ҒАИЛӘ БУРЫСТАРЫН ҮТӘЛӘМЕ?
Ноябрь календарында бар ғаилә ағзаларының да тиерлек, йәғни ирҙәр, балалар, уландар, әсә көндәре айырым-айырым билдәләнә. Ошоға бәйләп, үҙегеҙҙең, шулай уҡ һеҙҙең ғаилә ағзаларының үҙ бурыстарын нисек үтәүен һөйләп китегеҙ әле.
Илнур ӘБДЕЛӘХӘТОВ, Күгәрсен районы: Эйе, байрамдарыбыҙ күп, шөкөр. Булып торһон әле. Календарҙа билдәләнгән иҫтәлекле даталар буштан ғына килеп сыҡмаған бит ул. Үрҙә телгә алынған көндәр бер-береңде ҡотлау һәм мотлаҡ байрам итеү өсөн генә түгел, мәҫәлән, туғанлыҡ ептәрен нығытыу, кешеләр араһында йылы мөнәсәбәт урынлаштырыу, хәл-әхүәл белешеү, яҡындарыңды борсоған проблемаларҙы асыҡлау, иғтибар күрһәтеү өсөн дә билдәләнгән.
Ноябрь - шундай байрамдарға бай ай. Мин үҙем күп балалы ҙур ғаиләлә үҫтем. Алты баланың өсәүһе ул, өсәүһе ҡыҙ. Хәҙер үҙебеҙ бөтәбеҙ ҙә әсәй-атай, күптәребеҙ өләсәй-олатай инде. Беҙ тәрбиәләнгән ғаилә бөгөнгөнән бер аҙ айырыла ине. Берҙән, үҫеп буй еткергәнсе өләсәй-олатай ҡарамағында булдыҡ. Улар, билдәле инде, ҡыҙҙы - ҡыҙ, улды - ул итеп тәрбиәләүгә етди иғтибар бирҙе. Һәр беребеҙҙең йәшенә, енесенә ҡарап бурысыбыҙ бар ине. Ҡатын-ҡыҙ эшенә тығылһаҡ, йәғни күберәк түрбашта йөрөгәнде күрһә, олатай ороша торғайны. Усаҡ алды - һылыуҙарыңдыҡы, һин, ана, аҙбарға сыҡ, тип, булмаған эшен табып, беҙҙе, ейәндәрен урамға сығарып ебәрә ине. Ауыл ерендә инде ир-егет өсөн ихатала ла, һарайҙа ла эш күп. Ә мин бешеренергә, төрлө ысулдар табып, атай-әсәй эштән ҡайтҡансы бәләкәй туғандарҙы ниндәй ҙә булһа тәмле нәмә менән һыйлағым килә торғайны. Олатай өйҙә булмағанда ғына был яратҡан шөғөлөмдө тормошҡа ашыра инем. Өләсәй күрһә лә өндәшмәй. Бик күндәм, йыуаш, сабыр ине. Тауыш күтәреп әрләгәнен бер ҙә хәтерләмәйем.
Беҙҙә ҡыҙҙарға түгел, малайҙарға иғтибар ҙурыраҡ булды. Башҡа ғаиләләрҙәге кеүек мунсаға тәүҙә ҡыҙҙарҙы ебәрмәнеләр, ә иң беренсе атай беҙҙе йыуындырып сығара ине. Ашарға ла иң беренсе олатайға, атайға, улдарына һалдылар, шунан ғына ҡыҙҙарға. Һылыуҙарымды, һеҙ буласаҡ әсәйҙәр, тип яратып үҫтерҙеләр. Бәйләргә лә, сигергә лә, бешеренергә лә, гөл-сәскә үҫтерергә лә өйрәттеләр. Шөкөр, барыбыҙ ҙа үҙаллы тормош юлында үҙ һуҡмағын, үҙ ишен тапты.
Мин үҙем, улым тыуһа, атайым, олатайым һымаҡ тәрбиәләрмен, тип уйлағайным. Ҡатыным ике ҡыҙ ғына бүләк итте. Ейәнем тыуһа, яҡшы олатай булырмын тигәйнем, әлегә ике ейәнсәрем генә бар. Шулай ҙа, ҡыҙ - кеше балаһы, тип ҡарамайым уларға. Ҡулымдан килгәнсә ҡарашам, башҡортса телен онотмаһындар өсөн йәйге каникулда күберәк уларҙы үҙебеҙгә алып ҡайтабыҙ. Өләсәһенә лә күңелле, өйҙә, баҡсала эшләшергә ярҙам итәләр. Мин күберәк ейәнсәрҙәргә тарих, ауылыбыҙҙың күренекле кешеләре, халҡымдың арҙаҡлы шәхестәре хаҡында һөйләргә тырышам. Телдәре, милләте, халҡы менән ғорурланһын өсөн. Үткәнде белмәйенсә хәҙергене аңлап, яратып, ғорурланып булмай бит ул.
Сәғиҙә БОҪТОБАЕВА, Күмертау ҡалаһы: Ғаиләлә мин үҙем атай ҙа, әсәй ҙә булдым. Ирем менән балалар бәләкәй саҡта уҡ айырылыштыҡ. Рәнйетер тип ҡурҡып, башҡаса кейәүгә сыҡманым. Уларҙы ашатыу, кейендереү, уҡытыу нисек ауырға төшкәнен үҙем генә беләм. Бигерәк тә мәктәп йылдары ҡатмарлы булды. Ҡыҙым йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, әммә улымдың үҫмерлек осоро ауырға тура килде. Өләсәйемдең: "Баланы Аллаһу Тәғәлә кешене һынамаҡҡа ебәрә", - тигән һүҙҙәрен бер ҡасан да онотманым һәм уны лайыҡлы үтергә бөтә көсөмдө һалдым.
Шөкөр, улым бөгөн - үҙе ике бала атаһы. Исем өсөн генә түгел, ә ысын мәғәнәһендә атай ул. Тиҫтерҙәре, дуҫтары артынан Себер тарафтарына эшкә китерме икән, тип борсолғайным, юҡ, улым "оҙон аҡса"ға ҡарағанда ғаиләһен өҫтөнөрәк күрҙе. "Үҙем атайһыҙ үҫкән дә еткән", - булды яуабы. Стажы артҡан һайын эш хаҡы ла артты, хәҙер үҙен бүлек етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Улдарын тәрбиәләүгә, уҡытырға бөтә тырышлығын һала. Төрлө спорт секцияларына, буш ваҡыттары булмаһын өсөн бейеүгә лә, йырға ла йөрөтә. Ял көндәрен ғаиләһе менән тәбиғәттә булырға яраталар. Бәләкәй саҡтан уҡ республиканың иҫтәлекле урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырып сыҡты. Үҙе белгән, яратҡан шөғөлдәренең барыһына ла өйрәтә. Уларҙа ҡатын-ҡыҙ эше, ир-егеттеке тип бүлеп ҡарау юҡ. Бар мәшәҡәтте лә бергәләшеп башҡаралар. Килен билмән эшләһә, бөтәһе лә кухняла. Өй йыйыштырыу, иҙән йыуыу, кер үтекләү кеүек йомоштарҙы ла һәр ҡайһыныһы теләп эшләй. Ейәндәремдең бүлмәһендә күренеп торған урында "Ысын ир-егет шулай булырға тейеш!" тип аталған стена гәзите эленеп тора. Уны улар аталы-уллы өсәүләшеп эшләгән. Бер-береһен аңлап, бер-береһенә терәк булып йәшәгән улымдың ғаиләһенә күҙ тейеп ҡуймаһын инде, тип теләйем.
Ҡыҙымдың ғаиләһе, балалары менән дә ҡәнәғәтмен. Әсәлек бурысын да лайыҡлы атҡара. Өс балаһы ла тәрбиәле, тәртипле. Мәктәптәге уңыштары менән барыбыҙҙы ла һөйөндөрөп кенә торалар. Ир ҡатыны, килен булараҡ та үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Түшәктә ятҡан бейемен бына ете йыл инде бала һымаҡ ҡарай. Аяҡҡа баҫтырам барыбер тиеп, ниндәй генә врачҡа алып барманы, ниндәй генә имсегә йөрөтмәне. Мәшәҡәтле булһа ла, коляскаға ултыртып, үҙҙәре йөрөгән театрға ла, концертҡа ла, ҡунаҡҡа ла алып баралар. Ҡоҙа-ҡоҙасаларҙың, күрше-тирәһенең, башҡа кешеләрҙең ҡыҙым тураһында тик яҡшы яҡтан ғына һөйләүҙәрен, ә киленемдең, яҡшы ул тәрбиәләгәнһең, рәхмәт, тип әйтеүе иһә минең әсәйлек бурысымды намыҫ менән үтәүемә ҙур баһа тип ҡабул итәм.
Зәйнәб МОРАТОВА, Салауат ҡалаһы: Кейәүгә сыҡҡаныма быйыл ун йыл тула. Байтаҡ ваҡыт ҡайным-ҡәйнәм менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәргә насип булды. Айырым сығыуыбыҙға дүрт йыл ғына әле. Әммә иремдең ата-әсәһе менән йәшәгән йылдарымды шул тиклем һағынам. Улар миңә, ысын мәғәнәһендә, әсәй-атай булды, тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Училищела уҡығанда берәй егет менән дуҫлашып йөрөһәм, минең үҙемдекеләр ҡасан кейәүгә сығаһың, ҡасан һоратырға киләләр, тип аптырата торғайны. Әйтерһең, мин өйҙә артыҡ тамаҡ инем. Тиҙерәк кейәүгә биреп, ҡотолорға уйлаған кеүек инеләр. "Үҙебеҙгә тиң кешеме? Беҙҙең һымаҡ булһа ғына сыҡ. Артыҡ бай ҙа булмаһын, беҙҙән өҫтөн тоймаһын, фәлән дә фәсмәтән... " - 17 йәш тулғас әсәй менән һөйләшеү беҙҙең гел шул темаға ине.
Ә минең кейәүгә сығыу түгел, ғашиҡ булғаным да, яратҡаным да юҡ. Әхирәтемдең туйынан һуң әсәй ҙә, үгәй атай ҙа тик мине нисек тә кейәүгә биреп ебәреү хаҡында уйланды. Егерме йәштә бергә эшләгән егет тәҡдим яһағас, риза булдым да ҡуйҙым... Әле булһа ҡыуанып бөтә алмайым! Шундай әҙәпле, мәҙәни, аҡыллы ғаиләгә эләккәнемә Хоҙайыма рәхмәтлемен.
Бик матур ҡаршыланы улар мине. Бер йыл тирәһе минең бер эшемә лә ҡыҫылманы бейемем менән ҡайным. Бешергәнемде маҡтап ашанылар, йыуғанымды рәхмәт әйтеп кейҙеләр. Етешһеҙ яҡтарын күреп, тәнҡитләп, бер һүҙ әйткәндәрен иҫләмәйем. Ә бит кейәүгә сыҡҡанда мин бер нәмә лә эшләй белмәй инем, сөнки әсәйем ҡул араһына инеп, ҡыҫылып эшләп йөрөгәнде яратманы.
Ә иремдең ғаиләһендә барыһы ла башҡаса ине. Эштән ҡайталар ҙа барыһы ла кухняға инеп, бергә ашарға әҙерләйҙәр. Ҡайным да етәксе булып эшләйем тип торманы, биленә алъяпҡыс быуып, йә картуф, йә һуған әрсешә, ит турай. Һауыт-һаба йыуыуҙы ла унда бер кем дә бисәләр эше тип тормай. Шуға ла был өйҙә бөтә нәмә лә тәмле килеп сыға, таҙа, бөхтә, зауыҡлы күренә ине. Өҫтәл артында бөтәһе лә матур итеп һөйләшеп ултыралар.
Килен булып төшкән ғаиләнең үҙҙәренә генә хас традициялары бар ине. Календарҙағы ҡыҙыл менән билдәләнгән һәм билдәләнмәгән бер байрам да ситтә ҡалманы унда. Олоно оло, кесене кесе, йәште йәш итеп күрҙеләр, барыһына ла иғтибарлы, ихтирамлы булдылар. Бер көн шулай өйгә бейемдең бергә эшләгән хеҙмәттәштәре килеп тулды. Уның бешергән ҡоймаҡтарын, бәлештәрен маҡтап ашай башлағайнылар, күҙен дә йоммай, киленем әҙерләне, тине. Мин түгел, тип әйтергә ауыҙымды ғына асҡайным, ҡараштарыбыҙ осрашты һәм телемде тешләнем. Хәҙер тегеләр миңә маҡтау һүҙҙәрен яуҙыра башланылар. Шунда ул ҡаты ғына итеп: "Ай тормай ат маҡтама, йыл тормай килен маҡтама", - тине. Был әйтем миңә ҙур аҡыл булды.
Ысынлап та, бер йылдан һуң ғына ул мине үҙе белгәндәргә ныҡлап өйрәтә башланы. Хәҙер ул, минән дә оҫтараҡ бешерәһең, тип ҡабатларға ярата. Ғүмерем аҙағынаса ҡайным-ҡәйнәмә рәхмәтле буласаҡмын. Уларҙың икеһе лә миңә оло тормош һабағы бирҙе.
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
