 64 йәшлек Өфө кешеһенең енәйәтселәргә күп уйлап та тормай 350 мең һум аҡсаһын күсереүе хаҡында яҙып сыҡтылар. Уның схемаһы шундай: "хәүефһеҙлек хеҙмәте"нән шылтыратып, пенсионерҙың картаһына кемдәрҙеңдер инеүҙәре һәм ундағы аҡсаны алырға маташыуҙары хаҡында хәбәр итеп, бөтөн аҡсаһын хәүефһеҙ махсус иҫәпкә - йәнәһе, резерв иҫәпкә күсерергә тәҡдим итәләр. Әйткәндәй, алдаусылар үҙ ҡорбанының исемен, атаһының исемен, адресын да беләләр, ләкин был уларға ышанырға нигеҙ була алмай әле. Персональ мәғлүмәттәрҙе лә белеүҙәре бар. Шуға күрә бындай осраҡтарҙа кисекмәҫтән банктың контакт үҙәгенә шылтыратырға ашығығыҙ. Уның номеры банк картағыҙҙың артында яҙылған. Ғөмүмән, алдашыу ҡорбаны булырға теләмәһәгеҙ, был хаҡта күберәк хәбәрҙар булыу кәрәк. Интернетта "һаҡ булығыҙ: мошенниктар!" тигән рубрика менән интернет һәм телефон алдаҡсылары хаҡында бик күп мәҡәлә, плакат-листовкалар, инфографикалар һәм хатта һүрәтле аңлатмалар бирелә - бөтәһе лә һеҙҙең финанс именлеге хаҡына. Табып уҡығыҙ һәм тормошта файҙаланығыҙ, шул саҡ һеҙҙе алдай алмаҫтар.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

31 views·1 share