Пионерҙар ойошмаһында тәрбиә алған быуын бөгөнгө йәштәр һәм үҫмерҙәр хаҡында ниндәй фекерҙә?

Пионерҙар ойошмаһында тәрбиә алған быуын бөгөнгө йәштәр һәм үҫмерҙәр хаҡында ниндәй фекерҙә?, image #1

Фирүзә ИШБИРҘИНА, хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Эй, йәштәштәр, замандаштар, класташтар! Һағындырамы ҡыҙыл галстук бәйләп, пионер булып йөрөгән йылдар? Иҫегеҙгә төшәме, төшөгөҙгә инәме? Дәртләнеп, сәмләнеп, мәктәп линейкаһында отрядты оятҡа ҡалдырмаҫҡа, киреһенсә, алдынғылыҡҡа, беренселеккә сығарырға тырышып, "4" һәм "5"-кә генә уҡырға ынтылып, сәмләнеп йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, өлкәндәргә тимурсылар ярҙамы күрһәтеп, металл һыныҡтары, макулатура йыйып, ағастар ултыртып шаулап-гөрләп үткән бала саҡ йылдарыбыҙ, хәҙер ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, кисә генә булған байрам төҫлө йөрәк түрендә һаҡлана... 1964 йылдың 22 апрелендәге дружина сборында беҙҙең класс уҡыусыларын пионерға алып, һәр беребеҙгә ал галстук бәйләгән өлкән апай-ағайҙарыбыҙҙың йөҙҙәре лә хатта һаман да күҙ алдында.

Эйе, төрлө балалар бар ине элек тә, кем нисек ҡабул иткәндер был ваҡиғаны, ләкин шул көндән алып иң шаян, хатта тәртипһеҙ малайҙарыбыҙ ҙа шымып, һәүетемсә генә уҡып алып киткәндәре булды. Пионер ойошмаһы ул замандарҙа үҙе бер ҙур тәрбиә мәктәбе булды. Ул беҙҙе берҙәмлеккә, ярҙамсыллыҡҡа, намыҫлы булырға, Тыуған илде һәм хеҙмәтте яратырға, белем юлында ныҡышмаллыҡҡа өйрәтте. Беҙ ул ваҡытта үҙебеҙҙе яҡлаулы, терәкле тоя инек, бөгөнгө буллинг кеүек ҡот осҡос күренеш яман төшкә лә инмәй ине. Әлбиттә, бая әйтеүемсә, балаларҙың төрлөһө була. Ул саҡтарҙа ла уҡыуы, тәртибе насар балалар бар ине, ләкин уларҙы кәмһетеү, йәберләү, туҡмау кеүек нәмә булманы, киреһенсә, отряд сборҙарында ундайҙарҙы бергәләп ыңғайға көйләргә, ярҙам итергә тырыша инек. Мәҫәлән, минең үҙемде лә бер заман насар уҡыған малайға шефлыҡҡа беркетеп ҡуйҙылар. Һигеҙҙе бөткәс, ул район һөнәрселек училищеһында шофер, тракторсы һөнәре алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы маҡтаулы механизатор булып эшләне.

Бөгөн мәктәптәрҙә тап ана шундай беҙҙең пионер ойошмаһы кеүек берәй хәрәкәт, вожатый кеүегерәк тәрбиәселәр кәрәк, тип уйлайым. Бөгөнгө шарттарҙа был бигерәк тә кәрәк, сөнки билдәле психолог, өс бала әсәһе Марина Мелия әйтмешләй, әлеге заманда үҫмерлек йәше сиктәре оҙая бара. Шуға ярашлы, балаларҙа үҙаллылыҡ, тормошҡа өлгөргәнлек мәле лә һуңлабыраҡ формалаша. Ә уҡытыусылар хәҙер тәрбиәүи эштән ситтә тора һәм үҙҙәренең бурысын фәҡәт белем биреүҙә күрә, өҫтәүенә, улар план, программа, отчет төҙөү кеүек бөтмәҫ ҡағыҙ эштәренә сумды, ә балалар үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә бөтөнләй ҡарауһыҙ тороп ҡалды. Шуға күрә лә мәктәп стеналары эсендә, туалеттарҙа ҡылынған баяғы буллинг кеүек аяуһыҙ күренештәрҙе уҡытыусылар коллективында күреүсе лә, белеүсе лә, ҡыҙыҡһыныусы ла юҡ - нисек инде шул мәсьәләне контролдә тоторға булмай?..

Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ, Өфө ҡалаһы Рауил Бикбаев исемендәге Башҡорт гимназияһы директоры: Пионерҙар ойошмаһы төҙөлөүгә быйыл 104 йыл тула һәм ошо "тормош мәктәбе"н үткән быуын вәкилдәре һаман булһа бер-береһен ҡотлай, һағыныу һәм һағыш ҡатыш шул йылдар хәтирәләренә бирелә, әммә ошоға тиклем бер кемдән дә мин пионер хәрәкәте тураһында насар фекер ишеткәнем юҡ. В.И.Ленин исемендәге Бөтөн Союз пионерҙар ойошмаһы йәш быуынды тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булды. Үҙ символикаһы, атрибуттары, традициялары һәм ҡағиҙәләре менән был ойошма үҙе бер мауыҡтырғыс бала саҡ иле лә, шул уҡ ваҡытта йәмғиәткә лайыҡлы алмаш әҙерләүсе, балалар күңеленә илһөйәрлек тойғоһон һеңдереүсе, ышаныслы рухи-әхлаҡ нигеҙҙәре булған тәрбиә мәктәбе лә ине. "Мин, (исем, фамилия), үҙемдең иптәштәрем алдында Тыуған илемде яратырға, бөйөк Ленин васыят иткәнсә йәшәргә, уҡырға һәм көрәшергә тантаналы вәғәҙә бирәм..." тигән юлдар бар ине пионер вәғәҙәһендә.

Уның ҡоро һүҙ булмауы, ә тормошсанлығы айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында раҫланды ла инде. Күп кенә пионерҙар фронтта һәм партизандар отрядтарында өлкәндәр менән бер ҡатарҙан фашистарға ҡаршы һуғышты, батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән наградланды. Мәҫәлән, 20 меңдән ашыу пионер "Мәскәүҙе обороналаған өсөн" миҙалына эйә булды, ә Марат Казей, Валя Котик, Зина Портнова, Леня Голиков, Володя Дубинин Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булдылар. Һуғыштан һуңғы тыныс тормошта ла йәш ҡаһармандарға батырлыҡ өсөн урын бар: ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларҙы янғындан, һыуға батыуҙан ҡотҡарыусы бик күп үҫмерҙәрҙе беләбеҙ. Быларҙы мин шуның өсөн әйтәм: балаларҙы тормошҡа, үҙаллылыҡҡа әҙерләүҙә пионер ойошмаһының өлөшө тос булды. Үкенескә, СССР тарҡалғас, пионерҙар хәрәкәте ла юҡҡа сыҡты. Быны мин йәш быуындың, әйтерһең дә, компасһыҙ тороп ҡалыуына торошло ҡабул иттем, сөнки балалар дәрестәрҙән һуң үҙ мәйелдәренә дусар ителде: кемеһе урамда, кемеһе өйҙә, тигәндәй, кемеһелер насар компанияларға килеп юлыҡты.

Бәхеткә күрә, бөтөн мәктәптәрҙә лә шундай хәл тип әйтеп булмай. Ҡайҙа мәктәп етәкселеге һәм педколлектив үҙ бурысын белем биреү менән бер рәттән балаларҙың киләсәге өсөн дә борсола һәм уларҙы лайыҡлы граждандар итеп тәрбиәләүгә күп көс һала, шунда уҡыусыларҙы йәлеп итерҙәй кластан тыш тәрбиәүи эштәр ҙә гөрләп бара. Шуныһы ҡыуаныслы: республикабыҙ мәктәптәрендә һуңғы йылдарҙа хәрби-илһөйәрлек һәм балаларҙа гражданлыҡ яуаплылығы тәрбиәләү йүнәлеше күҙгә күренеп йәнләнде. Был йәһәттән БР Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторола башлаған "Беҙ - шайморатовсылар" хәрәкәтенең әһәмиәтен юғары баһалайым. Ошо хаҡта БР Башлығының махсус ҡарары ла баҫылып сыҡҡайны. Унда әйтелеүенсә, "шайморатовсы"лар кластарында төп белем бирелеү менән бергә хәрби йәки дәүләт хеҙмәте йүнәлешендәге өҫтәмә белем программаһы ла ҡарала. Яҡшы уҡыуы һәм өлгөлө тәртибе менән айырылып торған уҡыусылар отряд командиры итеп тәғәйенләнә. Шайморатовсылар берҙәм форма кейемендә йөрөй. Намыҫ кодексын боҙған йәки насар тәртибе өсөн ундай укыусылар "шайморатовсы" отрядынан сығарыла һәм ҡәҙимге класҡа күсерелә. Шайморатовсылар Рәсәй тарихын, шул иҫәптән, "Рәсәйҙең хәрби дан" тарихы буйынса махсус курс үтә, шулай уҡ был класта тыуған яҡты, БР дәүләт телдәрен, математика, физика, информатика тәрәндән өйрәнелә, улар физик сынығыу ала, спорт менән шөғөлләнә. Бына ошо ла инде балаларыбыҙға лайыҡлы тәрбиә нигеҙе! Шайморатовсылар республика һәм үҙҙәре йәшәгән ҡала, район һәм ауыл сараларында әүҙем ҡатнаша.

Былтыр 11 октябрҙә, Республика көнөндә, беҙҙең гимназияла ла тәүге "шайморатовсы"лар класы асылды. Ул сара тантаналы рәүештә баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында республикабыҙ ҡалалары һәм райондарынан килгән буласаҡ шайморатовсылар ҡатнашлығында үтте. Был турала ентекләп яҙыуым шунан: республикабыҙҙа бөгөн данлы пионерия традицияларын лайыҡлы дауам итерлек, шул уҡ ваҡытта заманына күрә үҙгәртеп ҡоролған балалар хәрәкәте ғәмәлдә. Иң мөһиме: тырышып белем алыу, Тыуған илебеҙ эше өсөн һәр ваҡыт әҙерлекле булыу: яҡшы уҡыу, Ватаныбыҙҙы һөйөү, уның эшенә һәм намыҫ кодексына тоғролоҡ - был ҡағиҙә беҙҙең пионерҙар хәрәкәтенә лә хас сифаттар булды. Шуға күрә лә мин, элек балалар тәртипле ине, хәҙер тәртипһеҙҙәр, тип әйтә алмаҫ инем. Бөгөнгө уҡыусылар яңылыҡты тиҙ отоп ала, һанлы технологияларҙы яҡшы белә, интернет аша аралаша, таныша, ҡайһылары хатта аҡса эшләргә лә белә. Үкенескә, шул уҡ ваҡытта интернеттың хәүефле тоҙағына эләккәндәре лә бар. Дөрөҫ, буллинг һәм уның эҙемтәләре менән бәйле фажиғәле осраҡтар ҙа булып тора, ҡыҙғанысҡа. Ләкин, әйтеүемсә, ҡайҙа балалар иғтибар үҙәгендә, ҡайҙа өлкәндәр уларҙың яҙмышына битараф түгел, шунда әлегеләй күңелһеҙ осраҡтар юҡ. Ҡыҫҡаһы, үҫмерҙәр һәм йәштәр һәр заманда ла өлкәндәрҙең иғтибарына, яратыуына, контроленә һәм дөрөҫ йүнәлеш биреп, ауыр мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итеүҙәренә бик мохтаж - шуны иҫебеҙҙән сығармайыҡ.

Ғәҙелйән ХАРРАСОВ, хеҙмәт ветераны, Дәүләкән районы: Бөгөнгө үҫмерҙәрҙе мин элекке пионерҙар менән сағыштыра алмаҫ инем һәм был мөмкин дә түгелдер, сөнки был ике быуын ике төрлө йәмғиәт төҙөлөшө һөҙөмтәһе. Шуға күрә лә социаль селтәрҙәрҙә йә булмаһа үҙ-ара фекер алышҡанда ҡайһы берәүҙәрҙең, ә нишләп бөгөн шул пионерҙар ойошмаһын кире тергеҙмәҫкә, тип һүҙ ҡуҙғатыуҙарын урынһыҙыраҡ хыял тип иҫәпләйем. Элекке совет граждандары аңында "пионер" һүҙе иң тәүҙә "В.И.Ленин исемендәге Бөтөн Союз пионер ойошмаһы"н, социализм заманындағы совет тәрбиәһен күҙ алдына баҫтыра. Бөгөнгө йәмғиәт төҙөлөшө шарттарына "пионер" һүҙе йәбешеп тә бармаҫ ине, моғайын.

Дөрөҫ, бынан бер нисә йыл элек РФ Президенты Владимир Путин балалар һәм йәштәрҙең бөгөнгө "Беренселәр хәрәкәте" атамаһын "пионерҙар" исеме менән алмаштырырға тәҡдим иткәйне. Вице-премьер Татьяна Голикованың бөгөнгө йәштәр хәрәкәте тураһындағы сығышынан һуң: "Беренселәр - был нимә ул? Пионерҙармы?" -тип һорау бирҙе һәм "Коммунистик йәштәр союзы - комсомол атамаһынан айырмалы, пионер һүҙендә идеологик мәғәнә ярылып ятмай, шуға күрә ошо исемде алыу хаҡында уйланырға кәрәк", тигәнерәк фекер әйткәйне. Үкенескәме әллә ҡыуанысҡамы - Президенттың бөгөнгө балалар һәм үҫмерҙәр хәрәкәтенә "Пионерҙар" атамаһы биреү тәҡдименә бойомға ашырға насип булманы. Бәлки, шулай дөрөҫтөр ҙә, сөнки, бер таныш әңгәмәсем әйтмешләй, "пионер"ҙы ҡайтарғас, нигеҙе социаль ғәҙеллек, тигеҙлек һәм халыҡ власын сағылдырған социализм төҙөлөшөн дә тергеҙергә тура киләсәк бит: совет пионерияһы бары тик шул шарттарҙа ғына йәшәне, инанды һәм илебеҙгә лайыҡлы быуындар тәрбиәләне.

Комсомолдар союзы ла, пионерҙар ойошмаһы ла йәштәр менән идара итеүҙә абруйлы һәм йоғонтоло көс булды, ә бөгөн ҡайҙа ундай ойошма? Голикова "шефлыҡ" иткән "Беренселәр хәрәкәте" ниңә һуң киң танылыу яулай алмай, ниңә хәрәкәт иткәне күренмәй? Ә бит был эште ойоштороусылар, тиҙҙән "Беренселәр" сафы 20 млн баланы берләштерәсәк, тип вәғәҙә лә итә ине хатта. Ә уның ағзаһы булыу өсөн иһә баланың кем булыуы, нисек уҡыуы, тәртибе хаҡында күреп тә белмәгән рәсми сайтҡа ғариза яҙһаң, шул етә. Дөрөҫ, уларҙың сайты, программалары бар, унда бик матур, дөрөҫ һүҙҙәр яҙылған. Тик бына ниңә шул изге ниәттәрҙе беҙҙең данлы пионериябыҙ кеүек һәр бала күңеленә еткермәҫкә? Уларҙы ошо хәрәкәткә ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ тантаналы шарттарҙа ҡабул итмәҫкә? Был сараның мөһимлеген күрһәтер һәм балаларҙа яуаплылыҡ тойғоһо тыуҙырыр ине. Ниңә уҡыусыларҙы дәртләндереп, йөрәктәрендә осҡон ҡабыҙып, лайыҡлы граждандар итеп тәрбиәләмәҫкә? Бында бер ҙур "ләкин" бар, әлбиттә. Йәмғиәтебеҙ үтә байҙар һәм башҡалар ҡатламына бүленгән заманда, ваҡытында пионер исемен ғорур йөрөткән, ил ҡеүәте өсөн көс-ҡан түккән, әммә бөгөн икмәк-һөт, дарыу һатып алыу өсөн һуңғы тиндәрен иҫәпләп ултырған ҡарт-ҡоро тормошон күреп, йәш быуын ниндәй идеяға инанырға һәм таянырға тейеш буласаҡ?..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.

14 views·1 share