"Атайсал - кесе ватаным" проекты сиктәрендә ниндәй ғәмәлдәр башҡараһығыҙ?

"Атайсал - кесе ватаным" проекты сиктәрендә ниндәй ғәмәлдәр башҡараһығыҙ?, image #1

Данир ҒӘЙНУЛЛИН, БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры: Ике йыл ғына ғәмәлдә булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме һәм шәхси өлгөһө менән башланып киткән "Атайсал - кесе Ватаным" проекты республика халҡы тарафынан дәррәү күтәрмәләп алынды һәм һәр кемдең изге бурысына әйләнде. Был проектҡа тыуған төбәгендә көн күреүселәр генә түгел, ауылынан ситтә йәшәп-эшләһә лә, күңелдәре менән тыуған яҡтарын, уның кешеләрен йөрәк түрендә йөрөтөүсе яҡташтары ла кесе ватанын тағы ла көслөрәк, гүзәлерәк, уңайлыраҡ итеү өсөн ярҙам акцияһына ихлас ҡушылды. Тәүге йылында был проект 2 меңдән ашыу кешене берләштерһә, бөгөн яҡташтар тарафынан тыуған төбәктәргә 1,2 млрд һумлыҡ изгелек ғәмәлдәре башҡарылған. Шуныһы һөйөнөслө: был проектҡа ҡушылырға теләүселәр һаны арта бара.

"Изгелек эшлә лә һыуға һал - халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер" тигәндәй, тыуған төйәгенә өнһөҙ-тынһыҙ ғына ярҙам күрһәтеүсе кешеләр күпме! Тыуған районым Стәрлебаш буйынса ғына ла, мәҫәлән, ошо проект сиктәрендә 100-ҙән ашыу изгелек ғәмәле атҡарылды. Был эштәр иҫәбенә ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү, шишмәләрҙе тергеҙеп, матур итеп кәртәләп алыу, социаль объекттар өсөн - мебель, мәктәптәргә уҡыу кәрәк-яраҡтары һатып алыу, күп халыҡ ҡатнашлығында мәҙәни саралар ойоштороу, өлкән йәштәге ветерандарға ярҙам күрһәтеү һәм башҡа бик күп эштәрҙе индерергә була.

Шәхсән үҙемә килгәндә, тыуған төйәгем Түбәнге Аллағыуат ауылы менән бәйләнеште өҙгән юҡ. Бәләкәйҙән үк ҡартатайым Исламғол Рәжәповтың ауылыбыҙ тарихы, боронғо ҡурғандар, ер-һыу атамалары хаҡында һөйләгәндәрен тыңлап үҫтем. Тыуған төйәгемә һөйөү миндә тарихҡа һөйөү тәрбиәләне.

Ауылдан сығып китһәм дә мин унда йыш ҡайтам, яҡташтарым менән аралашам. 2005 йылда уҡ әле ауыл клубына төҫлө музыка аппаратураһы, милли кейемдәр комплекты бүләк иттем, клубҡа йомшаҡ ултырғыстар алдым һәм, әлбиттә, клуб бинаһына капиталь ремонт документтарын һәм сметаһын әҙерләшеп бирҙем. Шул уҡ ваҡытта туғандарым, дуҫтарымды йәлеп итеп, үҙ иҫәбемә ауылда мәсет төҙөү ҙә яҡташтарым алдында күңел ихтыяжымды бойомға ашырыусы бер йәдкәрем булды, тип әйтергә баҙнат итә алам.

Туған мәктәбебеҙҙе лә ҡарап-хәстәрләп торабыҙ. Көслө ел-дауыл бер мәл уның ҡыйығын алып ташлағас, ошо мәктәпте тамамлаусылар йыйылышып, профнастил һатып алдыҡ һәм ауылдаштарым менән өмә яһап, ярты көн эсендә мәктәп ҡыйығын яңыртып та ҡуйҙыҡ. Мәктәбебеҙ эстән дә яңыртылды: мөмкинлек табып, уға капиталь ремонт үткәреү эшен федераль программаға индерҙек, аҙаҡ был уҡыу йортона яңы ҡорамалдар алынды, уның тирә-яғы кәртәләнеп, биләмәһенә асфальт түшәтелде.

Бының менән нимә әйтергә теләйем? Тыуып үҫкән еренә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итһә, урында байтаҡ мәсьәләләр хәл ителә, социаль объекттар төҙөкләндерелә, ауылға йән керә. Быйыл 31 мартта Мәләүездә үткән бишенсе район-ара "Атайсал - кесе Ватаным" форумында ошо хаҡта һүҙ барҙы. Майҙан хужалары Мәләүез ерендә тормошҡа ашырылған бихисап изге ғәмәлдәр тураһында һөйләне. Тыуған ауылдан сығып китһәң дә, Ватанға һөйөү һәр ваҡыт үҙең менән. Олоғая килә тыуған ергә һөйөүҙе ярҙам ғәмәле менән күрһәтеп булыуын да аңлай кеше. Форумда мин дә тыуған ерем - Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылына ярҙамым, район хакимиәте менән бергәләп эшләүебеҙ тураһында һөйләнем, тәжрибә уртаҡлаштым. Төрлө спикерҙарҙың сығыштарын тыңлап, фекер алыштыҡ.

Ғөмүмән, тыуған ереңә нисек файҙалы булырға, тигән һорау һәр кемдең аҡылына килһен ул. Сөнки ауылдар киләсәге - үҙебеҙҙең ҡулда! Һәм ярҙамдың мотлаҡ матди булыуы ла шарт түгел. Шишмәләрҙе таҙартыу, ауылды төҙөкләндереүгә бәйле өмәләрҙә ҡатнашыу, мәҫәлән, һәр кемдең ҡулынан килә торған эш. Шулай уҡ социаль инфраструктура үҫешенә бәйле программаларға инеү өсөн проекттар әҙерләү, мөрәжәғәттәр яҙыу өсөн дә мотлаҡ вазифалы кеше булырға кәрәкмәй.

Фәнис ҒИЛУАНОВ, БР "Муниципалитет берәмектәре берлеге " ассоциацияһының башҡарыусы директоры: Диңгеҙселәр араһында шундай бер лаҡап бар: "Карапҡа ниндәй исем ҡушаһың, артабан ул шулай йөҙәсәк". Беҙҙең әлеге проектты ла "Атайсал" тип исемләү күп йәһәттән уның яҙмышын хәл итте, сөнки был һүҙ һәр кем йөрәгенә барып етерлек, тыуған яҡ хәтирәләрен ҡумшытып, ата-әсә йортон, бала саҡ һуҡмаҡтарын иҫкә төшөрөп, һағындырып, хисләндереп тора һәм был тойғо кеше күңелен бер ҡасан да, бер минутҡа ла ташлап китмәй; ул иң изге, иң ҡайнар һәм иң яҡын иҫтәлектәр донъяһы.

"Һәр кемдең яҡты донъяға тыуып, тәүге аҙымдарын яһаған, тәүге мөһим һүҙҙәрҙе башлап әйткән йөрәгенә ҡәҙерле урыны була..."- тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Атайсал" проектына бәйле быйылғы йылды "Атайсалаға - изге ғәмәлдәр" йылы тип иғлан иткән инеш һүҙендә. "Беҙҙә бәләкәй ауыл һәм ҡалаларҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр бик күп һәм уларҙың һәр береһе кесе ватанына ярҙам ҡулы һуҙһа, урындарҙа тормош тағы ла йәмләнеп китер ине",- тигәйне ул. Һәм, ысынлап та, йәмәғәтселек, эшлекле даирәләр вәкилдәре, эшҡыуарҙар һәм ситтә йәшәүсе башҡа бик күп яҡташтарыбыҙ был башланғысты күтәрмәләп алды. Радий Хәбиров 2018 йылда уҡ әле тыуған ауылы Һайранда булып, ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙҙы һәм шуның менән "Атайсал" проектында ҡатнашыусыларға өлгө күрһәтте. Уның ярҙамы менән Ишембай районының Һайран ауылында яңы ФАП төҙөлдө, һыу һурҙырғыс башня ипкә килтерелде, урамдарға яҡтылыҡ үткәрелде, асфальт юл түшәлде. Тиҙҙән бында янғын һағы хеҙмәте эш башлаясаҡ, яңы эш урындары асыласак.

Башлыҡ өлгөһөнә эйәреп, тыуған төйәктәренә ярҙам итеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Мәҫәлән, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та "Атайсал" проектына ҡушылып, үҙ иҫәбенә 200 мең һум аҡсаға Яңауыл районы Орловка ауылындағы "Һалҡын шишмә" һыу сығанағын төҙөкләндереүҙә ҡатнашты һәм Борай районы үҙәгендә йәйәүлеләр өсөн 320 метр юлға асфальт түшәтте. БР премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов Ауырғазы районы Мостафа ауылында йәшәүсе яҡташтарына заманса йыһазландырылған спорт майҙаны, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бөрйән районы Ырғыҙлы ауыл клубына сәхнә милли кейемдәре, тауыш һәм видео аппаратураһы, теген машинаһы бүләк итһә, премьер-министр урынбаҫары, хәҙерге ваҡытта Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Азат Бадранов Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған Архангел районы Оҙонлар ауылы яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәлде яңыртыу эшендә ҡатнашты. Бында шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышы батырҙарына һәйкәл дә А.Бадранов тырышлығы менән асылды.

Былар "Атайсал" проекты буйынса бик күп файҙалы эштәрҙең бер нисәүһе генә. Проект операторы вазифаһын башҡарыусы "Муниципаль берәмектәр берлеге" ассоциацияһының төп бурысы ана шундай яҡташлыҡ ярҙамын системаға һалыу, яңынан-яңы меценаттар йәлеп итеү, изге ғәмәлдәрҙе теркәү, тыуған төйәгенә ярҙам итергә теләк белдереүселәрҙең проекттарын ҡарау һәм сайтҡа урынлаштырыу, шулай уҡ мәрхәмәтлек ирекмәндәренә ойоштороу ярҙамы күрһәтеүҙән ғибәрәт.

Зөлфирә ВӘЛИУЛЛИНА, Салауат районы Әлкә ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы: "Атайсал - кесе ватаным" проекты беҙҙең төбәк халҡы - Салауат батырыбыҙ ерҙәштәре өсөн икеләтә мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙ үҙебеҙҙең данлы азатлыҡ көрәшсеһе ерендә йә-шәүебеҙ менән бәхетле, ләкин был ифрат яуаплы бурыс та ул. Салауат батыр төйәге һәр заманда ла өлгөлө ауылдары, таҙа, матур тәбиғәте, хеҙмәт һөйөүсе кешеләре менән данлыҡлы булырға тейеш. Беҙҙең Әлкә ауылы батырыбыҙ тыуған төйәккә терәлеп тигәндәй урынлашҡан. Тиҙҙән, Аллаһ бойорһа, Тәкәйҙә "Салауат ере" паркы - мемориаль паркы, музейы һәм "йәшел театры" булған тарихи-мемориаль комплекс ҡалҡып сығасаҡ. Ошо уңайҙан беҙҙең ауылға ла асфальт юл түшәлер һәм тағы ҡайһы бер инфраструктура үҙгәрештәре, уңайлыҡтары килер, транспорт мәсьәләһе яҡшырыр, тип өмөт итәбеҙ. Ә әлегә беҙ ситтән ярҙам көтөп ултыра торғандарҙан түгел, үҙ көсөбөҙ менән берәй проект өсөн тиҙ генә аҡса йыйып, атайсалыбыҙҙы йәшәтергә, матурларға, йәштәрҙе, балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә бөтөн көсөбөҙҙө биреп эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ.

Әйтеүемсә, беҙҙең яҡтарға ситтән туристар ҙа күп килә, шуға ла беҙ дөйөм көс менән ауылыбыҙҙа этномузей төҙөнөк. Ләлә апай Кәримова бының өсөн үҙенең өйөн биреп ҡуйҙы, ауыл халҡы бергәләшеп, өйҙө һипләп, мейесен яңыртып, экспозициялар өсөн кәштәләр, махсус урындар эшләп, боронғо әйберҙәрҙе туплай ҙа башланыҡ. Был эштә бөтөн ауыл халҡы берҙәм ҡатнашты, шул иҫәптән ағинәйҙәр айырыуса тырышлыҡ күрһәтте. Барлығы 300-ҙән ашыу экспонат тупланды. Мәктәп уҡыусылары өсөн был музей ысын мәғәнәһендә тарих һөйләүсе әсбапҡа әйләнде, тиергә лә була.

Тағы ла бер музей астыҡ Әлкәлә. Мәшһүр ауылдашыбыҙ, боронғо башҡорт музыка ҡоралдарын тергеҙеүсе оҫта, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәкил ағай Шоғайыповтың музейы эшләй башланы. Был хаҡта быйыл 14 февралдә Әлкә ауыл хакимиәтендә "Яҡташлыҡ - изге эштәр хаҡына" тигән девиз менән үткәрелгән төбәк-ара форумда ҡарар сығарылғайны. Ауыл хакимиәте бының өсөн үҙ бинаһынан бер бүлмә бирҙе, оҫтаның улы Әли Вәкил улы Шоғайыпов атаһының шәхси әйберҙәрен, үҙ ҡулдары менән яһаған музыка ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ, думбыра һәм башҡа экспонаттар тапшырҙы.

Ҡыҫҡаһы, "Атайсал - кесе ватаным" проекты иғлан ителгәндән алып, Әлкә ауыл хакимиәте буйынса 40-тан ашыу проект теркәлде һәм улар бойомға ашырыла килә. Яҡташыбыҙ Франгиза Илбәкова башланғысы менән Юлай ауылында мәсет төҙөлдө, Иҙристә шулай уҡ дөйөм көс менән зыярат кәртәләп алынды. Әлкәнән хәрби хәрәкәт ветераны Владик Шәмсетдинов үҙе генә лә 9 проект авторы. Шуларҙың береһе - Хәрби хәрәкәт ветерандары иҫтәлегенә стела.

Яҡташлыҡ ярҙамы һәйбәт, әлбиттә, ләкин был ерҙә беҙ йәшәйбеҙ, шуға ла атайсалыбыҙҙы хәстәрләү өҙөк-һурыҡ ярҙам күрһәтеүҙәргә ымһынып торорға тейеш түгелдер. Бында беҙ хужа, шуға ла тыуған төйәгебеҙҙе үҙ ҡулдарыбыҙ, үҙ көсөбөҙ менән матурларға, төҙөкләндерергә, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап-хәстәрләп йәшәргә, балаларыбыҙҙы ла шуға өйрәтергә тейешбеҙ, тип уйлайым.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

30 views·1 share