1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?
Наил ЮЛДАШБАЕВ, Ейәнсура районы, башҡорт теле уҡытыусыһы: Минең үҙемдең баҡсам бар, күберәген бәрәңге, кишер, ҡыяр-помидор, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләр үҫтерәм. Эш, ҡәҙимгесә, апрель-май айҙарында башлана. Баҡсаны ниндәйҙер килем өсөн тотмайым, ер эше минең өсөн күңелемә ял. Ерҙең еҫе, йылыһы, ҡояш нурҙары, ҡоштар һайрауы - үҙемә ысынлап та оҡшаған мөхит. Бала саҡта атайым менән бергә йәшелсә-емешкә һыу һибеп башлағанмын был шөғөлдө, шул ваҡыттан бирле, ҡайҙа ғына йәшәргә тура килмәһен, иң тәү сиратта баҡса яғын хәстәрләйем. Элегерәк, балалар бәләкәй саҡта, баҡсаны уларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, ер ҡаҙыу, сүп үләндәрен утау, һыу һибеү аша эшкә өйрәтеү маҡсатында ҡуллана инем. Хәҙер улар таралышып, үҙаллы булып бөттөләр, ә баҡсаны үҙемә рухи ҡәнәғәтлек алыу өсөн тотам.
Яҙ көнө бар донъя уяна, шул ваҡытта һин ерҙе ҡаҙып, орлоҡ сәсеү менән бергә үҙеңдең күңелеңә лә рухи орлоҡтар ултыртаһың, уларҙың ҡайһыларынан шунда уҡ яңы идеялар шытып сыға, ҡайһылары шул көйөнсә ҡала ла, бик күп ваҡыт үткәс кенә тормошҡа аша.
Йәйге ваҡытта, иртүк тороу менән, тәүҙә үҙем һыуыҡ һыу менән ҡойонам, унан баҡсама һыу һибәм. Эш менән булғанда башыңа йыш ҡына төрлө фәлсәфәүи уйҙар килә: кеше һәм тормош, кеше һәм ер, мәңгелек хаҡында осо-ҡырыйы булмаҫтай фекерләүҙәргә сумаһың. Ошо ергә бер кем дә мәңгелеккә килмәгән: миңә тиклем булғандар, минән һуң да ҡалырҙар.
Йомғаҡлап әйткәндә, баҡса тотоуҙың маҡсаты күп яҡлы: беренсенән, үҙең рухи ҡәнәғәтлек табаһың, икенсенән, балаларға тәрбиә бирәһең, өсөнсөнән, хеҙмәтеңдең уңышы - алдағы көндәреңдә тамаҡ туйҙырыр матди файҙа. Шулай уҡ, алдыңа маҡсат итеп алмаһаң да, һин күрше-күлән, ауылдаштарың өсөн өлгө булып тораһың бит.
Рәйсә МӨФТИЕВА, Әлшәй районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: 94 йәшкә тиклем йәшәгән әсәйем һүҙҙәре менән әйткәндә, өлкәнәйә килә, ҡан баҫымы күтәрелә, аяҡ-ҡулдар ойой башлай, ә эшкә әүрәп, йәштәр ыңғайына йүгереп йөрөһәң, тормоштоң йәмен тойоп йәшәйһең, заман менән бергә атлағандай булаһың. Быйылғы яҙ иҫ китерлек матур килә: йәшел үләндәр сыҡты, ҡояш балҡып тора, шул форсаттан етмеш бройлер тауығы алғанмын, уларҙы йылы ояға урынлаштырып, тәрбиәләп торам. Унан башҡа утыҙ баш йорт тауығы ҡыш сыҡты, йомортҡалары үҙебеҙгә лә, күрше-тирә менән бүлешер өсөн дә етерлек, Аллаға шөкөр.
Беҙҙең ағинәйҙәребеҙ бөтәһе лә ауыл ерендә ғүмер итә, барыһы ла эш менән мәшғүл, милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеүҙә әүҙемдәр. Гөлсәсәк апай Сәйетғәлиева беҙгә үҙебеҙҙең Дим буйы башҡорттарына хас кейемдәр тегеп, еренә еткереп һаҡал-ҡашмауҙар эшләне. Балаҫ һуғыу - беҙҙең бренд, ә Зәкирә Воронцова беҙҙең районда иң оҫта балаҫ һуғыусы тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫ. Үткән йылды ғына башҡорт балаҫына патент алып ҡайттыҡ. Шул уҡ ваҡытта ул гөрләтеп донъя көткән, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараусы яғымлы өләсәй ҙә. Ә милли биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Фәнүрә Нәжметдин ҡыҙы бик күп оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. 78 һигеҙ йәшен тултырған ағинәй Гөлнур Хаммат ҡыҙы, Ҡармыш ауылынан Люция Зәйнулла ҡыҙы - бик оҫта умартасы ҡатындар. Фәнүрә Зәкирйән ҡыҙы - быйма баҫыу, кейеҙҙән төрлө әйберҙәр: балаҫ, мунсаҡтар, хатта түбәтәйҙәр эшләүсе алтын ҡуллы ағинәй. Улар барыһы ла совет тәрбиәһе алған, ҡул ҡаушарып ултыра белмәгән, хеҙмәттән тәм тапҡан, күңелдәре менән йәш булып ҡалған, абруйлы апайҙар. Унан һуң, Әлшәй районының һәр бер ауылында ағинәйҙәр бергә тупланып, МХО-ла ил тыныслығын һаҡлаусы һалдаттарыбыҙға билбауҙар, тыуған еребеҙҙә үҫкән үләндәрҙән сәйҙәр әҙерләп, һаҡ селтәрҙәре үреп ебәреп торалар.
Минең үҙемдең шөғөлдәремә килгәндә, февраль айы етеү менән миндә йыл һайын "үҫентеләр ауырыуы" башлана. Әле тәҙрә төптәре тулы болгар боросо, помидорҙар гөрләп үҫеп килә. Япма, юл буйҙарына сығарып ултыртыр өсөн йәйелеп үҫә торған бик күп төрл сәскә үҫентеләре үҙ ваҡытын көтә.
Үҙемде электән алып ер эшенә мөкиббән киткән баҡсасы тип иҫәпләйем, шуғалыр ҙа, ихатамды йыл һайын емештәре менән ҡыуандырып торған энәлек, абрикос, ирга, ике төр слива кеүек бик күп ағастар уратып алған. 1987 йылда ултыртҡан ете алма ағасының өсәүһе әле һаман яҙҙарын ап-аҡ сәскәгә күмелә. Ағастар мул уңыш бирһен өсөн көҙҙән ҡороған ботаҡтарын киҫеп, ҡойолған япраҡтарын даими тырматып, яҙ көнө олондарын аҡлап, ҡырмыҫҡа баҫмаһын өсөн махсус елем һөртөп торһаң, ҡыҫҡаһы, тейешле кимәлдә тәрбиәләһәң, улар һине лә шатландырасаҡ. Мәҫәлән, энәлектең йыйылып, эшкәртелмәй ҡалған емештәренән ҡоштарға ла өлөш сыға, улар һыйланған һайын һиңә лә сауап яҙыла бит. Был гүзәл донъяға шатланып, изге ниәтле булып, хеҙмәт тәмен татып йәшәһәң генә күңел тыныслығы табып булалыр, тип уйлайым.
Фирүзә АБДУЛЛИНА, Ҡырмыҫҡалы районы, шағирә: Йыш ҡына: "Ни өсөн ҡалаға күсмәйһегеҙ, ауыл ерендә йәшәйһегеҙ?" - тип һорайҙар, ә миңә бармаҡтарым араһынан ҡара тупраҡ үткәрмәһәм, көнөм дә, ғүмерем дә бушҡа үткән кеүек тойола. Ауылдың тыныслығы, саф һауаһы күңелемә күпкә яҡыныраҡ, Өфөгә эш буйынса барып ҡайтыу ҙа етә.
Ер эшен бик яратам, шуға күрә яҙҙы һағынып көтөп алам. Үҙебеҙгә, балаларыбыҙға етерлек, туғандарыбыҙға арттырырлыҡ итеп йәшелсәһен, емеш-еләген үҫтерәбеҙ. Аллаға шөкөр, баҡсабыҙ бик ҙур, күҙ яуын алып ултырырлыҡ сәскәләргә лә, бик күп емеш ағастарына ла урын етә.
Ете йыл һыйыр малын тотмаһаҡ та, ҡош-ҡорт алып үҫтереү: йыл һайын бройлер себештәре, ҡаҙ, өйрәген алыу инде йолаға әүерелде. Һәм, әлбиттә, тауыҡтарыбыҙ бар, ауылда уларһыҙ булмай. Йылы, яҡты ояһы булғас, баланслы ем ашатҡас, йомортҡаны йыл әйләнәһенә һала улар.
Эйе, ауылыбыҙ тип йән атып торабыҙ, әммә беҙҙең тағы бер хобби бар - ул йыл һайын ҡайҙалыр сәйәхәткә барыу. Былтыр, мәҫәлән, үҙ машинабыҙҙа Байкал күлен күреп ҡайттыҡ. Шуға күрә йәй буйына баҡса ҡарап ҡына ултырып булмай, ике-өс аҙнаға донъябыҙҙы балалар йә дуҫтар ҡарамағына ҡалдырып торорға тура килә.
Был донъяла, ғөмүмән, үҙ эшеңдән ҡәнәғәтлек табып йәшәй, мәлде файҙалана белергә кәрәк. Ҡыш көндәре, баҡса миҙгеле туҡталып торған ваҡытта, мәрйен-муйынсаҡтар менән ҡул эштәренә тотонам. Үҙемә лә, һатыу өсөн дә бәләкәй генә түшелдеректәр, ҡашмау-селтәрҙәр эшләйем. Шиғырҙар ҙа һәр ваҡыт ҡына яҙылып, илһам килеп тормай, үҙеңде нимәлер менән мауыҡтырырға, ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә кәрәк.
