1000-cе ҺАН!
Гәзитебеҙҙең 1000-се һанын ҡулдарығыҙға алаһығыҙ. Егерме йыл эсендә "Киске Өфө"нөң мең номерын уҡығанһығыҙ. Ошо айҡанлы әйтер һүҙегеҙ булырмы?
Зәкирйән ӘМИНЕВ, философия фәндәре кандидаты: "Киске Өфө"нөң 1000-се һаны сыға тип ишеткәс, аптырап киттем: гәзит әле генә сыға башлаған кеүек ине, ҡараһам, меңенсе һанына ла килеп еткәнбеҙ икән. Бик мәслихәт! Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән уның ике меңенсеһе лә булһын, өс меңенсеһен дә сығарырға яҙһын, амин! Мин был гәзитте ул сыға башлағандан алып, беренсе һандарынан уҡ яҙылып алдыра башланым һәм уҡып ҡына бармайым, үҙем дә мөмкин тиклем теге йәки был темаға яҙышырға, гәзитебеҙ йөкмәткеһен төрләндереү буйынса үҙ өлөшөмдө индерергә тырышам, сөнки, уҡыусы булараҡ, минең дә әйтер һүҙҙәрем бар. "Киске Өфө"лә үҙемдең күңелемә яҡын темалар табам, уҡып ҡыуанам, ҡайһы саҡта көйәләнеп тә алам.
Гәзит уҡыусы булараҡ, миңә Хәлил Һөйөндөковтың яҙғандары оҡшай. Уның һәр мәҡәләһен рәхәтләнеп, диҡҡәт менән уҡып барам. Үкенескә, үҙе менән күрешергә тура килгәне юҡ, шуға күрә уға гәзит аша сәләмемде ебәреп, һаулыҡ һәм уңыштар теләйем, яңынан-яңы сәхифәләрен көтөп ҡалам. Милләтебеҙ яҙмышына битараф булмаған, уйлана белгән ана шундай авторҙарыбыҙ күберәк булһын ине, тип теләйем гәзитебеҙгә.
Үҙем этнограф булараҡ, ауылдарҙан яҙышыусы авторҙарҙың яҙмаларында халҡыбыҙҙың үткәненә ҡағылышлы күп кенә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табып ҡыуанам. Башҡорт этнографияһына арналған ғилми мәҡәләләремдә авторҙарын күрһәтеп, уларға һылтанма эшләп, "Киске Өфө"нән алған мәғлүмәттәрҙе йыш ҡына файҙаланам. Райондарҙан яҙған авторҙар мәҡәләләрендә күрһәтелгән урындағы ер-һыу атамалары ҡыҙыҡһындыра мине бигерәк тә. Ундай авторҙар үҙҙәре лә аңғармаҫтан, шулай итеп, ғилем өлкәһенә бик ҙур ярҙам күрһәтә, юғиһә бит, ауылдары тирәһендәге ул атамалар фән өсөн билдәһеҙ тороп ҡалыуы ла ихтимал. Авторҙар ниндәйҙер ваҡиғаны тасуирлағанда үҙҙәренең төбәгендәге ер-һыу атамаларын иҫкә алып китәләр һәм мине шуның менән сикһеҙ ҡыуандыралар. Көтмәгәндә ошо гәзит аша мин үҙемә әллә күпме мәғлүмәт табам.
Гәзиттә шулай уҡ туған телебеҙҙең хәле, уға ҡағылышлы проблемаларҙы күтәреү оҡшай. Мәҫәлән, быйылғы 7-се һанда Ләлә Рафиҡованың "Дөрөҫ һөйләшәйек!" тип саҡырған яҙмаларын уҡып ҡыуандым. Авторҙы телдең бөгөнгө хәле борсой. Телебеҙҙең яҙмышына шулай иғтибарлы булған, халҡыбыҙ киләсәге өсөн борсолоп йәшәгән милләттәштәр күберәк булһын ине, тип теләйем. Төрлө ҡыҙыҡ кешеләр һәм арҙаҡлы шәхестәр менән осраштырған интервьюларҙы рәхәтләнеп уҡып барам. Ҡайһыларын һалып ҡуям да аҙаҡ киренән уҡып алам. Шулай уҡ 5-се биттәге "Халыҡ дауаһы" тигән рубриканан файҙалы дарыу үләндәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе лә ҡыҙыҡһынып уҡып сығам. Ҡайһы бер кәңәштәрҙе файҙаланып та ҡуям. Ғөмүмән, "Киске Өфө" бына егерме йыл инде минең өсөн көтөп алынған гәзиткә әйләнде. Артабан ла телебеҙҙең шундай матурлығын, байлығын һаҡлап, уның һағында уяулыҡ күрһәтеп, гәзит уҡыусыларҙы ҡыуандырып эшләгеҙ. Гәзит оҙон ғүмерле булһын, тигән теләктәмен.
Мөхәррәм БАЙЫШЕВ, Әбйәлил районы Ишбулды ауылы: "Киске Өфө" гәзите ойошторолоуға быйыл ике тиҫтә йыл да булып киткән икән шул. Ошо йылдар буйына уның мең һаны донъя күреп, үҙенең уҡыусыларын ҡыуандырҙы; рухыбыҙҙы, белем һәм зауыҡ кимәлебеҙҙе байытты; яңынан-яңы мәғлүмәттәр еткереп, донъя, ил, республика хәлдәре менән таныштырып торҙо һәм, шөкөр, бөгөнгө көндә лә ошо эшен дауам итә. Рәхмәт гәзитебеҙгә! Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы тарихында тәү тапҡыр туған телебеҙҙә ҡала гәзитенең сыға башлауы бөтөн башҡорт донъяһы өсөн ҙур һәм һөйөнөслө ваҡиға булды. Уның тәүге һанын ҡулына алып, ул саҡтағы Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов үҙе гәзиткә фатихаһын бирҙе һәм гәзит уҡыусыларҙы, башҡорт йәмәғәтселеген ҡотлап, редакция коллективына уңыштар теләне.
Меңенсе һан... Әйтеүе генә еңел һәм тиҙ, ә егерме йыл буйына көн һайын 16 биттән торған аҙналыҡты уҡыусы күңеленә үтеп инерҙәй мәҡәләләр менән тултырыу һәм әҙерләп сығарыу, шул арала киләһе һандар өсөн "үтемле" материалдар туплау, авторҙар менән эшләү, шағир һүҙҙәре менән әйткәндә, һуралыр ҙа, ай-һай, електе... Һәм былар бөтәһе лә редакцияла эшләүсе баш мөхәррирҙең һәм аҙ ғына һанлы журналистарҙың ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе. Ошо хеҙмәттең тос ҡына өлөшө тәүге һандан алып гәзитте етәкләүсе тынғыһыҙ, һәр ваҡыт яңы идея һәм темалар, уй-ниәттәр менән янып, башкөлләй ошо ижад донъяһында йәшәүсе, коллективты рухландырыусы баш мөхәррир Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева иңенә төшә, әлбиттә. Киләсәктә лә ошо гәзиттең матур коллективына яңынан-яңы артылыштар, һөйөнөслө хәбәрҙәр менән уҡыусыларын кинәндереп эшләргә яҙһын, тип теләйем.
Шәхсән үҙем гәзиттә электән хеҙмәттәшлек иткән Әхмәр Үтәбай, Радик Өмөтҡужин, тарих темаһын яҡтыртыусы Арыҫлан Таймасовтың материалдарын яратып уҡыйым. Әйткәндәй, ижадтары менән гәзитебеҙ теле һәм стиленең үҙенә тап килеп кенә торған авторҙар ҙа байтаҡ: отставкалағы хәрби табип Хәлил Һөйөндөков, бер төркөм ғалимдар - биолог- профессорҙар Әғләм Шәрипов менән Сәфәрғәли Йәнтүрин, этнограф Зәкирйән Әминев, филолог Гөлсәсәк Саламатова, йәмәғәт эшмәкәре, журналистика ветераны Сәйфулла Әмиров, һынлы сәнғәт ветераны Фәүзиә Яхина, шулай уҡ республикабыҙҙың төрлө райондарынан матур-матур хәбәрҙәре менән ҡыуандырыусы ағинәйҙәр Рәшиҙә Ғиззәтуллина, Мәрзиә Солтанбаева, Шәһүрә Әхмәҙиева, Зөбәйҙә Ҡәләмова һәм башҡа бик күптәрҙең мәҡәләләре лә ҡыҙыҡһыныу менән бер тынала уҡыла, рәхмәт уларға!
"Киске Өфө" гәзите донъя күргән 2002 йылда, хәтерләһәгеҙ, Бөтөн донъя башҡорттарының II Ҡоролтайы булып үткәйне. Унда, шулай уҡ унан һуңғы башҡа Ҡоролтайҙарҙа ла башҡорт халҡының сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни һәм конституцион хоҡуҡтарын яҡлау һәм ғәмәлгә ашырыу, туған телебеҙҙе, мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау, үҫтереү һәм байытыу мәсьәләләре ҡарала килә. "Киске Өфө" гәзите ана шул Ҡоролтайҙар ҡарарҙарына нигеҙләнеп, халҡыбыҙҙың рухиәтен күтәреү һәм байытыу, туған телебеҙҙе һаҡлау йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эшләүсе матбуғат баҫмаһы ул. Мине бик борсоған мәсьәлә хаҡында ла әйтеп китмәй булмай, ул да булһа, гәзиткә яҙылыусыларҙың йылдан-йыл кәмей барыуы. Нимә был? Битарафлыҡмы әллә хәйерселек касафатымы? Халҡыбыҙҙың тормош кимәле шул тиклем дә ҡыҙғаныс хәлгә төштөмө ни? Әллә, киреһенсә, донъя ҡыуып, рухи хазиналарыбыҙҙы юғалтабыҙмы? Гәзитебеҙ биттәрендә ошо темаға һөйләшеү ойошторғанда, сәбәбе аңлашылыр ине, бәлки...
Мәхмүзә ИСЛАМҒОЛОВА, Баймаҡ районы Ярат ауылы ағинәйе: "Киске Өфө"нө ул сыға башлағандан алып уҡыйым. Был гәзит тәүге һанынан уҡ үҙенең башҡа гәзиттәргә оҡшамаған булыуы менән йәлеп итте мине, сөнки ошоға тиклем сығып килгән гәзиттәрҙең рәсми теленә һәм күнегелгән ҡорораҡ йөкмәткеһенә өйрәнеп тә бөткәйнек бит инде. Ә "Киске Өфө" уҡыусыһын бөтөнләй яңы донъяға әйҙәй ине: ул заманда ла әле халҡыбыҙ рухиәте һәм тарихындағы билдәһеҙ булып килгән мәғлүмәттәрҙе бирә башлауы, асыҡтан-асыҡ яҙылып, әйтелеп бөтмәгән ҡатламды күтәреүе, яңы һәм һәр йәһәттән хәбәрҙар авторҙар - тарихсылар, фән әһелдәре, төрлө өлкәләрҙә эшләүсе белгестәргә, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә һүҙ бирелеүе, улар менән бер тынала йотлоғоп уҡыла торған мауыҡтырғыс әңгәмәләре тамам күңелде яуланы. Эйе, заманына күрә тап ана шундай ихлас, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, туранан-тура әйтеп яҙылған материалдар кәрәк ине лә ул. Артабан да ошо рәүешле эҙмә-эҙлелеккә тоғро булып ҡалды гәзитебеҙ.
Дөрөҫ, ҡайһы берәүҙәр гәзиттең исеме менән бәйле, ул фәҡәт баш ҡалабыҙҙа ғына тарала икән, тип уйлай ине. Ауылыбыҙҙағы ана шундай кешеләргә "Киске Өфө"нөң бөтөн республикабыҙҙа таралыуын аңлатырға, ҡыҙыҡлы материалдарҙың йөкмәткеләрен һөйләргә, ғөмүмән, ныҡ ҡына эшләргә тура килде. Һөҙөмтәлә "Киске Өфө" башҡа ауылдаштарымдың да яратҡан гәзитенә әүерелде, аҙаҡ улар менән осрашырға тура килгәндә рәхмәттәрен әйтеп китерҙәр ине. Ләкин быны мин рәхмәт өсөн дә, редакцияның иғтибары, бүләктәре өсөн дә түгел, ә туған телебеҙ яҙмышы өсөн гәзит кенә түгел, уның уҡыусылары ла борсолһон, гәзиткә яҙылып, ана шул туған телебеҙҙе йәшәтеүгә, үҫтереүгә, киләсәк быуындарға тапшырыуға өлөш индерһендәр, данлы тарихыбыҙ, милләтебеҙҙең арҙаҡлы улдары-ҡыҙҙары хаҡында улар ҙа белһен, ғорурланһын ине, тигән маҡсатты ҡуйҙым һәр саҡ.
Ата-әсәһенә, ҡартаталары-өләсәләренә ҡарап, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә гәзит уҡыуҙы яҡшы ғәҙәт итеп алһын ине тигән теләк йөрөтә мине олоғайған көнөмдә. Юғиһә, хәҙер балаларҙың телефон, компьютер экранына текләп ултырыуҙан башҡа һөнәре лә, ҡыҙыҡһыныуҙары ла юҡ бит. Үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә сыҡҡан бөтөн гәзиттәргә, шул иҫәптән район гәзитенә лә бер тигеҙ ҡараштамын. "Йәшлек" гәзитен таратыштым, әле бына киләһе йыл 100 йыллығын билдәләргә йыйыныусы "Ағиҙел" журналына яҙылыуҙы ойоштороп йөрөнөм, тик, үкенескә, сирләп, дауаханаға инеп кителде. Шәбәйеп сығырға насип булып, ауылдаштарым араһында матбуғат таратыуҙы артабан дауам итергә яҙһын.
Бәғзе берәү, бөгөн әҙәмдә гәзит ҡайғыһы юҡ, тип тә уйлайҙыр, ләкин улар яңылыша: тап бөгөн кәрәк гәзит-журнал беҙгә, сөнки интернет хәбәрҙәрендә бөгөн ил һәм халыҡ-ара хәлдәр хаҡында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр күп, тиҙәр. Унан һуң санкция арҡаһында электрон сараларҙың тотороҡло эшләүенә ышаныс та юҡ, ә гәзиттәребеҙ - һәр саҡ беҙҙең менән. Шөкөр, "Киске Өфө" лә, башҡа баҫмаларыбыҙ журналистары ла заман ауырлыҡтарына бирешмәй, гәзит-журнал сығарыуҙарын дауам итә, тик бына күпселек милләттәштәребеҙҙең гәзит уҡыуҙан баш тартыуын, тимәк, телебеҙ яҙмышына битарафлығын ҡабул итә алмайым. 700 тәңкә аҡсамы инде, уйлап ҡарағанда: бөгөнгө хаҡтар менән - 10 кило шәкәр хаҡы... Шәкәр һаулыҡҡа зыян ғына, ә гәзиттәребеҙ рух сәләмәтлеге бөркә, ваҡ-төйәктән арындырып, стресс һәм күңел төшөнкөлөгөнән ҡотҡара.
Әйткәндәй, башлап йөрөүсе йәшерәк һәм дәртлерәк берәребеҙ тотоноп, "Киске Өфө" гәзитендә "Башҡорт матбуғаты дуҫтары" тигән ҡор ойоштороп ебәргәндә һәм күңелде өйкәп торған мәсьәләләр йә булмаһа, шатлыҡ-һөйөнөстәребеҙ менән уртаҡлашып, серләшеп, бер-беребеҙгә кәңәштәр менән ярҙамлашып йәшәгәндә, беҙгә ҡыйынлыҡтарҙы бергәләп артылыу күпкә еңелләшер ине, тип уйлайым.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
