Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары, image #1

Нияз ФАЗЫЛОВ, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры: Билдәле булыуынса, Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу тиҫтә йылдар буйы тейешле контролһеҙ алып барылды. Һуңғы 6 йыл эсендә хәл үҙгәрә башланы - ер аҫты байлыҡтары һәм ресурстары менән файҙаланыу закондар нигеҙендә тәртипкә килтерелә. Был маҡсатта 2021 йылда Радий Хәбиров инициативаһы менән составына федераль, республика, муниципаль власть, Роснедра, контроль һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ингән ведомство-ара комиссия төҙөлдө. Был төрлө структураларҙың көсөн берләштерергә мөмкинлек бирҙе. Комиссия ултырыштарында лицензия шарттарын үтәү, алтын табыу лицензияһына мораторий, карьерҙарҙы рекультивациялау, проекттарҙы тикшереү, һалымдарҙы анализлау мәсьәләләре ҡарала. Мәҫәлән, был комиссия ағзалары Учалы районында алтын сығарыу менән шөғөлләнеүселәрҙең проекттарын анализланы, ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыуҙан килгән һалымды баһаланы.

Законһыҙ эш алып барыу осраҡтарына айырыуса иғтибар бүленә. Атап әйткәндә, Урал аръяғында ер аҫты байлыҡтарын вәхшиҙәрсә эшкәрткән алтын табыусыларға ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатылды, лицензиялары тартып алынды. Суд ҡарары нигеҙендә улар тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш.

Ғөмүмән, Башҡортостанда киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуға ҡаршы көрәш әүҙемләште. Был маҡсатта уларҙың әйләнеше һәм һатыу системаһы цифрлы иҫәпкә алынды. Һөҙөмтәлә ҡаҙнаға ингән һалым килемдәре күпкә артты. Алдағы йылдарҙа ла комиссия хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, оператив саралар күреү, лицензия шарттарын тикшереү буйынса эшен дауам итәсәк. Лицензия биреү мәсьәләләрендә республика Хөкүмәте менән килешеү төҙөү һәм Урал аръяғы майҙанын геологик өйрәнеү ваҡытын 2032 йылдың IV кварталына тиклем оҙайтыу тәҡдиме менән Роснедраға мөрәжәғәт итергә ниәтләйбеҙ. Шул рәүешле республика тәбиғи ресурстар менән идара итеүҙең асыҡлығын һәм һөҙөмтәлелеген тәьмин итәсәк.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты: Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыусылар, эштәре тамамланғас, боҙған ерҙәрҙе тулыһынса тәртипкә килтерергә - карьерҙарҙы күмергә, тирә-яҡты таҙартырға, ағас ултыртырға һәм башҡа тәбиғәтте һаҡлау сараларын күрергә тейеш. Әммә ҡайһы саҡ был талап үтәлмәй. Үҙҙәрен банкрот тип иғлан итеп, йә башҡа сәбәптәр табып, эҙ яҙлыҡтыралар. Һөҙөмтәлә тәбиғәтебеҙгә, урындағы халыҡ йәшәгән мөхиткә ҙур зыян килә. Был проблема мине күптән борсой. Шуға күрә рекультивация гарантияларын билдәләүсе закон проекты әҙерләнем. Был башланғысымдың асылы: файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға лицензия бирер алдынан ойошма аҡтарыласаҡ ерҙе киләсәктә тәртипкә килтереү өсөн билдәле сумманы рекультивация фондына йүнәлтергә бурыслы. Был аҡса, уны инфляциянан һаҡлау өсөн, банкка процент менән һалына.

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу эштәре һәм рекультивациялау тамамланғас, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, муниципалитеттар һәм Экология министрлығы вәкилдәренән торған комиссия башҡарылған эштәрҙең сифатын тикшерә. Рекультивация тураһында акт нигеҙендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы әлеге фондтан аҡсаһын кире ҡайтара ала. Йөкләмәләр үтәлмәгән осраҡта, был аҡса тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн РФ субъектына йүнәлтелә. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы өсөн тағы бер юл - ул рекультивацияны финанслау буйынса банк гарантияһын алырға хоҡуҡлы. Был осраҡта, әгәр рекультивация үткәрелмәһә, банк уға аҡса бүлергә тейеш.

Тиҙҙән был закон проектын Дәүләт Думаһында ҡарай башлайбыҙ. Ошо закон Башҡортостанда, ғөмүмән, бөтә илдә ташландыҡ карьерҙарҙың барлыҡҡа килеүенә кәртә буласаҡ. Минең фекеремсә, әгәр предприятиеның рекультивация фондын булдырыуға аҡсаһы юҡ икән, тимәк, уға геологик разведка һәм файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнергә бөтөнләй кәрәкмәй. Ер аҫты байлығын файҙаланыусылар менән муниципалитет хакимиәте араһында килешеү төҙөлөргә тейеш. Унда бар мәсьәләләр ҡараласаҡ: мәғдәндең ниндәй юлдан йөрөтөләсәге, юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлауға аҡса бүленеүе һ.б. Тикшереүҙе экологик инспекторҙар башҡарырға тейеш. Хатта кескәй генә талаптар үтәлмәһә лә, улар мотлаҡ саралар күрергә бурыслы.

Әлеге ваҡытта Әбйәлил районында геологик разведка эштәрен башлау тураһында һүҙ бара. Әгәр артабан тау байыҡтырыу комбинатын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителһә, атап үтелгән закон проекты буйынса, инвестор республика һәм район менән эш урындары һаны (мәҫәлән, уларҙың 90 проценты урындағы халыҡҡа гарантиялана), экологик талаптарҙы ҡәтғи үтәү һәм урындағы бюджетҡа һалымдарҙы күсереү тураһында килешеү төҙөйәсәк. Шулай уҡ, яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, юлдар һалыу, мәктәптәрҙе ремонтлау һ.б. мәсьәләләр ҙә күтәрелеүе ихтимал. Бынан тыш, тау байыҡтырыу комбинатын төҙөү урындағы һәм республика бюджеттарына ҙур суммала һалым индереүгә булышлыҡ итәсәк, был социаль проблемаларҙы хәл итеүгә һәм инфраструктураны үҫтереүгә аҡса йүнәлтергә мөмкинлек бирә. Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерелмәһен, геологик разведка эштәре кешеләрҙең тормошона кире йоғонто яһамаһын өсөн хәлде контролдә тоторға бурыслыбыҙ. Был бөтә күҙәтеү органдарының, муниципаль берәмектең һәм республика етәкселегенең бурысы. Бергәләп эшләргә тейешбеҙ, маҡсатыбыҙ - лайыҡлы эш хаҡы булған эш урындары булдырыу, уңайлы йәшәү шарттарын тәьмин итеү һәм киләсәк быуындар өсөн тәбиғәтте һаҡлау.

Азамат ИҘРИСОВ, Баймаҡ районы хакимиәт башлығы: Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын варварҙарса файҙаланыуға ҡаршы көрәш буйынса системалы эш дауам итә. Намыҫһыҙ алтын табыусылар тарафынан ҡылынған боҙоуҙарға реакция булып, 2028 йыл аҙағына тиклем Урал аръяғында һибелмә алтын сығарыу өсөн лицензиялар биреүгә мораторий тора. 2021 йылдан ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия эшләүе лә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре төбәк Башлығының даими контролендә.

Беҙҙең район файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарына бай. Тик алтын сығарыусылар, атап әйткәндә, "Весна", "Таналыҡ" һәм "Граф" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр эште вәхшиҙәрсә алып бара. Улар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау нормаларын үтәмәй, районда теркәлмәгәндәр, шуға күрә муниципаль бюджетҡа һалым түләмәйҙәр, килтергән зыяндары 5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Һибелмә алтынды контролдән тыш сығарыу процесын туҡтатыу Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның эше һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Мәҫәлән, "Граф" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, һуңынан уның лицензияһы юҡҡа сығарылды.

Тәбиғи байлыҡтар менән эш иткәндә тәү сиратта район һәм урындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Бының өсөн район биләмәһендә юридик шәхесте теркәү, уның эшмәкәрлегенә урындағы халыҡты йәлеп итеү, бының өсөн йәштәрҙе уҡытыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса бөтә нормаларҙы ҡәтғи үтәү талап ителә. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген һәм улар менән үҙ-ара эш итеүҙе күҙәтеү өсөн йәмәғәт контроле органын булдырыу ҙа мотлаҡ.

49 views·1 share