АУЫЛ ЭШҠЫУАРЫ
Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?
Әмир ҠУНАҠҠУЖИН, Мәләүез районы: Йыш ҡына ҡала кешеһе, замана иҡтисадсылары: "Ауылда эшһеҙлек юҡ, унда мал аҫрап та донъя көтөргә була", - тип һығымта яһап ҡуя. Ә ауыл халҡы был турала ни уйлай һуң?
Мал аҫрар өсөн бесән-һалам, ҡатнаш аҙыҡ, көтөүлек, белемле ветеринар һәм башҡа бихисап әйбер кәрәк. Бер-ике һыйыр менән генә әллә ни эш ыратып булмай. Килем алам, аҡса эшләйем, тиһәң, һөт һыйырын кәмендә ун башҡа еткерергә кәрәк. Әйткәндәй, улар күп һөт бирә торған нәҫелдән булырға тейеш. Ярар ҙа дәүләттең фермерҙар өсөн бүленгән субсидияһына эләкһәң. Әҙер продукцияңды һатыу ҙа әллә ни еңелдән түгел.
Яңыраҡ телевизорҙан Санкт-Петербург ҡалаһынан репортаж күрһәттеләр. Унда, элекке кеүек, урамдарҙа мискәләрҙән һөт һата башлағандар. Халыҡҡа бик оҡшай икән, тик репортаж алып барыусы хәбәрсе быны ишетмәҫкә тырышып, һатыусынан документ таптырып-таптыра. Әҙерләгән продукцияһын ошо рәүешле лә һата алмағас, фермерлыҡ хәрәкәте нисек үҫешһен инде?
Бер таныштарым 2014 йылда беҙҙең илгә санкциялар индерелә башлағас, сыр етештереүгә тотондо, сауҙаһы ла һәйбәт кенә башланғайны, тик күрше-тирә ҡалаларҙа һөт заводтары ла тик ултырманы - дефицит продуктты етештерергә тиҙ арала өйрәнеп алды һәм таныштарымды эшһеҙ ҡалдырҙы.
Ә бына мебель йыйыусылар, автомобиль ремонтлаусы ҡул оҫталарына һорау һәр ваҡытта ла бар һәм буласаҡ. Ауылдарҙа ошо һөнәр менән шөғөлләнеүселәр ҙә булһа, отор ғына ине.
Шулай уҡ ауылда ҡымыҙ, буҙа һәм башҡа милли ризыҡ етештереүҙе кәсеп иткәндәр һәр ваҡыт отасаҡ, тип уйлайым, сөнки һуңғы йылдарҙа күптәр сәләмәт туҡланыуға күсте. Башҡорт тоҡомло ат һаны артҡан һайын, бейә һөтөнән бешелгән ҡымыҙ үҙенең ҡулланыусыларын табасаҡ. Тимәк, ауылда йәшәүселәр киләсәктә йылҡысылыҡҡа күсәсәк.
Әйткәндәй, ҡымыҙҙы борон-борондан бейә һөтөнән етештергәндәр, хәҙер кәзәнекенән дә, һыйырҙыҡынан да эшләйҙәр. Мин йыш ҡына: "Һыйыр һөтөнән ҡымыҙ эшләп һатыусы "эшҡыуарҙар" ниңә һаман һыйыр эсәгенән, итенән ҡаҙы етештереп һатмайҙар икән?"- тип көләм. Ҡала халҡын алдарға була, ә ауылда тыуғандарҙы алдап булмай ул был йәһәттән. Ауылда йәшәп эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһәң дә һатып алыусыларҙы алдамаҫҡа кәрәк. Мин ҡыҙыҡ өсөн генә һыйыр, кәзә һөттәренән етештерелгән ҡымыҙ алып эсеп ҡараным. Улар ысын ҡымыҙға яҡын да килмәй.
Һәм шуныһы: һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы үҫешен күҙәтһәң, шул күҙгә ташлана - етештереүсе, эшкәртеүсе эре хужалыҡтар артҡандан-арта. Ошо урында бынан утыҙ йылдар элек булып үткән ваҡиғалар иҫкә төшә. Мәскәүҙән, колхоз-совхоздарҙы тарҡатырға, тигән указ төшөрөлгәс, тик бер Башҡортостандың беренсе Президенты ғына ҡаршы төштө, бөтә либераль матбуғат быны тәнҡитләп сыҡты. Тормош Мортаза Ғөбәйҙулла улының хаҡлы булыуын раҫланы. Киләсәктә фермерлыҡ хужалыҡтарын эреләре "йотасаҡ", ауылда эш башлағанда быны иҫәпкә алыу мөһим.
Албина һәм Радик ИЛЬЯСОВТАР, Стәрлебаш районы: Ауылда ла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү мөмкин, әлбиттә. Бөгөн был йәһәттән бар юлдар ҙа асыҡ. Ниәтең һәм тырышлығың ғына булһын.
Беҙ тәүҙә буҙаны үҙебеҙ өсөн генә эшләй инек. Был эсемлекте Сибай яғында йәшәгән кейәүебеҙ алып килеп тәмләткәйне, барыбыҙға ла бик оҡшаны. Үҙебеҙ эшләп ҡарарға булдыҡ. Был файҙалы эсемлекте эшләүҙең төрлө ысулдары бар бит. Интернетта Гөлназ Азатова ҡуйған рецепт күңелгә ятты. Уның менән һөйләшеп, осрашып, оҫталыҡ дәресе алдым. Ул ваҡытта уҡытыусы булып эшләй инем әле. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәремә, балаларҙы уҡытҡан уҡытыусыларға тәмләп ҡараһындар өсөн мәктәпкә алып барғайным, улар ҙа бик оҡшатты. Шунан иң беренсе 5 полиэтилен шешә буҙаға тәүге заказ алдым.
Ауыл ерендә йүкә телефоны шәп эшләй бит ул. Тиҙҙән уҡытыусылар, дауахана хеҙмәткәрҙәре, һатыусылар заказ бирә башланы. Бер йылы 1 майҙа үткәрелгән район йәрминкәһендә 100-200 грамлыҡ стакандарға һалып, дегустация ойошторғайныҡ. Бик күптәргә оҡшаны. Иртәгәһенә Ураҙа байрамы тура килгәйне ул йылды. Район хакимиәте башлығы беҙҙе Ғәйет байрамында ҡатнашырға саҡырҙы. Шулай итеп, Ураҙа ғәйетендә лә, Еңеү көнөндә лә күргәҙмә-һатыуға сыҡтыҡ. Яйлап беҙҙең буҙаның даны район буйынса тарала башланы. Хәҙер байтаҡ байрамдар сиктәрендә ойошторолған сараларҙа ҡатнашабыҙ.
Биш шешә буҙанан башлағайныҡ кәсебебеҙҙе, бөгөн иһә уны көнөнә 70-80 литр һатабыҙ. Өйҙән дә килеп алалар, магазиндарға ла һатыуға ҡуйғанбыҙ. Бөгөн был тәмле эсемлектең 4 төрөн эшләйбеҙ: имбир һәм бал, корица, лимон һалынғаны һәм классик буҙа. Ҡуйы итеп ҡоябыҙ, шыйығыраҡты яратҡандар ҡайнатып һыуытылған һыу ҡатыштырып эсә ала.
Буҙа - бик шифалы эсемлек. Һыуһағанда һыуһынға яҡшы, асыҡҡанда - бик туҡлыҡлы. Ураҙа ваҡытында бигерәк файҙалы, сәхәрҙә бер стакан буҙа эсеп ебәрһәң, һыуһатмай ҙа, асыҡтырмай ҙа. Насар холестеринды кәметә. Косметик йоғонтоһо ла бар. Бер аҙ буҙа һөртөп йөрөһәң, бит тиреһе шыма ғына булып, ваҡ йыйырсыҡтар күренмәй ҡала. Ҡайһы бер гүзәл заттар мунсала тәнгә буҙа һөртөп ултырабыҙ, ти. Даими клиенттарыбыҙ араһында өлкән йәштәгеләр күп. Бер 80 йәшлек инәй бына ике йыл эсә беҙ ҡойған буҙаны. Ибрай ауылынан бер егет бер алғанда 6-7 шешә һатып ала.
Быларҙы нимә өсөн тәфсирләп һөйләй тиһегеҙме? Ауылда ла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә була, тип әйтергә теләйем. "Еләкле урындар"ҙы табырға була. Ниәтегеҙ изге булһын, иң мөһиме. Шулай уҡ күрһәткән хеҙмәтегеҙ, етештергән әйберегеҙ һорау менән файҙаланыуын белеү, өйрәнеү мөһим. Кеше өсөн эшләгән әйбер сифатлы булырға, күңел һалып эшләнергә тейеш. Шул ваҡытта эшегеҙҙең алға китеүен күрегеҙ ҙә тороғоҙ.
Әле бына беҙ йәнә эсенә сәтләүек, кокос валсыҡтары һалып, талҡандан печенье етештерә башланыҡ. Яйлап ҡына һатып алыусылар арта бара. Хәҙер бит күптәр сәләмәт аҙыҡҡа, дөрөҫ туҡланыуға күсә башланы. Был продукциябыҙ ҙа тиҙҙән танылыу яулар тип уйлайбыҙ.
Бына шулай. Уҡытыусылыҡ эшен ташлап, ике йыл буҙа ҡойоу менән шөғөлләнәбеҙ һәм, әйтергә кәрәк, был эшебеҙ ҙә бик оҡшай.
Рәмилә СӨЛӘЙМӘНОВА, Көйөргәҙе районы: Эшҡыуарлыҡ - ғаиләгә киләсәк килем өсөн яуаплылыҡ, тимәк, был өлкәлә эшләү үҙеңдең, яҡындарыңдың яҡшы тормошта йәшәүен тәьмин итеү һинең өҫтөңдә, тигәнде аңлата. Эшҡыуарлыҡ, ниндәй өлкәне алып ҡарағанда ла, еңел шөғөл түгел икәненә яҡшы төшөнәм. Дәүләткә йәки кемгәлер ялланып эшләү урынына, үҙеңдең эшеңде булдырыуҙың тәүге аҙымдары ла еңелдән түгел. Беҙҙә ҡайһы берәүҙәр кеше аҡсаһын һанарға ярата бит инде, һәм уларҙың күҙлегенән ҡарағанда, эшҡыуарҙар аҡсаны көрәп ала ла, донъяның артына тибеп йәшәй. "Көрәп алынған" аҡса өсөн күпме тир түгелеүен, нервы бөтөүен, һаулыҡ ҡаҡшауын, балаларҙың бәләкәй генә көйө эшкә егелеүен һәм башҡа күп төрлө һынауҙарҙы белеп бөтмәйҙәр.
Өйләнешкәс тә Өфөгә сығып киттек. Ирем төҙөлөштә, мин һатыусы булып эшләнем. Унан бер-бер артлы ике бала тыуҙы, бөтә финанс йөкләмә иремдең иңенә ятты. Шулай биш йылдар тирәһе баш ҡалала фатирҙан фатирға күсеп йөрөп арыныҡ та, иремдең ауылына ҡайтып төпләндек. Ҙур йорт һалып сыҡтыҡ, ике яҡтан да атай-әсәйҙең ярҙамы ҙур булды. Ауылда ирем фермала эшләне, мин тәүҙә өсөнсө бала менән өйҙә ултырҙым, унан ирем вахта менән Себер тарафтарына китте. Ул өс ай эшләне, бер ай ял итте, йәғни күберәген донъя минең ҡарамаҡта булды. Ул ваҡытҡа ҡулда өс бала, кәртә тулы мал-тыуар ине. Еңел булманы, иремә лә, миңә лә. Һәм бер ялға ҡайтҡанында ирем Себергә башҡа бармаҫҡа булды. Ләкин өйҙә лә ятып булмай, донъя көтөргә кәрәк һәм беҙ мал башын күбәйтеп, үҙебеҙгә эшләргә ҡарар иттек.
Был эшкә тотоноуыбыҙға 15 йыл. Бөгөнгө көндә ҡурала 15 баш һыйыр, үҫтереп һатырға алған 20 бәләкәй быҙау, 5 ат. Шулай уҡ яҙ етеү менән өйрәк һәм ҡаҙ бәпкәләре алып, көҙ-ҡыш буйы итен һатабыҙ. Һыйырҙарҙың һөтөн эшкәртеп һатыу минең иңдә. Яҙын-көҙөн көн аша, ҡышын аҙнаһына ике тапҡыр Мәләүез ҡалаһына һөт, ҡаймаҡ, эремсек һатырға алып барам. Тәүҙә баҙарҙа торҙом, хәҙер үҙемдең даими клиенттарым бар, улар телефон аша заказ бирә лә, мин өйҙәренә йөрөтөп таратып сығам. Ошо эшмәкәрлектән килгән аҡсаға өйгә аҙыҡ-түлек алына, ут, газ һәм башҡа түләүҙәр индерелә, шулай уҡ көндәлек башҡа ваҡ-төйәккә лә китә. Ә ирем башлыса ит һатыу менән шөғөлләнә һәм ул аҡсаға эре әйберҙәр - йортҡа йыһаз, кейем, машина, трактор өсөн запас частар һәм башҡалар һатып алына. Шулай уҡ икебеҙ ҙә алған килемебеҙҙән ул-былға аҡса төйнәп барабыҙ: мин машина өсөн кредитҡа иғәнә индерәм, ирем тракторының займын ҡаплай. Эйе, көнө-төнө эшләһәк тә, бөтә техника кредитта, сөнки миллионлап ҡулаҡса йыйыу мөмкинлеге юҡ.
Еңел түгел шөғөлөбөҙ. Иртә таңдан кискә тиклем беҙ тышта, йәйҙе лә күрмәйбеҙ, тиерлек, сөнки ирем ҡараңғы төшкәнсе бесән эшләү менән мәшғүл, ә мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарау миңә һәм балаларға ҡала. Бесән эшләү үҙе бер мәшәҡәт. Ул арала ауыл көтөүен көтәбеҙ, мал күп булғас, ярты йәй буйы уларҙы көтөү беҙҙең иңдә, тип әйтергә мөмкин. Ирем бесәненән айырылып, көтөүгә сыға, йә кеше яллайбыҙ. Шулай уҡ бесән эшләү араһында урындағы фермерҙарға ашлыҡтарын йыйыша һәм эше өсөн малға ҡышҡылыҡҡа етерлек ашлыҡ ала. Йәйгелеккә икешәр тиҫтә башмаҡты ҡырға сығарып, "электр көтөүсеһенә" тапшырабыҙ. Уларҙы ла даими ҡарап торорға кәрәк: кәртәгә эт-маҙар инмәгәнме, һыуҙары бөтмәгәнме, сит-ят йөрөмәйме, тигәндәй.
Дәүләт эшендәге һымаҡ, беҙҙең шәмбе-йәкшәмбе юҡ, отпуск ҡаралмаған. Шулай уҡ ҡайҙалыр ҡырға ҡунаҡҡа барыу, ял итергә китеү мәсьәләһе лә бик ауыр хәл ителә, сөнки ул тиклем малды ҡарарға, һыйырҙарҙы һауып, һөтөн эш итеп алырға теләүселәр юҡ. Хатта аҡса түләп тә кеше табыуы ауыр. Бик ныҡ кәрәк булғанда, иремдең апайҙары ҡотҡара - донъяны ҡарап ҡалалар. Хәҙер ҡыҙҙар ҙа үҫте, шөкөр, ҙур ярҙамсылар, малайыбыҙ ҙа ҡул араһына инеп бара.
Ҡайһы саҡта барыһына ла ҡул һелтәп, малдарҙы үҙебеҙгә һөт-ит бирерлек итеп кенә ҡалдырғы килә, сөнки физик йәһәттән дә, мораль яҡтан да арытылған. Ләкин балаларҙы уҡытырға кәрәк, кредиттар бар, аҡсаһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк! Шуға күрә, еңел булмаһа ла, эшмәкәрлегебеҙҙе ташламайбыҙ. Йәмле яҙ етте, баҡса эштәренә тотондоҡ хәҙер. Баҡса уңышын да арттырып һатыуға сығарам - һарымһаҡ, һуған, помидор һәм ҡыярымды алырға теләүселәр күп. Бер ниндәй химикат ҡушмайынса, һипмәйенсә үҫтергән йәшелсә-емеш һәр ваҡытта ла үҙ ҡулланыусыһын таба.
Ошолай итеп, бер минутҡа ла туҡтамайынса йүгереп, барыһына өлгөрөп донъя көтөп ятабыҙ. Йәшәйешебеҙҙең кимәле ниндәй булыуы тик үҙебеҙҙең ҡулда, шуға тәгәрмәстәге тейен һымаҡ өйөрөләбеҙ, ләкин зарланмайбыҙ. Һаулыҡ булһа, бөтә эштәрҙе алып барырға, хыялдарҙы ысынбарлыҡ итергә, матур тормошта йәшәргә була. Шуға күрә һаулыҡ булһын да, донъялар имен-тыныс торһон.
Кәсебебеҙҙе бар йәһәттән дә файҙалы тип әйтә алам. Беҙгә аҡсаһы килә, һөт-итебеҙҙе һатып алғандар үҙҙәренә экологик йәһәттән таҙа аҙыҡ-түлек ашап кинәнә. Дәүләткә тейешле түләмдәрен индереп барабыҙ, тимәк, ил ҡаҙнаһын тултырыуҙа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ.
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
