ХЕҘМӘТ КИТЕП БАРА ТҮГЕЛМЕ?

Хеҙмәт ғали йәнәптәре үҙенең бәҫһеҙлеген тойоп, беҙҙең тормошобоҙҙан китеп бара түгелме?

ХЕҘМӘТ КИТЕП БАРА ТҮГЕЛМЕ?, image #1

Сынтимер БАЯЗИТОВ, Өфө күп профилле колледж директоры: Беҙҙең хеҙмәткә ҡарашыбыҙ борон-борондан быуындан-быуынға күсеп килгән. Беҙҙе, совет осоронда тыуып үҫкән, яңы ғына мәктәптә уҡып йөрөгән уҡыусыларҙы, һәр ваҡыт хеҙмәт менән тәрбиәләнеләр. Беҙ ул ваҡытта иртәнсәк мәктәптә уҡып, дәрестән һуң ололарға ярҙам итә торғайныҡ. Ололарға барып, йорттарында, ихаталарында ярҙам итеү оло бурыс итеп һанала ине. Әлбиттә, заманаһына күрә, ундай ғөрөф-ғәҙәттәр онотолған хәҙер. Ләкин хеҙмәткә ҡараш, йәш быуынды эшкә өйрәтеп тәрбиәләү мотлаҡ һаҡланырға тейеш. Сөнки, бер яҡтан, үҫеп килгән быуын үҙе ынтылған һөнәрен үҙләштереп, ғүмерен бағышлар хеҙмәт юлын һайлап алырға тейеш, икенсе яҡтан, хеҙмәтһеҙ тормош алға бармай. Хеҙмәткә тейешле иғтибар бүленмәһә, үҫеп килгән быуын һәм урта йәштәгеләр ошоно төшөнмәһә, үҫеш булмаясаҡ. Ә тормош үҫеш менән генә алға бара. Бер-береңә булған матур мөнәсәбәт, берҙәмлек, алда торған пландарҙы тормошҡа ашырыу хеҙмәткә нигеҙләнә, хеҙмәт менән үҙеңдең баһаңды күтәреп, хеҙмәт менән үҙең йәшәгән республиканы, илеңде алға әйҙәп була.

Быға тиклем, бер ун йыллап тирәһе элек, юғары белем алыу культы һәр бер үҫеп килгән быуында ныҡ көслө булды. Улар ҡалаламы, ауылдамы уҡыуына ҡарамаҫтан, мәктәпте тамамлағас та юғары белем алырға ынтылды. Заманына күрә был ынтылыш дөрөҫ тә булғандыр. Ә хәҙер беҙҙең урта һөнәри белем биреү йорттарына ҡараш үҙгәрҙе. Ҡайһы берәүҙәр, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра алмағандар ғына ошондай уҡыу йорттарына бара, тип яңылыша, был дөрөҫ түгел. Дәүләт тарафынан да, халыҡ тарафынан да иғтибар артыуын йәш быуындың тәү сиратта һөнәри белем алыуҙы һәм артабан шул үҙ иткән йүнәлештә камиллашыуҙы маҡсат итеүенә бәйләргә кәрәк. Шуның өсөн беҙҙең уҡыу йорттарына бик күпләп 9-сы синыфтан һуң күңеле ятҡан һөнәренә эйә булыу өсөн уҡырға киләләр. Улар үҙ урынын табырға, һайлап алған һөнәренә эйә булырға, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтергә теләп килә. Нишләргә, ҡайҙа барырға белмәй йөрөгәнлектән түгел. Быны колледждарҙа бер урынға дәғүәселәр һаны унар кеше булыуы ла дәлилләй. Тимәк, йәштәр араһында хеҙмәт төшөнсәһенә һалынған мәғәнәне аңлау, урта һөнәри белем алыуға мөнәсәбәт, дөрөҫ һөнәр һайлауҙы маҡсат итеү йәһәтендә бөтөнләй яңы ҡиммәттәр барлыҡҡа килде. Шулай булғас, хеҙмәт тормошобоҙҙан бер ҡайҙа ла юҡҡа сыҡмай, хатта сыға ла алмай. Бер һөнәргә лә, көс һалмайынса, эшләп ҡарамайынса, тәртибен үҙләштермәйенсә, эйә булып булмай. Йәштәр быны аңлай, хеҙмәтеңә ҡарап абруй яуланыуын да белә, үҙаллы тормошҡа эшкә өйрәнеп баҫырға теләктәре ҙур.

Тимерғәзим УСМАНОВ, Ҡырмыҫҡалы районы, хаҡлы ялда: Беҙ атай-әсәйҙәрҙән күреп, улар тәрбиәһендә үҫтек. Ҙурая башлағас, тәүге хеҙмәт тәрбиәһен дә уларҙан алдым. Атайым Әһелулла ҡартатайымдың барлыҡ байлығы иҫәбенә колхоз ҡорған кеше ине. Уға бүтәндәр ҙә килеп ҡушылып, Әлшәй районында "Ҡыҙыл байраҡ" тигән алдынғы колхозға нигеҙ һалғандар. Атайым 30 йыл буйына шунда рәйес булып эшләне. Мине 5 йәшемдән үҙе менән кырандасҡа ултыртып, күсер урынына йөрөттө. Уның нисек эшләгәнен, халыҡ менән нисек һөйләшеүен, хәстәрләүен күреп, һеңдереп үҫтем. Унынсы синыфты тамамлаған йылда, икәүләп бесән сабып йөрөгәндә, "Артабан ҡайҙа уҡырға бараһың?" тип ҡыҙыҡһынды атайым. Быға тиклем һорағаны ла булманы. Мин: "Гармунда уйнарға өйрәндем, йырлайым, бейейем, артисҡа уҡырға барайым да ҡуяйыммы икән?" - тигәйнем, шундай итеп бер ҡараны, ҡарашынан йығылып китерҙәй булдым. "Ҡартатайыңдың байлығын халыҡты туйҙырыуға тотоноуҙы дауам итергә тейешбеҙ, бирермен мин һиңә артисты", - тине.

Ул ваҡытта институтҡа уҡырға инер өсөн 3 йыл хеҙмәт стажы кәрәк ине, шуға башта Бәләбәйҙә техникумда механик һөнәрен үҙләштереп ҡайттым, шунан 3 йыл әрмелә хеҙмәт иттем, артабан институт тамамлап, колхозға баш механик булып эшкә килдем. Сама менән 3 йыл тирәһе эшләгәс, мине ҙур колхозға рәйес итеп тәғәйенләнеләр. Ул саҡта 28 йәштә инем, "Союз" колхозына ингән 14 ауылда, 27 мең гектар ерҙә, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләргә тотондом. Һалам башлы өйҙәрҙе бөтөрттөм. Тәүҙә халыҡҡа кәрәкте хәстәрләйем, шунан ғына унан "Ниңә эшләмәйһең, ниңә бригадирҙы тыңламайһың?" тип һорарға хоҡуғым барлығын тойҙом. Бөтәһе 28 йыл колхоз рәйесе булдым.

Ул йылдарҙа май байрамдарын бик күркәм итеп, оло тантана, хеҙмәт кешеһен тәбрикләү көндәре булараҡ ойоштороп үткәрә торғайныҡ. Беренсе майҙа барса халыҡ йыйылып сығып, тирә-йүнде таҙарта, кәртә-ҡура тирәһен матурлай ине. Ә 9 май - Еңеү көнөндә демонстрацияға сыға, иң алда пионерҙар, комсомолдар, улар артынан бөтә орден-миҙалдарын тағып, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафҡа баҫа, иң артта ғәм халыҡ теҙелеп урамдарҙан үтә. Шунан 4-5 машина булып тейәлеп, барыһы ла тәбиғәт ҡосағына матур ойошторолған байрамға йыйыла, унда һәр кемен маҡтап, аралашып, ял итеп ҡайта инек. Беҙ һәр ваҡыт хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйҙыҡ, эшләгән кеше үҙенең хеҙмәтенән шатланып йәшәне. Мин хаҡлы ялдан һуң да 80 йәшкә тиклем эшләнем, хәҙер 82-не тултырып, шәхси кәсебемде кесе улым ҡарамағына тапшырһам да, йөрәк тынғы тапмай, үҙебеҙҙең мең ырыуы йәштәренең тәрбиә-тәртип, иманын ҡайғыртыу юлындамын.

Әлбиттә, хәҙер хеҙмәткә мөнәсәбәт үҙгәрҙе, ерҙең ҡәҙере китте. Әле бына һеҙгә һөйләйем, күҙҙәргә йәш төйөлә. Ер һатып байый башланылар, ниндәй хеҙмәт ти ул! Мал бөттө халыҡта. Беҙҙең төбәктә Рәхимов ваҡытында колхоздарҙы ҡапылдан бөтөрмәйенсә һаҡлап килдек, тик был үҙгәрештәргә әҙер булмай сыҡтыҡ. Шул мәлдә ауыл советтарына тапшырырға кәрәк булған да бит колхозсыларҙы. Хәҙер фермерҙарға ҡалды көн, ләкин бер кеше бөтә илде туйындыра аламы ни? Беҙ бит бөтә ғәм халыҡ менән берҙәм эшләй, үҙебеҙҙе ҡарай, илде тәьмин итә инек. Бер кем эшһеҙ ятманы. Ә бөгөн "хеҙмәт кешеһе" тигәнгә аптырайҙар. Ҡайҙа ниндәй эш таба, шунда үҙ көнөн үҙе күреп йәшәй инде ир-егеттәребеҙ. Күптәре ғаиләләрен ташлап, Себергә китеп бөттө. Ирһеҙ ғаилә ғаиләме инде ул? Ата-әсәһе өйҙә булмағас, балаға ниндәй тәрбиә бирелһен? Быларҙың барыһын да уйлай башлаһаң, уйылып китерлек. Халыҡтың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн һәм көн дә барыр эше булһа ғына киләсәккә ышанысы тыуа. Ошоно аңлап, хәлдәр үҙгәрһә ине ул...

Әлфир ҒАЙСИН, Өфө сәнғәт-гуманитар колледжы директоры: "Йәмғиәтте өйрәнеү" дәрестәрендә балалар менән ғаилә, хеҙмәт темаларына фекер алышабыҙ. Уларға элегерәкке ғаилә ҡоролошо нисек булыуын, уларҙың хәҙерге ғаиләләр менән айырмаһы һәм уртаҡлығы, хеҙмәткә мөнәсәбәттәре тураһында аңлатып һөйләйем, һорауҙар бирәм. Был дәрестәрҙә һәр саҡ шуға баҫым яһайым: кеше үҙ тормошонда ике бейеклек яуларға тейеш. Беренсеһе - яратҡан эшен табырға, икенсеһе - яратҡан ғаилә ҡорорға. Ошо ике бейеклекте яулай алған кеше бәхетле тип иҫәпләнә. Ул рәхәтләнеп эшкә бара, икеләтә рәхәтлек тойоп өйгә ҡайта.

Уҡыусылар, ғәҙәттә, был һинең яратҡан эшеңме, түгелме икәнен нисек аңларға була, тип ҡыҙыҡһына. Был һорауға яуап ябай: яратҡан эшендә кеше арымай. Кеше арый икән, был эш уныҡы түгел. Әлбиттә, башта яратҡан һөнәреңде таныуы еңел түгел, эшләп ҡарарға кәрәк. Мин үҙем дә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында белем алғанда, педагогик практика үткән осорҙа, балалар менән эшләй алмам, тигән инаныста инем. Хатта уҡыуымдан баш тартырға, икенсе йүнәлеш эҙләргә ниәт итеп бөткәйнем. Шул саҡта миңә, бер аҙ эшләп ҡара ла, һуңынан икенсе берәй эшкә күсерһең, мөмкинлек булыр, тип кәңәш бирҙеләр. Уҡытыусы булып бер ауыл мәктәбендә эш башланым, 3- 4 айҙан "Матур эш бар, күсәһеңме?" тигән тәҡдим дә яһанылар. Үҙ эшемде таптым шикелле, тип баш тарттым. Бына шулай итеп 34 йыл үтеп тә киткән, мәктәпкә бер ингәйнем, унан өҙөлөп булманы ла ҡуйҙы.

Хәҙерге балалар, йәштәр тураһында кем нимә генә тимәһен, улар беҙҙән матурыраҡ, аҡыллыраҡ, рухлыраҡ та. Беҙҙең осор кешеләре тәмәке, араҡы кеүек кире йоғонтоларға күберәк бирелде, ә хәҙерге йәштәр быларға иғтибар ҙа итмәй. Мине шул ҡыуандыра. Уларҙың күбеһе сәләмәт тормошто йүнәлеш итеп алғандар. Әлбиттә, ҡайһы бер етешһеҙлектәре лә, беҙгә аңлашылмаған яҡтары ла юҡ түгел. Мәҫәлән, берәү әйтә: "Мин блогер булырға теләйем. Мин пост яҙам, лайк йыям, миңә хаҡ түләп, реклама бирәләр һәм шулай аҡса эшләйем", - ти. Бының төбөнә төшөнөп етмәйем, нисек инде, ниҙер яҙып, видео төшөрөп кенә кеше аҡса эшләй ала? Сөнки мин боронғоса ҡарашта: кеше эшләргә, эше күренергә һәм башҡалар уның эшенә ҡарап һоҡланырға тейеш. Бында, моғайын да, өлкән быуын кешеләре менән йәштәр араһындағы мөнәсәбәттәр, бәйләнештәр ҙур роль уйнайҙыр. Атай-әсәйҙәр балалары менән ихлас һөйләшһендәр, бер-береһен тыңларға һәм ишетергә өйрәнһендәр. Юғиһә, хәҙерге атай-әсәйҙәрҙе баланың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булыуы ғына ҡыҙыҡһындыра кеүек тойола. Беҙ, уҡытыусылар, балаларға белгәнебеҙҙе өйрәтәбеҙ инде, әммә атай-әсәй ҙә уның күңеленә юл таба алһа, һөҙөмтә яҡшыраҡ булыр ине.

Оҙонлоҡто метр, йә километр менән үлсәйҙәр, ауырлыҡты килограмм йә тонна менән үлсәп була, ә кешене нимә менән үлсәргә? Кеше хеҙмәт менән, эшкә ҡарашы, оҫталығы менән баһалана. Уҡыусы икән, нисек уҡый, төбөнә төшөнөп етәме, тип баһалайбыҙ. Эш кешеһе икән, иңенә һалынған бурысты теүәл үтәйме, юҡмы, сифатлы эшләйме, тип тикшерәбеҙ. Кешенең баһаһы барыбер ҙә хеҙмәте менән үлсәнә. Бына шуны үҙебеҙ ҙә һәр ваҡыт хәтерҙә тотһаҡ, балаларыбыҙға ла аңлатып үҫтерһәк, хеҙмәт ғали йәнәптәре бер ваҡытта ла беҙҙең тормошобоҙҙан юғалмаҫ.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

22 views·1 share