ӘХЛАҠЛЫҠ КИМӘЛЕ НИНДӘЙ?

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

ӘХЛАҠЛЫҠ КИМӘЛЕ НИНДӘЙ?, image #1

Раушания БИКБУЛАТОВА, персонал менән идара итеү буйынса йәш белгес: Бөгөнгө көндә әхлаҡлылыҡ, мораль, этика тураһында һүҙ барғанда, яҙылмаған ҡағиҙә булараҡ, өлкән быуын вәкилдәре нишләптер йыш ҡына йәш быуынды миҫал итеп алып, уларҙың тетмәһен тетергә ғәҙәтләнеп китте. "Йәштәр" төшөнсәһе улар телендә әр һүҙе булып яңғырай, ахыры һәм, ысынлап та, улар бер тауыштан йәштәрҙе ғәйепләй, уларҙан "кер" эҙләй, зарлана башлай. Йәнәһе, элек йәштәр тәртипле, тыңлаулы, эш һөйөүсән ине, тип ҡабатларға ярата улар. Ысынлап та шулаймы был? Өлкәндәр ризаһыҙлығының сәбәптәре ниҙә?

Бөгөнгө миллениал, йәғни, ябай тел менән әйткәндә, 1981-1996 йылдарҙа тыуған быуын йәштәренең айырылып торған сифаттары: үҙаллы фекерләү һәләте, үҙ үҙлектәрен белдереүгә, тиң хоҡуҡлылыҡҡа ынтылыштары, толерантлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ. Улар һәр яңылыҡҡа асыҡ, аралашыусан. Ләкин ни өсөн өлкән быуын уларҙы ҡайһы саҡ өнәп бөтмәй һәм йыш ҡына әхлаҡһыҙлыҡта ғәйепләргә генә тырышып тора икән? Быға бер төрлө генә яуап биреүе лә ауыр. Әхлаҡһыҙлыҡ күренештәре һәр заманда ла булған, буласаҡ. Өлкәндәр ҙә ҡасандыр йәш быуын булған һәм улар йәшәгән осорҙа ла әхлаҡһыҙлыҡ, енәйәтселек булған, ләкин ул замандарҙа мәғлүмәт сығанаҡтары өҫтөнән хакимлыҡ иткән цензура был хаҡтағы хәбәрҙәрҙең таралыуына юл ҡуймаған, шуға күрә улар заманындағылар тыныс һәм тәртипле булған кеүек тойола. Әле иһә саҡ ҡына яҙа баҫҡаныңды ла интернет һәм социаль селтәрҙәр эләктереп ала һала. Шуға күрәлер ҙә бөгөн "ҡырын эш"тәр күберәк ҡылына кеүек күренә, ахырыһы.

Йәштәрҙе тәнҡитләргә яратыусы бумерҙар, йәғни 1946-1964 йылғылар, бөгөнгө йәштәрҙән коллективизм тойғоһо, түҙемлек, һаҡсыллыҡ, дөйөм эшкә бирелгәнлек, карьераға ынтылыштары менән айырылып тора, тип әйтер инем. Шуға күрә улар: "Беҙҙең быуын йәштәре баҫалҡылыраҡ та, изгелеклерәк тә ине; беҙ уҡырға ла, эшләргә лә тырышып торҙоҡ, ә бөгөнгө йәштәр уҡырға ла, эшләргә лә теләмәй",- тип ҡабатлай. Ләкин мин бындай ҡараш менән килешмәйем, сөнки бөгөнгө йәштәрҙең үҫкән һәм уҡыған йылдары илдә барған ҡатмарлы осорға тап килде, йәмғиәтебеҙҙең ҡайһы юлдан барыры ла асыҡ түгел ине. Шуғалыр ҙа, күрәһең, беҙҙең тиҫтерҙәрҙе "юғалған быуын"ға ла иҫәпләп ҡуялар, сөнки ваҡытында уларҙың күбеһе ата-әсәһе теләге буйынса диплом өсөн генә вуз тамамланы, ә һөнәр һайлау, тормошта үҙ маҡсатыңды табыу тураһында күптәр уйланманы. Шул арҡала вузда уҡыған һөнәре буйынса эшләмәгән йәштәр бик күп.

Ҡыҫҡаһы, заманы шулай тура килде, ләкин был бөгөнгө йәштәрҙең әхлаҡлылыҡ йә булмаһа әхлаҡһыҙлыҡ сифаттарын билдәләүсе үлсәм түгел. Бөгөнгө йәштәр тормошто, илебеҙҙе һөйә, донъяны күберәк танып-белергә, сәйәхәт итергә ярата; кәрәк булып, ил саҡырғанда, тыныс тормош, Ватаныбыҙ һағына баҫырға ла әҙер тороуҙарын иҫбат иттеләр; именлек, матур киләсәк өсөн хатта ғүмерҙәрен дә йәлләмәгән йәштәребеҙ барлығын күрҙек һәм улар менән ғорурланабыҙ, уларҙың яҡты образдары мәңгелеккә хәтеребеҙҙә һаҡланыр.

Хәкимйән ИБРАҺИМОВ, инженер, Өфө моторҙар производство берекмәһе хеҙмәткәре: Нимә ул әхлаҡ һәм әхлаҡлылыҡ - тәүҙә ҡыҫҡаса ғына шуны иҫкә төшөрәйек, сөнки был төшөнсәләр хаҡында яйлабыраҡ һәм иркенләп бик күп һөйләргә кәрәк булыр ине, юҡҡа ғына был турала ҡалын-ҡалын хеҙмәттәр, китаптар яҙылмаған бит, ә гәзит бите ҡыҫҡа һәм аныҡ һүҙҙе ярата. Ғилми әҙәбиәттә был төшөнсәгә ҡыҫҡа ғына бер һөйләм менән аңлатма бирелә: "Әхлаҡлылыҡ - ул кеше ҡылығының теге йәки был тәртип сиктәренә ярашлылығы йәки ярашлы булмауы". Быға өҫтәп, ябайыраҡ тел менән әхлаҡлылыҡты кеше ғәмәлендәге аңлы рәүештә башҡарылыусы тәртибе, намыҫ эше, тип әйтергә лә булалыр. Кешенең изгелек идеалына ынтылышында сағылыусы эске донъяһы һәм холоҡ сифаттары. Фәндә әхлаҡлылыҡ мораль һәм этика төшөнсәләренең синонимы тип тә ҡарала. Ә мин үҙемсә әхлаҡлылыҡты кеше ҡылығына баһа биреүсе намыҫ мыҫҡалы (үлсәүе) тип әйткем килә. Ә был намыҫ мыҫҡалы кешенең эске тәрбиә кимәлен, уның күңел ынтылышын билдәләп тора. Йәмғиәтебеҙҙәге әхлаҡлылыҡ кимәле, шулай итеп, тап ана шул кешеләр күңелендәге намыҫ дәрәжәһенә бәйле лә инде.

Тик ул үлсәүҙең ҡайһы яғы тосораҡ тарта бөгөнгө йәмғиәт тормошонда? Был һорауға яуап биреп, ғалимдар, социологтар бөгөнгө Рәсәй йәмғиәтенең әхлаҡи көрсөк кисереүен билдәләй һәм бының сәбәптәре итеп улар баҙар мөнәсәбәттәренән башлап, сит ил ҡиммәттәренә йүнәлеш алыуҙы, үҙебеҙҙең әхлаҡ нигеҙҙәрен һанламауҙы, күптәрҙең үҙ тормошонда мораль терәк булырҙай яҡшылыҡҡа, изгелеккә, тотороҡлолоҡҡа булған өмөттәрҙең юҡҡа сығыуын иҫәпләй. Бөгөн илдә генә түгел, ә халыҡ-ара кимәлдә барған идеялар һәм ҡиммәттәр бәрелеше, иҡтисади һәм сәйәси көрсөк, ыҙғыш һәм һуғыштар изгелек менән яуызлыҡ сиктәрен, кешелек өсөн тормош мәғәнәһенең асылын юҡҡа сығара, тотороҡлолоҡ менән әхлаҡлылыҡ нигеҙҙәрен ҡаҡшата.

Ә бит һәр бер йәмғиәт нигеҙендә әхлаҡлылыҡ принциптары ята. Тимәк, ул ҡаҡшай икән, йәмғиәткә лә хәүеф ҡурҡынысы янай, был айырыуса йәш быуын, балаларға ҡағыла. Шуның өсөн дә бит Рәсәй Президенты Владимир Путин һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә әхлаҡлылыҡ нигеҙҙәрен нығытыу буйынса һәр бер сығышында һөйләй, йәштәр менән осрашыуҙар ошо темаға йүнәлтелә, белем биреү учреждениеларында әхлаҡ тәрбиәһен тергеҙеү бурысы ҡуйылды. Ниһайәт, йәмғиәтебеҙҙә рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре билдәләнде - 2022 йылдың 9 ноябрендә тап ошо хаҡта Указға ҡул ҡуйылды һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙең төп 17 йүнәлеше тылҡып бирелде. Юғары әхлаҡлылыҡ - тимәк, ул илһөйәрлек, Ватанға хеҙмәт итеү һәм уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, коллективлыҡ тойғоһо, ғәҙеллек, изгелек, тарихыңды белеү, матур, татыу ғаиләле булыу.

Бөгөнгө көндә илебеҙ Көнбайыштың зарарлы йоғонтоһонан арынып, үҙенең суверенитеты өсөн көрәшә. Ошо маҡсаттарҙа алып барылған Махсус хәрби операция - ил халҡы өсөн лакмус ҡағыҙы ролен үтәне. Йәмғиәтебеҙҙәге әхлаҡлылыҡ кимәле бына шунда асыҡ күренде лә инде: шоу-бизнес әһелдәре, артистар сит илгә, күптәре Израилгә сығып китте, берәүҙәр МХО-нан ҡасты, ә кемдәрҙер үҙ теләктәре менән ил һаҡларға китте, тылдағылар ватан азатлығы өсөн көрәшеүселәргә гуманитар ярҙам ойошторҙо...

Күренеүенсә, урта һәм өлкән быуын вәкилдәре өсөн намыҫ, илһөйәрлек, фиҙаҡәрлек тойғолары ят түгел, улар -илгә ҡеүәт һәм терәк. Мине бөгөнгө йәштәребеҙҙең әхлаҡ кимәле борсой. Көн дә тиерлек эргәбеҙҙәге мәктәптең спорт майҙанында шөғөлләнәм. Бына шунда күренә лә инде бөгөнгө уҡыусыларҙың тәртип һәм "мәҙәнилек" кимәле. Иң тәүҙә уларҙың телмәр "байлығы" һушты ала: һәр һүҙ һайын эт ашамаҫ шаҡшы һүгенеүҙәренән, ихахайлап ҡысҡырып көлөүҙәренән ҡолаҡ япраҡтарың шиңерлек! Ошо көндәрҙә йәмәғәт урындарында, урамдарҙа Өфө үҫмерҙәренең төркөмдәргә тупланып, үтеп барыусы бер ғәйепһеҙ кешеләргә бәйләнеүҙәре, хатта туҡмап китеүҙәре хаҡында ҡот осмалы хәбәрҙәр таралды. Күрәһең, улар буш ваҡыттарын нисек үткәрергә белмәй, ә ниңә улар уҡыған мәктәп йә колледж уларҙы спорт залдарына йәлеп итмәй? Ниндәй мәктәптән улар?

Әйткәндәй, был бөгөнгө "сәнғәт әҫәре" - күптән түгел телеканалдарҙа, кинотеатрҙарҙа премьераһы булып үткән "Пацан һүҙе. Асфальттағы ҡан" фильмының йоғонтоһо булыуы ла бик ихтимал. Ә ниңә беҙҙең кино индустрияһы МХО ҡаһармандары хаҡында фильмдар төшөрмәй? Ҡасандыр, ҡайҙалыр булған урам һуғыштары хаҡындағы фильм ни өсөн бөгөн, йәмғиәтебеҙҙә тап әхлаҡлылыҡ принциптары хаҡында һүҙ алып барғанда күрһәтелә һәм ҡанһыҙлыҡ, аяуһыҙлыҡ күренештәрен пропагандалай?..

Ғәли ФӘХРЕТДИНОВ, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Баймаҡ ҡалаһы: Беҙ ауылда тыуып-үҫкән, совет осоронда йәшәгән һәм эшләгән быуын булараҡ, ирекһеҙҙән шул ваҡыттағы тормош рәүеше менән бөгөнгөнө сағыштырырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ һәм был үҙе үк һеҙҙең һорауығыҙға яуап бирә һымаҡ. Эйе, ирекһеҙҙән шундай сағыштырыу яһарға тура килә, сөнки беҙҙең заман менән хәҙерге йәшәү рәүешендә генә түгел, кешеләрҙең бер-береһенә, Тыуған илебеҙгә, тәүтөйәгебеҙгә, хеҙмәткә, ғаилә ҡиммәттәренә - бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ күҙ ҡараһылай күреп һаҡлаған рухи-әхлаҡи ҡиммәттәребеҙгә мөнәсәбәттең күҙ алдында үҙгәреүе йыш ҡына ике быуындың айырмаһы ер менән күк араһылай тойолоп китә һымаҡ.

Ябай халыҡ беҙҙең осорҙа "Кеше кешегә - дуҫ, иптәш һәм туған" тигән әхлаҡ кодексы менән йәшәне һәм эшләне. Хеҙмәт коллективтарында берҙәмлек, ярышып эшләү, йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙыу, уларға наставниктар беркетеү кеүек матур күренештәр бар ине һәм улар һәр ваҡыт ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Әлбиттә, беҙҙең замандарҙа бөтәһе лә ал да гөл булды, тип әйтмәйем. Юғары һәм урта власть эшелондарында шул уҡ коррупция ла, ришүәтселек тә, "ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ"тар ҙа булды һәм был күренештәр үҙенекен эшләй ине. Тимер-бетон системаға әйләнгән бындай әхлаҡһыҙлыҡ бөгөнгө осорҙа тағы ла ҡоторобораҡ үҫеште һәм киңерәк ҡолас йәйҙе.

Ләкин һуңғы осорҙа ваҡытында закон боҙоу юлы менән хосусилаштырылған предприятие һәм компаниялар хужаларының миллиардтарса күләмдә законһыҙ байығыуы, килемдәрен сит ил банкыларына сығарыу, беҙгә дуҫ булмаған илдәрҙә күсемһеҙ милек һатып алыу кеүек әхлаҡһыҙлыҡ ҡына түгел, енәйәти күренештәргә ҡаршы Рәсәй Прокуратураһы һәм Тәфтиш комитеты тарафынан тикшеренеүҙәр алып барыла, ҡайһыларының акциялары тартып алына һәм шәхси предприятиеларҙы дәүләт ҡарамағына күсереү буйынса эштәр башланды. Мәҫәлән, бер-ике генә миҫал: ошо араларҙа ғына Силәбе металлургия комбинатының өс заводы төбәк Арбитраж суды тарафынан дәүләт милкенә ҡайтарылды, әле "Макфа" акционерҙар ойошмаһы акцияларын дәүләт бюджетына күсереү буйынса эштәр алып барыла. Бындай үҙгәреш-тәр ҡыуандыра, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта бөгөн белем биреү учреждениелары һәм ғаиләләр иңенә йәш быуынды юғары рухи-әхлаҡ нигеҙҙәрендә тәрбиәләү бурысы йөкмәтелә. Бына был бурысты атҡарыу, минеңсә, еңелдән булмаясаҡ, сөнки үҫмерҙәрҙең күпселеге Ватаныбыҙ тарихын насар белә, әхлаҡ нигеҙҙәре өлгөһө булған классик әҫәрҙәрҙе уҡымай, бөтөн иждиһаттарын виртуаль донъя селтәрҙәренә йүнәлткән. Шуға ҡарамаҫтан, улар аңында данлы тарихыбыҙҙы тергеҙеү, Ватаныбыҙға һөйөү тәрбиәләү буйынса эш башланды. Ватан тарихын балалар хәҙер яңыртылған, объектив факттар менән тулыландырылған һәм хәҡиҡәтте раҫлаусы дәреслектәрҙән өйрәнәсәк.

Ә беҙ уҡыған осорҙа илебеҙ тарихын сағылдырыусы ниндәй шәп фильмдар күрһәтелә ине! Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында ғына ла илһөйәрлек миҫалы булырлыҡ бихисап шәп кинофильмдар күп ине. Ҡайҙа улар хәҙер, архив кәштәләрендә саңланып ятамы? Ниңә бөгөн балаларға шул фильмдарҙы күрһәтмәҫкә? Әйткәндәй, телевидениела ла, социаль селтәрҙәрҙә лә бөгөн гел генә насар хәбәрҙәр, атыш-үлтереш, һуғыш тураһында күрһәтелә. Кескәйҙәр өсөн йәнһүрәттәр ҙә аңлайышһыҙ тамашаға әйләнде: уның геройҙары ни кешегә, ни хайуанға оҡшамаған. Ә инде "Маша менән айыу" мультфильмы балаға нимә бирә? Элекке йәнһүрәттәрҙән йылылыҡ, изгелек нурҙары бөркөлә ине, улар бәләкәстәрҙе яҡшылыҡҡа өйрәтә, ярҙамсыл булырға, матур кешелек сифаттарына эйә булырға саҡыра ине...

Илдәге тынысһыҙлыҡ, һуғыш һәм теракттар йәштәр араһында кешелек сифаттарының юғалыуына, енәйәткә килтерә, еңел аҡсаға өмөт итеп йәшәүселәрҙе арттыра һәм был мине хәүефкә һала. Шул уҡ ваҡытта тәртипле, айыҡ аҡыл менән йәшәүсе белемле йәштәребеҙ барлығын да беләм, күрәм һәм ҡыуанам. Йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүгә иғтибар артыуы яҡшы. Элек бит мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) дәрестәре уҡытыла ине. Үҙгәртеп ҡороу осоронда уны юҡҡа сығарыуҙың касафатын бөгөн күрәбеҙ. Хеҙмәт тәрбиәһен кире ҡайтарыу ҙа файҙаға ғына буласаҡ, һәм был ҡыуандыра.

Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

94 views·1 share