БАЛАЛАРҘА НИСЕК ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘЛӘРГӘ?
Фәтих ИМАНҒОЛОВ, хеҙмәт ветераны: Үткән быуаттың совет осоро йылдарында ата-әсәләрҙең дә, уҡытыусы һәм тәрбиәселәр алдында ла "Балаларҙа нисек илһөйәрлек тәрбиәләргә?" тигән һорау бөгөнгөләй ҡабырғаһы менән тормағандыр, моғайын, ни өсөн тигәндә, ул осорҙа балаларҙы тәүге кластан уҡ октябрят итеп, аҙаҡ пионер, комсомол сафына ҡабул итеү традицияһы үҙе үк уҡыусыларҙы яҡшы уҡырға, тәртипле булырға ғына өндәп ҡалманы, ә илебеҙҙең лайыҡлы киләсәге булып үҫергә лә әҙерләне, улар алдына аныҡ маҡсат ҡуя ине. Унан ҡала 1 май, 9 май, 23 февраль, 7 ноябрь, 22 апрель, 22 июнь көндәрен билдәләү саралары ла бала күңеленә илебеҙ менән ғорурланыу, уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғолары һеңдерә ине.
Күп кенә класс етәкселәренән һәм тәрбиәселәрҙән: "Бөгөн балаларҙы ниндәй идеалдарҙа тәрбиәләргә, улар алдына ниндәй рухи маҡсаттар ҡуйырға?" - тигән һорауҙарҙы ишетергә тура килгеләй. Был һорауҙарға бөгөнгөбөҙҙөң көнүҙәк мәсьәләләре бик яҡшы яуап бирә, минеңсә: илебеҙ хәүефһеҙлеген, уның именлеген, ҡеүәтен яҡлау һәм һаҡлау өсөн белемле, физик яҡтан әҙерлекле, кеселекле һәм кешелекле быуын тәрбиәләргә! Ил ҡаҙаныштарын күрә, баһалай белеү, уны артабан ишәйтеү хаҡына үҙеңде әҙерләү, камиллаштырыу - тимәк, илгә кәрәкле белгес булып етешеү. Ошо түгелме ни йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһоноң нығыныуы? Эйе, ләкин был ғына ла түгел. Үҙ асылыңды, нәҫел тамырҙарыңды, шәжәрәңде өйрәнеүҙән, белеүҙән башланалыр, тимен, илһөйәрлек тойғоһо. Иң тәүҙә атаң-әсәңә, яҡындарыңа, туған телеңә, халҡың тарихына, уның рухи ҡиммәттәренә, тәбиғәт байлыҡтарына һөйөүҙән башланалыр ватаныңа һөйөү, илеңә тоғролоҡ.
Был йәһәттән илһөйәрлек тәрбиәләү иң тәү сиратта бала аңына ғаиләлә һеңдерелергә тейеш. Бының шулай икәнлеге әле яңыраҡ ҡына булып үткән Бөйөк Еңеү тантанаһы сараларынан да асыҡ күренде: яугир олаталары портреттарын тотоп, "Үлемһеҙ полк" парадына сыҡҡандар араһында йәштәр генә түгел, һалдат кейемендәге кескәй балалар ҙа байтаҡ ине. Ил өсөн ғүмерҙәрен аямаған быуын ҡаһарманлығын хөрмәтләү, ташҡын булып ағылған халыҡ ихтирамын күреп-белеп, шунда ҡатнашып үҫкән балалар, әлбиттә, илһөйәрҙәр булып үҫәсәк!
Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ, Күмертауҙағы 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры: Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү ғаиләлә, атай йортонда башлана. Тыуған илен, халҡын, телен, тыуған ерен һөйгән кешенең генә күңелендә ватансылыҡ рухы, ата-бабалар аманатына тоғролоҡ тойғоһо һаҡлана. Күп ғаиләләр балаларын махсус рәүештә илһөйәр итеп тәрбиәләйем, тип, маҡсат ҡуйып та эшләмәйҙер, сөнки был ҡәҙимге тәбиғи тәрбиәнең төп нигеҙе бит ул. Әгәр ата-әсә иң тәүҙә үҙҙәре илен, телен, халҡын яратҡан рухлы кешеләр икән, уларҙың балалары ла ошо мөхиттә илһөйәрҙәр булып үҫәсәк. Быны мин үҙ ғаиләм миҫалына таянып та әйтә алам, тик берүк маҡтаныу тип ҡабул итмәһендәр ине, сөнки иманым камил: рухлы һәр башҡорт ғаиләһендә лә шулайҙыр, тип ышанам.
Балаларыбыҙҙы кескәй генә саҡтарынан республикабыҙҙың төрлө матур, иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәткә алып сыға башланыҡ. Ҡала һәм район үҙәктәрендәге музейҙарҙы ҡарайбыҙ. Балалар матур итеп башҡорт телендә һөйләшә. Өйҙә быны мотлаҡ талап итәбеҙ. Башҡорт балалар баҡсаһына йөрөттөк, милли мәктәптәрҙә уҡытабыҙ.
"Йәш ғаилә 2010" конкурсында башҡортса сығыш яһап, республика күләмендә һәм ҡала буйынса Гран-при яуланыҡ. 2018 йылда Башҡорт ғаиләһе конкурсында финалға сыҡҡайныҡ. Төрлө сараларҙа ғаиләбеҙ менән әүҙем ҡатнашабыҙ, һабантуйҙар, шәжәрә байрамдарынан ситтә ҡалмайбыҙ.
Халҡыбыҙҙын ғөрөф-ғәттәрен, йолаларын, аш-һыу төрҙәрен әҙерләү серҙәренә төшөнөп, белеп үҫә балаларыбыҙ. Кесе улыбыҙ Мортаза ҡурайҙа уйнай, Ғайсар улым ҡул һуғышы менән шөғөлләнде, ҡыҙыбыҙ Гөлйөҙөм сит илдәргә сәфәрҙәрендә Башҡортостан флагы менән йөрөй, сит ил студенттарын инглиз телендә халҡыбыҙ менән таныштыра. Башҡортса кино, яңы спектакль сыҡһа йәки баш ҡалала берәй милли сара булһа, һәр ваҡыт ғаилә менән барабыҙ һәм ситтән күҙәтеүсе булып тормайбыҙ, ә сараларҙың, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнайбыҙ, ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ
Балаларыбыҙ, Аллаға шөкөр, үҙебеҙгә оҡшап, рухлы, илһөйәр булып үҫәләр. Яңыраҡ ил һәм донъя буйынса гөрләп үткән "Үлемһеҙ полк " акцияһына сыҡтыҡ һәм, ғөмүмән, унда йыл да мотлаҡ ҡатнашабыҙ. Минең тыуған Баймаҡ районы Янғаҙы ауылындағы һуғыш ветерандары обелискыһын йыл һайын ғаилә менән ҡайтып матурлайбыҙ, йыйыштырабыҙ. 9 май - Еңеү көнөндә ауылдағы ветерандарға, ололарға бүләктәр таратабыҙ. Был да бит илһөйәрлек сифаттары, ватаныбыҙ хаҡына фиҙаҡәрлек күрһәткән оло быуындарға ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләй. Әлбиттә, һәр бер ир-егет Ватаныбыҙ һаҡсыһы сафына баҫырға, уны һаҡларға әҙер булырға бурыслы.
Йомғаҡлап, шуны тағы бер ҡабатлағы килә, сөнки ҡабатлауҙан хәҡиҡәт яңыра ғына, тиҙәр: әгәр бала башҡорт телен, башҡорт халҡын, тыуған ерен, Башҡортостаныбыҙҙы ярата икән, тимәк, ул оло ватаныбыҙ - Рәсәйҙе лә ярата.
Зифа ИЛБАҠТИНА, БР халыҡ мәғарифы алдынғыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе: Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, минеңсә, ата-әсәнең (әгәр был имен һәм сәләмәт рухлы ғаилә икән) роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Бала бит тәүлегенең күп өлөшөн ата-әсәһе янында үткәрә. Үкенескә, хәҙер элекке һымаҡ кис әкиәт һөйләүсе, йомаҡ ҡойоусы ата-әсә юҡ кимәлендә, ҡартатай-өләсәйҙәр ҙә йәштәр. Шулай ҙа улар балаларын, ейәндәрен тәбиғәт ҡосағына ял итергә алып сыға ала. Бигерәк тә ял көндәрендә бының өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар. Бының менән балаларҙы, берҙән, телефондан айырып алһаҡ, икенсенән, тыуған еребеҙҙең тарихын һөйләп, ер-һыу атамалары менән таныштырып, тыуған яғыбыҙҙың үҫемлектәр донъяһын танытып, ҙур тәрбиә эше башҡарыр инек.
Бының өсөн нимә кәрәк? Беренсе сиратта, ошоларҙың бөтәһен дә үҙеңә яҡшылап белеү кәрәк. Беҙҙең атай-әсәйҙәр һуғыш балалары быуыны булғас, көнө-төнө эшләүҙән арып-талып ҡайтып, беҙгә боронғоно, әкиәттәр, тарих һөйләргә ваҡыт та тапмағандыр. Тыуған яғымдың ер-һыу атамаларынан 1-се үҙәк, 2-се үҙәк һымаҡ яңы барлыҡҡа килгән исемдәрҙең таралып китеү сәбәбен мин шунан күрәм. Уның ҡарауы, күпте белгән инәй-олатайҙар һәр ауылда бар. Мин йәшәп киткән ауылда Кубышка тигән урын бар ине. "Аҫаба башҡорт ерендә ҡайҙан килеп сыҡҡан ул Кубышка?" тип һораша башлағас, бер өлкән генә апай ул ерҙең бер ниндәй ҙә Кубышка түгел, ә ҡасандыр Ғөбәш үҙәге булғанын әйтте. Бына шулай юғала атамаларыбыҙ. Был хәл булмаһын өсөн балаларға еребеҙҙе танытыу кәрәк. Үҫемлектәрҙе балалар менән бергә үҙебеҙгә лә өйрәнеү зыян итмәҫ.
"Бәйләнештә"ге сәхифәмдә йыш ҡына тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәтен, унда үҫкән үҫемлек, сәскә һүрәттәрен һалырға яратам. Ҡайһыларыбыҙ бит ябай ғына үҫемлектең дә башҡортса исемен белмәй, танымай, юғиһә. Шәхсән үҙемә килгәндә, тыуған яҡтарым тарихына, уның ер-һыу атамаларына ҡыҙыҡһыныуым көслө булыуы менән Хәйбулла районы Урыҫбай ауылында тыуып үҫкән ҡәҙерле атайым Ғәлиаслан Ғәлиәскәр улы Иҙелбаевҡа бурыслымын. Ул тыуған ауылының ысын илһөйәре ине. Беҙгә, балаларына, тыуған яҡ тарихын, тау һәм йылғаларҙың атамалары, шуларға бәйле риүәйәттәр хаҡында күп һөйләне, Урыҫбайҙың тәбиғәтенә һоҡланып, шиғырҙар яҙҙы. Аҙағыраҡ уның архивынан ошо ауылдың ер-һыу атамалары, тирә-яғында йәйрәп ятҡан ҡыр һәм туғайлыҡтарҙың нисә гектар булыуына тиклем теркәлгән яҙмаларын табып алдым: "Өлкән ҡыҙым Зифаға! - тип ҡуйылған ине яҙмаһының иң башында. - Ауылыбыҙҙың ер-һыуы атамалары һәм 20-ләп һөрөнтө ерҙәр теркәлгән мәғлүмәттәрҙе һиңә ҡалдырам. Мәғлүмәттәр, бәлки, тулы ла түгелдер, сөнки был яҡтар бит үҙе бер ҙур донъя! Урал һырттарына тоташып ята". Атайымдың был сәләмен мин изге аманат, үҙенсәлекле ишара итеп ҡабул ҡылдым. Атайым башлағанды мин, уның өлкән ҡыҙы, дауам итергә тейешмен, тип ҡарар иттем һәм байтаҡ йылдар инде ғүмеремде тыуған яҡтарым тарихын, топонимикаһын өйрәнеүгә бағышланым, бик күп материалдар тупланым. Бәлки, Алла бойорһа, уларҙы китап итеп сығарыу мөмкинлеге лә тыуыр, кем белә. Мәсьәлә икенселә: ошо түгелме ни илде һөйөү тигән ата васыятының тормошҡа ашыу миҫалы?
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
