Педагог һәм остаз йылы

Рәсәй Президенты тарафынан 2023 йылды Педагог һәм остаз йылы тип иғлан итеү уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырырға булышлыҡ итерме?

Педагог һәм остаз йылы, image #1

Ләйсән САФИУЛЛИНА, Өфөләге 2-се республика күп профилле "СМАРТ" полилингваль гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Туған телдәр уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ класы еңеүсеһе: Уҡытыусы - ул ижадсы. Һәр көн дәрестәребеҙгә әҙерләнеп, асылда, бала күңеленә нисек дөрөҫ юл табырға тип ижад итәбеҙ, уйланабыҙ. Әсә телендә дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға-яҙырға, уның менән ғорурланырға нисек өйрәтергә? Шуныһы раҫ һәм мөһим: тыуған еребеҙҙе, әсә телебеҙҙе, ватаныбыҙҙы һөйөүгә юл фәҡәт туған тел аша, ошо тел өйрәнелгән дәрестәр, уны уҡытҡан уҡытыусы аша һалына. Дәрестәрҙе мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыраҡ, йәнлерәк һәм һөҙөмтәлерәк итеү өсөн үҙем һәр ваҡыт өҫтәмә материалдар, сығанаҡтар эҙләйем, һорауҙар ҡуям, яңы алымдар эҙләйем. Балалар дәрестәреңдән ялҡмаһын, киреһенсә, туған тел һәм әҙәбиәт дәресенә килергә атлығып торһондар, тиһәң, үҙеңә лә күп белергә, дәреслектән тыш ҡыҙыҡлы, фәһем булырҙай мәғлүмәттәр тупларға, даими рәүештә уҡырға тура килә, өлкәнерәк һәм тәжрибәлерәк коллегаларыңа мөрәжәғәт итеүҙән дә тартынырға ярамай, тип уйлайым.

Теләгем шул: республикабыҙ мәктәптәрендәге тәжрибәле һәм заманса технологияларға ярашлы теге йәки был предмет буйынса уңышлы эшләп йөрөүсе уҡытыусыларҙың методик алымдарын өйрәнеү өсөн ижади майҙансыҡтар булдырылһын ине. Остаз-тәрбиәселек хәрәкәтен, ғөмүмән, киңерәк йәйелдереү йәш уҡытыусыларға ҙур файҙа буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта алдынғы мәктәп һәм балалар баҡсалары эше менән телевидение тапшырыуҙары, махсус репортаждар аша ла танышыу ҡамасауламаҫ ине. Педагог һәм остаз йылы булдырыу тормошобоҙҙағы тап ошо өлкәгә етәкселәр, киң йәмәғәтселек һәм ата-әсәләр иғтибарын йәлеп итеү, хеҙмәттәшлек күрһәтеү, мәктәп проблемаларын оператив хәл итеү маҡсатын ҡуя тип аңлайым, һәм шулай булыр тип ышанғы килә.

Айбулат ХАЖИН, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры: Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо хаҡта ҡул ҡуйған документта әйтелеүенсә, указ педагогтар һәм йәш уҡытыусыларҙың хеҙмәттәш-кәңәшсеһе булараҡ тәжрибәле һөнәр оҫталарының мөһим статусын таныу-танытыу маҡсатын алға һөрә. Был хаҡта В.Путин 2021 йылда уҡ: "Уҡытыусы һөнәренең мөһим ижтимағи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп, Рәсәй педагогикаһына нигеҙ һалыусы Константин Дмитриевич Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы 2023 йыл педагог һәм остаз йылы тип нарыҡланасаҡ", - тип әйткәйне. Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов та Президент указын хуплап, уҡытыусы һөнәренең яңы сифатлы кимәленә өлгәшеү өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ, тип ышандырҙы. Ысынлап та, уҡытыусы бө-гөн заман талаптарына яуап бирерлек кимәлгә эйә булһын өсөн ул иң тәүҙә үҙ белемен, һөнәри оҫталығын даими камиллаштыра барырға, алдынғы тәжрибәләрҙе өйрәнергә, коллегалары менән фекер алышып, тәжрибә уртаҡлашып эшләй белергә тейеш, сөнки киләсәк быуынды тәрбиәләү, сифатлы белем биреү тап уҡытыусылар яуаплылығында бит.

Беренсе сиратта, Сергей Кравцов әйтмешләй, уҡытыусыларҙың эш шарттарын яҡшыртыу, белем биреүгә күберәк ваҡыттары ҡалһын өсөн отчет төҙөүҙәрҙе кәметеү бурыстары тора. Унан һуң, Федераль үҙәктән уҡытыусыларға эш хаҡы түләү системаһы ҡайтанан ҡаралыр тип көтәбеҙ. Әлеге көнгә педагогтарҙың эш хаҡында нигеҙ өлөш ни бары 38 процент тәшкил итһә, ҡалған өлөшө өҫтәмә түләүҙәрҙән ғибәрәт, ә беҙ киреһенсә булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Уҡытыусылар йәнә лә шифахана-курорт дауаланыуына, ауыл ерҙәрендә коммуналь түләүҙәргә компенсация күләмен арттырыуға ла мохтаж. Бөгөнгө көндә ул ни бары 600 һум тәшкил итә. Әйткәндәй, киләһе йыл ауыл уҡытыусылары 690 мең һум күләмендә грант аласаҡ.

Ошондай һәм башҡа саралар педагог кадрҙары мәсьәләһен хәл итергә булышыр, тип өмөтләнәбеҙ, юғиһә, бөгөн мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәүе сер түгел. Айырыуса эре ҡалаларҙа. Йәмғеһе Башҡортостанда 1500 педагог етешмәй. Өфөгә генә лә 200 башланғыс кластар уҡытыусыһы кәрәк. 2022 уҡыу йылында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына 240 студент маҡсатлы йүнәлеш менән уҡырға инде. Педагогик эшмәкәрлекте ойоштороу саралары, уҡытыусылар араһында даими рәүештә үткәрелеп килгән ижади-һөнәр конкурстары ла уҡытыусы абруйын күтәреүгә, һис шикһеҙ, булышлыҡ итә. Бына әле үткән йылдың 24-25 ноябрендә Мәскәүҙә туған телдәр, шул иҫәптән рус теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ класы конкурсы уҙғарылды. Бындай конкурстар Рәсәй халыҡтарының мәҙәни һәм мәғариф бәйләнештәрен, дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙа ла, шулай уҡ алдынғы педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыуҙа, укытыусыларҙың белемен камиллаштырыуҙа, ә уҡыусыларҙың телмәр мәҙәнилеген үҫтереүҙә новаторлыҡ алымы, оҫталыҡ мәктәбе булып тора. Республикабыҙ уҡытыусылары ошондай юғары кимәлдәге ярышта үҙҙәренең белем һәм тәжрибәһен күрһәтте. Туған тел уҡытыусылары араһында 2-се "СМАРТ" Республика полилингваль гимназияһынан Ләйсән Сафиуллина - 1-се, Мәсетле районы Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зилә Миңлебаева 3-сө урындарҙы яулаһа, Өфөләге 308-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Рәшиҙә Рәхимова тәрбиәселәр араһында 1-се булды. Уңайлы шарттар һәм хеҙмәттәренә лайыҡлы түләү, һис шикһеҙ, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрәсәк, уларға дәртләнеп белемдәрен камиллаштырырға, ижади конкурстарҙа оҫталыҡтарын арттырып, тәжрибәләрен байытырға, йәш быуынды белемле һәм илһөйәр граждандар итеп тәрбиәләргә мөмкинлек бирәсәк, тип уйлайым.

Гөлфирә АБДУЛЛИНА, филология фәндәре докторы, Өфө фән һәм технология университеты профессоры, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы: Һуңғы осорҙа йылдарҙы тематик яҡтан исемләү ғәҙәте барлыҡҡа килде. Йәмғиәттәге киҫкен, тиҙ арала хәл ителеүҙе көткән мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтеү маҡсатында эшләнә был. Шәхсән мин быны ҡәтғи генә хупламайым да, тәнҡитләмәйем дә. Быйылғы йылдың Педагог һәм остаз йылы тип нарыҡланыуынан ғына йәмғиәттә уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә ҡарата хөрмәт ныҡлы артып китер, тип ышанып булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҫтә йылдар дауамында педагогтарҙың абруйы төшә килде. Быға сәйәси үҙгәрештәр ҙә, рухи торғонлоҡ та йоғонто яһағандыр.

Бөгөнгө йәмғиәттә илһөйәрлек тойғоһоноң ҡаҡшауы, гражданлыҡ позицияһының түбән тәгәрәүе күҙәтелә. Ә бит был төшөнсәләр туранан-тура тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар, уларҙың шәхесе, булмышы менән бәйле. Икенсе төрлө әйткәндә, балалар баҡсаһы һәм мәктәп ниндәй быуын тәрбиәләп бирә - ниндәйҙер кимәлдә йәмғиәтебеҙ ҙә шундай буласаҡ. Көнө-төнө аҡса эшләү маҡсаты менән янған ата-әсәләрҙең бала тәрбиәләргә, дөрөҫөн генә әйткәндә, ваҡыты ла ҡалмай: тимәк, киләсәкте педагогтар билдәләй!

Көнбайыш идеологияһы үҙенең маҡсатына иреште: ни тиклем генә инҡар итергә тырышһаҡ та, заман йәштәренең ҡайһылары үҙҙәрен Рәсәй исемле бөйөк илдең тулы хоҡуҡлы вариҫтары итеп ҡабул итеүҙән алыҫ тора. Тарих дәрестәрен, ошо фәнде уҡытыуға тәғәйенләнгән дәреслектәрҙе ҡайтанан ҡарап сығыу зарурлығы юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәне. Мәктәптәрҙә Рәсәй флагын күтәреү традицияһы йәйелдерелә. Үҙебеҙҙең республикабыҙҙа шайморатовсылар кластары асылыу ҙа - заман талабы. Тимәк, бөгөн балаларҙы тейешле юҫыҡҡа бороп ебәрерлек рухлы, белемле, сәйәси яҡтан аңлы уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә ихтыяж арта.

...Йәмғиәттә "байҙар һәм ярлылар" ҡатламы барлыҡҡа килеүе лә белем биреү усаҡтары өсөн күптән хәүеф тыуҙыра. Бай балалары араһында уҡытыусыны һанламай, мәктәпкә зауыҡлы кейемдәре, ҡиммәтле телефондары менән һауаланыу өсөн генә килгәндәре лә бар. Совет заманында уҡытыусы һүҙе бала өсөн ҡанун булһа, хәҙерге заман педагогы - "хеҙмәт күрһәтеүсе", ә бала - "клиент". Баҙар талаптарына ярашлы, клиент һәр осраҡта ла хаҡлы, тиҙәрме шул? Түләүле мәктәптәр, балалар баҡсалары барлыҡҡа килеүе - шуға ишара.

Ата-әсәләрҙең педагог имиджын төшөрөүгә үҙҙәре үк сәбәпсе булған осраҡтар ҙа күҙәтелә. Уҡытыусының һәм тәрбиәсенең эш хаҡы аҙ - был сер түгел... Үҙенең балаһына айырым иғтибар (ҡайһы бер осраҡта яҡшы баһа) талап итеп, ҡиммәтле бүләктәр килтергән "йомарт" ата-әсәнең балаһы үҙен нисек тотасаҡ? Әлбиттә, башҡасараҡ. Өйҙә балаһының күҙ алдында уҡытыусы йәки тәрбиәсенең эш алымдарын тәнҡитләп, уның шәхесен кәмһетерлек һүҙҙәр һөйләгән ата-әсә педагогтың абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәме? Әлбиттә, юҡ. Ғөмүмән, атай-әсәйҙәр тиҫкәре (негатив) мәғлүмәтте балаға ишеттерергә тейеш түгел, кәрәк икән - уҡытыусының йәки тәрбиәсенең үҙе менән шәхсән һөйләшеү отошлораҡ.

Мәктәптә лә, урта һөнәри белем биреү учреждениеһында ла, юғары уҡыу йортонда ла эшләп ҡараған кеше булараҡ, тематик йылдарға ҙур өмөт бағламауым бәғзеләргә сәйер тойолор, бәлки. Өмөтһөҙ - шайтан, тиҙәр бит. Әммә мин реалист. Бөтә нәмә тип әйтерлек аныҡ уҡытыусының йәки тәрбиәсенең шәхесенән, уның донъяға ҡарашынан, рухынан, асылынан, мөмкинлектәренән тора. Күңелен биреп эшләгән кеше былай ҙа эшләйәсәк, эшләмәгәненән инде тематик йылда ла фәтүә көтөү икеле.

Педагог һәм остаз йылының ыңғай яҡтары ла мотлаҡ буласаҡ, әлбиттә. Быға иманым камил. Алдынғы уҡытыусы һәм тәрбиәселәр өсөн, моғайын, маҡсатлы конкурстар, гранттар ойошторолор. Бөтә ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған оло быуын вәкилдәренә лә, эш башлап ҡына тороусы йәш педагогтарға ла иғтибар көсәйер. Уҡытыусының абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар теҙмәһе раҫланыр, әңгәмәләр, кисәләр үткәрелер, бүләкләүҙәр булыр, бындай сараларҙан һуң педагогтарҙың күңеле күтәрелеп, һындары турайып китер - иғтибар кемгә оҡшамаһын! Хөкүмәт тарафынан тематик йылда үткәрелгән сараларҙы матди яҡтан күтәрмәләү хуплауға лайыҡ иң мөһим шарттыр - ни тиһәң дә, күп проекттар, идеяларҙың ғәмәлләшеүе тап аҡсаға барып төртөлә...

Республикабыҙҙың, илебеҙҙең артабан үҫешеүен теләйбеҙ икән, йәмғиәттең киләсәген тәрбиәләүсе педагогтарҙың рухын нығытырға, тап уларҙың балаға мөнәсәбәтенән күп нәмә тороуына инандырырға кәрәк. Улар үҙҙәрен кәрәкле итеп тойһон: балаларға ла, ата-әсәләргә лә, йәмғиәткә лә... Уҡытыусының йәки тәрбиәсенең белемен камиллаштырыу һүҙҙә йәки ҡағыҙҙа ғына булмаһын, квалификацияны күтәреү курстарынан улар ысын мәғәнәһендә файҙа алып сыҡһын. Тәжрибәле педагогтарҙың эш алымын өйрәнергә, үҙенең психологик торошон көйләргә, синыфтағы бер-береһенән милләте, холҡо, белеме, донъяға ҡарашы һ.б. менән айырылған утыҙлап балаға бер төрлө иғтибар бүлергә, белем генә түгел, күңел йылыһын өләшергә, аралашырға ваҡыты ҡалһын. Бихисап ҡағыҙҙар тултырған робот-уҡытыусыға йәки тәрбиәсегә ҡарағанда, киләсәккә өмөт менән ҡараған, баланы шәхес итеп ҡабул иткән педагогтар артһын. Педагог һәм тәрбиәсе ысын мәғәнәһендә Остазға әйләнһен. Был һөйләшүгә ҡарата фекерем шул.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

140 views·1 share