ОЛАТАЙ, ӨЛӘСӘЙ БУЛЫУЫ НИСЕК?
Төрлө илдәрҙә төрлө ваҡытта Олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө үткәрелә, ә беҙҙә уларҙың байрамы октябрь аҙағына тура килә. Үҙегеҙҙең олатай-өләсәйлек вазифағыҙ тураһында һөйләгеҙ әле…
Гүзәл КӘРИМОВА, Күгәрсен районы: Өләсәй-олатайлы булыу бала саҡты бәхетле, ғәмһеҙ иткән күренеш ул. Беҙ үҙебеҙ ғаиләлә алты бала үҫтек. Ике яҡтан да өләсәй ҙә, олатай ҙа булды. Беҙҙең яҡта атайҙың ата-әсәһен ҡартатай, ҡәрсәй тип йөрөтәләр. Улар күрше ауылдарҙа ғына йәшәгәс, көн һайын булмаһа ла, көн-ике көн аша йә беҙ үҙебеҙ барабыҙ, йә улар беҙгә килә торғайны. Килгән, барған һайын иң тәмле күстәнәстәр менән һыйлай торғайнылар. Шул тәмле-татлыны ашағы килеп тә йәйәүләп сығып киткәнбеҙҙер инде атай-әсәйҙән ҡасып. Балалар күп булғас, кәнфит-печеньены ла еткерә алмағандарҙыр инде өйҙә. Нисә барһаҡ та, өләсәй ҙә, ҡәрсәй ҙә ҡояш һымаҡ йылмайып ҡаршы ала торғайнылар. Оло кешене әйҙүкләп саҡырған кеүек, түргә ултыртып сәй эсерәләр. Ипләп кенә өйҙәге хәл-әхүәлде һорашалар. Йылы ғына ҡулдары менән сәсте һыпырғандарын, арҡанан дөпөлдәтеп һөйгәндәрен әле булһа хәтерләйем. Үҙебеҙ күптән өләсәй-олатай булып бөтһәк тә, уларҙың аҡыллы кәңәштәре һаман йөрәк түрендә, яҡты маяҡ кеүек барыр юлды яҡтыртып тора төҫлө. Атай-әсәйҙән эләккән саҡта ла уларға һыйына, уларҙан яҡлау эҙләй торғайныҡ. Артыҡ иркәләмәһәләр ҙә, үтә талапсан булманылар. Өләсәй, олатай һөйөүен татыу бәхете тейҙе, шөкөр. Үҙебеҙҙең балаларҙың да осондороп, ҡанатландырып ебәргән өләсәләре, олаталары булды. Хәҙер бына үҙебеҙ ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡулыбыҙға алдыҡ. Улар беҙҙең өсәү. Баланың балаһы балдан татлы, тигәндәре шул тиклем раҫ.
Өләсәй, олатай наҙын, иғтибарын тойоп үҫкән балалар уларҙың һөйөүен күрмәгәндәрҙән ныҡ айырыла, тип уҡығаным да, ишеткәнем дә бар. Ысынлап та, шулай. Оло быуындың тарихын, легендаларын, әкиәттәрен тыңлап үҫкәндәрҙең күңеле нисектер йомшағыраҡ, изгелеклерәк, кешелеклерәк һымаҡ.
Беҙ ҙә өләсәй-олатайлыҡ вазифабыҙға яуаплы һәм етди ҡарарға тырышабыҙ. Тыуғандан һуң дүрт ай үткәс тә өсөһөнә лә Һаҡлыҡ банкыһында вклад астыҡ. Ай һайын аҙ булһа ла аҡса һалып барабыҙ. 18 йәштәре тулғас, һаҡлыҡ кенәгәһен бүләк итәсәкбеҙ. Иң оло ейәнебеҙ быйыл үҙенә тәғәйен аҡсаны алды ла инде. Ҡыуанып, рәхмәтле булып ҡабул итте ул. Санкт-Петербургҡа уҡырға ингәндә кәрәгенә тотонор тип ҡулына тотторғайныҡ, юҡ-барға сарыф итмәне, машина алырға теләк белдерҙе. Бюджет нигеҙендә уҡыһа ла, ҙур ҡалала ҙур аҡса кәрәк бит, ай һайын олатаһы үҙенең пенсияһынан өлөш сығара. Теге ике бәләкәйенең кенәгәһенә лә һалыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Инфляция булһа, аҡса үҙгәрһә, тип беҙҙе кире өгөтләгәндәр ҙә булды, унда беҙҙең миллиардлап йыйылмай бит, бер ҡурҡынысы ла юҡ. Йыйған йыйған инде, булғанды тулыһынса тотоноп барған кеүек түгел. Беҙ хәҙер икебеҙ ҙә хаҡлы ялда. Күпләп ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Егерме бройлерҙы дүрткә бүлеп, Питерҙағы студент ейәнебеҙҙең һыуытҡысын тултырып ҡуйыуҙы ла үҙебеҙҙең бурыс тип иҫәпләнек. Беҙгә хәҙер күп кәрәкмәй, ҡалғаны етә. Форсат булғанда, дебеттән, йөндән ойоҡ, бейәләй, башалтай, шарф, бирсәткә бәйләп һатһам да, унан килгән килемде оло ейәнебеҙгә инселәп һалып ҡуям. Хәҙер бала уҡытыу бик ҡыйбатҡа төшә бит. Юлына, фатирына, ашарына кәрәк. Түләүһеҙ уҡыу тигәне ҡағыҙҙа ғына бит ул.
Рима СӘЛИМОВА, Ейәнсура районы: Өләсәйлек вазифамды иң беренсе ейәндәремде туған телдә һөйләшергә өйрәтеүҙә күрәм. Баш ҡалала йәшәй улар. Балалар баҡсаһына барғансы өйҙә тик башҡортса ғына һөйләштеләр. Урыҫса белмәгәс, унда тиҫтерҙәре менән аралашыуы, аңлашыуы ауырға тура килер инде, тип борсолғайныҡ хатта. Әммә бер-ике ай йөрөгәйнеләр, әсә телен оноттолар ҙа ҡуйҙылар. Әсә-атаһы тәүҙә өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшергә тигән талап ҡуйған булғайны ла, фәтүәһе булманы. Мин үҙем дә эшләгәс, ауылға йыш ҡалдырып китә алманылар. Ял, байрам көндәрендә ҡайтҡан арала ғына улар менән һөйләшеп, әңгәмәләшеп ултырырға ваҡыт ҡалмай торғайны.
Хәҙер хаҡлы ялдамын. Аҙналап ҡалдырып та китәләр, үҙем дә оҙаҡҡа Өфөгә барып ятам. Тәүҙә мине бәләкәйе урыҫсаға, ҙуры, мәктәптә уҡып йөрөгәне инглиз теленә өйрәтеп маташты. Улар оло ағай телендә бер нәмә әйтһә, аңламамыш булам. "Белмәйем, аңламайым", - тип ҡырталашам. Хатта ысынтылап үсегеп йөрөгән ваҡыттарым да булды. Әсә-атаһына инде. Балалары ыңғайына өйҙә урыҫса һупалап йөрөгәндәренә асыуым килә ине.
Улымдың мәктәптә уҡыған ваҡытта нисек башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүен иҫенә төшөрәм. Башҡа милләт малайҙары менән телебеҙгә, халҡыбыҙҙың Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин кеүек арҙаҡлы шәхестәренә ҡағылышлы мыҫҡыллы, кәмһетеүле ҡараштарына риза булмай, һуғышып, ҡайһы берҙә "туҡмаҡ" ашап ҡайтҡан саҡтарын һөйләйем. Балаларың үҙеңдең телеңдә һөйләшмәй икән, һинең үҫмер сағыңда яулашып, һуғышып, көрәшеп йөрөүеңдән ни файҙа, тип, оялтҡан саҡтар ҙа булды. Ваҡыт юҡ бит, тип аҡланған була килен дә. Сәй эскәндә, ашарға бешергәндә, дәрес әҙерләгәндә, йоҡларға ятҡанда, балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә барғанда үҙ телеңдә һөйләшеү өсөн ниндәй ваҡыт кәрәк! Бер ниндәй ваҡыт та, аҡса ла кәрәкмәй.
Быйыл йәйге каникулда икеһе лә минең янда ауылда булды. Бер аҙна тигәндә "Хәйерле иртә!" тип килеп торҙолар былар. Бер ниндәй акцентһыҙ-ниһеҙ һөйләште лә киттеләр. Өйҙә тик башҡортса тапшырыуҙар ҡаранылар, "Юлдаш"ты тыңланылар. Урамда тиҫтерҙәре менән уйнап ҡайтҡас, һөйләп көлгән булалар: "Үҙҙәре ауылда йәшәй, ә башҡортса белмәйҙәр", - тип.
Һөйләшергә генә түгел, ә халҡыбыҙҙың тарихына ла ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам. Сөнки туған теле менән, халҡы, милләте менән ғорурланһын өсөн данлы үткәнебеҙҙе белергә тейеш, тип уйлайым. Ошо тойғо булһа, улар бер ҡасан да үҙ телендә һөйләшергә оялмаясаҡ.
Һәр әсәй-атай, өләсәй-олатай балаһы тәрбиәле, иманлы, әҙәпле булып үҫеүен теләй. Бөгөнгө тиҙ үҙгәреп торған, мәғлүмәт технологиялары ныҡ үҫешкән заманда быға тик бер юл менән өлгәшеп була. Ул да булһа - милли һәм дини йолалар. Ниндәй генә заман килмәһен, ниндәй генә реформалар булмаһын, үҙебеҙҙең милли йолаларға һәм дингә таяныу ҡамасауламай. Бына шул йолаларҙы күңелдәренә һеңдереүҙе үҙемдең төп өләсәйлек бурысым, тип һанайым. Телебеҙгә, халыҡ ижадына, йыр-моңобоҙға, тарихыбыҙға беҙ, өләсәй-олатайҙар, һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләмәһәк, кем тәрбиәләр. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең ата-әсәһе бер түгел, икешәр урында эшләйҙәр бит...
Сәйфулла ӘМИРОВ, Көйөргәҙе районы: Һәр ир үҙ ғүмерендә уға ғына билдәле, тик ул ғына аңлаған мөҙҙәт үткәрә - тәүҙә атай булыу бәхете, һуңынан - олатай вазифаһы. Атайлыҡты, кемдер уйлауынса, үҙең өсөн йәшәгән саҡта, икенсеһен, олатайлыҡты, бай тәжрибә туплап, оло тормош юлын уҙғарғас кисерә. Улар араһында ябай ғына 25-30 йыл ғүмер ята кеүек. Йәш саҡта ҡайҙалыр барырға, кем менәндер осрашырға кәрәк. Йыш ҡына балаңды үҙең менән алыу мөмкинлеге лә булмай. Бына шул саҡта эргәлә олатай-өләсәйҙәре булһа, бик тә һәйбәт инде. Ейән-ейәнсәрҙәр һәм өләсәй-олатайҙар бәйләнеше, оло быуындың тәрбиә мәктәбе емештәре шул саҡта һалына инде.
Тәрбиә мәктәбенең тәүге талабы, әлбиттә, йәш быуынды туған телгә, туған мәҙәниәткә ылыҡтырыу. Минең атай-әсәй ҡаланан алыҫ булмағас, балаларым май айы тамамланмай, шунда юллана торғайны. Августың һуңғы көнөндә ҡояшҡа янып, ауыл балаһына әйләнеп, бөтмәҫ тәьҫораттар менән ҡайтып төшә ине. Ҡыҫҡаһы, тик ыңғай яҡтарҙан торған күренеш ул олатай-өләсәйле булып үҫеү. Быны тик шул балалар ғына аңлайҙыр. Мәҫәлән, үҙемдең бер олатайым һуғыштан яраланып ҡайтып, һауыға алмай вафат булған, икенсеһе беҙҙең урамда йәшәне. Уларға йыш бара торғайным, олатайым минән берәр шиғыр һөйләтмәй түргә үткәрмәй ине, шуға күрәлер, шиғыр уҡырға ла, һөйләргә лә яратам. Унан башҡа ғәмәлдәрҙе, бигерәк тә туған телемә һөйөүҙе, халҡымдың тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы ла үҙләштергәнмендер, тим.
Ысынлап та, өләсәй-олатай өсөн ейән-ейәнсәрҙәрҙең уларҙың тәжрибә мәктәбе һабаҡтарын ҡабул итеүе, ҡыҙыҡһыныуы бик тә мөһим. Бына беҙҙең дә ейән-ейәнсәрҙәр байтаҡ, әммә ауылды үҙ итеп, ял һайын киләм тип торғаны берәү генә. Ике йәшкә тиклем быны үҙебеҙ ҙә бик уйлап барманыҡ, йәнәһе, ул ауыл тормошон үҙ итмәҫ. Хата уйлағаныбыҙҙы өләсәһе, ейәнебеҙ һәм мин, өсәү генә, ауылдағы йортобоҙ биләмәһенә аяҡ баҫҡас та аңланыҡ. Тәүге секундтан уҡ ул аяҡ кейемен сисеп, үләндә йүгерә башланы. Яйлап ул малайлығын аса башланы. Гаражға ингән һайын сүкеш, ҡаҙау, төрлө асҡыстар алып сыға һәм, иң мөһиме, уларҙы дөрөҫ ҡуллана. Шуныһы аптырата ине - бер ваҡытта ла балта менән ҡыҙыҡһынманы. Уның ни тиклем ҡурҡыныс инструмент икәнен бала аҡылы булһа ла аңлағандыр. Бер ножовка, сүкеш, төрлө ҙурлыҡтағы шөрөп, таҡта биреп ҡуйҙым үҙенә. Өйөндә ҡаҙау ҡаға белмәгән ир-егеткә аптырамай булмай. Нисек инде, ир затынан булып, ҡулыңа сүкеш тә тота белмәйһең! Шуға күрә ейәнебеҙ бала саҡтан ысын ир булып үҫһен, тип, инструменттар биреп ҡуйҙым үҙенә. Ҡалаға ҡайтҡас, әсәһенә "Олатай миңә ысын инструменттар бирҙе", тип маҡтанған. Беҙ балаларға уйынсыҡ бирәбеҙ, ә улар, ана, ысынға иҫе китә, ғорурлана.
Шул уҡ йәйҙә иртән иртүк прогулкаға йөрөргә ғәҙәтләндек. Торғас та йылға буйына төшәбеҙ, һуңынан ҡоҙоҡ яғына барып, туғайҙы, унда осҡан ҡоштарҙы барлайбыҙ. Мәләүез йылғаһы аша һалынған күперҙе сығып, тау башында урынлашҡан ауылды, унда барған тормошто күҙәтәбеҙ. Шулай итеп, ҡунаҡҡа килгән ейәнебеҙҙе йәки ул мине, иртән прогулкаға йөрөтә инем. Йәйҙең ғүмере ҡыҫҡа булды, ул нисек килде, шулай үтеп тә китте. Киләһе йәй килгәс шуны-шуны эшләрбеҙ, тип планлаштырһам, ул ҡыш та ял һайын ашҡынып килде, "ысын" инструменттар менән өйҙә лә эшләне. Олатай менән бергә үҙләштергән һөнәрҙәре байтаҡ, уларын һанап тормайым. Шул шатландыра: ул башҡа балалар кеүек, телевизорға, гаджеттарға текәлеп, өйҙә ултырмай, һәр саҡ урамда, минең янда, хәрәкәт иткән уйындарға өҫтөнлөк бирә. Һуңғы осорҙа телевизорҙан хоккей, футбол, баскетбол ҡарарға өйрәнеп алды. Ул - "Салауат Юлаев" хоккей командаһының тоғро көйәрмәне. Йәш хоккеист Родион Әмировты беҙҙең туған тип иҫәпләй. Әле футбол буйынса донъя чемпионаты башланыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Сәғәттәр буйы телефонда, компьютерҙа теләһә ниндәй мәғәнәһеҙ уйындар менән маташҡансы, ошолай ҙур спорт менән ҡыҙыҡһынып, хәбәрҙар булып үҫеүе шатландыра, олатай ҡыҙыҡһынған әйберҙәр менән ҡыҙыҡһыныуы мине шул тиклем бәхетле итә.
Үҙем белгәнде өйрәтергә, тапшырырға кеше булыуы менән шатмын, тимәк, йыйған тормош тәжрибәм юғалып ҡалмаясаҡ.
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
