ЭШҠЫУАРҘАРҘЫ НИМӘ КӨТӘ?
Рәсәйгә ҡарата иҡтисади баҫым дауам итә. Ошоно күҙ уңында тотоп, ил Хөкүмәте кесе эшҡыуарлыҡҡа ла ярҙам программалары ҡабул итте. Республика эшҡыуарҙары был ярҙамдан нимә көтә?
Айтуған ФӘТТӘХОВ, фермер, Әбйәлил районы: Атай-әсәйем йылҡысылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Бер нисә баш йылҡынан башланған эшмәкәрлегебеҙ бөгөнгө көндә уңышлы ғына нығынып китте. Шәхсән үҙем 2020 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы булараҡ теркәлдем. Бөгөнгө көндә 800-ҙән ашыу башҡорт тоҡомло аттарым бар. Йәйге миҙгелдә ҡымыҙ бешеп, тирә-яҡ райондарға һәм шулай уҡ баш ҡалаға алып барып һатабыҙ. Быға ҡуш итеп агротуризм өлкәһен үҫтереү буйынса эшләйем, былтыр йылҡы итенән экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек етештерә башланыҡ, шулай уҡ боланут йыйып, эшкәртеп, һатыуға сығарабыҙ. Баҫыуҙарҙа һоло, арпа, етен сәсәбеҙ.
Эшләһәң, эш ҡарышмай, яйлап ҡына алға барырға була. Шулай уҡ ил, республика етәкселеге тарафынан фермерҙарға иғтибар ҙур, төрлө программаларҙа ҡатнашып, субсидия һәм башҡа ярҙам алырға мөмкин ине. Хәҙер иһә, илдәге һуңғы ваҡиғалар шауҡымы аҫтында, был ярҙам тағы ла киңәйтелде. Мәҫәлән, сәсеү эштәрен ваҡытында һәм бер ҡаршылыҡһыҙ алып барып сығарыу маҡсатында аграрийҙарға ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерелде. Ә ашлыҡ ваҡытында сәселһә, һауа торошо яҡшы булып, уңыш түкмәй-сәсмәйенсә йыйып алынһа, уны эшкәртеү тармағындағы ойошмалар ҙа, тимәк, тотороҡло эшләйәсәк. Шулай уҡ һөтсөлөк һәм икмәк етештереү тармағы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясағы тураһында билдәле. Быларҙың барыһы ла хаҡтарҙың үҫеүенә юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итер, тип көтөлә. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығына иғтибар арта башланы. Башҡортостан - ауыл хужалығы, малсылыҡ менән йәшәүсе төбәк, беҙҙә егәрле, эшлекле фермерҙар бихисап. Уларҙы күтәрмәләп тороу урындағы халыҡ өсөн дә файҙалы, сөнки улар эш урындары булдыра, дәүләт ҡаҙнаһын тулыландыра. Шуға күрә, ташламалы кредит биреү, агролизинг ярҙамында кәрәкле техника алыуҙа ярҙам күрһәтеү фермер өсөн генә түгел, ә тотош дәүләт өсөн файҙалы. Бөтә был эштәр әлеге ауыр замандарҙы бергә, берҙәм, ҙур юғалтыуҙарһыҙ үткәреп ебәрергә булышлыҡ итер, тип өмөтләнәм.
Рәсүл ӘМИРХАНОВ, эшҡыуар, Ғафури районы: Мин төбәктә туризмды үҫтереү менән мәшғүл. Беҙҙең райондың тәбиғәте иҫ киткес, барыһын да дөрөҫ ойошторғанда, туристик маршруттарҙың төрлөһөн әүҙем алып барырға мөмкин. Былай ҙа Ғафури районына туристар бик теләп йөрөй. Мин уларҙың һанын тағы ла арттырырға теләйем. Был урындағы халыҡҡа ла бер аҙ килем алырға булышлыҡ итә, сөнки туристар өсөн аҙыҡ-түлекте уларҙан һатып алам. Магазин химияһынан тамам арыған туристар бик теләп үҙҙәре лә саф, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте һатып алырға ғына тора.
Әлегә тиклем эшмәкәрлегемде тик йылы көндәрҙә генә алып барҙым. Был, үҙ сиратында, эште артабан киңерәк йәйелдереү өсөн килем килтермәй, шулай уҡ миҙгелле эштең башҡа күҙгә күренмәгән етешһеҙлектәре бар. Шуға күрә күптән инде ныҡлы бер нисә йорт төҙөп, йыл әйләнәһенә туристар менән эшләргә тигән уй менән янып йөрөй инем. Ләкин был да мәшәҡәтле һәм бик сығымлы эш. Ә бөгөнгө көндә дәүләт тарафынан иғлан ителгән ярҙам минең һымаҡ эшҡыуарҙарға бик ярап ҡаласаҡ. Етмәһә, йорт йәки ҡунаҡхана төҙөүҙән тыш, уны йылылыҡҡа, яҡтылыҡҡа тоташтырыуҙарҙың да күпмелер өлөшөн кире ҡайтарыуҙы булдырыуҙары уғата ҡыуаныслы. Шулай уҡ һалым түләү йәһәтенән дә ташламалар ҡаралған, тимәк, туристарҙан килгән килемде, һалымдан арттырып, эшмәкәрлекте артабан үҫтереү өсөн тотонорға мөмкин.Быйыл туристар ҙа күберәк булыр, тип уйлайым. Үҙебеҙҙең республикала һәр кешенең зауығына тура килерҙәй, уның күңеленә ятырҙай туристик программалар бик күп. Уларға тик һайлап алырға һәм рәхәтләнеп ял итергә генә ҡала.
Динис ӘҺЛИУЛЛИН, IT-белгес, Мәскәү ҡалаһы: Мин баш ҡалалағы IT технологиялар өлкәһендә эш алып барған ҙур компанияла эшләйем. Февраль айында беҙҙең өлкәгә ҡағылышлы ташламалар тураһында иғлан ителеүе компания һәм уның эшселәре тарафынан оло хуплау тапты. Ниһайәт, беҙгә үҙебеҙ тураһында, эшмәкәрлегебеҙ хаҡында аныҡ белдереү һәм илгә файҙа килтерә алғаныбыҙҙы иҫбатлау мәле етте.
Ил Хөкүмәтенең эшҡыуарлыҡҡа, башлыса беҙҙең өлкәгә ҡағылышлы ҡарарҙарын бик урынлы һәм ваҡытлы тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, беҙҙең компанияның компьютер системалары буйынса эшмәкәрлеге ташламаға хоҡуҡ бирә. Тимәк, беҙҙең компания IT эҙләнеүҙәр өсөн грант алырға, ташламалы кредит юлларға, 2024 йылдың 31 декабренә тиклем килем өсөн билдәләнгән һалымдан, төрлө дәүләт һәм муниципаль тикшереүҙәрҙән, шул иҫәптән һалым һәм валюта тикшереүенән азат ителә. Был өлкәлә яҡшы белгес булған сит ил граждандарын эшкә алыу һәм улар өсөн Рәсәй гражданлығына эйә булыу процедуралары ла еңеләйтелде. Был ташламалар IT компанияларҙың эшмәкәрлеге алға китеүенә ҙур этәргес көс буласаҡ.
Компания менән бер рәттән, уның хеҙмәткәрҙәренә лә ташламалар эшләнеүе был өлкәнең етеҙ үҫешеренә ышаныс бирә. Мәҫәлән, миңә 25 йәш һәм мин хеҙмәт итергә бурыслымын. Яҙын-көҙөн армияға юллама көтөп хәл бөтә ине. Был көтөүҙәр, медицина тикшереүҙәре үтеү миңә ауырлыҡ тыуҙырҙы, сөнки тыныс ҡына, бөтә күңелде биреп эшкә егелеп булмай. Ә хәҙер мин тыныс күңел менән эшләй алам, сөнки минең һымаҡ белгестәрҙе 27 йәшкә тиклем әрме сафына алмаҫҡа тигән ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ эш хаҡымдың артыуына, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ла ҙур мөмкинлектәр асылып тора. Мин уларҙы тулы кимәлдә ҡулланасаҡмын.
Гөлназ МАНАПОВА әҙерләне.
