Һин китап уҡыйһыңмы? Балаларың уҡыймы?

Һин китап уҡыйһыңмы? Балаларың уҡыймы?, image #1

Айнур ҒӘЛИМЙӘНОВ, Өфө фән һәм технологиялар университетының 3-сө курс студенты: Мин буласаҡ физик-математик, ләкин, әсәйем әйтмешләй, күңелем менән лирикмын. Китап уҡыуға әүәҫлек миндә 3-5 йәштәрҙә башланды. Тәүҙә, әлбиттә, өс йәшемдә, мин әле уҡый белмәй инем, ләкин атайым менән әсәйем күпләп һатып алған төҫлө һүрәтле сағыу биҙәлгән балалар өсөн китаптарҙы оҙаҡ ҡарап ултырырға ярата инем. Ул саҡ миңә китаптарҙы атай-әсәйем ҡысҡырып уҡый торғайны. Шул саҡта кинәнеп тыңлаған башҡорт халыҡ әкиәттәре бөгөн дә тылсымлы кинокадрҙар һымаҡ күҙ алдымда тора. Әкиәттәр яраттым, ундағы мөғжизәле хәлдәрҙең тормошта ла барлығына ышанып үҫтем. Тора-бара үҙем уҡырға өйрәнеп, мәктәпкә барғас, өйҙәгеләрем "китап бәләһе"нә зарлана башламаһынмы! Әҙәби китаптар һиңә дәрес әҙерләргә ҡамасаулай, тип, өйгә эштән һуң ғына уҡырға тәғәйен ваҡыт билдәләп ҡуйыр булдылар. Миңә бигерәк тә фантастик әҫәрҙәр оҡшай, был жанр мине 6-7-се кластарҙа үҙенә әсир итте, сөнки тап шул саҡта мин робот техникаһы түңәрәгендә шөғөлләнә башланым.

Физик-математик һөнәрен һайлауыма роботтарҙан бигерәк, тылсымлы башҡорт халыҡ әкиәттәренә бурыслымын, тип уйлайым хәҙер. Ысынлап та, ҡанатлы Толпар тоғро дуҫы булған әкиәт батырҙарының аждаһа, дейеү, мәсекәй әбей кеүек яуыз көстәр менән көрәшеүе, Сәмреғошҡа атланған батырҙың ер өҫтөнә күтәрелеүе, Урал батырҙың үҙенә тәғәйенләнгән тере һыуҙы тирә-йүнгә бөркөп, үлемде еңеүе һәм үлемһеҙлеккә өлгәшеүе - былар бөтәһе лә кешелек донъяһының мәңгелеге, ғәҙеллеге, мөғжизәләре хаҡында һөйләп ҡалдырылған ауыҙ-тел ижады мираҫы. Ошо мираҫ ынйылары тыуғандан алып кеше күңеленең төпкөлөнә һалып ҡалдырылмай икән, тимәк, ул әҙәм әрәмгә ғүмер кисерә, донъялыҡ асылын аңлауҙан мәхрүм ителә тигән һүҙ. Был йәһәттән миндә кескәйҙән ниндәйҙер ялтырауыҡ ҡытай уйынсығына түгел, ә китапҡа, уның батыр геройҙарына ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алған башҡорт теле уҡытыусыһы әсәйемә рәхмәтлемен. Ҡала балаһы булһам да, үҙ телемдә иркен һөйләшеүем дә шул әлеге китаптарҙан, халыҡ әкиәттәренән килә, тип уйлайым. Киләсәктә ғаилә ҡороп, балаларыбыҙ донъяға килһә, мин дә уларҙы ғаиләмдә мине тәрбиәләгәндәре кеүек белемгә, уҡырға, матурлыҡҡа, ғәҙеллеккә инандырырға, туған телебеҙҙең ҡәҙерен белергә өйрәтәсәкмен.

Рәлиә БИКТИМЕРОВА, Өфө районы Шамонин дөйөм урта белем биреү мәктәбе хеҙмәткәре: Ғаиләбеҙ менән китап уҡырға яратабыҙ. Беҙ инде ирем менән китап уҡыған быуын балалары, шуға күрә ошо сылбыр өҙөлөп ҡалмаһын өсөн балаларыбыҙҙа ла китапҡа һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Үҙебеҙ күберәк башҡортса китаптарҙы, бигерәк тә Ноғман Мусин, Зәйнәп Биишева, Мостай Кәрим, Талха Ғиниәтуллин һәм башҡа бик күп авторҙарҙың әҫәрҙәрен уҡыйбыҙ. Ирем айырыуса хикәйәләр уҡырға әүәҫ. Өйөбөҙҙәге китап кәштәләрендә үҙебеҙҙең бала саҡтан уҡып, изге күргән "иҫке", ләкин һәр ваҡыт заманса актуаль булып ҡалған китаптар күберәк урын алып торалыр, тейем. Был китаптар кемдәрҙеңдер ялтыр тышлы һәм, бәлки, асып та ҡаралмаған модалы томдар коллекцияһына ҡарағанда йөҙ тапҡырға ҡиммәтерәк минең өсөн.

Бынан тыш, хәҙер электрон китаптарҙың барлыҡҡа килеүе лә бик уңайлы: рус һәм сит ил яҙыусылары әҫәрҙәре, китап яңылыҡтары менән танышып барыу өсөн мөмкинлек бирә. Балаларыбыҙға килгәндә, ҡыҙыбыҙ Йәнгүзәл быйыл 7-се класты, улыбыҙ Батырхан 5-сене тамамланы, улар ҙа китап яраталар. Үҙебеҙ ҙә уларҙы уҡытыу яҡлыбыҙ, сөнки китап уҡып үҫкән балаларҙың фекерләү ҡеүәһе асыла, телмәре шымара. Әйткәндәй, китап менән дуҫ булыуы улыбыҙға башҡорт һәм рус әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа призлы урындар алырға ярҙам итә. Ҡыҙыбыҙ ҙа уңыштары менән ҡыуандырып тора.

Шуға күрә китап уҡырға кәрәк, тип инанғанбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ул кешенең күңел талабына әйләнергә тейештер. Элек был ҡәҙимге күренеш була торғайны, ә бөгөн ҡулдарҙа китап урынына - телефон, тик уларҙың эйәләре онлайндан китап уҡып ултыралыр, тип уйламайым, ҡыҙғанысҡа күрә. Ә бит бөгөнгө ығы-зығылы ҡатмарлы тормошта китап кешенең иң яҡын дуҫына, аралашыу сараһына әүерелергә тейеш кеүек тә бит... Сөнки һәйбәт китап ул күңелде тынысландыра, позитивҡа көйләй, уйҙарҙы тәртипкә килтерә. Ғәҙәттә, мәктәп китапханаларында һайлау мөмкинлеге ҙур булмай, шуға күрә беҙ балаларыбыҙға китапты магазиндарҙан йөрөп-ҡарап, һатып алабыҙ. Хәҙер заказ биреп тә китап алдырыу мөмкинлеге бар бит инде. Ҡыҫҡаһы, китаптар йәшәһен ине ул, электрондары ғына түгел, элеккесә, баҫма, ҡағыҙ варианттары ла - ҡулға тотоп, уның йылыһын тойоп, һүҙ ҡеүәтенән көс алып, ыңғайға көйләнеү өсөн дә.

Альбина АҠБУЛАТОВА, Баймаҡ районы Йомаш ауылы китапханасыһы: Әле бына һеҙ шылтыратыр алдынан ғына данлыҡлы ауылдашыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Дан ордендарының тулы кавалеры Әҙһәм Әлибаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған уҡыусылар конференцияһын тамамлап ҡына тора инек. Әҙһәм Ғәле улы 1925 йылдың 20 майында беҙҙең Йомаш ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлап, 1943 йылда Темәс педучилищеһында уҡып йөрөгән еренән 18 йәшендә генә үҙе теләп һуғышҡа китә. Сталинградтан башлап, Берлинғаса барып етә, ауыр яралана. Һуғыштан ҡайтҡас, уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа, һуғышта алған ауыр яраларҙан һәм контузиянан мантый алмай, 1951 йылда 26 йәшендә генә донъя ҡуя. Әҙһәм Әлибаев үҙенең һуғыш юлдары хаҡында яҙып ҡалдырған көндәлектәре Мәскәүҙә "Комсомолдар көндәлектәре һәм хаттары" тигән йыйынтыҡта ике тапҡыр баҫылып сыға. Китап уҡыусылар, айырыуса мәктәп балалары ҡаһарман ауылдашыбыҙ хаҡында бик күп мәғлүмәттәр менән танышты, уның яу юлдары хаҡында иҫтәлектәренән өҙөктәр тыңланы. Бындай саралар беҙҙең китапханала йыш ойошторола, китап һөйөүселәребеҙ унда ихлас ҡатнаша.

Ауылыбыҙҙа гәзит-журналдар һәм китап менән дуҫ, донъяға әүҙем ҡарашлы, матур күңелле кешеләр байтаҡ. Мәҫәлән, иң ихлас уҡыусыларымдың береһе Рәмилә апай Әбүбәкированы көн һайын тиерлек китапханала күрергә була. Иртәнге сәғәт 11-ҙәрҙә килеп ултырып, тәүҙә гәзит-журналдар ҡарап сыға, унан яратҡан китаптарын алып уҡый. Китап уҡырға әүәҫ тағы бер уҡыусыбыҙ - Закир ағай Түвәнәевты инде һәүәҫкәр тарихсыбыҙ тип әйтергә лә була, сөнки китапханалағы бөтөн тиерлек тарихи әҫәрҙәрҙе уҡып сыҡҡан кеше ул. Һуғыш хаҡында документаль очерктар һәм мемуарҙар - уның яратҡан жанры. Ул үҙе уҡыу менән генә сикләнмәй, ана шул китаптарҙың йөкмәткеһен тасуирлап һөйләргә ярата: тарихыбыҙҙы башҡалар ҙа белһен, уҡыһын, тип тырышыуы. Сөнки бөгөн бит йәштәр илебеҙ тарихы, шулай уҡ башҡорт халҡының үткәне менән әллә ни ҡыҙыҡһынып бармай. Әүҙем китап уҡыусыбыҙ Миңлебикә инәй Янбаеваны ла билдәләп китер инем. Беренсенән, ул өйөнә бик күп гәзит-журналдар алдырып уҡый. Ә инде китаптарҙы беҙҙән килеп ала. Тағы ла китап һөйөүселәрҙән Менәүәрә Райманова, Ләйлә Түвәнәева, Миңнур Ҡурмашева, Файза Фәтҡуллина, Миңнур Янбаева һәм башҡа бик күптәрҙе өлгө итеп килтерергә була. Мин берәй эш менән районға китһәм, улар ҡайтҡанымды көтөп торалар: берәй яңы китап алып ҡайтманыммы тип белешә һалалар.

Әйткәндәй, ауыл китапханаларын яңы сыҡҡан әҙәбиәт менән тәьмин итеү мәсьәләһе бик насар тора, тип әйтер инем. Беҙгә, ауыл уҡыусыһына, бөтөнләй иғтибар юҡ. Әле мин телгә алып киткән китап һөйөүселәребеҙ яңы китаптар һорап йыш мөрәжәғәт итә, хатта мине әрләп тә алалар. Ҡайһы саҡ үҙ аҡсама булһа ла яңы сыҡҡан берәй китапты һатып алып ҡайтһам, уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар туҙып бөтә, ә мин ҡыуанам: уҡыһындар ҡына. Китап - белем шишмәһе генә түгел, рухыбыҙҙы байытыусы, тәрбиәләүсе лә бит ул. Яңыраҡ яҡташ яҙыусыбыҙ Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның китабы менән дә шулай булды. Ҡыуанысҡа күрә, беҙҙең ауыл халҡы телевизор ҡарап йә телефонда ғына ултырмай, уҡырға ла ярата. Тик беҙгә китаптар кәрәк! Ошо йәһәттән "Атайсал" республика проекты әүҙемселәренә өндәшкем килә: бик күп яҡшы, изге эштәр башҡарыла, тик шул уҡ ваҡытта яҡташтарығыҙҙҙың рухи ихтыяжын хәстәрләп, уларҙы гәзит-журналдар, китаптар менән тәьмин итеүҙе лә ойошторһағыҙ ине.

Ильяс АЛЛАБИРҘИН, хеҙмәт ветераны, Өфө ҡалаһы: Мин - китап тәрбиәһе алып үҫкән быуын вәкиле. Бәхеткәме, ҡыҙғанысҡамы - беҙҙең заманда айфон-смартфон түгел, хатта ҡала-ара стационар телефон аппараттары ла һәр өйҙә булманы. Фатирыңа ҡала телефоны ҡуйҙырыу өсөн йә берәй түрә, йә бик кәрәкле һөнәр эйәһе йә инвалид булыу шарт ине. Ни өсөн шулай тим: бөгөн ҡасандыр иң күп гәзит-китап уҡыусылар иле тип йөрөтөлгән ватаныбыҙҙа ваҡытлы матбуғат ҡына түгел, хатта китап уҡыуҙан да ваз кисте халыҡ.

Мин шулай уйлаһам да, былтыр Тверь өлкәһе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуында РФ Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, "Бөгөнгө Рәсәй граждандары күберәк уҡый башланы. Халыҡ-ара ойошмалар тикшеренеүҙәре буйынса илебеҙ граждандары уҡыуға ваҡыттарын бүлеү иҫәбе буйынса донъяла икенсе урында" икән. Һүҙ ыңғайы шуны ла әйтеү кәрәк: китап уҡыу буйынса беренсе урында Ҡытай булып сыҡһа, Испания - өсөнсө урында. Махсус тикшеренеүҙәргә таянып һөйләүсе Президенттың фекере дөрөҫтөр, әлбиттә. Сөнки мин бит үҙем йәшәгән ҡала, дуҫтар, таныштар, китапханалар мөхитенән сығып фекер йөрөтәм. Ә бит бөгөнгө мәғлүмәт ташҡыны шарттарында нимәлер уҡымайынса, бер ни менән ҡыҙыҡһынмайынса йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Дөрөҫ, бөгөн ҡулға китап йә гәзит урынына әлеге лә баяғы телефон тотоп уҡыйҙар, сөнки электрон китаптар барлыҡҡа килде. Был, бер яҡтан, китап булып баҫылып өлгөрмәгән йә иһә тиҙ генә табып булмаған берәй әҙәбиәтте уҡырға мөмкинлек биреүе менән ҡиммәт. Мин үҙем дә былтыр "Стругацкийҙарһыҙ донъя" тигән хикәйәләр йыйынтығын уҡый башлағайным да, электрон экранды яйһыҙ күреп, китаптың үҙен һатып алырға булдым.

Ошо ай аҙағында Өфөлә үткәреләсәк Халыҡ-ара йәрминкәлә яңы китаптар менән танышыуҙы түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөйөм. Былтырғы йөрминкәгә ейәнем менән ейәнсәремде лә алып барғайным. Улар үҙҙәре өсөн тотош бер мөғжизә - китап донъяһы асты бында. Бала саҡтан китап "ене" ҡағылғанлыҡтан, минең өй тулы китап, шкафҡа һыймағандарын үҙем стенаға беркетеп эшләгән кәштәгә теҙгәнмен. Балаларым шул китаптар менән дуҫлашып үҫте, тиергә лә була. Бөтәһен дә уҡып сыға алмаһалар ҙа, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған темаға һәр ваҡыт китап табыла ине был кәштәләрҙә. Ейән-ейәнсәрҙәр ҙә беҙгә килгән һайын, үҙҙәре үҫә барған һайын, ошо китап шкафы янында оҙағыраҡ туҡтала барҙы. Әйткәндәй, унда элекке совет балалар яҙыусылары Сергей Михалков, Самуил Маршак, Корней Чуковский, Николай Носовтар менән бергә башҡорт яҙыусылары Зәйнәп Биишева, Мостай Кәрим, Әнүәр Бикчәнтәев, Фәрит Иҫәнғолов, шулай уҡ бөгөнгө яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бик күп. Балалар, унан һуң ейәндәр бәләкәй саҡта уларға ҡатыным менән алмашлап ҡысҡырып китап уҡыр булдыҡ, үҫә килә, улар үҙаллы уҡый башланы. Улар бигерәк тә З.Биишеваның "Дуҫ булайыҡ", М.Кәримдең "Өс таған", "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәрҙәрен яраттылар. Ошо әйткән һуңғы ике әҫәр буйынса талантлы режиссер Айнур Асҡаровтың фильмдарын да бергәләп йыйылып, ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ.

Шуны әйтергә теләйем: өлкәнәйә килә, күңел документаль әҫәрҙәргә тартыла икән ул, сөнки был тарихи китаптарҙа уйлап сығарылған яҙыусы фантазияһы юҡ, уларҙа - тормош хәҡиҡәте һәм йыш ҡына күпселеккә билдәле булмаған мәғлүмәттәр теркәп ҡалдырылған. Әлеге ваҡытта мин бөйөк полководец, Советтар Союзы Маршалы, дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы, ике "Еңеү" ордены кавалеры Георгий Жуковтың "Иҫтәлектәр һәм уйланыуҙар" китабының ике томлығын ҡайтанан уҡыйым. Икенсе бер мәшһүр Маршал А.Василевский әйтеп ҡалдырғанса, был китаптың уңышы үҙенең илһөйәрлеге менән айырылып тора, тарихи ваҡиғаларҙы бөтөн киңлегендә һәм объективлығында сағылдырыуы менән ҡиммәт. Жуковтың мемуарҙары теге осорҙа 30 илдә 18 телдә 7 млн тираж менән баҫылып сыға һәм Штутгартта нәшер ителгән баҫмаһы тышына немец телендә: "Эпоханың бөйөк документтарының береһе" тип яҙылған. Илһөйәрлек өлгөһө тип танылған ошо документаль әҫәрҙе бөгөн мәктәптәрҙә тарих дәрестәредә хрестоматия итеп файҙаланырға ине ул...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.

23 views·1 share