Балаңа туған телде өйрәтергә нимә ҡамасаулай?

Балаңа туған телде өйрәтергә нимә ҡамасаулай?, image #1

Ғәзим АЛТЫНБАЕВ, өс балаһы атаһы: Туған телде өйрәнергә бер нәмә лә ҡамасауламай. Телгә һөйөү, тәү сиратта, ғаиләлә һалына. Атай-әсәйең, өлкән туғандар туған телдә һөйләшә икән, бәләкәстәре лә башҡортса беләсәк.

Мин үҙем балалар үҙ телен белһен, һөйләшһен яғында ныҡ торҙом. Туған телдең функцияһы аралашыу, һөйләшеү, дәрестә яҡшы билдә алыу ғына түгел бит. Уның мәғәнәһе тәрәндәрәк. Тап үҙебеҙҙең туған телдә һөйләшеп, күңелебеҙҙе сафландырабыҙ, туғанлыҡ тойғоһон нығытабыҙ. Бына шуны төшөндөрөргә тырыштым балаларға.

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, урамда башҡортса һөйләшеп китеп барғандарын ишетһәң, күңелгә рәхәт булып китә. Ә сит ерҙә йөрөгәндә бигерәк тә ҡәҙерле ул туған телеңдә һөйләшкәндәрен ишетеү. Армияла хеҙмәт иткәндә хәрби часта башҡорттар барлығын белеп, эҙләп табып, ваҡыт булған һайын осрашып, рәхәтләнеп һөйләшә торғайныҡ. Был аралашыу миңә Башҡортостаным менән яҡынлаштырҙы, туғандарым менән һөйләшеү йылыһын бирҙе, ауырыған ваҡытта тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итте.

Шөкөр, балаларымдың барыһы ла үҙ туған телен белә. Үҙ милләте вәкилдәре менән ғаилә ҡорҙолар. Хәҙер балалары ла башҡортса һөйләшәләр. Туған телдә һөйләшер, уҡыр, белем алыр өсөн уларға бер нәмә лә ҡамасауламай. Башҡорт мәктәбендә уҡымаһалар ҙа, конкурстарҙа ла, олимпиадаларҙа ла ҡатнашалар. Хәҙер республикала туған телдәрҙе үҫтереү өсөн төрлө программалар, проекттар, гранттар булдырылған. Шуға, төрлө һылтаныуҙар табып, балаһын туған теленән мәхрүм иткән атай-әсәйҙәргә аптырарға ғына ҡала.

Венер СӘҒИҘУЛЛИН, эшҡыуар, Өфө ҡалаһы: Мин баш ҡаланан ғына түгел, хатта район үҙәгенән алыҫта ятҡан бәләкәй генә ауылда 1950 йылда тыуып үҫтем. Балалар баҡсаһы ғүмерҙә булманы ауылыбыҙҙа, мәктәп башланғыс кластар өсөн генә тәғәйенләнгән ине. 5 синыфҡа район үҙәгендәге интернат мәктәпкә алып барҙылар. Унда уҡытыу урыҫ телендә алып барыла икән, йыйылған балалар ҙа төрлө милләт вәкилдәре. Үәт күрмәгәнде күрелде бит әй! Беҙ - ауылдан килгән өс малай һәм биш ҡыҙ бер ауыҙ һүҙ урыҫса белмәйбеҙ. Дәрес башланһа, ауыҙҙар асыла, күҙҙәр маңлайға менә, теманы аңламағанлыҡтан, мейе ҡайнай. Етмәһә, класташтар үсекләшә. Ә беҙ хатта ҡайтарып яуап бирергә лә эшкинмәйбеҙ. Ауылда оло бабайҙарҙан "дүрррәк", "наҙайыл" һәм башҡа һүҙҙәрҙе ишетеп йөрөһәк тә, мәғәнәһен аңламағас, ауыҙ тултырып әйтә ла алмайбыҙ.

Ҡыҙҙар сосораҡ халыҡ, улар алдараҡ үҙләштерҙе беҙҙең өсөн ят булған был телде, ә беҙ, малайҙар, байтаҡ ыҙаланыҡ. Шунда "Балаларым булһа, мотлаҡ урыҫ телен өйрәтәсәкмен", тип үҙемә һүҙ бирҙем. Кәләш менән өс баланы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙыҡ, хәҙер ейәндәр үҫеп еттеләр. Һәм бөгөн мин бала саҡта осраған хәлдең тап киреһе алдыма килеп баҫты - балаларым башҡортса бик ауыр һөйләшә. Аңлайҙар, әлбиттә, ләкин улар менән ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеп ултырып булмай. Ейәндәрҙе әйтеп тораһы ла түгел, улар хатта аңламай ҙа. Бының шулай булыуына минән, кәләштән башҡа бер кем ғәйепле түгел. Беҙ балаларҙы туған телдәрендә иркен аралашыуҙан мәхрүм иткәнбеҙ. Уларҙы үҙ халҡынан айырғанбыҙ. Терһәк яҡын да бит, тешләп булмай...

Мәйсәрә СӘЛИМОВА, ике ейән өләсәһе, Мәләүез ҡалаһы: Ейәндәрем, ҡатнаш ғаиләлә тыуһалар ҙа, башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә башлағайны. Өйҙә матур ғына аралашалар ҙа ине, урыҫ телле балалар баҡсаһына йөрөһәләр ҙә, өйҙә тик әсә телендә һөйләштеләр. Аталары сит милләт кешеһе булһа ла, тыйманы. Киреһенсә, улдары менән бергә үҙе лә башҡортса өйрәнде, моңобоҙҙо, йырыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе яратты. "В чужой монастырь своим уставом не ходят", тине ул Башҡортостанға килеп йәшәй башлағас та. Ихласланып китеп беҙҙең йолаларҙы өйрәнде, шәриғәт буйынса никах уҡытыуға ла ҡаршы булманы. Әлбиттә, үҙенең дини байрамдарын да инҡар итмәне.

Шуға күрә мәктәптә туған тел һайлағанда ла ҙур проблема тыуманы. "Ҡайһы ерҙә йәшәйһең, шуның һыуын эсәһең инде. Йәки кемдең арбаһына ултыраһың, шуның йырын йырлайһың. Бында туғандарҙың да күпселеге башҡорт", - тиеп, балаларының да башҡорт булып үҫеүен теләне, үҙе лә телде өйрәнде.

Тик өсөнсө класҡа еткәс, игеҙәктәр башҡорт теле дәрестәренән ситләштеләр. Өйгә эштәрен дә эшләмәнеләр. Көндәлектәрен ҡараһаң, унда ла бер нәмә яҙылмаған була ине. Дәфтәрҙәрендә лә яҙыу һирәк-һаяҡ ҡына күренә. Башҡорт телен яратып ҡына өйрәнеп йөрөгән балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы шулай һүрелде лә ҡуйҙы. Баҡтиһәң, уҡытыусылары алмашынған икән. Йыл буйы тигәндәй дәрес һайын йә һүрәт төшөргәндәр, йә контроль күсереү тигән булып, ҡағыҙ битенә китаптан башҡортса текст күсереп яҙып тик ултырғандар. Йыйып алып, исмаһам, уларҙы тикшергән кеше булһа икән! Йыймай ҙа, тикшермәй ҙә, билдә лә ҡуймай икән уҡытыусылары.

Инглиз телен дә башҡорт теле кеүек 1-се кластан өйрәнә башлағайнылар. Хәҙер ейәндәрем апаруҡ үҙ-ара һөйләшә, аңлаша ла. Ә башҡорт телендә белгәндәрен дә онотоп бөттөләр. Аптырап, йыл аҙағында бер-ике дәрестәрендә ултырып сыҡтым. Ғәжәпләнеп ҡайттым. Баҡтиһәң, башланғыс класс уҡыусыһы өсөн дәреслектәр бөтөнләй уйлап төҙөлмәгән. Ҙур-ҙур текстарҙы тәржемә итеп, эйәһен, хәбәрен, тиң киҫәктәрен табырға кәрәк.

Минеңсә, телде башлап өйрәнгәндәргә һөйләмдең эйәһен, хәбәрен табыуҙар әле иртәрәк. Башҡортса ныҡлап белгәс кенә һөйләм тикшерергә мөмкин. Иң тәүҙә балаларға ябай ғына итеп аралашырға, аңлашырға өйрәтергә кәрәк.

Бына шул ҡамасауланы минең ейәндәремә башҡорт телен уҡырға: дәреслектәрҙең дөрөҫ төҙөлмәүе сәбәпле улар урта һәм өлкән кластарҙа үҙ туған телдәрен дәүләт теле булараҡ ҡына өйрәнде.

Ләйсән ШӘҺИЯЗДАНОВА, тәрбиәсе, Белорет ҡалаһы: Ғаиләбеҙҙә өс малай буй еткереп килә. Ильяс 11-се, Әмир - 5, ә кинйәбеҙ Динир 3 синыфта. Өсөһө лә матур итеп башҡортса һөйләшә. Урыҫ телен дә бик яҡшы беләләр. Ҡаланың башҡорт гимназияһында белем алалар, төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр. Ильяс менән Динир 1 синыфтан алып "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса конкурстарҙа һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү яулап киләләр, оло улыбыҙ шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында ла уңышлы ғына ҡатнашты.

Оҙаҡламай сығарылыш кластар Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ, башҡорт телен һайлаусылар күпме икән? Ә Ильясыбыҙ маҡсатлы рәүештә БДИ өсөн башҡорт телен һайланы. Беҙ уларға көсләп өйрәтмәнек, туған телен башҡа телдәрҙән өҫтөн ҡуйманыҡ, өйҙә тик башҡорт телендә генә һөйләшәбеҙ һәм был ҡағиҙәне боҙмайбыҙ.

Һеҙҙең һорауға яуабым ошолай булыр: башҡорт ғаиләләрендә балаларҙың туған телендә һөйләшмәүенә атай-әсәйҙәрҙең ялҡаулығы, вайымһыҙлығы һәм үҙенең тамырҙарына төкөрөп ҡарауы тора.

Баланың теле ғаиләлә ниндәй телдә һөйләшеүҙәренә ҡарап асыла. Унан һуң ул балалар баҡсаһындағы мөхиткә - урыҫ телле мөхиткә барып эләгә. 5 йәшкә тиклем баланың әллә нисә телде еңел, тиҙ һәм яҡшы үҙләштерә алыуы күптән дәлилләнгән. Тимәк, балалар баҡсаһында ул яҡшы итеп урыҫ телен өйрәнәсәк һәм был, әлбиттә, бик яҡшы күренеш. Ләкин нәҡ ошо мәлдә өйҙәгеләр - ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре һәм башҡа яҡындары тарафынан баланың башҡорт телен онотоуына юл ҡуймау өсөн иң көсөргәнешле эш алып барылырға тейеш. Ысынлап та, 3-5 йәшлек баланың урыҫса һупалай башлауы тәүҙә ҡыҙыҡ тойола. Тик ни өсөндөр тора-бара ситтәге мөхит бала аша өйгә лә үтеп инә һәм өйҙә лә тик урыҫ телендә аралаша башлайҙар. Тәүҙә баланы ҡыҙыҡ күреп тыңлайҙар, унан һуң уның һәр һүҙен, һөйләмен башҡортсаға әйләндереүҙән ялҡалар, аҙаҡ бөтөнләй ҡул һелтәп ҡарайҙар. Был баланың ғына яҙмышына йоғонто яһамай, ә тотош милләттең киләсәгенә тәьҫир итә икәнен онотмаҫҡа кәрәк.

36 views·2 shares