Ауылда хәлдәр нисек?

Ауыл халҡын санкциялар ҡурҡытманы, уларҙың күбеһе хәҙер үҙҙәре етештергән менән туҡлана, тип әйтә алабыҙмы?

Ауылда хәлдәр нисек?, image #1

Әмир ҠУНАҠҠУЖИН, Мәләүез районы: 2014 йылда илебеҙгә индерелгән санкцияларҙы һиҙмәй ҡалманыҡ, әлбиттә. Магазинда поляк алмалары, немец кейемдәре, япон автомобилдәре кәмене. Шулай ҙа ул илдәр төҙөгән заводтар бында ҡалды. Ә бына февралдән индерелгәндәре, улары 12 мең тирәһе, аҡсаһын һанап йәшәп өйрәнгәндәр өсөн һиҙелерлек булды. Мәҫәлән, бигерәк тә кемдең иномаркаһы бар, уларға ҡыйыныраҡҡа тура килде, сөнки запас частар юҡҡа сыҡты.

Мин үҙем ауылда йәшәгәс, санкция эҙемтәләрен телевизорҙан ҡарап ҡына беләм, сөнки сит ил техникам юҡ, улар кәрәкмәй ҙә. Баҫыуҙа эшләгән трактор-комбайндар йә беҙҙә, йә Беларуста етештерелә. Ҡыҫҡаһы, ябай халыҡҡа йорт кәрәк-яраҡтарын, косметиканы Рәсәйҙә лә сифатлы эшләп сығаралар. Йылдыҡын йылға еткерерлек йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәм. Итте лә үҙебеҙҙә етештерелгәнде генә һатып алам.

Алыпһатарҙар форсатты ҡулдан ысҡындырмай, әлбиттә. Тауарға хаҡты арттырғандан арттыра. Тик уның сәбәбен генә бер кем дә аңлата алмай. Мәҫәлән, доллар, евро курсы күтәрелһә, яғыулыҡ-майлау материалдарына ла хаҡ арта, йәнәһе, донъя баҙары шундай талап ҡуя. Доллар, евро курсы төшһә, хаҡтар тағы арта, сөнки, улар әйтеүенсә, сығым күбәйә. Быны аңлап булмай.

Бына ауыл халҡы ғына түгел, ҡаланыҡылар ҙа шатланырлыҡ ваҡиға: күптәр илебеҙҙең 330 миллиард долларлыҡ алтын-валюта резервын ҡулға алдылар тип ҡайғырҙы. Ә Үҙәк банк шул суммаға торошлоҡ илебеҙ һумын баҫа башланы. Һөҙөмтәлә американдар ҡайғыға батты. Шунан башланды ла инде төбәктәргә ярҙам, бәләкәй балалары булған ғаиләләргә субсидиялар биреү һәм башҡалар.

Ә ауылда мал аҫрап донъя көткәндәр өсөн бынан тиҫтә йыл элек күңелһеҙ яңылыҡ индерелгәйне. Йәнәһе лә, малды махсус урынға алып барып һуйырға, уның итен баҙарҙа ғына һатырға... Тик кем инде бер һарығын, ике кәзәһен шунда алып барып йөрөһөн? Ветеринарҙарға, башҡа күҙәтеү органдарына ришүәт биреп, итен һатырға мәжбүр булды инде байтаҡ ваҡыт. Килеменең күпмеһе генә кеҫәһенә инеп ятты икән?

Әле бына Рәсәйҙе шул Бөтә донъя сауҙа ойошмаһынан сығарырға уйлайҙар. Бик хуп, бик мәслихәт! Әгәр был тормошҡа ашһа, ауыл эшсәндәре элеккесә, малын йорт-ҡураһында һуйып, теләгән кешегә һатып аҡса эшләй аласаҡ.

Ҡыҫҡаһы, илебеҙгә көн һайын санкция индереүҙе арттыралар тип ҡайғырырға түгел. Ә һәр әйберҙең, күренештең ыңғай яғын табып, мыжымай ғына шуны файҙалана белергә кәрәк.

Шуныһы иғтибарҙан ситтә ҡалмай: санкциялар, сикләүҙәр ауыл халҡында, киреһенсә, ғәм һәм дәрт уятты. Быйыл күптәр яңынан баҡса үҫтерергә тотондо. Шәхси участкаларҙа етештергәнде һатыуға бәйле яңы үҙгәрештәр ҙә баҡсасыларға ыңғай тәьҫир итте.

Ильвира СӘЛИХОВА, Көйөргәҙе районы: Санкцияларҙың ауыл халҡы өсөн бер ҡурҡынысы ла булмағандыр, тип әйтә алмайым, сөнки оло йортҡа ни кәрәкһә, кесеһенә лә шул кәрәк. Аҙыҡ-түлек, туҡланыу ризыҡтары, әлбиттә, үҙебеҙҙеке. Ауыл ерендә йәшәгән кешеләр, дөрөҫөрәге, мал тотҡан, баҡса үҫтергән уңғандар бер ҡасан да ас ҡалмаҫ. Был элек-электән шулай булды. Борон-борондан килгән мәҡәл-әйтемдәребеҙ ҙә шул хаҡта һөйләй. Үткән быуаттың егерменсе йылдарындағы аслыҡта ла егәрле кешеләр йотлоҡҡа бирешмәгән. Әле лә шулай тип уйлайым.

Бәлки, кемгәлер ғәжәп тойолор, мин үҙем шәхсән санкцияларҙың ыңғай яғын күрҙем. Быйыл яҙын ҡала халҡы ла байтаҡ йылдар элек ташлап ҡуйған баҡсаларына һуҡмаҡ һалды. Унда үҙҙәренә етерлек йәшелсәһен ултыртып, йыйып алды. Емеш ағастарын тәрбиәләп, уның да уңышына ҡыуанды. Юғиһә, күптәр, һатып алһаң, арзаныраҡҡа төшә, тип, картуф та ултыртмай башланы бит. Ҡалала йәшәүселәр генә түгел, хатта ауылда ла шундайҙар бар ине. Быйыл иһә буш ятҡан баҡса булманы.

Бына хәҙер, Яңы йыл алдынан район ауылдарында ҡаҙ, өйрәк өмәләре, һуғым һуйыу тамамланды. Халыҡ хәҙер ҡар яуып, туңдырғанын көтмәй, һәр кемдең икешәр-өсәр туңдырғыс һандығы бар. Йыуып таҙарта ла, туңдырырға ла ҡуя. Әйткәндәй, ошо тәңгәлдә йәш хужабикәләр янсығына бер кәңәшем дә бар. Ҡаҙ-өйрәкте, шулай уҡ бройлерҙарҙы ла оҙаҡҡа һаҡларға уйлаһағыҙ, ошолай эшләгеҙ. Һыуыҡ һыу менән сайҡатылған ҡоштарҙы бер көн һалҡында һарҡытып ҡуйығыҙ ҙа, ҡапсыҡтарға һалыр алдынан эсен-тышын сепрәк менән һөртөгөҙ. Шунан полиэтилен моҡсайға һалғас, уның һауаһын тулыһынса сығарығыҙ, йәғни "вакуум эффекты"н булдырығыҙ. Моҡсайҙа һауа ҡалмаһа, ит матур һаҡланасаҡ. Ҡаҙҙы мин аҙыраҡ тоҙлап һалам. Шулай итһәң, һурпаһы тәмле була.

Ҡош-ҡорттоң бер нәмәһен дә әрәм итмәйем. Бройлерҙарҙыҡынан тыш, ҡаҙҙың, өйрәктең тәпәйҙәрен тәпәйсә, башын башса айырып алып, ҙур бәлеш бешергәндә ҡушып һалам. Бигерәк тәмле килеп сыға. Ваҡыт булһа, ҡаҙҙың эсәктәрен дә йыуып ала торғайным. Уны тәпәйгә ҡушып бешерһәң, бына тигән ризыҡ килеп сыға. Майын да ташламайым. Ҡайҙа, нимәнән етештерелгәне лә билдәһеҙ маргарин, комбижирҙарҙы күптән ҡулланмайым. Ҡаҙ һәм малдың туң майын иретеп, бына тигән ҡатнаш май эшләйем. Хәҙерге медицинала мал майын ҡулланыу кәңәш ителмәй, әммә мин уға ышанмайым. Борон атай-олатайҙарым шуны ашап, шуның менән туҡланып йәшәгән, бер ниндәй ҡурҡыныс ауырыуҙары ла булмаған. 80-90-ға тиклем йәшәнеләр.

Колбасаны ла үҙем эшләргә өйрәндем. Магазиндыҡы кеүек түңәрәк булмаһа ла, бына тигән ҡабымлыҡ килеп сыға. Эшләтеп алам тиһәң, хәҙер уның менән шөғөлләнгән бәләкәй предприятиелар ҙа бар. Йыл һайын тултырма тултырам. Һарыҡ эсәген дә ҡайһы бер кеше йыуырға сирҡанған булып ташлай. Мин уларҙы ла әрәм итмәйем, таҙалап йыуып, йыуан эсәгенән тултырма эшләйем, ҡалғанын бешекләп, ит турағыстан үткәреп, бөйөрөктәр бешерәм.

Малдың да, ҡоштоң да бер нәмәһен дә әрәм итмәгән борон халҡым. Сит илдән килтерелгән ялтырауыҡлы төргәктәргә төрөлгән арзан әйберҙәргә ҡыҙығып ҡына һуңғы осорҙа күптәр үҙебеҙҙә етештерелгәнгә илтифат итмәй башлағайны. Санкциялар уларҙың күбеһен хәҙер үҙебеҙҙең традицион йәшәү рәүешенә ҡайтарҙы тип уйлайым. Ҡалала үҙ йортонда йәшәгән таныштарымдың тормошона ҡарап та әйтә алам. Күптәнге танышым, ҡала ҡыҙы быйыл 25 өйрәк алып аҫраны. Егерме көн тирәһе ҡарағас, эшенән-мәшәҡәтенән ҡурҡып, һатып ебәрергә уйлағайны, алыусыһы булманы. Аҙаҡ өйрәнеп китте. "Ғәҙәткә индереү өсөн 21 көн кәрәк тигәндәре дөрөҫ икән, 22-се көнгә бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, дөрөҫөрәге, ҙур теләк менән өйрәктәремә ашарға бешерергә сыҡтым", - тине ул.

Бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. Бөгөнгө көндә үҙ йүнеңде үҙең күрергә кәрәк. Алма беш - ауыҙыма төш, тигән заман күптән үтте. Хәҙер йәшәйем, аҡса эшләйем тигән кешегә бар юл да асыҡ. Быйыл мин үҙебеҙҙән артып ҡалған ҡош-ҡорт, йәшелсә, ҡарағат һатып ҡына 60 меңгә яҡын килем алдым. Был аҡсаның яртыһын икенсе йылға себештәр һәм уларға ем алырға һалып ҡуйҙым. Быйылғыға ҡарағанда күберәк алырға ниәтләйем. Һатып алырға заказ биреүселәр ҙә бар.

Ләйсән ИСЛАМБАЕВА, Күгәрсен районы: Санкция иғлан ителгәс, әлбиттә, иң тәүҙә халыҡ баҙап ҡалды, сөнки сикләүҙәр аҙыҡ-түлеккә генә ҡағылмай бит. Көнкүреш техникаһы ла, машина ла, кейем дә - барыһы ла кәрәк. Уларҙың мөҙҙәте ғүмерлек түгел, туҙа, боҙола, емерелә, эшлектән сыға. Шул сәбәпле магазинда бөтә нәмәгә хаҡ артты. Әле булһа артыуын дауам итә. Ә бына ризыҡҡа килгәндә, өҫтәлемдәге бөтә аҙыҡ - үҙебеҙ етештергән, үҙебеҙ үҫтергән. Магазинда һуған, ит, һөт арзан, тип, бер ҡасан да һатып алырға тырышманым. Бөтә көсөбөҙҙө һалып, үҙебеҙ баҡса үҫтерергә, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ишәйтергә тырыштыҡ. Булды шундай заман: һуған орлоғоноң килограмы 300 һумға етте. Шулай булғанда ла 3 килограмм алып, ҙур өс түтәл сәстем. Күршем көҙөн Мәләүездә йәрминкәлә һуғандың килоһын 200-әр һумға ҡышҡылыҡҡа етерлек алып ҡайттым, тип маҡтанды. Әммә уның һатып алған һуғанын бушҡа бирһәләр ҙә алмаҫ инем. Үҙе ҡаты, еҫе көслө. Иткә, ашҡа ҡушһаң, шәкәр тәмәйтә. Эре, таҙа булыу менәнме ни, тәме бөтөнләй икенсе булғас. Әллә ҡайҙа, әллә ниндәй ашлама һалып үҫтерелгәндер әле.

Быйыл халыҡ ҡар ятмаҫ элек үк яйлап һуғым һуя башланы. Ҡош-ҡортон күптән эш итеп, һатҡанын һатып, ҡышҡылыҡҡа тигәнен һаҡларға һалып ҡуйҙы инде. Гөрләп һуғым аштарына саҡырышалар. Бер нисә йыл элек был ғөрөф-ғәҙәт бик үткәрелмәй башлағайны. Эске ойоштормайыҡ, тип, байрамдар, ҡунаҡтар, саҡырышыуҙар бер аҙ кәмегәйне. Тик һуғым ашы - ул борон-борондан килгән матур йолабыҙ ҙа. Шуға күрә уны ауылда яңынан тергеҙеп ебәрҙеләр. Әммә ул хәҙер күбеһенсә эскеһеҙ генә үтә. Йолаһына тура килтереп, уны һәр кем үткәрергә тырыша.

Беҙҙә ҡунаҡты мал һуйған көндө түгел, ә бер нисә көндән йә һуңғараҡ үткәрәләр. Иң беренсе малды салған, һуйған ир-егеттәрҙе, эс-ҡарынын йыуышҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы, туған-тыумасаны, күрше-тирәне саҡырабыҙ. Һуғым итен мул итеп һалып, һәр береһенең алдына өлөш ултыртабыҙ. Артып ҡалһа, уны күстәнәскә биреп ебәрәбеҙ. Һуғым ашына мотлаҡ тултырма тултырыла. Һәр кем хужа менән хужабикәне, малды салған кешене маҡтап-маҡтап ашай, ғаиләгә, илгә-көнгә тыныслыҡ, муллыҡ, бәрәкәт теләп тарала. Мин дә форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларҙың һәр береһенә ҡот-ырыҫ теләп ҡалам.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

59 views·2 shares