Быйылғы Тораҡ биләмәләре эстетикаһы йылына ниндәй ниәттәр менән аяҡ баҫтығыҙ?
Борис БЕЛЯЕВ, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры: Иң тәүҙә шуны әйтергә кәрәк, республикабыҙҙың күп кенә тораҡ биләмәләре күңелдә күңелһеҙ тойғолар ҡалдыра: ҡыйшайып, ауып барған ҡоймалар, бысраҡ күләүектәр, тирә-яҡты сүп-сар, ҡый үләндәре баҫҡан, газон тигәндең ишараты ла юҡ хатта... Республика Башлығы Радий Фәрит улы был мәсьәләне бик урынлы күтәрҙе. Ҡала һәм ауылдарыбыҙ күренешен ипкә килтереү, йәмләндереү һәм йәнләндереү, йәшәгән еребеҙҙе төҙөкләндереү, таҙартыу өсөн был бурысҡа комплекслы ҡараштан сығып эш итергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Аныҡ итеп әйткәндә, республиканың муниципаль берәмектәренә, ҡала һәм ауылдар халҡына беҙ нимә тәҡдим итәбеҙ һуң?
Был йәһәттән республика Башлығы аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Шуға нигеҙләнеп, Тораҡ биләмәләре эстетикаһы йылын ғәмәлгә ашырыу дүрт йүнәлештә алып барыласаҡ: газондар, тротуарҙар, кәртәләүҙәр һәм яҡтылыҡ менән тәьмин итеү. Тәүге йүнәлешкә килгәндә, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан башҡа газон мәҙәниәте тигән нәмә беҙҙә юҡҡа иҫәп. Шуға күрә, һәр муниципалитет был юҫыҡта үҙ пландарын төҙөп, газон, сәскә түтәлдәре, клумбаларҙы урынлаштырыу схемаһын, тәртибен билдәләп сығырға һәм бының өсөн ер участкалары бүлеп, сәскә орлоҡтары, башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләргә һәм эш башларға тейеш. Һөҙөмтәлә ҡалалар һәм ҙур тораҡ биләмәләрендә газон майҙандарын 4-5 тапҡырға арттырырға иҫәп тотабыҙ.
Икенсе йүнәлеш - тротуарҙар. Йөрөгән юлдарыбыҙҙа заманса тротуарҙар һалырға күптән ваҡыт. Юл ситтәрендәге бетон бордюрҙарҙы оҙаҡҡа сыҙарлыҡ гранитҡа алмаштырыу ҙа бар хыялыбыҙҙа. Юлдарҙа мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн уңайлыҡтар булдырыу хаҡында ла онотмайыҡ. Ҡоймалар һәм кәртәләүҙәр мәсьәләһе айырыуса үҙәк урамдарға ҡағыла. Уларҙы берҙәм форматҡа килтереү яйын ҡарарға кәрәк. Был эшкә уларҙың хужалары, арендаторҙар йәлеп ителергә тейеш. Был үҙенә күрә ҙур ғына эш. Ул муниципалитеттарҙың урындағы халыҡ, предприятие һәм учреждениелар, баҡсасылыҡ ойошмалары менән әүҙем ойоштороу эштәре талап итә. Башҡортостанда урамдарҙы яҡтыртыу системаһын яңыртыу буйынса эш алып барыла инде һәм ул быйыл да дауам иттереләсәк. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү, таҙартыу, йыйыштырыу эштәренә өмәләр иғлан итеп, халыҡты эшкә әүҙем йәлеп итеү, урамдар һәм йорттар араһында конкурстар ойоштороу ҙа бик мөһим бер бурыс булып тора беҙҙең алда.
Заһит ҠАШҠАРОВ, Баймаҡ районы Ишмырҙа ауыл хакимиәте башлығы: Уйлап ҡараһаң, күптән көн тәртибенә ҡуйылырға тейешле мәсьәлә инде ул бөгөнгө ауылдарыбыҙҙың йөҙө. Ни тиһәң дә, 21-се быуатҡа аяҡ баҫыуыбыҙға ла ике тиҫтә йыл үтеп тә китте, ә беҙҙең ауылдарҙа бөгөн ниндәйҙер үҫеш, үҙгәреш билдәләре һиҙелмәй, ауыл элекке инерция буйынса йәшәп килә, күп ауылдар сүгә бара, унда тороп ҡалған өлкән йәштәге кешеләре менән бергә ҡартая бара һымаҡ. Дөрөҫ, бындай күренеш бөтөн ауылдарға ла ҡағылмайҙыр ҙа, шулай ҙа республика Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы йылды Тораҡ биләмәләре эстетикаһы йылы тип иғлан итеүе бик ваҡытлы һәм урынлы булды тип уйлайым.
Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы булып эш башлағандан алып республикабыҙҙы иңләп-буйлап эш сәфәрҙәре менән күп йөрөй, тимәк, күпте күрә лә. Ауылдарыбыҙ йөҙөн төҙөгөрәк, күркәмерәк, замансараҡ итеп күргеһе килеүе тәбиғи һәм уның был тәҡдиме һис тә юҡтан бар булмағандыр. Республикабыҙ һәм районыбыҙҙың бик күп биләмәләре кеүек үк, беҙҙең ауыл халҡы ла хуплап, берҙәм ҡушылды был саҡырыуға. Хәйер, йәшәгән урын-еребеҙҙе төҙөкләндереү, йәшелләндереү, матурлау кеүек эштәр быға тиклем дә даими рәүештә алып барыла килә беҙҙә. Ауылыбыҙ оло юл эсендә бар ғаләмгә күренеп ятҡан өсөн генә лә түгел. Кеше, айырыуса ауыл халҡы, хәҙер ысынлап та матурлыҡҡа, таҙалыҡҡа, йыйнаҡлыҡҡа ынтыла, иң тәүҙә ул үҙенең шәхси биләмәһен, йорт-ҡура тирәһен төҙөкләндерә һәм матурлай, унан инде ауыл проблемаларына күсә. Быйыл, бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылағанда, был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк. Әйткәндәй, Тораҡ биләмәләре эстетикаһы йылын беҙ тап ошо юҫыҡта башлап ебәрәсәкбеҙ ҙә: Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты һәм уның тирәһен төҙөкләндереп, тирә-яғына сәскә түтәлдәре ултыртып, кәртәләүен яңыртып ҡуйырға ниәтләйбеҙ.
Ауылыбыҙҙы матурлау буйынса өмәләргә халыҡ берҙәм сығып эшләй. Радий Фәрит улының, бындай эштәргә урындағы халыҡты әүҙем йәлеп итергә кәрәк, тигән һүҙҙәре бик дөрөҫ. Кеше үҙ ҡулдары менән эшләнгәнде һаҡлай ҙа беләсәк, тине ул. Былтыр бергәләшеп ауыл стадионын кәртәләп, буяп ҡуйғайныҡ, унан "Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит" девизы менән үткәрелгән "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһына ҡушылып, ауылда яңы аллеяға нигеҙ һалынды: билдәләнгән урынды һөрөп, кәртәләп алдыҡ һәм унда 700 төп ҡарағай ултырттыҡ. Былтыр ҡоролоҡ булғанлыҡтан, үҫентеләрҙе ҡарап, тәрбиәләп, һыу һибеп торорға тура килде. Быйыл иһә ошо матур традицияны дауам итеп, 100 төп йүкә ултыртырға уйлайбыҙ. Ни тиһәң дә, ауылыбыҙҙың икенсе исеме - Йүкә бит, әйҙә исеме есеменә тап килһен әле! Ә былай ауылыбыҙ төҙөк, йыйнаҡ. Ике ҡатлы мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, мәсет һәм башҡа шундай биналар ауылға заманса төҫ биреп, тирә-яҡты йәмләп тора. Йыл да ситтән яҡташтарыбыҙ һабантуйға, ауылдаштар осрашыуҙарына ҡайта, улар алдында ла һынатҡы килмәй, тырышабыҙ.
Рәшиҙә ИҠСАНОВА, Өфө ҡалаһы һөнәрселек колледжы хеҙмәткәре: Беҙҙең колледжда уҡыусылар төрлө эшсе һөнәрҙәренә эйә булып сыға. Шулар иҫәбендә ташсы-төҙөүселәр ҙә бар. Улар менән ҡайһы саҡ уҡыған, өйрәнеп йөрөгән һөнәрҙәренең үҙенсәлектәре хаҡында фекер алышырға тура килә. Ҡайһы берәүҙәре үҙҙәре төҙөйәсәк йорт һәм биналарҙы элеккесә "шырпы ҡабылай" бер иш, дүрт мөйөшлө коробкалар итеп күргеләре килмәй бер ҙә. Заманса архитектура өлгөләре буйынса матур, һоҡланғыс биналар төҙөү хыялдары. Ләкин эш төҙөүселә генә тормай шул. Ҡаланың заманға ярашлы йөҙө күп йәһәттән архитекторҙарға, туранан-тура ҡала төҙөлөшө менән шөғөлләнгән чиновниктарға бәйле. Шул уҡ ваҡытта баш ҡалабыҙ йөҙөнә заманса мегаполис сифаттары биреү өсөн ошо хаҡта уйланған, фекер иткән ижад эйәләре, ябай ҡала граждандары, йәмәғәтселек тә күҙ йоморға тейеш түгелдер.
Үҙемә ҡалһа, мине ҡалабыҙҙың милли йөҙө булмауы бик борсой. Ысынлап та, Башҡортостандың баш ҡалаһы тип әйтерлек, уның үҙенә генә хас милли колориты менән күҙгә бәрелеп, балҡып торорға тейеш бит Өфөбөҙ! Был йәһәттән Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтанды (элек Астана) миҫал итеп килтерергә булыр ине. Унда милли ҡаҙаҡ колориты заманса архитектура өлгөләре менән бик урынлы яраштырып хәл ителә. Беҙҙең ҡалаға бына ошондай архитектура табыштары етмәй, минеңсә. Әлбиттә, милли үҙенсәлекле ҡайһы бер айырым урындар, һәйкәлдәр бар ҙа ул, тик был ғына аҙ. Күпме һөйләйбеҙ, яҙабыҙ инде Урал батырҙың героик һынын, Аҡбуҙатыбыҙҙы кәүҙәләндереү хаҡында ғына ла. Әйткәндәй, эпос геройҙарын, башҡа халыҡ әкиәттәре персонаждарын ваҡлап, арт-объекттар рәүешендә түгел, ә мөһабәт итеп, кеше күрерҙәй урындарға ҡуйыу яғын ҡарарға кәрәк. Милли колорит, тигәндән, исмаһам, баш ҡалабыҙға килеп ингән урындарҙы булһа ла матур итеп төҙөкләндерергә, биналарҙы башҡорт орнаменттары менән биҙәкләп сығырға ине. Ҡала йорттары фасадтарын башҡарыу-биҙәкләүҙә милли һәм этник мотивтарҙы ҡыйыуырыҡ файҙаланырға кәрәк, тигән тәҡдимдәр ишетелеп тора ул. Үкенескә, был йүнәлештә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр күренмәй. Исмаһам, быйыл, Тораҡ биләмәләре эстетикаһы йылы иғлан ителеү менән бәйле үрҙә әйтеп кителгән ҡайһы бер эштәрҙе башҡарырға форсат тыуыр, бәлки?..
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
