ТӘБИҒӘТ ЯНҒЫНДАРЫ…
Тарихта булмаған тәбиғәт янғындары тетрәндерҙе быйыл. Ғөмүмән, нисек һаҡларға һуң тәбиғәтебеҙҙе?
Марат ШӘРӘФЕТДИНОВ, БР урман хужалығы министры: Быйыл бөтөн ил, донъя күләмендәге кеүек үк, республикабыҙҙа ла сиктән тыш хәүефле янғындыр күп булды. 10 сентябргә 14,2 мең гектарҙа Бөрйән, Белорет, Хәйбулла, Күгәрсен, Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ райондарында булып үткән 446 урман янғыны теркәлде. Майҙан күләме буйынса был 2010 йылғы кимәлдән күпкә артып китте. Янғын хәүефле 149 көнлөк миҙгелдең ни бары 12 көнө генә ут-ялҡынһыҙ үтте. Күрелгән зыян күләме янып юҡҡа сыҡҡан ҡиммәтле тоҡом ағастары хаҡынан сығып иҫәпләнә һәм әле ул 21 млн самаһы тәшкил итә. Вегетация осоро ахырына тиклем беҙ ошо ерҙәрҙә тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң зыян күләме кубометрҙарҙа күрһәтеләсәк. Тәбиғи факторҙар (118 янғын осрағы - йәшен утынан, ҡояшта ҡыҙған быяла аша ҡабыныу һ.б.), ут менән һаҡһыҙ эш итеү, уттың икенсе категория ерҙәрҙән күсеп ҡабыныуы, техноген факторҙар янғындарҙың төп сәбәптәре иҫәбенә инә. Шул уҡ ваҡытта ут һүндереүҙә Федераль ярҙам сараларының етерлек кимәлдә булмауы ла эште тотҡарланы.
Хәҙер республиканың урман хужалыҡтары һәм ҡуртымсылар алдында янған урмандарҙы тергеҙеү бурысы тора. Бының өсөн төбәктә ағас үҫентеләре үрсетеү буйынса ҙур теплица комплексы ойоштороласаҡ. Яңы ҡағиҙә буйынса урманды яһалма тергеҙеү фәҡәт үҫентеләр ярҙамында ғына башҡарыла. Бындай комплекс төҙөлөшө өсөн шәхси инвестиция йәлеп итеү ҡарала. Бынан тыш, Урман хужалығы министрлығы урмандарҙы янғындан һаҡлау буйынса ҡуртымсыларҙы ла йәлеп итәсәк. Закон нигеҙҙәре буйынса урман янғындары менән көрәшкә ҡуртымсылар ҙа үҙ өлөштәрен индерергә бурыслы. Кем баш тарта, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм ҡуртым килешеүҙәрен юҡҡа сығарыуға тиклем саралар күреләсәк. Ҡуртымсылар урман эшен оҙаҡ ваҡытҡаса үҙ ҡулдарына алды һәм үҙ эшмәкәрлектәрен улар күп йылдар алға күҙаллап ҡорорға тейештәр. Урмандарҙы янғындан һаҡлауға сығымдарҙың утты һүндереүгә киткән сығымдарға һәм янғын килтергән зыянға ҡарағанда күпкә кәм икәнлекте аңларға тейештәр, сөнки янғын арҡаһында улар тауар ағасы күләмен юғалтыуҙан байтаҡ зыян күрәсәктәр. Тәбиғәтте, еребеҙҙең йәшел ҡалҡаны - урмандарҙы һаҡлау маҡсатында район муниципалитеттары башлыҡтарын янғындарҙы иҫкәртеү йәһәтенән урындарҙа халыҡ менән әүҙемерәк эшләргә, аңлатыу саралары алып барырға, сүп-сар, ҡоро һәм тиҙ тоҡаныусан материалдарҙы йыйыштырыуҙа контролде көсәйтергә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар полигондарында һәм башҡа урындарҙа сүп-сар өйөмдәрен яндырыуҙы ҡәтғи тыйырға саҡырам.
Сөмбөл ҠЫУАНДЫҠОВА, хеҙмәт ветераны: Һуңғы йылдарҙа янғындар донъя күләмендә глобаль проблемаға әүерелде. 2020-2021 йылдар эсендә генә лә Төркиәлә, Кипрҙа, Грецияла, Австралияла, Францияның Корсика утрауында, АҠШ-тың Калифорния штатында, Ҡаҙағстанда, Украинала, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә кеше ҡорбандары килтергән, тораҡ пункттарҙы юҡ иткән хәтәр янғындар булды. Бындай шарттарҙа янғын теленең урмандарға бай Башҡортостанға ла килеп етеүе ғәжәп түгел кеүек, бер уйлаһаң. Ләкин республиканың Көньяҡ Урал райондарын ялмап алған быйылғылай ут ҡазаһын тарих хәтерләмәйҙер ҙә, моғайын.
Бының сәбәптәрен белгестәр төрлөсә аңлата. Тәүҙәрәк янғын ут төртөүҙән башланған, тигән версия килеп сығып, урындағы халыҡтың бер ирҙе тотоп туҡмауы хаҡында ла хәбәрҙәр булып алды интернет селтәрҙәрендә, ләкин аҙаҡ был хаҡта башҡаса һүҙ булманы. Был хәбәрҙең дә дөрөҫ булыуы бик ихтимал, ләкин, белгестәр аңлатыуынса, ысынлап та кеше факторы тәбиғи шарттар менән берлектә янғындарҙың төп сәбәптәре булып тора. Нисек кенә булмаһын, һәр бер янғын осрағының сәбәптәре асыҡланыр, ғәйеплеләр табылһа, яуапҡа тарттырылыр һәм был ҙур ҡазанан тейешле һығымталар яһалыр, киләсәккә әсе һабаҡ булыр, тип ышанғы килә. Бөгөнгө көндә иң мөһиме - янғындарҙың башҡаса ҡабатланыуына юл ҡуймау, тәбиғәтте, урмандарҙы, баҫыу-ҡырҙарҙы күҙ ҡараһылай һаҡлау. Тик быға нисек өлгәшергә, ошо йәһәттән дәүләт, хөкүмәт кимәлендә ниндәй саралар күҙаллана? Иң тәүҙә шулай ҙа "батып барыусыны ҡотҡарыу - уның үҙ эше" тигәндәгесә, урындарҙа йәшәүсе халыҡтың ошо ҡазанан һуң тәбиғәтте һаҡлау бурысын төптән аңлауы кәрәк, сөнки шулай булмай икән, тотош ауылдарҙың юҡҡа сығыуы, кеше ҡорбандары хәүефе лә, күреүебеҙсә, "һә" тигәнсе.
Шөкөр, быйыл Башҡортостаныбыҙҙа бындай уҡ фажиғәгә юл ҡуйылмаһа ла, быйылғы менән көн бөтмәй, киләсәкте уйлап йәшәү, уяу һәм аңлы булыу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыллыҡты, тәртип-закондарҙы һаҡлау, уны даими күҙәтеү кәрәк. Ҡайҙа етте, шунда сүп-сар түгеүҙе, ҡырҙа, урманда, бесәнлектәрҙә усаҡ яғыуҙы ҡәтғи тыйырға, был йәһәттән тотолған ғәйеплеләргә ҡарата тейешле административ, енәйәт яуаплылығы ҡулланыуҙан тартынырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙә балалар араһында аңлатыу эштәре алып барыу, тик быны өгөт-нәсихәт рәүешендә ялҡытҡыс ҡабатлап түгел, ә Янғын һағы, МЧС хеҙмәттәренән яуаплы кешеләр саҡырып, балаларҙы ҡотҡарыусы, янғын һүндереүсе, тәүге ярҙам күрһәтеүсе ролендә уҡыу-өйрәтеү уйындары аша мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп ойошторорға кәрәктер, тип уйлайым.
Азамат РӘХИМҒОЛОВ, Ейәнсура районы Биштирәк ауылы: Эйе, быйылғы янғындар тарихта ҡалырлыҡ ғибрәтле хәл булды. Уның һөҙөмтәләре бөтәбеҙгә лә, бигерәк тә килер быуындарға әсе һабаҡ булыр, моғайын. Ошо һабаҡ бөгөндән алып беҙҙең үҙебеҙгә лә иҫкәртеү булһын ине: урмандарыбыҙ, аҡлан-туғайҙарыбыҙ, иген-бесән үҫер баҫыуҙарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, һаҡсыллыҡҡа өйрәтһә ине. Тәүҙәрәк был ҡаза ил буйынса - Хакасия, Марий-эл, Яҡутстан, Себер төбәктәре, Алыҫ Көнсығышта - ҡайҙалыр беҙҙән алыҫта барған кеүек булһа ла, уттың ялы-ҡойроғо юҡ, тип халыҡ бик дөрөҫ әйткән, тиҙ арала был янғындар беҙҙең төбәкте лә ялмап алды. Һәм, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ул беҙҙе бер ниндәй әҙерлекһеҙ хәлебеҙҙә килеп баҫты. Утҡа ҡаршы берҙән-бер сара - халыҡтың берҙәмлеге булды, тип әйтә алам, сөнки был хәбәрҙе ишетеү менән Башҡортостандың төрлө райондарынан - хатта алыҫта ятҡан Дүртөйлө, Салауат, Учалы яҡтарынан, шулай уҡ ут күрше Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районынан саҡырмайынса ла ут һүндерешергә тип ирекмәндәр, ир-егеттәр, хатта ҡатын-ҡыҙҙар килеп етте.
Тик шуныһы: кешеләр бар, ә янғын һүндереү өсөн ҡорамал юҡ. Көрәк, балта, лом менән генә булмай бит. Һыу тултырылған аҫылмалы ут һүндергестәр бик әҙ, бөтәһенә лә етмәй. Ә шулай ҙа халыҡ аптырап торманы: япраҡлыраҡ ялбыр ағас ботаҡтары менән һуғып, утты һүндерергә кереште. Һөйләүе генә хәҙер еңел һымаҡ, ниндәй шарттарҙа ут менән көрәшергә һәм үҙҙәрен хәүеф-хәтәр аҫтына ҡуйырға тура килеүе хаҡында һүндереүселәр үҙҙәре генә белә. Төтөн күҙҙәрҙе әсеттерә, ялҡын ипкене бит-ҡулдарҙы өтә, аяҡ кейемдәренең табандары янып бөттө...
Ике көн буйы Хәйбулла яғында утты һүндерҙек, унан ут күҙ асып йомғансы беҙҙең район биләмәһенә күсте һәм, ел көслө булыу сәбәпле, беҙҙең Биштирәккә үрмәләне, хәүефле хәл килеп тыуҙы: ауылыбыҙға ут ҡабыу ҡурҡынысы янай ине. Ирекмәндәрҙән бер төркөм ауылды ҡамап, янғын ҡаршыларға әҙер торҙо. МЧС-тан килеп, кәңәштәр биреп, инструктаж үткәреп киттеләр. Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан машина ебәрҙеләр. Бәхеткә, дөйөм көс менән утты сигендерә алдыҡ: Иҙелбәктән һыу ташыусы УАЗ машинаһы, Башҡортостан "Сода" берекмәһенән ҡеүәтле бульдозер килеп етте, ул тау-таш, урманлыҡ тип ҡарап тормай, тиҙ арала тирә-яҡты аҡтарып һөрөп сыҡты. Баш ҡазаһы, шөкөр, булманы, ләкин ауыл кешеләренең сабынлығы, әҙерләгән бесәне янып юҡҡа сыҡты.
Бәлә-ҡаза килгәндә халҡыбыҙ элек-электән берҙәм һәм ойошҡан булған, шул сифаттарҙың бөгөн дә һаҡланып ҡалыуы беҙҙе ҙур бәләнән ҡотҡарып, ут тырнағынан йолоп ҡалды. Ләкин киләсәктә бындай хәлдәргә барыбер әҙерлекле булыу кәрәк икәненә үҙ елкәбеҙҙә татып инандыҡ. Исмаһам, янғын һүндереү өсөн ябай ғына ҡорал-ҡулайламалар эшләп, инструменттар йүнләп ҡуйыу кәрәк. Ҡабат булмаһын ундай ҡазалар, ә бит башҡа төбәктәрҙә, әйтәйек, әлеге Хакасия, Яҡутстан, Ҡурған яҡтарында тотош ауылдары янып китте, бына шул хәл бик ауыр. Тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға өйрәнәйек, ниһайәт. Ҡырҙа, бесәнлектәрҙә, ел көслө мәлдәрҙә ауылда мунса яғыуҙан ҡәтғи тыйылыу кәрәк. Бигерәк тә бала-сағаның ут менән шаярыуына сик ҡуяйыҡ. Мәктәптәрҙә ОБЖ дәрестәрендә уларға уттан сығыусы һәләкәт ихтималлығы хаҡында һөйләһендәр, янғын осраҡтарында үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтһендәр ине.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
