СТУДЕНТТАР ТОРМОШО
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
Айгүзәл Муллағолова, Өфө фән һәм технологиялар университеты магистранты: Студент саҡ - иң күңелле саҡ, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Белем дә үҙләштерәһең, күңел дә асаһың, төрлө яҡтан үҫешәһең дә. Бөгөнгө көндә студенттар өсөн, ғөмүмән, бар ишектәр асыҡ. Улар уҡып ҡына ултырмайҙар, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар, КВН, бейеү һәм башҡа түңәрәк-секцияларҙа шөғөлләнәләр. Мин үҙем, магистрант булараҡ, күберәк фәнни эҙләнеүҙәр менән булам, шул уҡ ваҡытта эшләп тә йөрөйөм. Эш һәм уҡыуҙан тыш, спорт менән шөғөлләнәм, һаулыҡты нығытам, бейеүгә йөрөйөм. Минең өсөн уҡыу йортонда белем үҙләштереү әллә ни ҡыйын эш түгел ине. Бакалавриатта үҙләштергән һөнәрем үҙемә оҡшай, әммә әлеге мәлдә эшләп йөрөгән эш урыным һөнәрем менән бәйле түгел. Минеңсә, бөгөн, ғөмүмән, алған һөнәрҙәре буйынса эшләмәгән студенттар һаны арта бара, аҡса яғы күберәк ҡыҙыҡһындыра йәштәрҙе. Бәлки, киләсәктә университетта алған һөнәр буйынса ла эшләрмен, тип уйлайым.
Студентар өсөн төрлө стипендиялар ҙа ҡаралған: матди яҡтан ярҙам күрһәтеү, социаль стипендия, яҡшы уҡыусы һәм әүҙем студенттар өсөн ПГАС, йәғни юғары дәүләт стипендияһы һәм төрлө исемле стипендиялар. Мин ике йыл рәттән М. Зәйнуллин исемендәге, М. Кәрим исемендәге стипендиялар алғайным. Быйыл Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булдым. Ҡыҫҡаһы, тырышып уҡыһаң, стипендия иҫәбенә генә лә бынамын итеп йәшәп була.
Ғайсар Мөхәмәтйәнов, Мәскәү дәүләт университеты студенты: М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһын тамамланым. Әлеге ваҡытта Мәскәү дәүләт университетында программист һөнәрен үҙләштерәм, 2-се курстамын.
Илдең баш ҡалаһында студент тормошо бик ҡыҙыҡлы, әммә шул уҡ ваҡытта ауыр ҙа. Уҡытыусылар студенттарҙан бик күпте талап итә, тик беҙ ҙә планканы юғары тотабыҙ. Әлбиттә, беҙҙең өсөн иң өҫтөнө - ул уҡыу, шуға күрә, йырҙарҙа йырланғанса, иртәнсәккәй тороп китәбеҙ дәрестәргә. Үҙем теләп килгән йүнәлеш булғас, уҡыуы оҡшай. Университеттан һуң инде мин күбеһенсә спортҡа баҫым яһайым, тәндең сәләмәт булыуы бик мөһим, тип иҫәпләйем. Әгәр буш ваҡытым ҡалһа, уны күбеһенсә китаптар уҡыуға йә дуҫтар менән осрашыуға бағышлайым. Мәскәүҙә Башҡортостан студенттары ассоцияцияһы бар, улар менән бергә беҙ бик күп саралар: башҡорт йыйындары, йәштәр өсөн дискотекалар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, Өфөлә йәйге йылы көндәрҙә үткәрелә торған "Самауырлы ритайым" бик популяр булһа, Мәскәүҙә шуға оҡшаш "Сәй-party" тигән яҡташтар өсөн йыйылышып, иркенләп башҡортса аралашып, башҡорт көйҙәренә рәхәтләнеп бейеп, танышып ҡайта торған бик шәп сара бар. Баш ҡалала башҡорт йәштәре үҙ-ара күпкә әүҙемерәк аралаша тип тә әйтер инем, сөнки тыуған яҡтарҙы бик һағынған саҡта һәр яҡташты үҙ туғаныңдай күреп шатланаһың. Һәм тап Ватаныңдан ситкә киткәндә һинең ни кимәлдә патриот икәнең беленә лә инде, минеңсә.
Нәркәс Ишмырҙина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты: Мин университеттың башҡорт филологияһы факультетында, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәт, мәктәпкәсә логопедия" йүнәлешендә өсөнсө курста уҡып йөрөйөм. Беҙҙең университетта уҡыуы ауыр, тигән фекер йыш ишетелә. Минеңсә, һәр дәрескә әҙерләнеп йөрөһәң, үҙең ынтылып торһаң, уҡыуы бер ни ҙә түгел. Барыһы ла үҙеңдең тырышлығыңдан һәм теләгеңдән генә тора. Уҡыу күп көс талап итһә лә, үҙем теләп килгән урын булғас, миңә оҡшай. Киләсәктә белем алған һөнәрем буйынса эшләрмен микән тип уйланғаным бар. Уҡытыусы булырымды ныҡлы беләм, ә бына логопедия эшенә, бик ҡыҙыҡлы һөнәр булһа ла, әлеге мәлдә практика әҙерәк булғанға микән, ҡыйыулығым етмәҫ кеүек. Аллаһ бирһә, киләһе курстарҙа көстө мәҡәләләр яҙыуға, йәғни ғилми эшкә күберәк бирергә тип уйлайым.
Стипендия тураһында әйткәндә, эйе, бюджет иҫәбендә әүҙем, яҡшы уҡығандар юғары стипендияға дәғүә итә ала, ғаилә килеме түбән осраҡтарҙа матди ярҙам юллау мөмкинлеге лә бар. Унан башҡа күп студенттар хәҙер уҡыған саҡта уҡ эш башлай. Мин үҙем дә, беренсе һәм икенсе курста төнгө сменала эшләп, көндөҙ уҡырға китә инем. Улай дәрестәр менән эште бер тигеҙ алып барыуы ауыр шул, уҡыу өҫтөнөрәк әлеге ваҡытта, шуға күрә эште ҡалдырып торорға тура килде.
Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.
