Сәйәхәт итеп буламы?

Марк Твен "Үлем түшәгендә ятҡанда кеше ике әйбер тураһында үкенә: аҙ яратҡаны һәм аҙ сәйәхәт иткәне өсөн", тигән. Сәйәхәттәр буйынса үкенестәр юҡмы, әллә ул һаман хыялда ғынамы?

Сәйәхәт итеп буламы?, image #1

Гөлсирә ХӘМИҘУЛЛИНА, педагогия хеҙмәте ветераны, Ейәнсура районы: Беҙ бик һуң сәйәхәт итә башланыҡ. Тәүҙә улдарыбыҙҙы, улар беҙҙең өсәү, аяҡҡа баҫтырайыҡ тип, алһыҙ-ялһыҙ эшләнелде. Мин - уҡытыусы, йәмәғәтем төҙөлөш ойошмаһында бил бөктө. Педагогтарға рәхәт, улар йәйен өс ай буйы ял итә, тигән фекер нығынған йәмғиәттә. Уны мәғариф системаһында эшләп ҡарамаған кеше генә әйткәндер ул. Мин, мәҫәлән, бер ҡасан да айлап ял итә алманым. Үкенмәйем, әлбиттә, тырышып эшләнем дә, ваҡытында хөрмәтен дә күрҙем.

Бергә йәшәүебеҙҙең утыҙ йыллығына балалар Төркиәгә юллама бүләк иткәйне. Шулай итеп, беренсе тапҡыр самолетта осорға, диңгеҙҙә һыу инергә насип булды. Ял иремә лә бик оҡшаны. Урта диңгеҙ ярында йөрөгәндә бер-беребеҙгә һүҙ бирештек: иҫән-һау булһаҡ, йыл һайын ошонда килергә! Һүҙебеҙҙә торҙоҡ, дүрт йыл рәттән Төркиәгә барҙыҡ. Мәрмәр, Ҡара һәм Урта диңгеҙҙә булдыҡ, уларҙың һыуы ла, һауаһы ла икебеҙгә лә килеште. Йәш саҡта ялдың нимә икәнлеген дә белмәгән ике "трудоголик" хәҙер отпускынан сығыу менән эш хаҡыбыҙҙың бер өлөшөн сәйәхәткә ҡалдырып, йыйып барабыҙ. Бер йылда тейешле сумма йыйыла.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та сәйәхәт итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Һуңғы биш йылда айырыуса Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары урынлашҡан төбәктәрендә ял итергә ғәҙәтләнеп алдыҡ. Республиканың һәр бер районында тиерлек бар һаулыҡты нығыта, әүҙем ял итә торған урындар. Рәсәй биләмәһендә ҙур танылыу яулаған һәм иң билдәле биш мәмерйә рейтингына ингән Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендә йыл һайын булабыҙ. Тау тоҡомдарынан торған иң ҙур, иң матур, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыларын һаҡлаған иҫ киткес мәмерйәне быға тиклем һанламауыбыҙға оят булып китә. Шүлгәнташтан йөрөп ҡайтҡандан һуң башҡорт халҡының мәшһүр эпосы "Урал батыр"ҙы уҡып сығып, дөрөҫөрәге өйрәнеп, мәғәнәһенә төшөнөп, шул уҡ йылды йәнә бер тапҡыр халҡыбыҙҙың традицияларына, ышаныуҙарына, һынамыштарына, легендаларына бәйле мәмерйәгә юлландыҡ. Тап ошо тәбиғәт ҡомартҡыһы янында ҡунып, Йылҡысыҡҡан йәки Шүлгән күлендә йыуынып ҡайтҡандан һуң минең аллергик йүтәлем бөттө, тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын.

Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысы буйында урынлашҡан ял комплекстарында ла булдыҡ. Яһалма диңгеҙ иҫ киткес матур тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан. Әбйәлил районындағы "Яҡтыкүл" санаторийы ла оҡшаны, Белоретта "Ассы"ла ла һаулыҡты нығыттыҡ. Ғафури районында "Красноусол" шифаханаһы ғына әлегә беҙҙең "кеҫә"гә тура килмәй, ҡиммәтерәк. Ғөмүмән, республикала шифаханаларҙа сәләмәтлекте нығытыу сит илгә сығыуға ҡарағанда күпкә ҡиммәт икәнлеге иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Башҡортостанда тыуып үҫкәндәргә аҙыраҡ ташлама булһа, әлбиттә, ял итергә теләүселәр күберәк һәм шулай ғәҙелерәк тә булыр ине.

Сәйфулла ӘМИРОВ, хеҙмәт ветераны, Мәләүез районы: Мин бына биш йылға яҡын хаҡлы ялдамын. Эшләгән ваҡыттағы кеүек сираттағы отпускыны көткән мәлдәр ҙә, әүҙем ял итергә ине тигән теләктәр ҙә артта ҡалды. Шулай ҙа хыялдарым бар әле.

Йома кис форсат булғанда беренсе каналда барған "Мөғжизәләр яланы" шоуын ҡарарға яратам. Шунда ҡайһы осраҡта призға Санкт-Петербургҡа сәйәхәткә путевка сыға. Мин ул уйынсыны бик бәхетле кеше тип иҫәпләйем, сөнки бына дүрт тиҫтәнән ашыу йыл ошо гүзәл ҡалаға барып ҡайтырға хыялланам. Тик һәр ваҡыт төрлө сәбәп менән сәфәрем кисектерелә килә.

Дөрөҫ, йәш саҡта илебеҙҙең мәҙәни баш ҡалаһын күреү бәхете тейҙе миңә, шуға ла уны һағынам. Уҡыу йортон тамамлағас, Мәскәү өлкәһе Тучково ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр, әрмегә бармайынса унда ҡалыу мөмкинлеге лә бар ине. Шулай ҙа һалдат шинелен кейеү теләге көслөрәк булды. Ленинград ҡалаһына эләктем, төҙөлөш батальонына. Ике-өс ай ҙа уҙманы, мине мастер итеп күсерҙеләр, ҡала буйлап иркен йөрөй торған йүнәлтмә лә бирҙеләр. Кәрәкле объектҡа, матур-матур боронғо биналарҙы ҡарай-ҡарай, ҡала транспортында йөрөнөм. Ике йыл эсендә хәрби часть ойошторған бер экскурсиянан да ҡалманым. Иң тәүҙә Петергофта булдым, уның Йәйге баҡсаһы матурлығы бөгөнгөләй хәтеремдә. "Тормош юлын"а ике тапҡыр сәйәхәт ҡылдым, сөнки уның мәғәнәһен, йөкмәткеһен бер күреүҙә генә ҡарап бөтөү, аңлау мөмкин түгел.

Легендар крейсер "Аврора"ға ла бер нисә тапҡыр барыуҙы хуп күрҙем, мине уның экипажы батырлығынан тыш, конструкцияһы нығыраҡ һоҡландырҙы. Авторҙары төҙөлөшө буйынса бик оригиналь ҡарар ҡабул иткән. Эрмитажда ла бер нисә тапҡыр булырға тура килде, ә инде Ҡышҡы һарай алдында булғанда Октябрь революцияһы тураһындағы фильмдарҙа күргән матростарҙың, һалдаттарҙың нисек уның ҡапҡаһын асып ингәндәрен күҙ алдына килтерә торғайным. Ә бына мин бармаған музейҙар һирәк ҡалғандыр. Кунст-камераны электән ишетеп белһәм дә унан бик ауыр тойғо менән сыҡтым һәм СССР халыҡтарының милли музейына барған саҡта унда башҡа инмәнем. Хәрби-диңгеҙ флоты музейын ике барғанда ҡарап сығыуға ирештем, сөнки уның экспонаттары шул тиклем бай һәм йөкмәткеле, уны тулыһынса ҡарағы килеп тора. Әйтерһең дә, Ватан флоты өлгөләрен ошо музей өсөн махсус рәүештә өс быуат буйы йыйып барғандар. Бөйөк Ватан һуғышы осорон урамдағы яҙыуҙар ҙа иҫкә төшөрөп тора. "Урамдың был яғынан йөрөү бомба ташлағанда хәүефле" тигән яҙыуҙар блокада осоронан ҡалған. Ә блокада музейын тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел, унда барып инеү менән сирена тауышын ишетәһең, йөрәк үҙенән-үҙе шомлана башлай. Урамда тыныс тормош икәнен һуңынан ғына саҡ аңлап ҡалаһың. Аслыҡтан вафат булған ун өс йәшлек ҡыҙҙың көндәлеген тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел, унда яҙылған һүҙҙәр иҫкә төшһә, бөгөн дә күңел тетрәнеп китә.

Сал тарихлы Питер ҡалаһында (ул осорҙа Ленинградта) иң яҡыны Исаакий ҡорамы булды, мин бөгөн дә уны һағынам. Ул хатта Петр I ҡуйылған һәйкәлдән дә яҡыныраҡ. Бына ошо ҡорам йыш ҡына төшөмә инә, үҙенә саҡыра. Бына ошоларҙы булһа ла күрергә барыр инем мин боронғо ҡалаға.

Роза ЗАҺИҘУЛЛИНА, эшҡыуар, Көйөргәҙе районы: Үҙ эше менән шөғөлләнгәндәр өсөн ял да, байрам да, шулай уҡ отпускы ла юҡ инде ул. Шулай ҙа сәйәхәт итеүҙе туҡтатмайбыҙ, йылына бер тапҡыр балалар каникулда булғанда ғына булһа ла сәфәр сығырға, уларға донъя күрһәтергә тырышабыҙ. Ҡырымда, Сочиҙа булдыҡ. Туризм яйлап беҙҙең илдә лә үҫешә башлауы ҡыуаныслы. Быйыл тағы Абхазияға барырға ниәтләйбеҙ. Унда балаларҙы, шулай уҡ оло йәштәгеләрҙе алып барырға мөмкин. Быйыл әсәйем менән ҡәйнәмде лә алырға тип торабыҙ. Һыу инеү миҙгеле Абхазияла иртә, атап әйткәндә, майҙа уҡ башлана һәм октябргә тиклем дауам итә. Унда диңгеҙ таҙараҡ та кеүек. Экскурсиялар ҙа мауыҡтырғыс. Шарлауыҡ, Рица күле кеүек урындарҙы балаларға күрһәтке килә. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле берәй төрлө сикләүҙәр, үҙгәрештәр булмаһа, июль-августа үҙебеҙҙең машина менән юлға сығырға уйлайбыҙ.

Йыл һайын тиерлек барғас, ҡайҙа аҡсаны экономияларға ла беләбеҙ. Беҙ пансионатҡа, санаторийға ҡарағанда шәхси йорттан бүлмә ҡуртымға алыуҙы хуп күрәбеҙ. Иртәнге һәм киске ашты күберәк үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, ә төшкөһөн диңгеҙ ярында йәки экскурсия ваҡытында кафела ашайбыҙ.

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары менән дә таныштырғы килә, әлбиттә. Әммә әлегә беҙҙә балалар менән юл йөрөү бик үк уңайлы түгел. Юл буйҙарында, ял итә торған урындарҙа туалеттарҙың юҡлығы, булһа ла ҡул йыуыу, йыуыныу, тәһәрәт алыу өсөн мөмкинлектәр булмауы ҡыйын. Ял һәм сәйәхәт итеүселәргә был иң мөһим шарттарҙың береһе. Бер нисә йыл элек улдарыбыҙҙы республикалағы иң ҙур Асылыкүлде күрһәтергә тип алып барғайныҡ, тап ошо бәҙрәфкә бәйле мәсьәләләр булыу сәбәпле, барған көндө үк кисен ҡайтып китергә мәжбүр булдыҡ. Бәлки, хәҙер шарттар яҡшырғандыр ҙа, тик әлегә унда юл төшмәйерәк тора.

Республика буйлап йөрөгәндә йәнә шуға иғтибар итмәү мөмкин түгел: юл буйы ҡунаҡханалары беҙҙә Башҡортостанда иң ҡиммәте. Шуға күрә бер аҙналыҡ сәйәхәткә сыҡһаҡ, мотлаҡ палаткалар алабыҙ һәм берәй легендағамы, риүәйәткә йәки тарихҡа, тарихи шәхескәме бәйле урында туҡтап, ял итәбеҙ, ҡунабыҙ. Быны, әлбиттә, беҙ аҡса экономиялау өсөн генә түгел, ә балаларға үҙҙәрен тәбиғәт менән бер бөтөн итеп тойһон өсөн эшләйбеҙ. Киләсәктә төрлө ҡалаларға, райондарға күберәк йөрөргә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ, сөнки сәйәхәт - ул аҡса тотонғандан һуң кешене бай итеп тойорға булышлыҡ иткән берҙән-бер сара.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

36 views·2 shares