Рәсәй Президенты балалы ғаиләләргә бығаса төшкә лә инмәгән матди ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында иғлан итте. Бындай социаль контракт атай-әсәйҙәрҙең яуаплылығын арттырасаҡмы, тормоштарын яҡшыртасаҡмы?

Рәсәй Президенты балалы ғаиләләргә бығаса төшкә лә инмәгән матди ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында иғлан итте. Бындай социаль контракт атай-әсәйҙәрҙең яуаплылығын арттырасаҡмы, тормоштарын яҡшыртасаҡмы?, image #1

Азамат ЮЛДАШБАЕВ, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Сибай ҡалаһы буйынса филиалы директоры: Рәсәй Президенты В.Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә күтәрелгән төп проблемаларҙың береһе - илдәге демография торошо. Ысынлап та, Рәсәй әлеге ваҡытта демография мәсьәләһенең бик ҡатмарлы осорон кисерә. Тыуым кимәлен арттырыу өсөн кешеләрҙә иртәгәһе көнгә ышаныс, үҙҙәрен социаль яҡлаулы итеп тойоу бик мөһим. Шул саҡта ғына ныҡлы ғаиләләрҙә бәхетле балалар тыуа. Быйылғы Мөрәжәғәтнамә тап ана шул ғаиләләр хаҡында хәстәрлектең дәүләт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тороуын күрһәтте лә инде. Айырыуса күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бығаса күрелмәгән-ишетелмәгән кимәлдә социаль ярҙам күрһәтеү программаһы иғлан ителде. Был ғаиләләрҙең тормош хәлен ниндәйҙер кимәлдә яҡшыртҡан хәлдә лә даими рәүештә ситтән ярҙам көтөп кенә йәшәү ҙә бигүк дөрөҫ түгелдер тип уйлайым. Ата-әсәнең үҙҙәренә лә, һеҙ әйтмешләй, балаларҙың киләсәген хәстәрләүҙә яуаплылыҡты бермә-бер арттырырға тура киләсәк. Ни өсөн тигәндә, балалар үҫә, ҙурая, ихтыяждары ла арта бара, шуның менән бәйле ғаиләнең сығымдары ла күбәйә. Шуға күрә ата-әсә иңенә күберәк аҡса табыу бурысы ята. Был осраҡта инде, әлеге ҡайһы бер ауылдарҙағы кеүек, эш юҡ, тип өйҙә ятыу килешкән нәмә түгел. Әйткәндәй, миңә үҙебеҙҙең филиалға ҡараған Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондары буйлап йөрөргә, урындағы халыҡ менән осрашып, аралашып торорға тура килә. Бына шул ваҡытта бөгөнгө ауылдарыбыҙҙың йөҙөн күреп, эс бошоп китә: иҫкергән, ярым емерек баҡса кәртәләүҙәре, буш торған өйҙәр, һикәлтәле бысраҡ юлдар... (Быйыл тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип юҡҡа ғына иғлан ителмәгән икән шул). Ҡайһы бер ауылдарҙа бит хатта мал аҫрау, баҡса ултыртыу тигәнде лә онотоп баралар! Бөтә урындарҙа ла тип әйтмәйем, бик шәп, матур йәшәгән ауылдар ҙа бар. Тик бына алыҫтараҡ ятҡан төпкөл ауылдарҙа хәлдәр шулайыраҡ тора. Аңлашылмай: ялҡаулыҡмы был, әллә икенсе берәй сәбәптәре бармы? Күп нәмә ауыл биләмәләре етәкселәренә, уларҙың ойоштороу һәләтенә бәйле. Ә бит ғаиләлә үҫеп килгән балаларҙы баҡса, йорт эштәрендә булышырға, мал-тыуар ҡарашырға ла өйрәтеп, хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтерергә кәрәк. Юғиһә, киләсәктә ата-әсәнән күрмәксе, эш юҡ, тип, фәҡәт дәүләттән генә ярҙам өмөт итеп ятмаҫтар, тимә... Мин үҙем дә, ҡатыным да, мәҫәлән, бишәр балалы ғаиләлә үҫкәнбеҙ. Үҙебеҙ ҙә бөгөнгө көндә биш бала тәрбиәләйбеҙ, шуға күрә күп балалы ғаиләләрҙең хәлен ишетеп-күреп кенә белмәйем, үҙ елкәмдә татып беләм. Бының менән нимә әйтергә теләйем? Эйе, эш хаҡына ғына көн күреүе ауыр, шуға ла беҙ бөтөн нәмәне үҙебеҙ эшләргә тырышабыҙ: картуф һатып алмайбыҙ - күп итеп үҙебеҙ сәсәбеҙ, хатта һатырға ла артып ҡала. Башҡа төр емеш-йәшелсә лә үҙебеҙҙең баҡсанан. Ауыл ерендә йәшәйбеҙ. Утын да һатып алғаныбыҙ юҡ, үҙебеҙ бысып-ярып яғыулыҡ әҙерләйбеҙ. Былар бөтәһе лә ғаилә бюджетына бик ҙур еңеллек килтерә. Донъя хәлен белеп булмай: бөгөн былай булһа, иртәгә ҡалай булырын кем әйтә? Шуға ла балаларҙы бәләкәйҙән эшкә күнектереп, проблемаларҙы үҙаллы хәл итергә өйрәтеп үҫтереү мөһим тигән фекерҙәбеҙ. Дөрөҫ, икенсе балаға бирелгән әсәлек капиталына йорт һалып индек, өсөнсө бала аҡсаһына ер участкаһы алдыҡ - дәүләтебеҙгә рәхмәт, ләкин гел генә дәүләттән көтөп ултырмайбыҙ, үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрергә тырышабыҙ.

Наилә ХӨСНУЛЛИНА, ике бала әсәһе: Ысынлап та, ил тормошонда ҙур ҡыуаныслы яңылыҡ булды Рәсәй Президентының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе, хатта уны тарихи ваҡиға тип тә атарға мөмкиндер, моғайын, сөнки ошоға тиклем ғаилә һәм балалар, шулай уҡ уҡытыусылар хаҡында бындай хәстәрлектең булғаны юҡ ине. Һәйбәт, әлбиттә, ләкин программа үҙәгендә хәле үтә мөшкөл, ярлы ғаиләләр күҙҙә тотола. Үкенескәме, әллә ҡыуанысҡамы - беҙҙең ғаилә был социаль ярҙам проектына эләкмәй ҡала. Шөкөр, ғаиләбеҙ хәлен улай уҡ мөшкөл тип тә әйтә алмайым (ирем дә, үҙем дә меҫкенләнергә өйрәнмәгәнбеҙ), ә шулай ҙа айына 30 меңгә яҡын ипотека түләү барыбер хәлде ала икән шул... Ике балаға балалар баҡсаһына айына 6 мең, унан ҡала коммуналь хеҙмәттәр өсөн, унан иҫәпһеҙ-һанһыҙ башҡа сығымдарҙы иҫәпләй башлаһаң, барыбер әлеге ярлылар рәтенә инеп киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ә бит коммуналь түләүҙәргә лә хаҡ артҡандан-арта бара. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә бер ниндәй ярҙам юҡ. Дөрөҫ, элек эшләгән ойошманан ай һайын 50 һум күсерәләр ине, мин тәүҙә уның ни икәнен дә аңламаным, баҡтиһәң, балаға пособие булған икән...

Мин балалар менән мәшғүл, ә иремә ал-ял белмәй эшләргә тура килә, нисә йыл хәҙер уның отпуск тигән нәмәне күргәне лә юҡ. Әлбиттә, беҙ ҙә ултыра алыр инек эшһеҙ-ашһыҙ, дәүләт ярҙамы көтөп, ләкин бит балаларҙы үҫтерергә, үҙ өлгөңдә эшлекле, яуаплы, тырыш, үҙаллы кешеләр итеп тәрбиәләргә кәрәк. Эш юҡ, тип өйҙә ятһаң, улар кемдән ниндәй өлгө аласаҡ? Балаларҙы тапҡас, уларҙы ҡарарлыҡ мөмкинлегең дә, хәлең дә булырға тейештер. Ә бына күршебеҙҙәге яңыраҡ ҡына ғаилә ҡорған йәштәр ярҙам алыр, тип уйлайым. Улар әлеге ваҡытта тәүге сабыйҙарына бирелергә тейешле 300 мең пособиены юллап йөрөй. Тиҙҙән икенсе бәпес тә килтерергә йыйыналар. Тимәк, улар дәүләт ярҙамына өмөт итә ала, тигән һүҙ, бирһен Хоҙай. Был йәш ғаиләнең башлығы Себерҙә эшләй ине, хәҙер ғаиләһе янына ҡайтты, хеҙмәт хаҡы бик ҙур булмаһа ла үҙебеҙҙә эш тапты. Тимәк, дәүләт ярҙамы киләсәктә аҫраусылары ситтә йөрөгән һәм шунлыҡтан айырым йәшәгән ғаиләләрҙе бергә туплап, ҡайтанан ҡауыштыра, бөтәйтә лә аласаҡ.

Марат СӘФӘРҒӘЛИН, күп балалы ғаилә башлығы: Әлегә күп балалы тип әйтеп булмаһа ла, өсөнсө сабыйыбыҙҙы ошо көндәрҙә көтөп торабыҙ. Иң мөһиме - кәләштең иҫән-һау бушанып, сәләмәт сабыйҙың донъяға килеүе. Әсәлек капиталына ҡағылышлы яңылыҡтарҙы беҙ генә түгел, ауылдағы аралашып йәшәгән ғаилә дуҫтарыбыҙ ҙа бик ҡыуанып ҡабул иттек. Уларҙың да икешәр, өсәр балалары бар. Ғаилә башлыҡтарының береһе лә эшһеҙ ултырмай: улар араһында фермер ҙа, водитель дә, пекарня хужаһы ла бар. Беҙ ҡатыным менән мәктәптә уҡытабыҙ. Бынан бер нисә йыл элек икенсе балаға тейешле сертификат менән файҙаланғайныҡ инде: бәләкәйерәк булһа ла үҙебеҙгә айырым йорт һалып сыҡтыҡ. Туғандар ҙа ныҡ ярҙам итте, әлбиттә. Хәҙер шул йортҡа төкәтеп, уны ҙурайтыбыраҡ төҙөргә лә мөмкинлек булыр, тип өмөтләнәм. Йорт янында баҡсабыҙ бар, ҡош-ҡорт, мал-тыуар тотабыҙ. Теләгең, дәртең булһа, ауыл ерендә бына тигән итеп йәшәргә мөмкин. Шуныһы ла бик мөһим: һауаһы һулап туйғыһыҙ, экологик таҙа ризыҡ менән туҡланыу ҙа һау-сәләмәт балалар үҫтерергә булышлыҡ итә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

51 views·1 share