Эшҡыуарлыҡ, фермерлыҡ кеүек шөғөл-һөнәрҙәрҙе үҙләштереү юлында ниндәй ҡаршылыҡтар, ҡатмарлыҡтар бар?

Эшҡыуарлыҡ, фермерлыҡ кеүек шөғөл-һөнәрҙәрҙе үҙләштереү юлында ниндәй ҡаршылыҡтар, ҡатмарлыҡтар бар?, image #1

Урал КИНЙӘБАЕВ, Көйөргәҙе районы, фермер: Билдәле булыуынса, Рәсәй дәүләте һуңғы осорҙа сит илдәргә миллионлаған тонна иген һата башланы. Ауыл хужалығы өлкәһендә хәбәрҙар булмағандар был яңылыҡты, яңылыш ишетәм, тип ҡабул итергә лә мөмкин. Быға илдең ауыл хужалығы продукцияһын етештереү ҡеүәте үҫешә барыуы сәбәпсе икәнен ошо тармаҡта эшләүселәр яҡшы аңлай.

Хәҙер уңыш йыйыу осоронда баҫыуҙарҙа, элекке кеүек, көнө-төнө комбайн тауышы ишетелмәй, ауыл урамдарын саң борҡотоп, эреле-ваҡлы машиналар иңләмәй. Һауа торошо булышлыҡ итһә, ҡеүәтле техника яҙғы сәсеү эштәрен ҡыҫҡа арауыҡта башҡарып та ҡуя. Көҙгө уңыш йыйыу осоро ла әллә ни мәшәҡәтһеҙ генә тамамлана.

Яңыраҡ үҙәк телевидениеның бер каналынан шундай мәғлүмәт бирҙеләр: илдә етештерелгән игендең 90 проценты егерме ете мең фермер иңенә төшә икән, ә ҡалғаны - эре хужалыҡтар өлөшө. Быға бик ышанғы ла килмәй, әлбиттә, ләкин статистика тигән әйбер ҙә бар.

Ә бит уйлап ҡараһаң беҙ, фермерҙар, әллә ни ҙур уңышҡа өлгәшәбеҙ ҙә кеүек түгел. Ҙур хужалыҡтарҙың ашлама һатып алырға ла, яңы техника менән ҡоралланырға ла, тейешле белгестәр саҡырырға ла мөмкинлеге бар. Ә беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, үҙешмәкәрҙәр генә кеүекбеҙ. Бөтә нәмәлә лә тик үҙ көсөбөҙгә генә ышанабыҙ.

Мин тракторсы һөнәренә совет осоронда уҡыным, беҙгә техника төҙөлөшөнән тыш, агрономияны ла, ветеринарияны ла уҡыттылар. "Былары миңә нимәгә инде?" - тип ултыра торғайным дәрестәрҙә. Совхозыбыҙ тарҡалғас, арзаныраҡ хаҡҡа тәүҙә ватыҡ трактор һатып алдым, ремонтланым, йәнәһе, йорт тирәһендә кәрәге сығыр...

Эйе, тракторҙың да, теләр-теләмәҫ кенә уҡыған агрономияның да, ветеринарияның да кәрәге бик тейҙе. Һыйыр малын арттыра барып, күпләп аҫрай башланыҡ. Һыйырҙарҙы һауып, һөт-ҡаймаҡты Мәләүезгә алып барып һаттыҡ. Мал аҙығы һалам-бесәндән генә тормай бит, пай ерҙәребеҙгә фуражға иген үҫтерә башланыҡ. Бер аҙҙан ҡатыным менән кәңәшләшеп, фермер хужалығы ойошторорға ҡарар иттек. Бына ошонда кәрәк булды ла инде училищела агрономия, ветеринариянан алған белем. Шулай, шатлана-ҡыуана, һәүетемсә генә эшләп йөрөһәк, был шатлығыбыҙ оҙаҡҡа барманы - техник прогресс айлап түгел, көнләп алға бара. Хәҙер бизнесыбыҙ үҙе көндән-көн белемде камиллаштырыуҙы талап итә.

Иген үҫтереү технологияһы йыл һайын үҙгәреп тора. Ярар, район етәкселеге быны яҡшы аңлай, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, аграр университет ғалимдары менән яҙғы баҫыу эштәре башланғансы уҡ төрлө семинарҙар, кәңәшмәләр ойоштороп тора. Әгәр ҡышын уларҙа ҡатнашҡандар күп булһа, көндәр йылына башлау менән рәттәр һирәгәйә, сөнки яҙғы көн - йыл туйҙыра. Һәр юғалтҡан бер көндө бер ни менән дә тултырып булмай. Семинарҙарҙа яңы төр орлоҡ, ашлама, ә иң мөһиме, иген үҫтереүҙең, игеүҙең яңы технологияларын өйрәтәләр. Фермерҙар ойоштороусыларға мең рәхмәтле, сөнки ул белемде үҙаллы өйрәнергә ер эшсеһенең ваҡыты ла, мөмкинлеге лә юҡ. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға, бесән әҙерләү осоро етә. Бына ошоноң менән файҙаланып, министрлыҡ белгестәре, аграр университеттың малсылыҡ өлкәһендәге ғалимдары беҙгә уҡыуҙар ойоштора. Мин унда, ара йыраҡ булһа ла, ҙур теләк менән барам. Беҙгә 20-30 йыл элек өйрәткәндәр хәҙер иҫкелек ҡалдығы кеүек. Мал аҫрауға заманса ҡараш элеккеһенән ҡырҡа айырыла. Теге осорҙағы белем менән әллә ни табыш алып булмаясаҡ, бөлгөнлөккә төшөүең көн кеүек асыҡ. Мин бит фураж игенен үҙемдең малҡайҙарыма ғына үҫтермәйем, ә һыйыр малы, кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫраған күрше-күләнгә лә һатам. Килгән табышҡа киләһе миҙгелгә орлоҡ, ашлама, запас частар алам, ә иң мөһиме, ауыл хужалығы өлкәһендәге белемемде камиллаштырам.

Сания ДӘҮЛӘТХУЖИНА, Күгәрсен районы, элекке эшҡыуар: Туҡһанынсы йылдар башында бик күптәр үҙ эшен асып ҡараны. Күптәр уңды, күптәр туңды. Мин үҙем байтаҡ йылдар бик уңышлы эшләнем. Әммә минең белем һәм тәжрибәмә бының ҡыҫылышы юҡ ине. Мин алып-һатыу өлкәһендә бер нәмә лә аңламай инем. Берҙән-бер белгәнем: алған әйбергә бер тапҡырҙан да кәмерәк хаҡ ҡуймайһың. Мәҫәлән, ситтән алып ҡайтҡан футболканың хаҡы 50 һум булһа, уға 100-ҙән дә кәмерәк хаҡ бирмәйһең. 150 һум тиергә мөмкин, ә 90 һум түгел. Мине үҙҙәре менән алып йөрөткән апайҙар шулай тип өйрәтте. Силәбе, Мәскәү, Һарытау ҡалаларына, Алма-Атаға йөрөп тауар алып ҡайта торғайныҡ. Хаҡтар, аҡса һәм доллар курсы айлап түгел, көнләп артҡан заман ине. Тап шул буталғыс заманда күптәр йә отолдо, йә ныҡ отто. Ул ваҡытта бөтәһе лә тиерлек алып-һатыу эше менән мауығып ҡараны: врачтар, уҡытыусылар, инженерҙар, фәнни хеҙмәткәрҙәр. Улар, әлбиттә, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙе ҡоторғандан ташлап сығып китмәне. Илдә барған билдәһеҙлек, үҙгәртеп ҡороуҙар, тотороҡһоҙлоҡ, айҙар буйы, яртышар йыллап эш хаҡын түләмәүҙәре кешене сумка артмаҡларға мәжбүр итте. Йәшәү өсөн, ғаиләһен ҡарау, балаһын уҡытыу өсөн кем нимәгә генә тотонманы.

Әлеге ваҡытта ғына ул эшҡыуарлыҡта барыһы ла аңлашыла, бөтәһе лә күҙ уңында, бизнес-план, килем, дебет-кредит. Ул саҡта, үрҙә әйтеп үттем инде, алған хаҡҡа ике, өс тапҡыр хаҡ өҫтәргә генә кәрәк ине. Башҡаларҙыҡынан аҙыраҡ, кәмерәк ҡуйһаң, ҡаршылыҡҡа, бәхәскә юлығыуың көн кеүек асыҡ. Конкурентың менән генә түгел, ә уларҙың "крыша" тип йөрөткән ҡара ҡыҙыл төҫтәге пинжәкле бандиттары, рекеттар менән дә осрашырға тура килде. Уларға ла яһаҡ түләгән саҡтар булды инде. Үҙебеҙҙә генә түгел, ә әйбер алырға илебеҙ баш ҡалаһы баҙарына ингән ваҡытта улар ҡаршы ала. Баҙар эйәләренә лә айырым түләйһең.

Ул осорҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары эшҡыуарҙарҙы бик яҡлап барманы. Ғөмүмән, дәүләт яғынан да бер ниндәй яҡлау, хуплау булманы. Хәҙер генә ул бәләкәй һәм урта бизнесҡа "йәшел ут" янды. Өйрәтәләр, уҡыталар, төрлө гранттар, субсидиялар уйлап табалар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шул ауыр туҡһанынсы йылдарҙа эшҡыуар булыуы еңелерәк булғандыр, тип уйлайым. Ни өсөнмө? Ул саҡта беҙ сит илгә бик иркен сығып китә инек. Миҙгелгә ярашлы кейем, аяҡ кейеме, косметика, түшәк кәрәк-яраҡтары - бик күп ташылды ине. Әлеге кеүек сифатһыҙ түгел ине алып ҡайтҡан тауар. Үҙебеҙ барып, һайлап ала инек. Хәҙер бит әйбергә интернет селтәрендә генә заказ бирәләр ҙә, нимә килгәнен дә белмәй, көтөп ултыралар. Күпме алданалар шулай итеп. Әлбиттә, өйҙән интернет аша ғына заказ биреүе, ҙур-ҙур сумкалар күтәреп йөрөүгә ҡарағанда еңелерәк. Шулай ҙа ала торған әйбереңде тотоп ҡарап, күреп алғанға етмәй инде.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелһә лә, эш урындары күпләп булдырыла тиһәләр ҙә, эшһеҙҙәр һаны кәмемәй әле бөгөн. Сит тарафтарға эш эҙләп сығып китеүселәр һаны артҡандан-арта. Барыбер элекке ҙур предприятиеларға етмәй, сөнки бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе, ғәҙәттә, 30-40 эш урыны ғына булдыра ала. Унда ла күптәр ғаилә бизнесын алып бара. Ә ҡалғандар ҡайҙа эшләргә тейеш? Бына шуныһы ғәжәп.

Миңлейәр СОЛТАНБАЕВ, Ейәнсура районы: Яңыраҡ баш ҡалала йәшәгән бер дуҫым шылтырата. "Ижади көрсөккә килеп терәлдем. Ауылға ҡайтам да, үҙ эшемде асам, фермерлыҡ менән шөғөлләнәм. Нисек уйлайһың? Килеп сығырмы икән минән?" - ти. Мин әҙәп һаҡлап, әлбиттә, уның был ниәтенән төңөлдөрә торған бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Шулай ҙа был һорауҙы уңышлы эшләгән берәй эшҡыуарға биреүен үтендем.

Бынан байтаҡ йыл элек мин үҙем дә ауыл хужалығы өлкәһендә алған белемемде файҙаланырға уйлап, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә булғайным. Үрҙәге танышым кеүек, Ырымбурҙағы йылы фатирымды һатып, тыуған районыма юлландым. Күпләп һарыҡ, һыйыр, сусҡа алам, ҡаҙ үрсетәм, тип уйланым. Уйланым һәм алдым, әлбиттә. Ҡатыным, ике улым һәм үҙем дүртәүләп натураль хужалыҡта ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Тик бер аҙҙан мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ашатырға ҡатнаш аҙыҡ, емгә аҡса етмәй башлағанын тойҙом.

Тотоп ҡарамаған кеше генә шулай тип әйтә: "Ауыл ерендә үҙеңдән ҡалғанды ашатып ҡына ла сусҡа тотоп була". Булмай торһон әле! Берәүһенә генә уның көнөнә ике күнәктән дә аҙ булмаған аҙыҡ кәрәк. Бесән әҙерләргә лә яғыулығы, техникаһы кәрәк. Ҡул салғыһы менән генә ете баш һыйыр малына еткереп буламы ни? Беренсе йыл бик ҡыйынға тура килде. Килемгә ҡарағанда сығым күберәк булды. Ҡаҙ ғына үҙен аҡланы, тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Һыу ҡошо бит улар. Йәй башынан һуйғансы тиерлек йылға буйында булдылар. Иртән аҙыраҡ ашатып, кисенә аҙыҡты мулыраҡ биреп һимертеп кенә һуйҙыҡ. Итен Ырымбур өлкәһенә, Сорғот ҡалаһында һаттыҡ. Ә сусҡа һәм һыйырҙы икенсе йылына ҡалдырманым...

Танышыма шуны аңлатып ҡараным шулай ҙа. Әммә ул мин тап булған ысынбарлыҡ менән осрашмайынса, барыбер алдына алғанын ҡуймаҫ, тип уйлағайным. Ул был юлда ныҡышмалыраҡ булып сыҡты. Яңыраҡ шылтырата: "Беҙҙә "Фермерҙар мәктәбе" федераль проекты бойомға ашырыла икән. Шунда барып, бер аҙ ауыл хужалығы өлкәһендә эш алып барыу өсөн мәғлүмәт алып ҡайтам әле", - ти. Башҡортостан икенсе тапҡыр "Россельхозбанк" менән Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының башлап торған фермерҙарҙы "нулдән" алып агробизнес алып барырға өйрәткән төбәктәре исемлегенә инеүен ишеткәйнем инде. Был бик яҡшы күренеш, әлбиттә. Бында шулай уҡ үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙарға ла квалификацияһын күтәрергә ярҙам итәләр. "Фермерҙар мәктәбе"ндә шөғөлләнеү Башҡортостан дәүләт аграр университеты нигеҙендә алып барыла. Уҡыу курсы ике ай ярымға иҫәпләнгән, ул теоретик һәм практик өлөштәрҙән тора. Уны тамамлағандар ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса дәүләт өлгөһөндәге диплом ала. Был иһә бөгөнгө заманда грант ярҙамы алыу өсөн кәрәк.

Мин дә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә уйлаған ваҡытта ошондай мәктәптәр булһа, мотлаҡ барып уҡып ҡайтыр инем һәм күп хаталарҙан азат булыр инем, тип уйлайым. Ә теге танышым, ысынлап та, эшен ошондай курстарҙа, "Фермерҙар мәктәбе"ндә алған белеме нигеҙендә ҡорорға тырыша. Моғайын, уңыр был юлда, тип уйлайым.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

19 views·1 share