Эш юҡ бит, ти ҙә ҡалалар. Ауылда эшһеҙлек буламы ни ул? Бөгөн ауыл ерендә ниндәй эштәр ойошторорға мөмкин?
Шәфҡәт ЯРЫШЕВ, Көйөргәҙе районы: Дөрөҫ һорау. Ауылда эшһеҙлек буламы ни? Юҡ, әлбиттә! Тырышҡан кешегә бында эш - муйындан. Бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем бил бөкһәң дә ахырына сығырлыҡ түгел. Эшләгеһе килмәгән йәки ауыл тормошон белмәгәндәр генә шулай ти бит ул. Эшһеҙ, аҡсаһыҙ нисек йәшәйҙәр икән, тигәндәрен үҙем дә ишеткәнем бар. Ауыл ерендә лә бына тигән итеп донъя көтөргә мөмкин. Теләк һәм елкә генә кәрәк.
Мин үҙем ҡаланы яратмайым. Шуға ла йәштән үк тыуған төйәккә тамыр йәйергә хыялландым. Колхоз тарҡалғас, күптәр юғалып ҡалыуына ла ғәжәпләнергә түгел. Дөйөм хужалыҡта әҙер фарман буйынса күптән һалынған һуҡмаҡтан атлап, аҙ ғына эш хаҡына ла риза булып, бер хәстәрһеҙ, уйһыҙ йәшәгәндәргә, һис шикһеҙ, ауырғараҡ тура килде. Ә маҡсатлылар ҡул ҡаушырып оҙаҡ ултырманы. Шәхси хужалығын үҫтерергә тотоноп китте. Кәзә мал түгел, тиһәләр ҙә, кәзә һауып та бынамын тигән көн иткәндәр бар хәҙер.
Шәхсән үҙемә килгәндә, йылҡы һәм һарыҡ үрсетәм. Боронғоларҙың, мал кешене байытмай, тота белеү байыта, тигәне бик тә раҫ. Йыл һайын бер өлөшөн һуйып һатам, бер өлөшө әйләнештә йөрөй, бер өлөшө тоҡом арттырыу өсөн. Дөрөҫөн әйткәндә, байтаҡ йылдар инде балаларҙы кейендереүгә лә, уҡытыуға ла, туй тантаналарына ла, йорт-ҡураны төҙөкләндереүгә лә ошо "тере валюта" тотонола. Берәү әйткән ти бит, ауылдыҡыларға рәхәт, аҡса кәрәк булһа, сыға ла малын һуя, тип. Ауыл тормошон белмәгән кеше генә шулай тип әйтә ала. Малды һуйғансы күпме ашатырға, тәрбиәләргә, үҫтерергә, бесән әҙерләргә кәрәк әле.
Быға тиклем ҡош-ҡортто ла күпләп тоттоҡ. Тик һуңғы йылдарҙа иген ҡиммәтләнде, шуға ла ҡошсолоҡто әлегә ҡуйып торҙоҡ. Ҡайһы берәүҙәр һорашмай-кәңәшләшмәй, башҡаларҙың тәжрибәһен уртаҡлашмай, һуйып һатырбыҙ, тип, күп итеп ҡаҙ йәки өйрәк ала ла... отола. Ишле ҡош-ҡортто үҫтереү-һимертеү өсөн аҙыҡ мул кәрәк. Ҡиммәт хаҡҡа һатып алалар ҙа, ҡаҙ үҫтереүҙең аҡланмауын күреп, төшөнкөлөккә биреләләр. Шуға күрә килем алыу ниәте менән ниндәй ҙә булһа эш башлар алдынан мотлаҡ сығымың һәм килемеңде өйрәнеү, иҫәпләү, үлсәү кәрәк. Хәҙер халыҡ сәләмәт туҡланыуға, хәләл ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Бына бөгөн ошо хәрәкәтте ауыл ерендә уңышлы файҙаланырға була, тип уйлайым.
Мин үҙем йылҡы үрсетеүҙе 2008 йылда бер бейәнән башланым. Айғыр ҡолон тыуһа, уны бейәгә алмаштырҙым. Хәҙер уларҙың һаны егерме башҡа етеп бара. Киләсәктә ҡымыҙ етештереү эшен башларға ниәтләйем. Ғөмүмән, аттарҙы бик яратам. Яратҡан эшем дә, шөғөлөм дә ул. Төбәктә ат спортын үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерҙем, тиһәм, яҡташтарым маҡтаныу тип ҡабул итмәҫ, тип уйлайым. Ат һарайымда тағы саф тоҡомло 5 саптарым бар. Улар менән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашам. Быйыл һабантуй булмағас, күңелһеҙ булып тора әле. Хужалыҡтар исеменән ярышып, иген һөйләшеп ҡайта инем. Шулай итеп, сабыштарҙың да үҙенә күрә файҙаһын күрәм. Етеш тормошта йәшәйем тиһәң, шулай төрлө юлдарҙы эҙләйһең инде. Байығыуҙың әҙер рецебы юҡ. Һәләтеңде, тырышлығыңды эшкә егергә генә кәрәк.
Баш ҡалала үткән "Терра Башҡортостан" ат спорты турнирының етенсе этабында дүрт йәшлек айғыр менән беренсе урын алдым. Ырымбурҙа үткән тоҡомло аттарҙы һынау ярышында ла икенсе һәм дүртенселекте яуланым. Бына шулай. Ауылда тора тигәс тә, донъянан артта ҡалып йәшәмәйбеҙ ул. Үҙебеҙгә етерлек йәшелсә үҫтерәбеҙ. Ҡыяр, помидор, картуф, һуған, кишер һәм башҡалар ҡыш буйына етә. Әлегә ҙур хужалыҡты алып барырға балалар, дуҫтар, класташтар ярҙамлашһа, киләсәктә, дөрөҫөрәге йылҡы малы артһа, уларҙы көтөшөргә көтөүсе ялларға уйлайым. Малдың көрлөгө көтөүсенән тиҙәр бит.
Радик АДИКАЕВ, Стәрлебаш районы: Ялҡауҙың ғына эше лә, ашы ла булмай - мин шундай фекерҙәмен. Ауылда йәшәп, эш юҡ, тип ултырғандарға аптырарға ғына ҡала. Хәҙер бит үҙеңдең шәхси хужалығыңды үҫтереүҙең төрлө юлы бар. Мал-тыуар үрсетеп тә, ҡош-ҡорт аҫрап та, умартасылыҡ менән шөғөлләнеп тә, баҡсасылыҡтан да ғаиләңде ҡарарлыҡ килем алырға мөмкин. Бер ниндәй сикләү юҡ.
Хәҙер бит кеше еңелдән еңелде эҙләй. Бер нисә йыл элек кенә Стәрлебашта туғыҙ көтөү ине. Ә бөгөн шуның өсәүһе генә ҡалды. Был нимә тураһында һөйләй: халыҡ хәҙер ауыл ерендә йәшәп тә, мал тотоуҙан ситләшә башланы. Көтөүлектәр сабынлыҡҡа әйләнде. Таныштарым араһында ла, магазинда һөт тә, ҡаймаҡ та бар, тип, һыйырын бөтөргәндәр күп. Һыйлы көнөң һыйырҙа тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Үҙеңдекен һауһаң, эремсек, ҡорот, ҡатыҡ та үҙеңдеке була. Ғаиләңдән артһа, һата алаһың. Һыйыр йыл һайын быҙаулай, уны һуғымға тотонорға йәки һатып, аҡсаға әйләндерергә лә мөмкин. Иренмәҫкә генә кәрәк. Башҡа төбәктәрҙәге кеүек, көтөүсе табыу мәсьәләһе лә көнүҙәк. Шуныһына ла аптырарһың: эшһеҙҙәр күп, ә мал көтөргә кеше табып булмай. Ғәжәп бит был! Тимәк, эш эшһеҙлектә түгел, ә ялҡаулыҡта.
Байтаҡ йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнәм. Күп түгел, 15-ләп кенә баш, әммә йылы матур килһә, ярайһы яҡшы ғына килем килтерә. Бынан тыш, йыл һайын ун баш үгеҙ һимертеп һатам. Йәйен-ҡышын йүгерергә тура килә, әммә аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамай, тиҙәр бит. Иртә яҙҙан көҙгә тиклем көнөм һарай һәм умарталыҡ араһында үтә. Иртән малды тәрбиәләйем дә ҡорт ҡарарға китәм, ҡайтышлай бесән сабам. Кәмендә 500 төк бесән, 70 төк һалам , 15-ләп тонна ҡатнаш аҙыҡ кәрәк. Ҡалала эшләгәндәрҙеке кеүек ике көн ял да, отпускы ла юҡ. Шулай йыл әйләнәһенә. Әммә үкенерлек түгел, үҙеңдеке - үҙеңә. Элегерәк крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы асып маташҡайным, ҙур һалым менән аптырата башлағастар, яптым. Ул осорҙа күптәр эшен туҡтатырға мәжбүр булды.
Үҙеңдең ғаиләңде ҡарарлыҡ төрлө эш ойошторорға мөмкин. Тик ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлеккә тотонор алдынан аныҡ маҡсат ҡуйыу мөһим. Дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн ауыл иҡтисадын да белеү зарур. Ниндәйҙер кимәлдә сығым сығармай, килем дә алып булмай. Әгәр шөғөлөң миҙгел эшенә бәйле булмаһа, аҡсаңды тиҙ генә ҡайтарып та алмаҫҡа мөмкин. Инвестиция тигән әйбер бар иҡтисадта. Был инде артығыраҡ аҡсаң булһа, уны килем алыу маҡсатында ниндәйҙер эшмәкәрлекте үҫтереүгә, асыуға һалыу тигәнде аңлата. Бөгөн ауыл ерендә малсылыҡты йәйелдереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Күпме аҫрай алаһың, шунса аҫра, күпме бесән саба алаһың, шунса сап. Теләк һәм дәрт кенә кәрәк. Хәҙер ауыл хужалығын үҫтереү йәһәтенән төрлө кимәлдә программалар, гранттар бойомға ашырыла, шуларҙы ла күҙәтеп барыу мотлаҡ.
Ләйсән ИСМӘҒИЛЕВА, Күгәрсен районы: Килен булып төшкән йылда колхоз бөттө. Һөнәрем буйынса ашнаҡсымын, билдәле инде, ауылда миңә тигән эш юҡ башҡа. Нимә эшләргә? Күпме өгөтләһәм дә иремде ҡалаға китергә күндереп булманы. Уйланыҡ-кәңәшләштек тә, мал-тыуарҙы ишәйтеү буйынса бер фекергә килдек. Шулай итеп, һарыҡты ла, һыйыр һанын да арттырҙыҡ. Итләтә лә, тереләй ҙә һаттыҡ. Иң тәүҙә, әлбиттә, яңылышыуҙар ҙа булды. Тап ошо хаталаныуҙар баҙар һорауын, шарттарын өйрәнергә мәжбүр итте.
Хәҙер һарыҡ итенең йәйен, кешенең һуғым ите бөткәс, шулай уҡ мосолмандарҙың дини байрамдары, бесән ваҡытында яҡшы һатылыуын белгәс, алдан уҡ яҡшылап тәрбиәләйбеҙ, ашатабыҙ, һимертәбеҙ. Гәзиткә иғлан да бирәбеҙ. Шулай итмәйенсә беҙҙә нимә барлығын кем белһен? Реклама - сауҙа двигателе. Уны бер нисек тә инҡар итергә ярамай.
Шулай уҡ һатып алыусы менән ғәҙел булыу кәрәк. Һиңә тағы ла килерлек булһын. Артыҡ һатыулашырға ла түгел. Хаҡының тейерен генә әйтеү яҡлымын. Бынан тыш, тағы бик мөһим нәмә - таҙа, хатта стериль булыу. Был талап кейемеңә лә, һауыт-һабаңа ла, продукцияңа ла ҡағыла. Айырыуса һөт аҙыҡтары менән эш иткәндә таҙалыҡ беренсе урында булырға тейеш. Ҡаймағыңды һатаһың икән, банкаң ялтырап торһон. Ҡорот, эремсегеңдән әсегән еҫ сыҡмаһын, майыңды ла ҡат-ҡат тасҡы. Ҡаймағыңа һөт ҡушма. Һәм тағы иң мөһим әйберҙең береһе - йомшаҡ һүҙле, намыҫлы бул. Былар - минең баҙар ҡанундарым. Шуларҙы мотлаҡ үтәгәндә генә сауҙаң уңышлы булыр. Быны мин йылдар дауамында күп һынаным.
Яҙын кеше йәшел тәмләткестәргә өҫтөнлөк бирә. Ҡояш йылы нурын һибә башлау менән укроп һата башлайым. Уны ҡупшы итеп үҫтереүе, әлбиттә, еңел түгел. Әммә була! Быйыл шуны һатҡан аҡсаға ғына утыҙ өйрәк бәпкәһе алдым - буштан килгән кеүек булды. Уның яртыһын, иң һимеҙе һәм матурын Яңы йыл алдынан өйҙән килеп алып китәсәктәр. Утыҙлаған ҡаҙым Себер яҡтарына "оса". Йыл да шулай. Ауылда эш юҡ тип әйтеп ҡара инде бына шунан һуң.
Үҙебеҙҙән артып ҡалған йәшелсәне, тоҙланған, маринадланған ҡыяр-помидорҙы ла һатам йәки үҙемдә булмаған әйбергә алмашам. "Һатырға оялам ул" тигән кешеләргә лә әйтер һүҙем бар: еткерер-еткермәҫ, таҡы-тоҡо йәшәүҙән кәмһенергә, урлашыуҙан, көнләшеүҙән оялырға кәрәк. Үҙеңдең хәләл көсөң менән тапҡан ризығыңды башҡалар менән уртаҡлашыуҙың, уны һатып, үҙеңдең көнитмешеңде аҙ ғына булһа ла яҡшыртыуҙың ни ояты бар! Ошо кәсеп менән машинаны ла, йортто ла яңырттыҡ, ике балабыҙҙы уҡытып сығарҙыҡ, трактор ҙа, уға тағылма, бесән сапҡыс-йыйғыс та алдыҡ. Вахта ысулы менән сит тарафта йәки аҙнаға бер ҡайтып, ҡалаға йөрөп эшләгәндәрҙән бер ҙә айырылмайбыҙ. Айырма тик шунда ғына: башҡаларҙан иртәрәк тороп, һуңыраҡ ятабыҙ...
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
