БАЛАНЫ ХЕҘМӘТ ТӘРБИӘЛӘЙМЕ?
Балаларҙы хеҙмәт тә тәрбиәләй, ләкин һуңғы йылдарҙа уларҙы ҡайһы бер мәктәп эштәренә йәлеп итеү ата-әсәләр тарафынан хупланмай, хатта тыйыла килде. Был дөрөҫмө?
Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ, М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры: Һүҙ ҙә юҡ, мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе бик кәрәк, был йәш быуынды оло тормошҡа әҙерләүҙә ифрат мөһим урын алып тора. Хеҙмәт һөйөп, өлкәндәргә ярҙам итеп үҫкән, бер ниндәй эштән дә ҡурҡып тормаған бала физик яҡтан да көслө була, үҙен дә ышаныслы тота. Үҙемдең эш тәжрибәһенән сығып әйткәндә, бөгөн күпселек ата-әсә уҡыусыларҙың мәктәптә һәр төрлө эштәргә йәлеп ителеүенә һис тә ҡаршы түгел, сөнки балалар хәҙерге заман шарттарында былай ҙа күп ваҡыттарын телефондан айырыла алмай йә компьютер уйындары артында ултырып үткәрә. Дөрөҫ, үҙегеҙ әйтмешләй, балаларын мәктәп эштәренә йәлеп итеүҙе тыйып килеүсе бәғзе бер ата-әсәләр ҙә бар, ҡыҙғанысҡа. Был, ғәҙәттә, бер бөртөк бала тәрбиәләүсе йәки уларҙы артыҡ иркәләтеп, бәпләп үҫтереүсе ғаиләләрҙә осрай. Был дөрөҫ түгел, әлбиттә, сөнки шул арҡала бала күрәләтә ҡыйыуһыҙ, булдыҡһыҙ, хатта ялҡау булып үҫеүе лә ихтимал бит. Ә инде класташтары менән берҙәм эш башҡарып, балалар тағы ла яҡынданыраҡ аралаша, нығыраҡ дуҫлаша, бер-береһен күберәк белә ала. Уларҙа яуаплылыҡ, берҙәмлек, эшһөйәрлек, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ирешеү кеүек сифаттар тәрбиәләнә. Ҡайһы бер балаларҙың хатта тап ошо берҙәмлектә беренселек, сәм һәм лидерлыҡ сифаттары асыла.
Беҙҙең гимназия-интернатта балалар йыл әйләнәһенә үҙҙәренә тейешле һәм көстәренән килгән барлыҡ эштәрҙе лә башҡара: ҡыш ҡар көрәйҙәр, яҙ ағас ултырталар, экологик өмәләрҙә ҡатнашалар, ятаҡ бүлмәләрен таҙарталар, ветерандарға барып, уларға йорт-хужалыҡ эштәрендә ярҙам итәләр, сәскә түтәлдәре ултырталар. Йәй буйы һәр бер класс бер аҙна хеҙмәт лагерында эш башҡара. Был турала ата-әсәләр белеп тора, сөнки уларҙың йыйылышында был хаҡта хәбәр итеп, иҫкәртеп ҡуябыҙ. Бәхеткә, хеҙмәт тәрбиәһенә ҡаршы сығып, һүҙ күтәреүсе бер кем дә юҡ беҙҙә. Һуң, шулай булмайса! Гимназиябыҙ ҙа бит республикабыҙҙың тәүге президенты, ал-ял белмәйенсә ике тиҫтә йыллап халҡыбыҙға хеҙмәт итеүсе Мортаза Рәхимовтың исемен йөрөтә. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килеүе, атаһы фронтҡа киткәс, донъя йөгөн әсәһе менән бергәләп тартыуы; ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, белемгә ынтылып, эшһөйәр булып үҫеүе, артабанғы тормош һәм хеҙмәт юлы - ябай операторҙан алып завод директоры, унан яңы республикабыҙҙың Президенты вазифаһына тиклем күтәрелеүен балалар Мортаза Ғөбәйҙулла улының тырышлығы, нимәгә тотонһа ла, булдырыуы, эш һөйөүсәнлеге арҡаһында өлгәшеүен яҡшы белә. Ул бит көн-төн юлда, республикабыҙ райондары хужалыҡтарында булып, халыҡ менән аралашты, уларҙың тормош шарттарын яҡшыртыуға күп хеҙмәт көсө түкте. Уҡыусыларҙы беҙ тап уның хеҙмәт өлгөһөндә тәрбиәләргә ынтылабыҙ, сөнки илгә бөгөн күпләп техник һөнәр эйәләре, етештереү цехтары мастерҙары, инженерҙар, технологтар, конструкторҙар, IT белгестәр талап ителә.
Эшләп үҫкән хур булмаҫ. Уҡыусыларҙың эшләгәне мәктәп өсөн булһа, өйрәнгәне үҙҙәре, уларҙың киләсәге өсөн кәрәк бит, сөнки, Дәүләт Думаһы депутаттарының мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе тергеҙеү тураһындағы закон проектында килтерелгән бөйөк педагог Ушинскийҙың һүҙҙәре менән әйткәндә, әгәр тәрбиә эше кешегә бәхет теләй икән, ул уны "тормош хеҙмәтен"нә әҙерләргә тейеш. Раҫ һүҙҙәр, был бөгөн икеләтә мөһим.
Әлмира ФӘЙЗУЛЛИНА, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ магистранты: Мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһе темаһы минең диплом алды эшем булды. Был теманы артабан диплом эшендә лә дауам итергә теләк бар, сөнки мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһенә еңелсә, хатта илке-һалҡы ҡарашты беҙ, балалар, үҙебеҙ күрә йөрөнөк. Эш ниҙә һуң? Дөрөҫөн генә әйткәндә, мине иң тәүҙә хеҙмәт дәресенең ҡыҙҙар һәм малайҙар шөғөлөнә бүленеше бик оҡшап етмәй ине. Ниңә ҡыҙҙар был дәрестә йыл буйына мотлаҡ торт йә бәлеш бешерһә, малайҙар иһә сыйырсыҡ ояһы яһай? Мин уҡыған мәктәптә хатта тегеү, бәйләү кеүек ҡул эштәренә лә өйрәтелмәне, сөнки иҫкереп бөткән бер-ике теген машинаһы даими эшләмәй, бешеренеү өсөн плитә менән электр мейесе лә ватыҡ һәм уҡытыусы янғын сығып китеүҙән ҡурҡып, уны ҡулланмай. Һөҙөмтәлә беҙ "һалҡын ҡабымлыҡ" - һәр төрлө бутербродтар ғына яһарға өйрәнә инек. Йыш ҡына хеҙмәт дәрестәрендә ҡыҙҙарға иҙән йыуыу, ә малайҙарға ҡар көрәү кеүек йыйыштырыусы менән урам һепереүсе эше йөкмәтелә ине. Өҫтәүенә, ҡайҙалыр ниндәйҙер мебель күсереү, ултырғыс, парталар ташыу, китапхананан макулатура сығарыу ҙа беҙҙең хеҙмәт дәресе сәғәттәрен ала торғайны. Бындай эштәрҙән һуң, тәбиғи, дәрескә кейеп килгән кейемдәр бысрана, бөтәрләнә һәм өйҙә күптәребеҙгә эләгә лә ине.
Быларҙан тыш, класс бүлмәһен йыуыу ҙа нишләптер ҡыҙҙар эше тип ҡаралды. Хәтерләйем, шундай дежурлыҡ иткән ваҡытта 7-се синыфтағы бер ҡыҙыҡай ауыр ултырғыстарҙы күтәреп, партаға түңкәреп йөрөгәндә, эсен ауырттырып, дауаханаға эләккәйне. Баҡтиһәң, уға ике-өс ай элек кенә һуҡыр эсәккә операция яһаған булғандар икән. Дежурлыҡ итмәҫкә тигән ҡағыҙы булһа ла, бергә уҡыған ҡыҙҙарҙың ризаһыҙлығынан ҡурҡып, ул өндәшмәгән. Шул хәлдән һуң ата-әсәләр үҙҙәренең йыйылышында балаларҙы мәктәп эшенә ҡушмаҫҡа тигән ҡарар сығарғайны. Бер ни тиклем ваҡыт буйы йыйыштырыусы класс бүлмәләрен онотҡанда бер генә һөртөштөрөп ала башланы. Яҙғы-көҙгө мәлдәрҙә класс бүлмәләре бысраҡ һәм саңға күмелә ине. Бындай хәлдә "яза" ата-әсәләргә түгел, ә беҙҙең өҫкә ябырылды: уҡытыусылар, "йәп-йәш ҡыҙ һәм егеттәр, ҡулһыҙҙар кеүек, бысраҡҡа батып ултыраһығыҙ" тип беҙҙе битәрләй, оялта башланы. Шунан һуң мәктәп һәм класс бүлмәләрендә яңынан дежурлыҡ итеү тәртибе әйләнеп ҡайтты. Ә инде дөйөм мәктәп дежурлығын беҙ ишек төбөндә вахтер, йәғни бөгөнгөсә әйткәндә, һаҡ хеҙмәте урынында үтә инек. Ишек төбөндә секунд һайын тышҡы ишек асылып-ябыла, ҡыш борҡоп ҡар һыуығы тула. Һыуыҡ тейеп, сирләп китеүселәр ҙә йыш булды. Бөгөн ошо хаҡта уйлап ҡараһаң, сәстәр үрә тора: ниндәй хәүеф аҫтында ултырған был дежур балалар! Ярай эле, ул саҡ мәктәпкә бәреп инеүсе ҡораллы террористар булманы...
Бының менән ни әйтергә теләйем: мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе - ул иҙән йыуыу менән ҡар көрәүгә генә ҡайтарып ҡалдырылырға тейеш түгел. Бының өсөн урам һепереүсе, йыйыштырыусылар штаты бүленергә тейеш һәр мәктәпкә. Балалар иҫәбенә мәктәп йыйыштыртыу, минеңсә, дөрөҫ түгел. Бындай күнекмәләрҙе улар өйҙәрендә лә ала. Өмәләр, генераль таҙартыуҙар кеүек "файҙалы-йәмғиәт" эштәрендә ҡатнашһын әйҙә улар. Ысын хеҙмәт тәрбиәһе - киләсәккә һөнәри йүнәлеш алырға тейеш бөгөн уҡыусы балалар мәктәптә. Ә бының өсөн тейешле шарттар (махсус йыһазландырылған хеҙмәт кабинеттары, ҡорамалдар, станоктар, башҡа кәрәк-яраҡ материалдар) булырға тейеш. Шулай уҡ махсус әҙерлекле, компетентлы хеҙмәт уҡытыусылары кәрәк. Ул, мәҫәлән, әйҙә өйрәтһен, ти, баяғы сыйырсыҡ ояһы яһарға ла, торт бешерергә лә, ләкин шулар иҫәбендә хеҙмәт уҡытыусыһы ниндәйҙер станоктарҙа эшләргә лә, ватылған ултырғыс йә "сәпитен" йүнәтергә лә, "электр техникаһы әлифбаһы"н өйрәнергә лә ярҙам итһен балаларға. Юғиһә бит, бөгөнгө үҫмерҙәр һәм егеттәр араһында ла хатта ябай электр схемаһын йыя белеүсе лә һирәк.
Бөгөн, әйткәндәй, Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары урта белем биреү программаһына "хеҙмәт" һәм "ижтимағи-файҙалы" эшмәкәрлек төрҙәрен ҡайтарыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Мәскәү мәктәптәренең береһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт дәресенән уҡытҡан педагог-технолог Анастасия Кругликова әйтеүенсә, түбән рейтинглы мәктәптәр, әлегесә, бешеренергә һәм сыйырсыҡ ояһы эшләргә өйрәтеү менән сикләнә, ә көслө мәктәптәрҙә хеҙмәт дәрестәрендә лә хатта информатика серҙәрен өҫтәмә өйрәнеү дауам итә; дизайн күнекмәләре: түтәлдәр эшләү, өй алды йәки дача биләмәһен проектлау, ҡыуаҡтар, төрлө сәскә сорттары сығарыу, йәшелсә-емеш үҫтереү "әлифбаһы"н - киләсәк тормошта кәрәк һөнәр төрҙәрен үҙләштерәләр. Ошо йәһәттән мине лә, нишләп әле мәктәптәрҙә башҡорт кейемдәре тегергә, селтәр эшләргә, уҡ-һаҙаҡ яһарға өйрәтмәйҙәр икән, тигән һорау күптән борсой...
Рәлиә БИКТИМЕРОВА, журналист, Шамонин мәктәбе хеҙмәткәре: Баланы хеҙмәткә өйрәтеү - ул иң тәүҙә ата-әсәнең төп бурысы. Әгәр ҙә балаң ысын кеше булып үҫһен, эштән ҡурҡып тормаһын һәм киләсәктә һайлаған һөнәрен еңел үҙләштерһен, тиһәң, уны бәләкәйҙән көсө еткән эшкә ҡушып, белмәгәнен өйрәтеп, күнектереп үҫтерергә кәрәк. Хеҙмәт тәрбиәһе өйҙә, ғаиләнән башлана тигән һүҙемде үҙебеҙҙең балалар миҫалында дауам итмәксемен. Беҙҙең ҡаланан ситтә йәшәүебеҙ балаларҙы эшкә өйрәтеп үҫтереү өсөн бик уңайлы. Иртә яҙҙан бөтөн Шамонинда баҡса эштәре башлана. Ерҙе һөрөп сығыу менән артынса уҡ балалар картуф, кишер, сөгөлдөр сәсеүҙә ярҙам итешә башлайҙар. Унан һуң сиратта түтәлдәргә һыу һибеү, утау эштәре башлана, бында ла улар беҙҙең менән бергә баҡсала ҡайнай. Уңыш йыйыу иһә күңелле мәлдәрҙең береһе, улар йәй буйына үҙҙәре үҫтерешкән уңышты шатланып йыя. Бында уларҙың үҙ хеҙмәт емештәрен күреп ҡыуанышыуы мөһим. Тимәк, улар шул ваҡыт ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн көс түгеү, тырышлыҡ, уңғанлыҡ кәрәклегенә үҙ тәжрибәләрендә инана.
Шуның өсөн дә беҙ балаларҙы мәктәп эштәренә йәлеп итеүгә лә бер ваҡытта ла ҡаршы түгелбеҙ. Бер яҡтан, бөгөн мәктәптә балаларҙы эшкә әллә ни йыш йәлеп тә итмәйҙәр. Беҙҙең замандарҙағы кеүек, көн дә класс бүлмәһе, кабинеттар иҙәнен йыуыу юҡ хәҙер. Каникул алдынан ғына бергәләшеп, йыуып-таҙартып ҡайталар. Тик шул сүрәттә лә, баламды эшкә ҡушмағыҙ, тип килеп йөрөүсе ата-әсәләр, ҡыҙғанысҡа, бар, нишләйһең... Уның ҡарауы, күпселек ата-әсәләр был мәсьәләгә дөрөҫ, ыңғай ҡарашта.
Был тәңгәлдә бит шуныһы ла мөһим: балалар үҙҙәре бысратҡанды үҙҙәре таҙартып, үҙҙәре йыйыштырырға, йәғни үҙ ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ тойорға ла өйрәнә, минеңсә. Өҫтәүенә, улар мәктәптең иҙән йыуыусылары хеҙмәтен баһаларға, уларға ихтирам менән ҡарарға өйрәнә. Балаларҙың шулай уҡ мәктәп яны участкаһында эшләүҙәренә лә ҡаршылығым юҡ, тик уҡыусыларҙың йәшенә һәм мөмкинлектәренә ярашлы эштәрҙе генә ҡушһындар, тигән теләктәмен. Ауыр һәм бысраҡ эштәр менән балаларҙы биҙҙереп тә ҡуйырға мөмкин бит, юғиһә. Үҫенте һәм сәскәләргә һыу һипкәндә, мәҫәлән, ауыр, көс етмәҫтәй һауыттар биреп ҡуйырға ярамай. Ҡыҫҡаһы, мин хеҙмәт тәрбиәһен ғаилә менән мәктәп берләшеп, килешеп алып барырға тейеш, тигән фекерҙәмен.
