ҒАИЛӘ КӨНӨ…

Халыҡ-ара ғаилә көнөндә ҡайһы бер ғаилә ҡанундары тураһында иҫкә төшөрәйек әле. Мәҫәлән, һеҙҙең ғаиләлә атай һәм әсәй вазифаһы нисегерәк үтәлде, кем баш ине?

ҒАИЛӘ КӨНӨ…, image #1

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА, шағирә, журналист: Беҙҙең 9 балалы ҙур ғаиләбеҙҙә атай мәрхүм баш булды. Ул үҙе ғүмерҙә лә беҙгә ҡул күтәреп һуҡмаһа ла, әсәм шикелле әрләмәһә лә, беҙ уның ҡарашынан да ҡурҡа инек. Атайым - тирә-йүндә даны таралған балта оҫтаһы ине. Ул әле мин тыуғас һалып сыҡҡан сираттағы өйөнөң тәҙрәләрен шул осорҙа уҡ евро итеп эшләгән - рамдарына ике ҡатлы быяла ҡуйылып, беҙҙең тәҙрәләр бер ваҡытта ла туңманы. Хәҙер генә шул ике, өс ҡат быялалы тәҙрәләрҙе "евро" тигән булып, сит илдә уйлап табылған, тип ебәрәләр.

Атайым Рәжәп Тайып улы оҫта мейессе, һунарсы, мал йәнле кеше булды. Ул бик егәрле булып, таң тишегенән тороп, оҫтаханаһында кешегә йә өҫтәл, йә һандыҡ, йә рам-маҙар эшләй ине. Уның үҙе эшләп алған ҡырғыс станогы булып, шунда өҫтәл, ултырғыс боттарын йомро ғына итеп ҡырҙыртып, семәрләй торғайны. Башҡаларҙа булмаған инструменттары бик ҡәҙерләп лар эсендә, һәр береһе үҙ урынында һаҡлана һәм шуларҙың берәйһе юғалһа, ағайымдарға эләгә ине.

Атай мәрхүм оҫта һунарсы булып, ҡышына 5-6 баш болан, яҙ әллә нисәмә һуйыр алыр, уларҙы күрше-күләнгә, мохтаждарға өләшеп бирер ине. Ул ҡортон да көттө, йылҡы малы өсөн йәнен бирҙе. Колхоз атына һыу эсерер өсөн төнгө 3-4-тәрҙә тороп йөрөр ине. Һарайҙы тиҙәктән насар таҙартһаҡ, түшәгегеҙгә тубырсыҡ һалып йоҡлатам, тиер ине. Ныҡ намыҫлы, ҡыҙыу, тура һүҙле булды ул. Һүҙҙе күп һөйләмәне. Уның ни әйтерен беҙ күҙ ҡарашынан аңланыҡ.

Әсәйем, атайым һис ҡасан өйҙә тормаһа ла, атаң ни әйтер, унан һорағыҙ, тип торҙо гел. Атай абруйын ул булдырғандыр, тим.

Бала саҡтағы иң күңелле, иң һағындырған мәл - әсәй : "Бар, атаңды тамаҡ ашарға саҡырығыҙ!" - тиһә, ҡусты-һеңлем менән бер-беребеҙҙе уҙыша-уҙыша кемалыҡтан саба инек. Минең өсөн Ер шарында атайым һымаҡ ир-ат бүтән юҡ. Ул - ир-ат эталоны. Ысын мәғәнәһендә. Аллаһҡа рәхмәтлемен миңә ошондай Атай бүләк иткән өсөн! Башҡа ир-атта уның һыҙаттарын эҙләп таба алмау иһә - минең бәлә...

Даян МӘЗИТОВ, журналист: Ғаиләлә, әлбиттә, атай кеше баш булырға тейеш. Был элек-электән шулай. Мосолман илдәрендә генә түгел, башҡа халыҡтарҙа ла. "Ниңә икән һуң?" тип аптыраусылар барҙыр. Яуап ябай ғына: "Ирҙәр көслөрәк". Ҡайһы берҙә ғаиләләге иерархияны үҙгәртергә тырышалар. Был - донъялағы тәбиғи ҡанундарға ҡаршы сығыу. Ир ҙә, ҡатын да бер төрлө була алмай, уларҙың араһындағы айырма тән төҙөлөшө менән генә сикләнмәй.

Беҙҙең ғаиләлә лә күп нәмәне атайыбыҙ хәл итә ине. Шулай ҙа ул өйҙә хужа булыуын танытырға тырышманы, бойорорға яратманы, әсәйебеҙ менән балалар йәки башҡа кешеләр алдында ирешеп ултырғанын да иҫләмәйем. Нисектер барыһы ла үҙ яйына барҙы: атай ҡарар ҡыла йәки үҙе башлай, бүтәндәр әйткәнде үтәргә керешә йәки уға эйәрә. Атайым - әсәйемде, әсәйем атайымды баҫып маташманы, яманлап һөйләп йөрөмәне, мөнәсәбәттәрен үҙ-ара асыҡлағандарҙыр. Әсәйем бер ваҡытта ла ғаилә башлығының һүҙен йыҡманы, бик кәрәккәндә генә уға ипләп кенә үҙ фекерен белдерә ине. Атайым да гел ҡаты торманы, ҡатынының әйткәндәренә ҡолаҡ һалды. Ә инде беҙ берәй төрлө ваҡ мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итһәк, ғәрләнгәндәй булып: "Ана, әсәгеҙҙән һорағыҙ", - ти торғайны. Һәм беҙ шул тәртипте алдыҡ: атайҙы ваҡ мәшәҡәт менән борсомаҫҡа, әсәйҙән нимәнелер хәл итеүҙе талап итмәҫкә!

Минең ғаиләлә лә әллә ни айырма юҡ, кәләшем менән үҙ урыныбыҙҙы белергә һәм бер-беребеҙҙе кәмһетмәҫкә тырышабыҙ. Хужа булыу өсөн уҫаллыҡтан бигерәк яуаплылыҡ тойғоһо кәрәктер, тип уйлайым. Әгәр ир ҡатыны һәм балалары хаҡында ныҡлы хәстәрлек күрә, ғәҙел һәм һүҙендә тороусан икән, уны хөрмәт итәсәктәр.

Тамара ҒӘНИЕВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры: Мин үҫкән өйҙә шул тиклем патриархат ине, атайҙың һүҙенән берәү ҙә сыға алмай. Атайым бит инде - фронтовик, комбат! Ғаиләне генә түгел, бөтөн ауылды тотоп тора. Шундай кеше янында һыйышып һәм һыйып йәшәү өсөн ҡатын-ҡыҙға йәки тулыһынса баш һалыу, йәки ҡасып китеү генә ҡала. Әсәйем баш һалған да, күрәһең. Һәм мин дә баш һалып, буйһоноп үҫтем.

"Тормош нисек булырға тейеш?" тигән барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә мин ошо атай-әсәйем тәрбиәһендә өйрәндем. Был ике ярым белемле, ярым наҙан булған кешеләр мин белгән иң интеллигент әҙәмдәр ине. Интеллигент - ул күп белеү, күп уҡыу ғына түгел, ә донъяға, кешеләргә мөнәсәбәте менән баһаланып, үҙ йәмғиәтендә бер ниндәй хилафлыҡ ҡылмай, ҡарғыштар алмай йәшәй белеү. Улар ҙа миңә үҙ белгәндәрен һеңдерҙе, шул орлоҡто һалды. Юлда ятҡан бер һәнәк бесәнде лә һалып алмай торған бик намыҫлы, ғәрсел булдылар. Бурысҡа алыуҙы иң оят ғәмәл итеп һананылар һәм мине лә шулай өйрәттеләр. Шуға мин дә, ниндәй ауыр хәлдәрҙә лә, үҙем тапҡан тингә генә таянырға тырыштым.

Әсәйем 74 йәштә вафат булды. Бер ҡайтҡанда ауылдаштарымдан: "Һеҙҙең минең әсәйемә берәй дәғүәгеҙ бармы?" - тип һораным. Ауылдаштар: "Һинең әсәйең кеүек беҙҙә берәү генә ине",- тинеләр. Сөнки ул бөтөн ауылға писарь ролендә ине, кемгә документ, кемгә ғариза яҙа, русса яҡшы белә, грамоталы. "Әминә еңгә, ошолайтһаҡ, нисек булыр икән?" тип уға кәңәшкә ирҙәр ҙә килә ине. Һәм бөтөн ошоларҙы күреп үҫкән мин кешеләргә кәрәкле булыуҙы әҙәм ғүмеренең асылы икән тип белдем.

Бына мин ошолай бер-береһенә терәк булып йәшәй белә торған быуын вәкилдәре ҡулында тәрбиәләндем. Һәм шунда уҡ, оло бала булараҡ, бәләкәйҙәрҙе ҡарарға кәрәклекте белдем. Быға хатта өйрәтмәйҙәр ҙә ине, һин уларҙы, ҡан туғандарыңды, йәндәй күреп яратаһың һәм йәлләйһең. Был тойғолар миндә ғүмер буйына йәшәне, хатта вафат ҡустымдың балаларын да ҡарап үҫтерҙем.

Ғаилә тиңлек, бер-береңә хөрмәт нигеҙендә ҡоролһа ине ул. Әммә был бик һирәк күренеш. Үкенескә ҡаршы, хәҙер ғаиләлә йә ир кеше баш, хужа, хатта диктатор ролен үтәй. Ҡатынына ҡул күтәрә. Ҡатынына "көсө еткән" ир, минең уйымса, иң мөртәт кеше ул. Билдәле бит, ирҙәр тыумыштан физик яҡтан көслө була, тимәк, ҡатынын имгәтерен яҡшы белә.

Ҡатын-ҡыҙ ғаилә башлығы булған ғаиләләр ҙә була. Балалар атайҙарын һанға һуҡмай үҫә. Был да яҡшы түгел. Мин атай атай урынында булған, ғаиләнең именлеге, етешлеге хаҡында хәстәрлек күргән ирҙәр, тапҡанды тәләфләмәй тотона белгән ҡатын-ҡыҙ булғанда ғына балалар ҙа бәхетле булалыр, тип уйлайым. Ә ғаиләнең төп шатлығы һәм бурысы - балалар бит.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.

54 views·1 share