Көтөп алынған ураҙалар ҙа тамам. Быйыл ул ниҙәр күрһәтте, иманға ҡайтыусылар, ураҙа тотоусылар күбәйҙеме? Кеше-ара мөнәсәбәттәрҙә ыңғайға көйләнеш, шәфҡәтлелек күренештәре өҫтөнлөк иттеме?

Көтөп алынған ураҙалар ҙа тамам. Быйыл ул ниҙәр күрһәтте, иманға ҡайтыусылар, ураҙа тотоусылар күбәйҙеме? Кеше-ара мөнәсәбәттәрҙә ыңғайға көйләнеш, шәфҡәтлелек күренештәре өҫтөнлөк иттеме?, image #1

Рәмзиә ҒАЙСИНА, Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы: Үҙемдең күҙәтеүҙәрем буйынса, быйыл ураҙа тотоусылар һаны бермә-бер артты, тип уйлайым. Быны мин ауылдаштарым, туғандарым, дуҫтарым һәм таныштарыма ҡарап әйтәм. Бының сәбәптәрен төрлөсә аңлатып булалыр. Кемдер быны дин, иман нигеҙҙәренең тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә барыуы тип аңлатһа, икенселәр кешелеккә янаған хәүеф, ҡурҡыныс алдында Аллаһҡа һыйыныу сараһы тип уйлай. Ураҙа тотоусылар араһында үҙҙәренең сәләмәтлек торошон, түҙемлек-сабырлыҡтарын һынап ҡарарға теләүселәр ҙә барҙыр. Хатта ки ураҙаны үҙҙәрен күрһәтеү өсөн файҙаланыусылар ҙа бар, тиҙәр. Бәхеткә, мин ундайҙарҙы үҙ юлымда осратҡаным юҡ, шулай ҙа уларҙы бик ҡаты хөкөм итергә лә ярамай. Бәлки, ипле генә аңлатырға тырышырға кәрәктер, тейем, сөнки шундай юл менән башлап ебәрһә лә, аҙаҡҡа табан ураҙаның ысын ҡиммәтенә төшөнөп, хаҡ юлға баҫыр һәм иманға таҙа күңел менән килер. Һәр хәлдә, кешенең нимәнәндер ҡурҡып ураҙа тота башлауына ҡарағанда, уны Аллаһҡа рәхмәтле булып ниәтләү хәйерлерәктер.

Кеше-ара мөнәсәбәттәргә килгәндә, ауылдарҙа халыҡ былай ҙа электән үк бер-береһенә шәфҡәтле һәм ярҙамсыл булыуы менән айырылып тора, минеңсә. Уларҙың бер-береһен яҡшы белеүе, икенсенән, тәбиғәткә, ер-һыуыбыҙға яҡын булыуы күңел тороштарының да тәбиғирәк булыуына сәбәпсе. Ярҙамсыллыҡ, мәрхәмәтлелек күренештәре быйыл ҡалаларҙа ла күҙгә бәрелде. Телевидение тапшырыуҙарынан, интернет хәбәрҙәренән күренеүенсә, ирекмәнлек хәрәкәте әүҙемлек алды: өлкән йәштәге, сирле йә хәрәкәте сикләнгән инвалидтарға күпме изгелек эшләне улар!

Унан һуң, коронавирус менән сирләп, һауыҡҡандар араһында донор булыусыларҙың да изгелек ғәмәле һоҡландырҙы: уларҙың ҡанынан айырып алынған плазма ауыр хәлдәге сирлеләрҙе ҡотҡарасаҡ. Табиптар хаҡында айырым әйтеп китеү кәрәк. Элегерәк халыҡтың күпселеге беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы эшенә, сифаты һәм кимәленә ҡарата бик күп дәғүәләр белдерә килде, шуға ҡарамаҫтан, ауыр һынау алдында барыбер табиптарыбыҙ һынатмаҫҡа тырыша. Дөрөҫ, ошондай ваҡытта уларҙың төрлөһө осрап тора, ләкин ил Президенты В. Путин әйтмешләй, сир менән көрәштең алғы һыҙығында һөнәри анттарына тоғро ҡалып, фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәтеүселәр ҙә күп. Дөрөҫөн әйткәндә, улар һөнәри бурыстарына ғына түгел, ә кешелек асылдарына ла тоғролоҡтарын раҫланы.

Хәйҙәр НИҒМӘТЙӘНОВ, эшсе, Өфө ҡалаһы: Ураҙаның быйыл ил өсөн генә түгел, донъя кимәлендәге афәт осорона тап килеүен күптәр тикмәгә юраманы, уны Юғары көс тарафынан ергә ебәрелгән ишара тип ҡабул итте. Аҡыллыға - ишара, тиҙәр бит, мин үҙем былай әллә ни хөрәфәткә ышанып бөтмәһәм дә, бында, ысынлап та, ниндәйҙер ғиллә булыуы бик мөмкин, тип тә уйлап ҡуям. Халыҡтың быйыл ураҙаға әүҙем тотоноуы ла ошо фаразды нигеҙләп тора кеүек.

Кешегә эйәреп, дәртләнеп китеп үҙем дә тота башлағайным, ауыр эштә - төҙөлөштә эшләгәнлектән, өс-дүрт көндән арттырып булманы: хәл бөтә, һыуһата, сөнки тирләп-бешеп кирбес, бетон, цемент менән эш итергә тура килә. Кешеләр өйҙә ултырғанда ла беҙ эшләнек. Еңелерәк эштә йөрөгән 21 йәшлек бер егет ураҙаһын аҙағынаса еткерә алды, афарин тимен уға. Тыуған ауылымдағы ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ туғандарымдың да күбеһе ураҙала булдылар. Көнөнә биш фарыз намаҙын уҡып, шартына килтереп бөтөрә алмаһалар ҙа дингә тартылыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙың күберәк булыуы күренә, ә ир-аттың быға әллә ни иҫе китеп бармай һымаҡ. Аяттарға, йома намаҙҙарына түбәтәй кейеп килеп ултыралар ҙа, сыҡҡас, оноталар. Исмаһам, доғалар ятлап алып эстән генә уҡып йөрөһәләр, күңелдәре йомшарыр ине. Юғиһә, ауылдарҙа эскелек тә, эшһеҙлек тә, фәҡирлек тә бар. Фәҡирҙәр тип, тап ана шул эсеп йөрөгәндәрҙе әйтәм инде. Элекке кеүек, бер-береңә бушлай ярҙамға килеп етеү, өмәгә әйтеү йолалары ла бөттө, онотолдо. Бәләкәй генә эш өсөн дә хаҡ һорарға оялмайҙар, ярҙамдан булыр, сауабын насип итһен, тимәйҙәр.

Белмәйем, ауылдарыбыҙ бер саҡ элекке кеүек гөрләп торормо икән? Әле бына пандемия башланғас, Себер тарафтарында, Яҡутстанда ауыр эштә йөрөгән ике меңләп ир-егетебеҙ ҡайтты. Бындай эштә эшләгәс, улар уңған, булдыҡлы егеттәр, тимәк! Тик беҙҙең мөхиткә ҡайтып, эсә генә башламаһын инде улар. Ауылдарыбыҙҙа ана шул ситтән ҡайтҡан эш көстәре малсылыҡ, игенселек, ҡошсолоҡ, йәшелсәселек буйынса фермер хужалыҡтары ойоштороп ебәрә алыр ине бит. Тик бының өсөн дәүләттән дә ярҙам кәрәк. Юғиһә, ауыл халҡы көс түгеп үҫтергән уңышын, аҫраған малын ҡайҙа итергә белмәй аптырана. Кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыуға булышлыҡ итеүен таныған хәлдә лә, бөгөн ауылдың йөҙөн тамырынан үҙгәртеү өсөн ураҙа тотоу, дингә һығыныу ғына етмәй шул...

Мәүлиҙә ДӘҮЛӘТБАЕВА, хеҙмәт ветераны, инвалид: Эйе, быйылғы ураҙа башҡа йылдарҙағынан айырылып торҙо, сөнки күп илдәрҙе ялмап алған коронавирус сире тап ошо ваҡытҡа тура килде. Шул арҡала кешеләр өйҙәренә бикләнде, аралашыу мөхите сикләнде. Ярай ҙа ҡайһы берәүҙәр, хәҙер хатта өлкән йәштәгеләр ҙә, интернет аша виртуаль аралашыуға күсте. Шунлыҡтан, йома намаҙҙарын да мәсеткә йыйылышып түгел, ә онлайн режимда өйҙәрендә башҡарырға тура килә. Ураҙа тотоусыларҙың да арта барыуын шул уҡ интернеттан белеп ҡыуандым. Дөрөҫ, ураҙағыларҙың барыһы ла интернетта ултырмаһа ла, иртәнсәк сәхәргә тороуҙарынан башлап, ураҙаны нисек тотоуҙары, ифтарға нимәләр әҙерләп ауыҙ асыуҙарына тиклем тәьҫораттары менән бүлешеүсе йорт хужабикәләре, пенсионерҙарҙың байтаҡ ҡына икәнен белдем.

Эйе, өйҙәребеҙгә бикләнһәк тә, күңелдәребеҙ бикләнмәне. Теләһә ҡайһы ваҡытта күңелде өйкәп торған мәсьәлә буйынса һөйләшеп, эс серҙәрең менән бүлешер кешеләр барлығы, берҙәмлек, яҡынлыҡ тойғоһо күңел төшөнкөлөгөнән аралай, яҡшыға ышанысты нығыта төшкәндәй. Ләкин күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә етәме инде!

Әңгәмәсеңдең кем икәнен белмәйенсә сиселеп китеүҙең дә ярамағанлығын аңланым. Дөрөҫөрәге, "аңлаттылар". Даими рәүештә дарыуҙарға бәйлелектән, ураҙа тота алмауым хаҡында "Серҙәштәр" гә яҙғас, үҙен уҡытыусы тип таныштырыусы бер ҡатын минең бәйләнешкә инеп, 45 йыл стажлы тәжрибәле табипты белеүе, тик уның ғына ауырыу балаһын аяҡҡа баҫтырыуы хаҡында яҙып, миңә лә шул шәфҡәт туташына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе һәм, ул һинең гормон препаратыңды, бөтөн башҡа дарыуҙарыңды ташлатасаҡ, тип тә өҫтәне. Кемдең инде һауыҡҡыһы, башҡалар кеүек тулы тормошта йәшәгеһе килмәһен! Күңелемдә мең өмөт, мең хыял тоҡанды. Был "абруйлы, тәжрибәле табипҡа" ҡурҡа-ҡурҡа ғына шылтыратҡас, мин уның, ысынлап та, бик "тәжрибәле" булыуын аңланым һәм уға эс серемде сисеүемә бик үкендем. Бәлки, яҡшы табип булғандыр ҙа ҡасандыр, ләкин әлеге ваҡытта ниндәйҙер ишетмәгән-белмәгән Ҡаҙағстан бәлзәмдәре менән сауҙа итеүсе "бизнес-вумен" булып сыҡты ул. Сир буйынса кәңәш биреү түгел, диагнозды ла хатта тыңлап торманы, ә талапсан тауыш менән минең кеҫәләрҙе "ҡапшай" башланы: күпме пенсия алаһың, ирең эшләйме, балаларың ярҙам итәме һ.б. Бер ҙә изге Рамаҙан айы тип тормайынса, бына шундай юл менән аҡса ҡайырыусылар ҙа бар икән арабыҙҙа - һаҡ булығыҙ! "Бәйләнештә" үҙ-ара фекер алышыусы, серләшеүсе кешеләрҙән үҙҙәренә кәрәкле клиенттарҙы бына шул рәүешле ҡармаҡлап ултырыусы үҙ мосолмандарың барҙыр тип кем уйлаһын. Хәйер, сирле кеше хәле менән шулай үҙ файҙаһын ҡайғыртыусы әҙәмдәрҙе мосолман тип әйтергә лә ярамай, әлбиттә. Бының менән мин һеҙҙең һорауҙың һуңғы өлөшөнә шулай тип яуап бирер инем: яҡшылыҡ менән яманлыҡ һәр заманда ла йәнәшә килә торған төшөнсәләр. Кешеләр аңында ыңғайға көйләнеш өҫтөнлөк алһын өсөн бай һәм ныҡлы нигеҙле, ябай кешегә йөҙ менән боролған дәүләттә йәшәргә кәрәктер тип уйлайым. Ә инде был мөмкин булмаған мәсьәлә икән, һәр кеше үҙ аңында яҡшыға көйләнеш булдырып йәшәргә тейеш булып сыға, шунһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк? Ә был көйләнеште әҙәм балаһы фәҡәт дин юлында ғына таба алалыр, тип уйлайым.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

46 views·1 share