23 февраль

Егерме өсөнсө февраль һеҙҙең өсөн ниндәй байрам һәм уны нисек билдәләйһегеҙ?

23 февраль, image #1

Ринат ЙӘҒӘФӘРОВ, Ейәнсура районы: 23 февраль, йәғни Ватанды һаҡлаусылар көнө - минең өсөн бик иҫтәлекле көн. Мин үҙем дә армияла хеҙмәт иттем, туғандарым, дуҫтарым араһында ла кирза итектә йөрөгәндәр, ялан кухняһында бешкән бутҡа тәмләп ҡараусылар күп. Яҡшы тормош мәктәбе булды ул армия. Ир һүҙе бер булыуын, ауыҙыңдан сыҡҡан һәр һүҙгә яуап тоторға кәрәклеген, сит ерҙә ярҙамсыллыҡ, йомартлыҡ, тәүәккәллек иң мөһим сифаттар икәнен раҫлаған, ғүмерлек һабаҡ булырлыҡ ваҡиғалар күп булды. Тыуған ауылымдың, яҡын кешеләремдең ҡәҙерен дә тик меңәрләгән саҡрым йыраҡлыҡта булғанда ғына аңланым. Шуға ла был дәүләт байрамына айырыуса иғтибар бирәм.

Ике улым да армияға барыу яҡлы, шуныһы ҡыуаныслы. Өҫтәүенә, минең хәләл ефетемдең дә хәрби билеты бар, ул - запастағы кесе сержант. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡығанда ике йыл медицина әҙерлеге үткәс, уға ла билет биргәндәр. Ул да үҙен хәрби бурыслы итеп тоя. Шуға күрә был байрамға етди әһәмиәт бирәбеҙ. Төрлө йылда төрлөсә байрам итәбеҙ. Быйыл балаларҙы алып, Сибайға, бергә хеҙмәт иткән иптәшемә барырға планлаштырабыҙ. Тәмле-тәмле ризыҡ бешереп, ғаилә менән көнө буйы телевизорҙан илһөйәрлек темаһына арналған фильмдар ҡарап ҡына ла ултырғаныбыҙ бар. Был көндө Бөйөк Ватан һәм локаль һуғышында ҡатнашҡан туғандарыбыҙҙы, олатай-ҡартатайҙарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ, иҫәндәрен телефондан ҡотлайым. Шинель кейәсәк, хәрби ант бирәсәк кесе ир туғандарыбыҙҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайым, сөнки уларҙың һәр береһендә Тыуған иленең, яҡындарының һаҡсыһын һәм яҡлаусыһын күрәм.

Ватанды һаҡлаусылар көнө атай-олатайҙарымдың элек-электән илгә тоғро хеҙмәт итеүҙәренең тарихи дәлиле булыуы менән дә ҡәҙерле. Мин Рәсәйҙең именлеген һәм тыныслығын һаҡлаған, уның хәүефһеҙлеген тәьмин иткән армиябыҙ менән һәр саҡ ғорурландым һәм ғорурланасаҡмын. Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусылар араһындағы Ҡораллы көстәр яугирҙарын, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, һалдаттарҙы һәм запастағы офицерҙарҙы матур байрам менән ҡайнар ҡотлайым! Уларға ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, тыныслыҡ, эштәрендә ҙур уңыштар теләйем!

Сәйфулла ӘМИРОВ, Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылы: Беҙ йәш саҡта 23 февралдәге байрамдың исеме башҡасараҡ ине, йәғни тарихи дөрөҫлөккә яҡыныраҡ тура килә торғайны, сөнки уның менән әрме сафында булғандарҙы ғына ҡотлай торғайнылар. Хәҙер һалдат һурпаһын тәмләп ҡарамаған депутаттар уны Ватан һаҡлаусылар көнө итеп ҡалдырҙы. Бөгөн был датаны погон тағып йөрөгәндәрҙең, енесенә ҡарамай, бөтәһе лә байрам итә. Һәм, минеңсә, был факт уның баһаһын бермә-бер төшөрә.

Байрам датаһы нигеҙе итеп 1918 йылдың 23 февралендәге Нарва янындағы алыш алынһа ла, ватандаштар элек-электән Рәсәй дәүләте алып барған бихисап һуғыштарҙа ҡатнашып, үҙен мәңгелек данға күмгән. Халҡымдың тарихҡа "Төньяҡ амурҙары" исеме менән инеп ҡалыуы ғына ни тора! Был исем француздарҙың аңына беҙҙекенә ҡарағанда ла нығыраҡ ултырған кеүек. Мәктәптә уҡығанда башҡорт теле уҡытыусыһы шундай бер хәлде һөйләгәйне. Полиглоттарҙың халыҡ-ара симпозиумында бер билдәле француз телдәр белгесе Жәлил Кейекбаевты күреп ҡала. Кем икәнен, милләтен һораша. "Төньяҡ амурҙары"нан ниндәй полиглот сыҡһын, тип аптырап, милләттәшебеҙ янына килеп французса өндәшә. Яҡташыбыҙ икенсе телдә яуап бирә. Төрлө телдәрҙә һүҙ көрәштерә торғас, француздың тел запасы бөтә. Аптыраған полиглотҡа "Бына һиңә "Төньяҡ амуры!" тиеүҙән башҡа сара ҡалмай. Наполеон яуынан быуат ярым йыл үтһә лә, 30-ҙан ашыу телдә иркен һөйләшкән ғалимыбыҙ француз ғалимынан бар халыҡ алдында был исемде яңынан әйттереүгә өлгәшә.

Беҙҙең бәләкәй генә ауылдан 1812-1814 йылдарҙағы һуғышта бик күптәр ҡатнаша, бишәүһе яу яланында ятып ҡала. Йомағужаларҙың алыштарҙа ҡыйыу, әүҙем эш алып барыуы хаҡында шундай факт һөйләй: дүрт ауылдашым есаул дәрәжәһенә барып етә. Хәҙер уларға капитан йә иһә майор тип өндәшерҙәр ине. Миңә фамилия биргән олатайым Әмир Хәлитов та биш тапҡыр яртышар йыл Ырымбур хәрби сиген һаҡлау өсөн хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

Уҙған быуат башында ла йомағужалар урыҫ-япон һуғышынан ситтә ҡалмай. Оло Ватанын һаҡлағанда дүртеһе яу яланынан ҡайтмай.

1917-1919 йылдарҙағы милли хәрәкәттә Башҡорт ғәскәрен ойоштороу иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе булып тора. 1-се, 4-се полктар составында 19 ауылдашым ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышына киткән 71 яҡташымдың 38-е ил азатлығы өсөн башын һала. Беҙҙең заманда булған урындағы конфликттарҙа ла беҙҙекеләр ситтә ҡалмай. Азамат Әғзәмов Афғанстанда интернациональ бурысын үтәһә, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ауылдаштарым да бар. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Югославияның "Приштина" аэропортын һаҡлап торған батальондағы бер БТР-ҙың механик-водителе лә беҙҙең ауылдан. Күрһәткән ҡыйыулығы өсөн "Батырлыҡ" ордены менән бүләкләнгән. Һанай китһәң, бөгөн дә илеңде һаҡлап батырлыҡ күрһәтергә сәбәптәр етерлек.

Беҙ йәш саҡта әрме сафына бармай ҡалыу ҡыҙҙар тарафынан ҡурҡаҡлыҡ һанала ине, ә хәҙер ул батырлыҡҡа, йылғырлыҡҡа тиңләштерелә. Әрмегә бармаған ир кешене Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлаһалар, миңә уны салбар кейеп йөрөгән өсөн генә тәбрик итәләр кеүек тойола. Ә инде ике йыл һалдат шинеле кейгән, һалдат бутҡаһы ашағандарҙы ихлас күңелдән тәбрикләйҙәр кеүек.

23 февраль көндө мин һалдат тормошон, хәҙер сит илгә әйләнгән республикаларҙа ҡалған хеҙмәттәштәремде иҫкә алам. Бигерәк тә Украинаның Львов өлкәһенән булғандарын. Уларҙың, минең менән бөтә нәмәне, хатта тәмәкене лә бүлешкән иптәштәремдең үҙ илдәрендә төндә факел тотоп йөрөүҙәрен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Был дата - тарихи дата, шуға күрә байрамдың исеме үҙгәрһә лә, минең быуын, Совет Армияһында һәм Хәрби Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән ир-егет, уны элекке традицияларға ярашлы билдәләйҙер, хеҙмәттәштәрен хөрмәтләп иҫкә алалыр, тип ышанам.

Камил ҠЫУАНДЫҠОВ, Өфө ҡалаһы: Совет Армияһында булған һәр ир-егет кеүек, минең өсөн дә 23 февраль - Яңы йыл, Еңеү көнө һымаҡ ҙур байрамдарҙың береһе, сөнки Ватанды һаҡлаусылар көнө - ул ҡыйыулыҡ, түҙемлелек, мәрхәмәтлек һәм тыуған ергә ҡарата һөйөү байрамы. Бөйөк Ватан һуғышы тарихына иң аяуһыҙ, дәһшәтле, хәл иткес бәрелештәрҙең береһе булараҡ инеп ҡалған Волгоградта хеҙмәт итеүем менән бик ғорурланам. Был тарафта үткән ике йылымды ҙур тормош мәктәбе, тип иҫәпләйем. Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл армия һәм Вермахт араһында иң мөһим генераль алыштарҙың береһе булған, минең данлыҡлы яҡташтарым эҙен, батыр рухын һаҡлаған Сталинград урамдары буйлап уҙыуым минең ихтыярымды нығытты. Илебеҙҙең төрлө төбәгенән йыйылғайны беҙҙең рота. Төрлө ваҡыт була торғайны, әлбиттә, кемдер үҙенең өҫтөнлөгөн, икенселәр көсөн, өсөнсөләр үҙен күрһәтергә маташҡан мәлдәр ҙә була ине. Әммә беҙҙе ошо һәр урамы, йорто йөҙләгән, меңләгән ҡорбан менән яулап алынған Сталинград һуғышы темаһы берләштерә, дуҫлаштыра ине. Һүҙебеҙ шуға килеп терәлһә, әлеге генә низағлашып ултырған хеҙмәттәштәрем тыныслана, һәр кем үҙенең ошо снаряд ярсыҡтарынан телгеләнеп бөткән ерҙә яуҙа башын һалған олатайҙарының, туғандарының иҫтәлеген хөрмәт менән иҫкә алды. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, оҙаҡ йылдар бер-беребеҙҙе байрамдар менән ҡотлашып, открыткалар ебәреп, хатлашып торҙоҡ.

Башҡорттарҙа элек-электән илдең терәге - ир-егет, ғаилә терәге - атай кеше тип һаналған. Был хаҡта бик күп мәҡәл-әйтемдәребеҙ ҙә бар. Шуға ла уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Был мөнәсәбәт әле лә дауам итә тип уйлайым. Хәҙер Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң ял тип иғлан ителеүе лә шуны иҫбатлай. Шуға күрә был байрамға беҙҙең айырым мөнәсәбәт булыуына ғәжәпләнергә түгел. Уны мин төрлөсә байрам итәм. Йәшерәк саҡта дуҫтар менән йыйыла торғайныҡ. Хәҙер күберәк ғаилә, балалар, ейәндәр менән билдәләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа, ял көнө тип иғлан ителгәс, көн матур булһа, саңғы шыуырға сығып китәбеҙ. Паркта ла йөрөйбөҙ, Белорет тарафтарына ла сығып китәбеҙ. Дуҫтар килһә, караоке йырлайбыҙ. Ул да бик яҡшы күңел асыу сараһы. Уның арҡаһында совет осоронда яратып йырланған әллә күпме патриотик йырҙарҙы иҫкә төшөрөп, ятлап алдым. Барығыҙға ныҡлы сәләмәтлек теләйем, балаларыбыҙға үрнәк булырға яҙһын, ғүмеребеҙ оҙон булып, тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәргә насип итһен!

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

41 views·1 share