ҺАБАНТУЙҘАР НИСЕК ҮТӘ?

Һабантуйҙар ысынлап та бөтә халыҡ теләгәнсә үттеме? Был көтөп алған байрамыбыҙҙа нимәләр оҡшаны һәм нимәләр оҡшаманы?

ҺАБАНТУЙҘАР НИСЕК ҮТӘ?, image #1

Әнғәм ХӨБӨТДИНОВ, Йылайыр районы: Быйыл беҙҙә һабантуй тәүгеләрҙән булып уҙҙы. Көнө лә бер аҙ һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, матур торҙо, кеше рәхәтләнеп ял итте. Һабантуйға шәхсән үҙем йыл һайын барырға тырышам. Айырыуса көрәш, ат ярышы күңелгә яҡын.

Һаҡмар йылғаһы буйлап тау битләүендә, Ситәнбар тип аталған урында ҡоролған тирмәләр хас та элекке йәйләүгә сыҡҡан ваҡыттарҙы күҙ алдына баҫтырҙы. Моғайын да, атай-олатайҙарыбыҙ йәйге миҙгелде нәҡ ошолай итеп үткәргәндер. Ә бына тирмәләр янына заманса палатка һәм тенттар ҡуйылмаһа, бигерәк шәп булыр ине, сөнки улар бай биҙәлгән, сағыу тирмәләрҙең йәмен ебәрә төҫлө.

Һабантуймы, башҡа ҙур байрам булһынмы, кемгәлер оҡшай, икенселәр мәңге ризаһыҙлыҡ белдерә, тормош шулай. Шәхсән миңә үҙебеҙҙең һабантуйҙар оҡшай, түрәләр ҙә артыҡ шашмай, һәр нәмәлә сама белә. Һүҙ ыңғайында әйтеп үтәйем әле: бер йылы икенсе район һабантуйында булырға тура килде. Һәм унда сәхнә алдында түрәләр өсөн өҫтө ҡамаулы, трибуналар кеүек эскәмйәләр ҡуйылған махсус урын эшләүҙәрен күреп иҫем киткәйне. Ямғыр яуа башланы, улар ултыра ирәйеп, ә әле генә сәхнәлә диплом һәм бүләктәр алып торған механизатор менән тракторсы ямғыр аҫтында күшегә. Ихтирам һәм иғтибар улар сәхнәлә саҡта ғына кәрәкме ни? Кешелеклелек тигән төшөнсә лә бар бит әле. Хәҙер нисектер ул районда, әйтә алмайым.

Беҙҙә, мәҫәлән, район башлығы ла, башҡа ҙур ҡунаҡтар ҙа бөтәһе менән бергә ултырып концерт ҡарай. Бик яҡшы күренеш, минеңсә. Һәр тирмә буйлап ҡунаҡ булып та йөрөмәйҙәр, комиссия менән бергә ҡарап сығалар ҙа, вәссәләм. Ниндәйҙер аныҡ бер тирмәлә сәй эсеп сығыуҙарын ғәйепкә һанамайым, ағас төбөндә ашъяулыҡ йәйеп йәки шешлек ҡыҙҙырған ерҙә баҫып тороп ҡапҡылап тора алмайҙар бит инде. Иң мөһиме, һыйланыусылар ҙа, уларҙы һыйлаусылар ҙа үҙҙәрен абруйлы тотһондар. Юҡһа, ҡайһы бер сараларҙы ҡарайым да, иҫ-аҡылым китә, берәй дәрәжәлерәк кеше алдында һеперелеп китергә әҙерҙәр бар, ҡарауы имәнес. Ике яҡтан да ихтирам булһын ул, сөнки түрә лә, уны ҡаршы алыусылар ҙа үҙҙәренең эшен генә башҡара.

Быйылғы һабантуйҙа һыбай уҡ атыу ярышы уҙҙы, бар икән әле үҙебеҙҙең таҫыл һәм сос, ғәйрәтле һәм етеҙ егеттәребеҙ, тип ҡарап ҡыуанып торҙом. Шулай уҡ балалар өсөн бик күп күңел асыу саралары уҙғарылыуы ла яҡшы булды, сөнки күңелдәре булғансы уйнап, хатта дөйәлә йөрөп ҡайттылар. Тик ҡайһы бер хайуанҡайҙарҙың бигерәк тә йонсоу, ябыҡ булыуҙарына ҡарап, уларҙы яҡшылап ҡарамайынса, тик аҡса эшләү өсөн генә тотоналарҙыр, тигән уй ҡалды.

Һабантуйҙарҙа хәҙер хәмер һатмауҙары бик ҡыуаныслы күренеш. Эй, элекке заман һабантуйҙарында иҫереп ҡолап ятыусылар, үҙҙәрен йәмһеҙ тотоп, һүгенеп йөрөүселәр күп ине. Асыҡтан-асыҡ һатылғас, алыусыһы ла булды, хәҙер һатылмағас, алыусыһы ла юҡ. Был матур ҡағиҙә оҙаҡ йылдар дауам итер, тип ышанам. Шулай уҡ сүп-сарын аяҡ аҫтына ташлап китеүселәр ҙә бик һирәк хәҙер, әлеге лә баяғы спиртлы эсемлектәр һатылмағас, шешәләр ҙә аунап ятмай, һабантуй яланы таҙа һәм матур булды.

Фәтихә ӘХМӘТОВА, Әбйәлил районы: Һабантуйҙы йыл да көтөп алам һәм мотлаҡ барам. Быйылғы һабантуйға ла һеңлеләрем менән күмәкләшеп барып, донъя күреп, йыр-моң тыңлап, бөтә райондан килгән таныштар менән осрашып-күрешеп ҡайттыҡ.

Әбйәлил һабантуйы уҙғарылған ялан ҙур, иркен, кеше рәхәтләнеп ял итһен өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: колонкаларҙан һыуҙар ағып тора, бәҙрәфтәр эшләп ҡуйылған, концерт ҡарар өсөн уңайлы эскәмйәләр ултыртҡандар, һәм башҡалар. Шулай уҡ һатыу эше менән булғандарға ла махсус урындар бүлеп, һәр нөктәне электр уты менән тәьмин иткәндәр. Һабантуй йәме, минеңсә, һәр ауыл биләмәһе ҡорған һәм биҙәгән тирмәләрҙә. Быйыл йыбанмайынса һәр береһен ҡарап, унда ҡуйылған боронғо әйберҙәрҙең тарихын һөйләтеп, мул итеп әҙерләнгән табындарҙың йәмлелегенә һоҡланып йөрөнөк. Мәҫәлән, бер тирмәлә 800 йыллыҡ тарихҡа эйә булған, фил һөйәгенән эшләнгән боронғо ҡомартҡыны - һандыҡты - күрергә насип булды. Тағы ҡайҙа күрәм әле яҡындан бындай тарихи әйберҙе - музейҙарҙа улар йә быяла аҫтында, йәки яҡын барып булмаҫлыҡ итеп ҡуйылған. Өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып тора. Ул тиклем мул табындар әлеге лә баяғы етәкселәр, тирмәләрҙе ҡарап йөрөүсе комиссия өсөндөр инде. Улар урынына ауыл хужалығында эшләүселәрҙе матур итеп һыйларға ине ул, әгәр ҙә улар булмаһа, был байрам да, икмәк тә булмаҫ ине. Ә, бәлки, шулай итәләрҙер ҙә, беҙ барыһын да күреп-белеп тормайбыҙ, фаразлайбыҙ ғына.

Концерт ҡараныҡ. Йыр-моң һәр ваҡыт матур күренеш инде ул, ләкин бейеүҙәр артыҡ күп булды һәм уларҙың барыһы ла бер төрлө тиерлек. Бөтә байрам һайын бер үк кешеләр һәм ансамблдәр шул бер төрлө бейеүҙәр башҡара. Шуға күрә концерт программаһын төрләндерһәләр ине алдағы йылдарҙа, тип теләге килә. Замансараҡ итеп, төрлө йүнәлештәге номерҙар менән байытылған концерт ҡарағы килә. Ошоға бәйле тәҡдимем дә бар. Бәлки, республика райондары ошондай һабантуйҙар ваҡытында бер-береһенә мәҙәни командировкалар эшләй башлар? Мәҫәлән, күрше бөрйәндәр беҙгә килеп, үҙҙәренең талантын күрһәтеп ҡайтһа, беҙҙекеләр Баймаҡҡа барһа һәм йыл һайын райондар алмашынып торһа, барыһына ла ҡыҙыҡлы булыр ине, тип уйлайым. Ғөмүмән алғанда, байрам матур үтте, күңелле ял итеп, дәрт-дарман туплап ҡайттыҡ.

Сабир ҒӘЛИМЙӘНОВ, Ҡыйғы районы: Кеше күп йыйылған урындарҙы яратмаһам да, район һабантуйын ҡалдырмаҫҡа тырышам. Ошо матур, сағыу байрамда районыбыҙҙың йәшәү һулышын, кешеләрҙең кәйефен тойорға мөмкин. Быйыл оҙайлы байрам көндәренә тура килеү сәбәплеме, район һабантуйында айырыуса кеше күп булды. Байрам да юғары кимәлдә ойошторолғайны. Тирмәләр конкурсы, милли һәм спорт ярыштары, концерттарҙан тыш, быйыл беренсе тапҡыр һәр ауыл биләмәһе тирмәһендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыуҙары оҡшаны. Мәҫәлән, ағастан әйбер эшләү, ҡыҫтыбый, сәк-сәк, бауырһаҡ һәм башҡа милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталар бик ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Хатта ғәҙәти билмән эшләүҙе лә мауыҡтырғыс сараға әйләндерҙе ауыл уңғандары. Үҙебеҙҙең яҡта үҫкән хуш еҫле үләндәр менән сәй ҙә тәмләттеләр ҡунаҡтарға, уларҙан ҡоймаҡ та ҡойҙорттолар.

Быйылғы һабантуйҙың тағы ла бер күңелгә ятҡан үҙенсәлеге - Ҡыйғы районы баҫыуҙарында эшләгән "тимер ат"тар күргәҙмәһе ойошторолоуы. Яландар буйлап гиҙгән ғәйрәтле һәм бәләкәй ауыл хужалығы техникаһын яҡындан күреү ололарға ла, балаларға ла ҡыҙыҡлы булды. Айырыуса Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған механизаторы, КПСС һәм ВЛКСМ съездарында бер нисә тапҡыр делегат булараҡ ҡатнашҡан, Ҡыйғы районы Ибрай ауылы ҡыҙы Ғалина Нәҡиә апайҙың "ДТ-20" тракторын күреп ҡыуандыҡ. Әйтергә кәрәк, был трактор әле булһын баҫыу эштәрендә файҙаланыла икән. Ауыл хужалығы баҫыу һәм ер эштәре генә түгел, шул уҡ малсылыҡ та икәнлеген күҙ уңында тотоп, һабантуйҙа тоҡомло мал-тыуарҙар күргәҙмәһе лә эшләне. Шулай уҡ байрамға килеүселәр урындағы етештереүселәрҙең төрлө тауарын - һөт аҙыҡтарын, ҡымыҙ, билмән һәм башҡаларҙы - тәмләп ҡараны.

Шулай ҙа миңә һабантуйҙың иң күңелгә ятҡан мәле - ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләү. Ысынлап та, һабантуй уларҙың байрамы, нәҡ улар был көндә ҡәҙер-хөрмәт күреп, табындың иң түрендә ултырырға, маҡтау һүҙҙәрен тыңларға тейеш. Ауыл хужалығына иғтибарҙы арттырыусылар, был өлкәлә эшләрлек үҙҙәренә алмаш үҫтереүселәр нәҡ бөгөнгө алдынғы механизатор, тракторсы һәм һауынсылар. Уларҙың эше баһаланыуын күреп, йәштәр ҙә юрист һәм иҡтисадсы булырға теләүҙән туҡтап, ауыл хужалығына йөҙ борорҙар. Ауылда ла бына тигән донъя көтөп була икәнен йәштәргә аңлата алырлыҡ итеп уҙғарылған һабантуйҙарҙың баһаһы ҙур. Баҫыу һәм малсылыҡтың ни тиклем ауыр булыуына ҡарамайынса, ошо өлкәлә үҙенең эшен булдырып, кешене эш менән тәьмин итеүсе фермерҙарға ла дан йырларға кәрәк. Элекке һымаҡ колхоз-совхоздарҙы хәҙер нәҡ ошондай уңғандарҙың КФХ, ООО, СПК һәм башҡа төрлө аталған, ләкин асылы бер үк булған ойошмалар алыштыра ла инде. Һабантуйҙа матур итеп ҡотланылар барыһын да, улар өсөн халыҡ та ҡыуанды.

Зөлфиә САФИНА, Өфө ҡалаһы: Беҙ баш ҡалала йәшәгәс, яҡын-тирәләге һабантуйҙарға барабыҙ. Быйыл да Өфөнән алыҫ түгел районға барып ҡайттыҡ. Байрам һәр ваҡыт матур, күңелле була инде ул, шуға күрә маҡтауға күп туҡталмай, үҙемә оҡшамаған етешһеҙлектәр тураһында әйтеп үткем килә.

Ни өсөн район һабантуйҙарындағы ат сабышына әллә ҡайҙан килгән сит һыбайлыларҙы индерәләр? Улар сабыш өсөн махсус әҙерләнә һәм, тәбиғи, беҙҙең сабышҡа ла, эшкә лә тотонолған аттар уларға эйәрә алмай. Бүләк тә, аҡсалата премия ла ситтәргә китә, ә шул район кешеһе бер нәмәһеҙ тороп ҡала.

Тағы ла шуныһы. Һабантуйға кеше йыйыла, сәхнә ҡоролған, ләкин ул буш. Тирмәләр һәм ауыл биләмәләре туҡталҡаларын комиссия ҡарап бөтмәйенсә, концерт башланмай. Ни өсөн һабантуйға килгән халыҡ көтөргә тейеш һуң ул? Әйҙә, һабантуйҙы асһындар ҙа, байраҡты күтәрһендәр ҙә, күңелдәре булғансы ҡарап йөрөһөндәр, ә халыҡ өсөн йыр-бейеү яңғарай торһон.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

42 views·2 shares