ӨФӨгә 450 йыл!
"Өфөнөң 450 йыллығына пландарыбыҙ бар. Ләкин өфөләр менән кәңәш ҡормағанбыҙ әле. Беҙгә халыҡтың нимә теләгәнен аңларға, уларҙың фекерен иғтибар менән тыңларға кәрәк", - тине ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров. Ошо уңайҙан һеҙ ни тиерһегеҙ?
Өлфәт ҠОБАҒОШОВ, рәссам, скульптор, Салауат Юлаев ордены кавалеры: Өфө ҡалаһы ниндәй булырға тейеш? Был турала, дөрөҫөн әйткәндә, 20-30 йыллап һөйләйбеҙ бит инде. Ваҡытында бик күп ҡиммәтле фекерҙәр, тәҡдимдәр булды, тик улар һаманға тиклем матур хыял булып ҡала килә. Һүҙ Өфөнөң Башҡортостаныбыҙ баш ҡалаһы икәнен күрһәтеп, әллә ҡайҙан күҙгә салынып торорға тейешле милли колориты тураһында бара. Бына, мәҫәлән, күҙҙе йомоп, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан йә Эстонияға килеп төшкән хәлдә лә ошо төбәк ҡалаларының милли колоритына, архитектураһына, биҙәлешенә ҡарап та ҡайҙа, ниндәй ҡалала тороуыңды шәйләргә була. Өфө ҡалаһын, бер нисә иҫтәлекле урынынан башҡа, ҡумта шикелле зауыҡһыҙ бер иш йорттарына ҡарап, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан айырыуы ауыр тип уйлайым.
Һуңғы йылдар беҙҙә, әлбиттә, бик күп төҙөлә, төҙөкләндереү эштәре йәнләнә, ләкин әлеге колорит тигән нәмә һәр ваҡыт проектлаусылар һәм ҡала архитекторҙарының күҙ уңынан төшөп ҡала килә. Мәҫәлән, бына Ағиҙел яры матур итеп төҙөкләндерелә, ул әле үк халыҡтың яратҡан ял урынына әүерелде. Ҡайҙа-ҡайҙа, бына шунда, ҡалабыҙға килеп ингән ҡапҡа булыр урында, был Башҡортостандың баш ҡалаһы, тип һүҙ һәм ошо хаҡта яҙыуҙар менән түгел, ә күҙгә күренеп торор милли биҙәктәр һәм башҡа билдәләр менән әйтеү кәрәк ине. Милли биҙәк, тигәндән, башҡорт орнаменты күренгеләй ул, уны ярҙың буйынан-буйына саҡрымдарға һуҙып та ҡуйырға мөмкин, ләкин ул ғына милли колорит тигәнде аңлатып еткермәй шул. Бында алдан уйланылған, сәнғәт белгестәре менән килешелгән тотош композицион проект булырға тейеш ине. Бик булмаһа, милли элементтар: ҡурай таҡыяһы, көмөш тәңкәләр, кәрәҙле орнаменттар менән биҙәү, тирмә рәүешендәге офис, кафе-ресторан һәм башҡа биналар төҙөп ултыртырға булыр ине.
Донъяуи кимәлдәге кешелек ҡиммәттәрен раҫлау хаҡына ғүмерен фиҙа ҡылған Урал батырыбыҙға һәйкәл һәм үлемһеҙ эпосыбыҙ буйынса арт-композициялар ҙа урын алырға тейешле баш ҡалабыҙҙа. Иң тәүҙә уның өсөн елле генә урын һайлау кәрәк. Салауат батырыбыҙ һәйкәле кеүек, алыҫтан күренеп, үҙенә саҡырып торорлоҡ булһын. Үкенескә, бындай монументаль һәйкәл өсөн хәҙер ҡалала урын табыуы ла ҡыйын, дөрөҫөн әйткәндә. Өфөбөҙгә аэропорт яғынан килгәндә алыҫтан күренеп торорлоҡ ерҙәр, тау битләүҙәре ниндәйҙер бизнес-офис биналары менән тулды, ә улар әллә ни оригиналлеге менән айырылып тормай. Исмаһам, ҡалаға килеп ингән урында архитектураһы менән иғтибарҙы йәлеп итерлек биналар булһа икән дә...
Ғәлимйән ИШБУЛДИН, пенсионер, Өфө ҡалаһы: Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығы республикабыҙ тормошонда тарихи әһәмиәттәге ваҡиға буласаҡ, уға әҙерлек сараларының федераль кимәлдә алып барылыуы үҙе үк был датаның мөһимлеген раҫлай. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтмешләй, юбилей ҡунаҡтар өсөн түгел, ә ҡала халҡы өсөн кәрәк. Шулай уҡ бөтөн Башҡортостан халҡы өсөн дә, тип өҫтәр инем. Юбилей төҙөлөштәре бик күп, уларҙың ҡайһылары былтыр-быйылдары уҡ башланғайны инде. Ҡала үҫергә, камиллашырға тейеш, һүҙ ҙә юҡ, ләкин Радий Хәбиров ғәҙел билдәләп китеүенсә, юбилейға әҙерлек - ул теге йәки был объекттар төҙөп ултыртыу ғына түгел. Ысынлап та, халыҡ өсөн тибеҙ икән, уға баш ҡалала йәшәүе уңайлы, хәүефһеҙ һәм заманса шарттар булыуы кәрәк. Үкенескә, ҡала халҡы был йәһәттән маҡтана алмай, сөнки Республика идара итеү үҙәгенә, ҡала һәм уның район хакимиәттәре, киң матбуғат саралары адрестарына яуған ялыуҙар, хаттар, үтенес һәм тәҡдимдәрҙән дә асыҡ күренә етешһеҙлектәр.
Өфө ҡалаһы тормошонда иң "ауыртҡан" темалар - юлдар һәм транспорт мәсьәләләре. Транспорт тигәндә, йәмәғәт транспортын да, шәхси автомобилдәрҙе лә күҙҙә тотам. Баш ҡала урамдарында бик йыш авариялар була, бер ғәйепһеҙ үҙ йомошо менән китеп барған йәйәүлеләр, бала-саға ғүмерҙәре өҙөлә. Ошо мәсьәләне ныҡлы контролгә алырға ине. Йәмәғәт транспорты буйынса ла тәртип юҡ, ҡайһы бер маршруттарҙа автобустар етешмәй, оҙаҡ көтөп торорға мәжбүр була кеше. Унан, ниһайәт, килеп туҡтаһа, һуңғы автобусҡа ташланғандай ҡылана пассажир: этеш-төртөш, иреш-талаш китә, эргәләрендәге инвалидты ла, ҡарт-ҡоро, бала-сағаны ла күрмәмеш булалар. Башҡа ҡалаларҙа, Мәскәүҙә, мәҫәлән, пассажирҙарҙың килеп туҡтаған автобусҡа тыныс ҡына сират буйынса инеүҙәрен күреп, аптырап ҡайтҡаным булды. Мәҙәнилек бына шунда күренә лә инде, ә беҙҙең Өфө халҡының тәрбиәһеҙлегенә тағы бер аптырарлыҡ. Бында ла шундай тәртип индерергә ине. Хәйер, булмаҫ ул беҙҙекеләрҙән... Бында, күрәһең, баяғыса маршруттарҙа автобустарҙың етешмәүе лә сәбәпселер, ә бит Мәскәүҙә минут һайын килеп кенә тора автобустар, шуға ла тыныс ҡына сират торалар, улар белә: бер-ике минуттан барыбер ултырып китәсәктәр. Бына шулай, халыҡ әйтмешләй, бар - яраштыра, юҡ - талаштыра, ахырыһы инде.
Ғөмүмән, транспортта ғына түгел, ҡалабыҙҙы таҙа тотоуҙа ла культура етмәй беҙҙә. Ниндәй генә социаль реклама элеп ҡуйылһа ла уға ыжлап биреүсе лә юҡ. Ә һулаған һауабыҙ? Быйыл, мәҫәлән, майҙан башлап көҙгә тиклем тип әйтерлек һаҫыҡ һауа һулап йәшәргә мәжбүр булдыҡ. Ҡыҫҡаһы, минең тәҡдим: 2024 йылға тиклем Өфөбөҙҙө "Аварияһыҙ, экологик таҙа ҡала" итеү өсөн кисекмәҫтән эш башларға! Ҡала халҡын да һәр ерҙә үҙҙәрен тотанаҡлы, тәртипле булырға, бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәткә өйрәтергә кәрәк, тик бына нисек итеп - белмәйем...
Гөлсирә СӘЙФУЛЛИНА, уҡытыусы, Көйөргәҙе районы: Пандемиянан алда уҡ әле йәйге каникулда үҙемдең 7-се класҡа күскән уҡыусыларымды баш ҡалабыҙҙы күрһәтергә алып килдем. Өфөгә килеп төшкәс, сәфәребеҙҙе, әлбиттә, иң тәүҙә Салауат Юлаев һәйкәленән башланыҡ, фотоға төштөк, бейек ярҙан Ағиҙелгә ҡарап һоҡландыҡ. Артабанғы маршрутты йәйәү атлап барырға булдыҡ, сөнки юл ыңғайыбыҙҙа Башҡорт дәүләт университеты, М. Ғафури музейы, уның исемен йөрөтөүсе Башҡорт дәүләт академия драма театры, Республика йорто, медицина университеты, Милли музей һәм башҡа иҫтәлекле урындар теҙелеп киткән. Баш ҡалабыҙҙы ҡарап йөрөй торғас, ниһайәт, балалар асыҡты, уларҙы ҡайҙа ашатырға? Ауыл балаларының аҡсаһы ла һанаулы ғына, тимәк, беҙгә арзаныраҡ булһа ла ярай, ләкин аҙым һайын кафе лә ресторан, ауыл балаһы ашҡаҙанына ят "Шаурма" ла "Бургер", етмәһә, шаурманы урамда тороп ашарға кәрәк, был матур күренеш тугел, өҫтәүенә, санитар талаптарға яуап бирмәй. "Макдоналдс" менән КFС-ларына ла инге килмәне, юлда йөрөүселәр өсөн бармай уларҙың ҡыҙҙырылған майлы ризыҡтары, хаҡтары ла үҙегеҙгә мәғлүмдер.
Бәхеткә, Ленин урамында элекке "Өфө" рестораны урынында асылған сәйерерәк атамалы "Ложки-вилки" тигән ашханаға туҡталдыҡ. Шул арала бер төпсөр ҡыҙыҡайым һорай ҙа һалды: "Ә ниңә уға башҡортса исем ҡушмағандар? Был бит Башҡортостандың баш ҡалаһы!" Эйе, бар ине заманында, беҙ уҡып йөрөгән йылдарҙа Ленин урамында матур бер "Ашхана", йәнәшәһендә "Сәйхана"... Унда инеп, башҡорт аш-һыуынан ауыҙ итеп, самауырҙы "йыҡҡанса" сәй эсеп, кинәнә ине халыҡ, бигерәк тә баш ҡалаға әлеге беҙҙең кеүек райондарҙан юл-йомош менән йөрөүселәр. Аҙыҡ-түлек һәм икмәк магазиндарының кафетерийҙары эшләп торор ине, унда аяғөҫтө генә тороп ҡайнар сәй йә кофе алып, ауыҙҙа иреп торған ҡабартма (пончик), йә бутерброд менән тиҙ генә тамаҡ ялғап сығырға була ине. Уларҙың бөгөн эҙе лә юҡ, ә кафеларҙа бер стакан сәй хаҡы ғына 150-200 тәңкә тора, ғәрлек бит! Элекке кеүек бәләкәй генә сәйханалар асып булмай микән? Халыҡҡа уңайлыҡты түгел, төшөмлө килем ҡайғырталарҙыр инде ҙур һәм ҡиммәтле кафелар асып. Хатта бит "Пышка" кафелары ла өмөттө аҡламаны, унда милли аш-һыу төрҙәре бик аҙ, ризыҡ күбеһенсә арзаныраҡ сусҡа ите һәм шуны ҡушып әҙерләнә һәм блюдо йә ярымфабрикаттары ҡиммәткә һатыла. Икенсенән, уның ашханаларында һәр ваҡыт сират, аш-һыу сифатлы булған өсөн түгел, ә яҡын-тирәлә башҡа ашханалар булмаған өсөн. Аҙыҡ-түлек магазиндары аҙым һайын, шуларҙың бер нисәһендә кафетерийҙар, шулай уҡ халыҡ күп йөрөгән урамдарҙың береһендә махсус "Сәйхана" асылһа ине Өфөлә. Бындағы халыҡ сәйҙе эшкә һанамайҙыр ҙа, бәлки, ошоға тиклем быны талап итмәгәс, уның ҡарауы, райондан килгән юлаусыларға, аҡсаһы наҡыҫ студенттарға бик тә яйлы булыр ине.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
