Башҡорт дебет шәле
Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген асыу тантанаһында сенатор Лилиә Ғүмәрованың республика Башлығына Роспатенттың "Башҡорт дебет шәле"нә патент документын тапшырыуын барыһы ла күргәндер. Шулай итеп, башҡорт халҡының тағы бер кәсебенә хоҡуҡ таныҡлығы бирелеп, Башҡортостандың тағы бер бренды барлыҡҡа килде. Был яңылыҡты нисегерәк ҡабул итте икән беҙҙең ошо кәсеп менән яҡшы таныш булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ?
Гөлсимә ИҪӘНҒОЛОВА, Мәләүез ҡалаһы: Башҡорт дебет шәленең патент алыуы шәл бәйләүселәр өсөн генә түгел, ә бөтә республика өсөн, һис шикһеҙ, бик әһәмиәтле ваҡиға, тип уйлайым. Башҡорт ерендә аҫыралған кәзә дебетенән бәйләнгән шәлдәрҙең матур ғына түгел, сифатлы һәм файҙалы булыуын борон-борондан беҙҙең өләсәйҙәр яҡшы белгән һәм был уларҙың төп кәсептәренең береһенә әйләнгән. Был кәсеп айырыуса Башҡортостандың көньяҡ райондарында, атап әйткәндә, Күгәрсен, Ейәнсура, Федоровка, Мәләүез, Стәрлебашта киң таралған. Заманында был шөғөл балаларҙы кейендерергә, уҡытырға, хатта йорт һалырға ярҙам иткән. Элек ебәк кеүек йылҡылдап торған, тигеҙ, матур итеп иләнгән мамыҡтан бәйләнгән шәлдәрҙең хаҡы ла лайыҡлы ине. Оҫталар бер-береһенән уҙҙырып, яңынан-яңы биҙәктәр отоп бәйләй торғайны уны.
Шәл беҙҙең ғаиләне лә ашатты, кейендерҙе. Уны беҙ ниндәйҙер ауыр эшкә лә һанамай торғайныҡ. Саҡ ҡына буш ваҡыт сығыу менән бәйләмгә тотонабыҙ. Шул уҡ ваҡытта китап та уҡыйбыҙ, телевизорын да ҡарайбыҙ. Хатта арып эштән ҡайтҡан саҡтарҙа шәл бәйләү ниндәйҙер кимәлдә ял да була торғайны. Бәйләгән ваҡытта күңел тыныслана, фекер туплана икәнен беҙ яҡшы беләбеҙ.
Ҡул эштәре күргәҙмәләрендә, шәл бәйләү буйынса конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша башлағас, башҡорт шәленең традициялары тураһында эҙләнә, уҡый һәм мәғлүмәт йыя башланым. Тарихсылар билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһында дебеттән, йөндән шәл бәйләүҙең мең йыллыҡ традициялары бар. Улар хаҡында Сармат ҡурғандарында табылған шәл йәки туҡыма ҡалдыҡтары ла һөйләй. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар ҡәберлектәрендә йөн-дебетте эшкәртеү, иләү ҡорамалдары ла табылған.
Башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен өйрәнгән этнограф, академик Петр Рычков 1765 йылда дебет кәзәләрен тәүге тапҡыр күрә һәм ошо һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы шөғөлләнгән кәсепте өйрәнеп, шул турала хеҙмәт яҙа. Башҡорттарҙың этнографияһын өйрәнеүсе Сергей Руденко ла башҡорттарҙың кәзә дебетенән бәйләнгән шәлдәр менән һатыу итеүе тураһында яҙған. Шуға күрә башҡорт халҡы элек-электән шәл бәйләү менән ныҡлап шөғөлләнгән, тип әйтергә була.
Башҡорт дебет шәленә патент алыу, һис шикһеҙ, уны тағы ла нығыраҡ танытырға, ҙур баҙарға сығарырға булышлыҡ итер, тип уйлайым. Шулай уҡ был яңылыҡ нисектер бер аҙ һағайтты ла. Күрше Ырымбур өлкәһе "Ырымбур мамыҡ шәле"нә патент алғас, байтаҡ ҡына сетерекле хәлдәр булғайны. Улар башҡаларға, башлыса беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына, ошо бренд менән һатыуҙы тыйҙы. Беҙҙә лә берәйһе брендты һатып алып, беҙҙең кеүек шәл бәйләүселәрҙең юлын ҡыймаҫмы икән, тием. Нисек кенә булһа ла, бәйләгән кеше бәйләй инде ул. Сөнки был шөғөл беҙҙең ҡанға һеңгән. Хаҡы сығымды ҡапламаған саҡта ла барыһы ла бәйләне. Кәзәләр генә булһын!
Разия АРЫҪЛАНБӘКОВА, Күгәрсен районы: Беҙ, урта һәм оло быуын кешеләре, шәл бәйләүҙең бик файҙалы һәм килемле шөғөл булыуын беләбеҙ инде ул. Бигерәк тә совет заманында ныҡ таралғайны был кәсеп. Хаҡы ла бар ине. Матур бәйләнгән шәлгә һатып алыусы аҡсаһын йәлләмәне. Йылына ике-өс, ҡайһы саҡтарҙа дүрт-биш тапҡыр Мәләүез баҙарына барып һата торғайныҡ. Шаршамбы көндө махсус руәүештә шәл баҙары тип атайҙар ине. Һатып алыусылар төрлө яҡтан килә торғайны. Уртаса шәльяулыҡтарҙы һатыулашып-һатыулашып арзанға ғына ала инеләр. Ебәк кеүек еңел, йомшаҡтарына хаҡты төшөрмәнеләр. Балдаҡтарын сисеп, шуның аша үткәреп ҡарап алған була торғайнылар.
Шәл һатҡан аҡса ҙур ярҙам булды инде ул ваҡытта. Балаларҙы мәктәпкә әҙерләгәндә лә, туйға ла, уҡыу кәрәк-яраҡтары алыуға ла шәл аҡсаһы китә торғайны. Эш араһында йәки йоҡо иҫәбенә бәйләнгәнгә күрә, мин уны буштан килгән һымаҡ күрә торғайным. Уйлап ҡараһаң, бик еңел дә эш түгел инде. Кәзә тотоу ғына үҙе ни тора! Күршең менән әрләшкең килһә, кәзә ал, тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит халыҡ. Бик көйһөҙ мал ул. Бесәнде лә һайлап ҡына ашай. Үҙенә оҡшамағаны булһа, эҙләнә, ҡаса, кеше баҡсаһына төшә. Дебете йылҡылдап торһон өсөн махсус ашатырға ла кәрәк ине. Тарар ваҡыт етһә, көнбағыш та бирә торғайныҡ.
Беҙҙең заманда ауылда кәзә тотмаған, шәл бәйләмәгән кеше булманы. Кәзә тарарға, мамыҡ тетергә, иләргә өмә эшләнек. Һуңынан уларҙы ботлап, сиратып, йомғаҡтарыбыҙ әҙер булһа, алмашлап, бер-беребеҙгә кис ултырырға йөрөнөк. Шулай күберәк шәлдәребеҙ йоҡо иҫәбенә бәйләнде инде. Кемдең балалары аҙыраҡ, ире тынысыраҡ, шуларҙыҡына йышыраҡ йыйылалар. Беҙҙең балалар күп булһа ла, өй башҡаларҙыҡынан иркенерәк булғас, беҙгә килә торғайнылар. Сәй эсеп, йырлашып ултыра инек. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Ҡайғы кисергән кешеләр булһа, кис ултырырға уларға барырға тырыша торғайныҡ. Бергәләп ултырып эшләгәс, һағыштары таралып, күңеле тынысланып, ҡулындағы эше лә ырап ҡала.
Башҡорт шәленең даны күптән билдәле инде. Шулай ҙа патент алыуы бик ҡыуаныслы. Әммә хәҙер ауылда кәзә бөттө бит ул. Шәл бәйләгәндәр ҙә бик һирәк. Олораҡ быуын бәйләһә, бәйләйҙер, йәштәр хәҙер ҡул эше тотоп бармай. Әлбиттә, белгән кеше кәзәһен дә тотор, дебетен иләп, шәлен дә бәйләр. Әммә уны алыусы булырмы?
Туғыҙынсы тиҫтәне тултырһам да һаман да бәйләйем. Мәләүезгә баҙарға йөрөгәнем юҡ, Себер тарафтарынан ҡайтҡан йәки шул яҡҡа ҡунаҡҡа барған кешеләр бүләккә тип алып китәләр.
Минең шундай тәҡдим: башҡорт дебет шәлен үҫтереү өсөн башҡорт кәзәләре фермалары булдырыу кәрәк. Ситтән килтерелгән дебеттән бәйләнгәндәре барыбер башҡорт шәле булмай бит инде...
Гүзәл КӘРИМОВА, Күмертау ҡалаһы: Дебет шәлгә патент алыуҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттем. Дөрөҫөн әйткәндә, был хаҡта бер ваҡытта ла уйланғаным булманы. Мәҫәлән, башҡорт балы, башҡорт аты кеүек милләтебеҙҙең исеме ҡушылған әйберҙәргә башҡалар ҡул һуҙмаҫ кеүек тойолһа ла, ундайҙар ҙа табылып тороуы тураһында хәбәр интернет селтәрендә йыш осрай.
Дебет шәлгә килгәндә, уны беҙҙең яҡта мамыҡ шәл тиҙәр. Ауылыбыҙҙан ситкәрәк китһәң, ҡолаҡҡа "дебет шәл" тигәне йышыраҡ ишетелә башлай. Ғаиләбеҙҙә дүрт ҡыҙ үҫтек, әсәйебеҙҙең шәл бәйләгәнен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп, ҡарап ултыра торғайныҡ. Шулай, күршебеҙгә алыҫ райондан килен төштө, әсәйебеҙ туйға барып, ул яҡта өлкәндәр ҙә, кеселәр ҙә нисек оҫта итеп бәйләүҙәре, хатта телевизор ҡарағанда ла бәйләм тотоп ултырыуҙары тураһында һөйләне. Шул көндән алып беҙҙе шәл уртаһын бәйләргә өйрәтте, ә үҙенә дүрт сите ҡала ине, бер аҙ оҫтарғас, апайыбыҙ, һуңынан беҙ ҙә әсәйгә ярҙамға күстек. Ул ваҡытта был шөғөл ғаиләбеҙгә бик ҙур ярҙам булды. Айына ике шәл бәйләгән ваҡыттар ҙа булды. Ауыл кәзәһенең мамығынан бәйләнгән шәльяулыҡтарҙың сифатын белгәндәр 120-150 һумын да йәлләмәне. Әсәйем уны уртаһына ла бесәй тәпәйе биҙәген һалып, ҙур итеп бәйләргә ярата ине. Бәйләп бөткәс, ҡабарһын өсөн беҙгә юрған урынына ябындырып һала торғайны. Беҙҙе уҡытҡан да, кейендергән дә, ашатҡан да ошо шәл булды. Беҙҙең ауылда хатта бер апайҙың уйынлы-ысынлы, шәл бәйләп йорт һалдыҡ, тип әйткәне хәтерҙә. Хәҙер ауылдарҙа кәзә аҫыраусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, уныһы ла һөт биргәне генә. Һыйырҙарын бө-төрөп, хәҙер кәзә һауғандар күп. Мамыҡ кәзәһе юҡ, тиһәң дә була. Сит тарафтарҙан, бигерәк тә Волгоград далаларынан килтереп һатҡан дебеттән патентлы шәл булмай бит инде ул. Минеңсә, урындағы фермерҙарға мамыҡ кәзәһе үрсетергә дәүләт ярҙам итһә, шәл бәйләүселәр (үҙмәшғүлдәр) табылыр, моғайын. Тик мамыҡ хаҡы ат хаҡына тиң булмаҫҡа тейештер, быныһы инде урындағы муниципаль власть ҡарамағында. Бәйләргә сеймал табылһа, ауылдарҙа ғына түгел, ә ҡалала йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, бигерәк тә пенсионерҙар, ҡушылыр ине.
Хәҙер мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресен тергеҙәләр ти бит, оҫта остаз табылһа, ошо файҙалы шөғөлгә лә өйрәтерҙәр ине. Был балаларҙың һаулығын нығытыу өсөн дә үтә ныҡ кәрәкле - бармаҡ остарын ғына эшләтеп, күпме нервы күҙәнәген тергеҙергә мөмкин. Икенсенән, китапса әйткәндә, автоматизмға еткерелгән эш башҡарғанда мейе лә ял итәсәк. Ә иң мөһиме, милләтебеҙгә хас, быуаттар төпкөлөнән килгән шөғөл шулай уҡ беҙ белмәгән әллә ни бихисап файҙа бирәсәк. Шуға күрә, патент алғас-алғас, дебет шәле эше туҡтап, йәки, элеккесә, һәр кемдең үҙ алдына, үҙ белдегенә ҡалған кәсеп кенә булып ҡалырға тейеш түгел. Ейәнсуралар тәжрибәһен төплө өйрәнеп, улар яғында аҫыралған мамыҡ кәзәләр һанын арттырырға кәрәктер. Беҙ быға ҡасандыр кире әйләнеп ҡайтырға тейеш инек, был кәсепте лә башҡалар үҙләштермәҫ борон әүҙемләштерһәк, яҡшы булыр. Дебет шәле бәйләү шатлыҡ ҡына килтермәһен, ә файҙалы ла булһын, тиһәң, бөгөндән үк мамыҡ кәзәһен үрсетеүҙе фәнни юлға ҡуйырға кәрәк.
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
